Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт һағында
Ғайса Хөсәйеновтың парсалары нигеҙендә тос фекерҙәр ята, ҡатмарлы әҙәби күренештәр образдар ярҙамында ябай итеп аңлатыла.

Ғайса Хөсәйенов — башҡорт әҙәби тәнҡитендә үҙ ижад йөҙө, стиле һәм жанр формалары булған, һәләтле һәм әүҙем эшләгән тәнҡитселәрҙең береһе. Ул яҙған тәнҡит мәҡәләләренең яҙыусыға тәьҫирле, уҡыусыға үтемле булыуының беренсе сәбәбе анализлау ҡеүәһенең тәрәнлегенән, фекерҙәр аныҡлығынан, һығымталарҙың нигеҙлегенән килә.

Тәнҡитсе сығыштарында халыҡтың йәнле һөйләү теленә мөрәжәғәт итә, рецензияланған әҫәргә бәйле мөһим эстетик проблемалар күтәрә, әҙәбиәт теорияһының яңы закондарын аса, шуға күрә мәҡәләләре мауыҡтырғыс та, фәһемле лә килеп сыға. Ким Әхмәтйәнов, Ғайса Хөсәйеновтың хеҙмәттәрендә донъяға һәм әҙәбиәткә үҙ ҡарашы асыҡ сағыла, шунлыҡтан уларҙы бирелеп уҡыйһың, тип иҫбатлай.
Ғайса Хөсәйенов сығыштарының тәьҫирле булыуының икенсе сәбәбе —яңынан-яңы жанрҙарҙа сығыш яһауы. Багажында әҙәби тәнҡиттең бөтә формаларына ла матур өлгөләр табырға була. Был өлкәлә туҡтауһыҙ эҙләнеүе уны жанрҙар йәһәтенән байытты һәм көндәлек тәнҡитте йәнләндереп ебәрҙе. Күп кенә формалар башҡорт әҙәби тәнҡитендә уның әүҙемлеге арҡаһында үҙ урынын алды, ҡайһылары әҙәбиәт йылъяҙмаһындағы бер сағыу күренеш булып тороп ҡалды.
1941 йылда Мостай Кәрим, 1949 йылда Әхнәф Харисов йыллыҡ күҙәтеүҙәргә мөрәжәғәт итә. Әммә был жанр Ғайса Хөсәйенов эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә генә башҡорт әҙәби тәнҡитендә үҙ урынын ала. Ул 1957 йылда, поэзияның йыл йомғаҡтарын анализлап, күҙәтеүҙәр менән сығыш яһай һәм ун йыл дауамында был өлкәләге ижади асыштарҙы барлай. Һуңыраҡ әҙәбиәттең йөҙөн билдәләүҙә был форманы яҙыусылар ҙа үҙ итә һәм ул тәжрибә уртаҡлашыу мәктәбенә әүерелә.
Яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлын анализлағанда ғалим беренселәрҙән булып тәнҡит-биографик очерк, монография жанрҙарына мөрәжәғәт итә. Тәнҡит-биографик очерк формаһында яҙылған “Халыҡ шағиры Ниғмәти” (1960), “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим” (1965) кеүек хеҙмәттәрендә геройҙың биографияһына бәйле мәғлүмәттәр туплай, улар араһынан иң әһәмиәтлеләрен һайлап ала, уны хронологик тәртипкә килтерә, тормош юлының мөһим этаптарын билдәләй, ижади эшмәкәрлегенә баһа бирә. Герой йәшәгән осорҙоң, ер-һыуҙың теүәл картинаһын тыуҙырыу маҡсатында һүрәтләү сараларын да киң ҡуллана.
ХХ быуаттың 60-сы йылдарында тәнҡитсе әҙәбиәттә яҙыусының тотҡан урынын, ижади индивидуаллеген билдәләгәндә монографияға өҫтөнлөк бирә. 1959 йылда уның “Сәйфи Ҡудаш ижады” тигән беренсе хеҙмәте донъя күрә. Артабан да был юҫыҡта эшмәкәрлеген дауам итә һәм уның “Халыҡ шағиры Ниғмәти” (1960), “Дауыт Юлтый” (1963) китаптары баҫыла. Тәнҡит-биографик очерк, монография иң беренсе Ғайса Хөсәйенов тарафынан ҡулланылһа ла, был жанрҙарҙы башҡа тәнҡитселәр ҙә үҙ итә. Бының һөҙөмтәһе булып 1960–1970 йылдарҙа билдәле яҙыусыларҙың ижад юлын анализлаған күп хеҙмәттәр яҙыла.
