Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәхесе һаман уйланырға мәжбүр итә
Рәсүлевтәр заты, борон-борондан өҙөлмәй килеп, тамырҙары тау-таш араһында мәңгегә нығынып ҡалған мөһабәт ағасты хәтерләтә. Беҙ иһә һүҙҙе Хәбибулланан һәм уның атаһы Рәсүлдән генә алып китәйек.

Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында Өфөлә мөфтөй булып торған Ғабдрахман Рәсүлев яҙып ҡалдырған һүҙҙәр бар. Уның буйынса, фамилияны башлап ебәреүсе — Учалы районының Шәрип ауылы кешеһе Рәсүл. Ул Благовар районының Балышлы ауылы мәҙрәсәһендә уҡыған. Мөхәммәт Килдебәков тигән хәҙрәттең ҡыҙына өйләнгәс, тыуған ауылына ҡайта, шунда уларҙың Хәбибуллаһы тыуа. Хәбибулла Шәриптә һәүетемсә генә йәшәй. Бер генә тәҙрәле өй, быяла урынына — ҡарындыҡ. Башы ҡыйыҡһыҙ. Һуңынан Зәйнулла: "Мин, сарыҡ ҡына кейгән бер фәҡир башҡорт балаһы, ғилем арҡаһында ғына ошо бәхетте күрҙем", — тиәсәк.
Хәбибулланың ике балаһы була: береһе — Фәтхулла, икенсеһе — Зәйнулла. Зәйнулла хәҙрәттең беҙ асыҡлай алған балалары барлығы — ун бер.
Улдарына килгәндә, Ғабдрахман оҙаҡ йылдар Өфө мосолмандары Диниә назаратының мөфтөйө булып тора. Уның балалары — Ғәбдерәүеф, Рәшиҙә (Мәскәүҙә йәшәнеләр), Сафуат (Силәбелә). Һибәтулла бәләкәй сағында үлеп ҡала; Ғабдулла "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә белем ала, уҡыуын Истанбулда дауам итә, туған башҡорт теленән тыш, урыҫ, төрөк, ғәрәп, ҡаҙаҡ, татар телдәрен белә, Беренсе бөтә донъя һуғышында тәржемәсе булып хеҙмәт итә; Ғәбделҡадир, "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә һәм Төркиәлә белем алғас, мәҙрәсә типографияһында эшләй, аҙаҡтан Әстрханда имам булып тора (улы — танылған татар яҙыусыһы Атилла Расих); Ғәбделсабур мәҙрәсә китапханаһында, аҙаҡ Ҡазанда уҡытыусы булып эшләй.
Барыһы ла юғары белем ала. Кескәй улы, Ғәбделсабуры, тыуғанда Зәйнулла ишанға 66 йәш була. Ҡыҙҙарының барыһы ла имамдарға һәм хәлфәләргә тормошҡа сығып, ғаилә ҡора. Зәйнулла хәҙрәттең ейән-ейәнсәрҙәренең һаны 30-ға етә.
Хәҙрәттең бала сағына кире ҡайтып, тыуған ауылы Шәриптә, өйҙәре эргәһендә булған мәҙрәсәлә уҡыуын, ун ике йәшенән Шәриптән алыҫ түгел Малай Муйнаҡ ауылына барып уҡырға инеүен әйтеп үтәйек тә бына ошондағы мәҙрәсәлә йәш шәкерткә артабан ҙур йоғонто яһаясаҡ Яҡуп хәҙрәткә айырым иғтибар бирәйек. Элекке зауряд-сотник, тормош ауырлыҡтарын күп татыған һәм Троицкиҙа уҡып килгән ҙур мәғлүмәтле имам Яҡуп Зәйнәғәбетдин улы Зәйникәев 1848 йылда Ахун ауылының икенсе мәхәлләһенә имам-мөҙәрис итеп күсерелә, шәкерте Зәйнулланың һәләтен күреп, уны үҙе менән бергә алып китә. Ләкин Зәйнулла, бында уҡыуын тамамлағас, Яҡуп хәҙрәттән Троицкиға ебәреүен ҡат-ҡат һораһа ла, уның фатихаһын ала алмай. Имам Зәйнулланы йөҙҙән ашыу шәкерте булған мәҙрәсәлә хәлфә итеп алып ҡалдырырға теләй.
