Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем билет оторға теләй?
Кем билет оторға теләй?Искәндәр Ғәзизов — башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Йырсы булыу уның булмышына яҙылғандыр. Бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың мәртәбәле бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай ул. Белорет районында Заһир Исмәғилев исемендәге, йә иһә “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурстары булһынмы — барыһында ла ал бирмәй буласаҡ йырсы.

Ҙур сәхнәгә ул үҫмер сағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында беренсе тапҡыр сыға. Халыҡ йырҙарының береһен башҡарып, тамашасыларҙы моңло тауышына ғашиҡ итә. Артабан Искәндәр Ғәзизов “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәрендә призлы урындарға лайыҡ була. “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһында билдәләнә.
Буласаҡ йырсы баш ҡалабыҙҙағы сәнғәт училищеһында, уны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Йыр-моң серҙәренә уны Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Вахит Хызыров һәм оҫта педагог Фәрзәнә Сәғитова төшөндөрә. Искәндәр студент йылдарында “Өфө егеттәре” төркөмө составында сығыш яһай. Уның башҡарыуында “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә” һәм башҡа йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде.
Былтыр көҙ ул үҙенең тәүге концерты менән Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын шаулатҡайны. Әле тамашасыны йәнә йырлы-моңло күстәнәсе менән һөйөндөрмәксе.
10 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың “Офоҡтарға илтә йырҙарым” исемле сағыу тамашаһы буласаҡ. Унда Вахит Хызыров, Рөстәм Шаһыбалов, Алмас менән Айҙар Юнысовтар, Лилиана Ирназарова, Рөстәм Шәрипов, Айгөл Муллагилдина, Наил Мөхәмәтйәнов, БР-ҙың уйын ҡоралдары милли оркестры, “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада театры ҡатнаша.
Күркәм тамашаға килергә теләүселәр, түбәндәге һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп, ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы ота ала. 272-16-24 телефонына шылтыратығыҙ, дуҫтар!
1. Искәндәр Ғәзизовтың өс аудиоальбомының исемен атағыҙ.
2. Йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһының ниндәй төркөмөндә эшләй?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779