Тәнҡитсе ҡулланған жанрҙар хаҡында фекер йөрөткәндә, ассоциатив сараларға бай булған диалог, парса, әйтемдәрҙе айырым билдәләп үтеү кәрәк. Образлылыҡҡа нигеҙләнгән был формалар башҡорт әҙәби тәнҡитендә әүҙем ҡулланылған жанрҙар рәтенә инмәһә лә, ҙур бер әҙәби күренеш булды, көндәлек тәнҡитте форма һәм йөкмәтке яғынан төрләндереп ебәрҙе.
70-се йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов диалог жанрында заман, әҙәбиәт проблемаларын әҙәби геройҙарҙың уй-ҡылыҡтарын, кисерештәрен һүрәтләү аша асып бирә. Был мәҡәлә уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршылана, уларҙың иғтибарын әҙәби мәсьәләләргә тупларға, уйланырға мәжбүр итә.
“Һеҙҙеңсә нисек?” тигән диалогта китап уҡыусылар һәр бер әҫәргә үҙ фекере булыуы, был уларҙың белем, мәҙәни кимәле, әҙәби зауығы менән тығыҙ бәйләнгәнлеге, әммә был ҡараштарға иғтибарҙың булмауы хаҡында уйлана. Шуға күрә әңгәмәне “китап уҡыусыларҙан ишетелгән, тыңланған йә иһә яҙылған төрлө фекерҙәрен бергә йомғаҡлабыраҡ, ике кешенең әҙәбиәт хаҡында гәпләшеүенә ҡорайыҡ”, тип фекер төйнәй. Тәнҡитсе һәм уҡыусыны А һәм Б хәрефтәре менән билдәләй. Береһе әҙәби әҫәрҙәргә ҙур талаптар ҡуя, һәр береһенә тәнҡит күҙлегенән ҡарай, икенсеһе матур әҙәбиәт менән мауыҡҡан, һоҡланыуға әүәҫ кеше. Әңгәмә донъя әҙәбиәте, урыҫ әҙәбиәте, башҡорт әҙәбиәте тураһындағы ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәргә, ҡаршылыҡлы фекерҙәргә, үҙенсәлекле ҡараштарға нигеҙләнә. Урыҫ әҙәби тәнҡитенән килеп ингән был жанр башҡорт әҙәби тәнҡитендә урын ала алмай, шуға күрә артабанғы йылдарҙа диалог формаһында яҙылған бер-ике сығышты ғына билдәләп үтергә була.
Ғайса Хөсәйенов уңышһыҙ әҫәрҙәрҙе, әҙәби тәнҡиттә осраған дөйөм етешһеҙлектәрҙе фашлау маҡсатында тапҡырлыҡты, ҡыҫҡалыҡты талап иткән парса, әйтем формаларын ҡуллана. Был жанрҙарҙың аныҡ бер адресаты юҡ. Ниндәйҙер бер етешһеҙлектәргә, кире күренештәргә әҙиптәрҙең, уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү маҡсат итеп ҡуйыла. Философик йөкмәткеле, афористик ҡарашлы парсаларҙы бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин:
1. Тәнҡиттең предметы хаҡында фекер йөрөтөүсе парсаларҙа автор тәнҡиттең әҙәбиәткә йоғонтоһо, яҙыусылар ижадына файҙаһы хаҡында уйлана. Мәҫәлән, бер парсаһында талантлыларға тәнҡит — дарыу, талантһыҙҙарға — ағыу тигән фекерен образдар ярҙамында иҫбат итә: Искәндәр образында тәнҡит һүҙенән ҡурҡмаған әҙип кәүҙәләндерелһә, тәнҡитсе изгелекле табип итеп һүрәтләнә. Искәндәр ярандарының һүҙенә ҡарамайынса, дарыуҙы эсә һәм һауыға, автор, тәнҡиттән ҡурҡмаһаң уның һиңә шифаһы күп булыр, тип һығымта яһай. Ҡайһы бер парсаларында әҙәби тәнҡиттә осраған кире күренештәр һүрәтләнә:
“Тәнҡит хәҙер бумеранг төҫлөрәк. Тәнҡит һүҙең үҙеңә йыш ҡына кире әйләнеп йәрәхәт һала. Бушмендар араһындаһыңмы ни!
Күпме тура әсе тәнҡит һүҙе әйтһәм, йөрәгемдә лә шунса яра”.
2. Тәнҡитсенең эшенә ҡағылышлы парсаларҙа яҙған мәҡәләләрең яҙыусыны битараф ҡалдырмаһын тиһәң, тәнҡитсе һәр саҡ белемен камиллаштырып торорға, күпте белергә, һүҙ оҫтаһы дәрәжәһенә күтәрелергә, әүҙем эшләргә тейеш тигән талаптар төп урынды алып тора.
“Әгәр ураҡ үтмәҫләнһә — тешәп, салғы үтмәҫләнһә сүкеп һәм янып торалар, беҙгә, тәнҡитселәргә лә, ҡәләмдәребеҙ үтмәҫләнмәһен өсөн уны әленән-әле тешәп, янып, сарлап торорға кәрәк. Тешәмәһәң, тешһеҙ мәҡәләләр яҙыуыңды көт тә тор”.
“Әйтмәй ҡалырға әмәлең юҡта, тыйылып ҡалырға тәҡәтең бөткәндә генә ҡәләмгә тотонһаң ине ул. Ә беҙ, тәнҡитселәр, йомшаҡ нәмәләрҙе күреп һарыу ҡайнағанда ла йыш ҡына теш ҡыҫып тыйылып ҡалабыҙ. Нишләйһең, үҙ йәнең аяулыраҡ”.
3. Яҙыусы эшенә ҡағылышлы парсаларҙа әҙиптәрҙең тәнҡит фекерҙәрен ҡабул итмәүҙәре, ижад эшенә еңел ҡарауҙары, йомшаҡ әҫәрҙәр тәнҡитләнә:
“Беҙҙең күп кенә яҙыусылар тәнҡиттән ут-һыуҙан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа. Бәғзеһе аҙ ғына һүҙ әйтһәң дә асыуынан күтәрелеп бәрелә, сығырынан-сыға.
Бер мәҫәлендә яҙғанса, Крылов ҡарт хаҡтыр, күрәһең: “Ысын таланттар тәнҡиткә асыуланмай, яһалма сәскәләр генә ямғырҙан ҡурҡа”.
Ғайса Хөсәйеновтың парсалары нигеҙендә тос фекерҙәр ята, ҡатмарлы әҙәби күренештәр образдар ярҙамында ябай итеп аңлатыла. Бында ул киң мәғлүмәтле ғалим, күпте күргән аҡыл эйәһе булараҡ сығыш яһай. Парса жанры башҡорт әҙәбиәтендә яңырыу дәүере кисерһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәнҡиткә ҡағылышлылары башҡа ижад ителмәне.
Ғайса Хөсәйенов кинәйәлек һәм образлылыҡ хас булған әйтемдәр жанрында ла сығыш яһаны. Тос һәм аҙ һүҙҙәр, мәғәнәле итеп әйткән тапҡыр фекерҙәр аша үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, дидактик мәғәнәне образдар ярҙамында хәтергә һеңерлек итеп әйтеп бирә. Шулай итеп, Ғайса Хөсәйенов башҡорт әҙәби тәнҡитен яңы жанрҙар менән байытты. Көндәлек тәнҡитте проблемалы, теоретик, полемик мәҡәләләре менән йәнләндереп ебәрҙе, әҙәби процесҡа йүнәлеш бирҙе. Киләсәктә тәнҡитсенең ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеген өйрәнеү бөгөнгө әҙәби тәнҡиттең жанрҙар үҫешенә ҙур өлөш индерер ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780