Ахырҙа Зәйнулла, Мөхәммәт исемле шәкерттең ҡотортоуы буйынса, яратҡан хәлфәһен ҡалдырып, өйәҙ үҙәгенә ҡасып китә һәм данлыҡлы Яуышевтар мәхәлләһе эргәһендәге Әхмәт бән Хәмит әл-Миңгәрәй мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1851 йылда була был. Йәш шәкерттең Әхмәт хәҙрәттең нимә тураһында һәм нисек оҫта һөйләгәндәренә хайран ҡалып йөрөүе билдәле. Ахундағы Яҡуп хәҙрәт тә тиккә генә ымһынмаған икән — Зәйнулла бында ла фәндәрҙе тиҙ үҙләштереүе менән иғтибарҙы тарта, мәҙрәсәлә бер нисә шәкерткә хәлфәлек тә итә башлай.
Ошонда һүҙҙе күпкә алғараҡ ебәреп, әйтеп үтәйек: Зәйнулла Троицкиға икенсе тапҡыр килеп, ағаһының малайҙары Ғайса менән Мусаны уҡытып сығарғас, Мусаны Ахун ауылына эшкә ебәрә. Ҡартайған Яҡуп был юлы үҙ мораҙына өлгәшә һымаҡ: бер ҡыҙын Мусаға кәләшлеккә бирә лә уны үҙенең урынына тәғәйенләп ҡуя.
Йөрәге һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡынып торған, күберәк яңылыҡ белергә тырышҡан егетте Троицкиҙағы тормош та ҡәнәғәтләндермәй башлай. Берҙән-бер көндө, ул кемгәлер эйәреп, алыҫ Бохараға юл тота. Бик ҡаты һыуыҡ булыу сәбәпле, инде үлдем тигән урындан кире боролорға тура килә. Троицкиға 90 саҡрым ҡалғас, бер мосолман ауылы янында, билеты булмағанлыҡтан, полиция ҡулына эләгә. Ярай әле, Сафа тигән шәкерт иптәше тап булып, уның атаһының һорауы буйынса Зәйнулла ҡотола, Троицкиға әйләнеп ҡайта.
Зәйнулла Рәсүлев 1858 йылда имтихан тотоп, имам-хатип һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе сифатында Типтәр-Учалы волосының Аҡҡужа ауылына китә.
Аҡҡужала үткән тәүге биш-алты йылды яңы имамдың бындағы халыҡҡа күнегеү, көнитмешен нығытыу осоро тип аңларға кәрәк. Ул күп уҡый, тирә-яҡ руханиҙары менән бәйләнештәр булдыра, арҙаҡлы Ғәбделхәким мөриттәре менән дәрестәр ала. Әмәлгә дарыу тигәндәй, уға тиҙҙән ҙур мөмкинлектәр асыла. Ҡаҙаҡтарҙың Жәббәс ырыуынан Ершыбай исемле бер бай вафат булғас, уның өсөн хаж ҡылыуҙы Зәйнулла хәҙрәттән үтенәләр. Бәдәл хаж өсөн ҡулына мең һум аҡса төшкәс, ул 1869 йылдың 18 авгусында Истанбулға китә. Унда Әлшәйех Әхмәт Зыялетдин бән Мостафа Көмөшхәнәүи хәҙрәттән дәрес ала. Шәйех Көмөшхәнәүи уға сәлләханаға кереп ураҙа тоторға, унда һәр көн йөҙ мең тапҡыр зекер әйтергә бойора. Зәйнулла ҡырҡ көн буйына бикләнеп ураҙа тота, зекер әйтә. Ҡыҫҡаһы, шәйехтең бойороғон тулыһынса үтәй.
Ҙур һынауҙар аша үткәндән һуң, ул Хижазға, ә артабан Мәҙинәгә юллана. Зөлҡәғиҙәнең егермеһендә Зәйнулла Мәҙинәлә дөйәгә атланып, Мәккәгә китә һәм зөлхизәнең икенсе көнөндә унда була. Хажды башҡарып, пароход менән Истанбулға ҡайта. Унда Көмөшхәнәүи Нәҡешбәнди тәрикәһендә мөриттәр булдырырға фарман бирә, шул йүнәлештә дәрес биреү өсөн ижазәтнамә (диплом) менән тәьмин итә.
Зәйнулла хәҙрәт иленә 1870 йылдың июнь башында ҡайта һәм сентябрь айҙарында үҙенең бурысын үтәргә тотона. Тиҙ арала ярандар һәм эйәрсендәр пәйҙә була. Абруй арта, хатта башҡа шәйехтәрҙең мөриттәре лә Зәйнулла хәҙрәткә күсә башлай. Был хәлде Зәйнулла хәҙрәттең ғалимлығы һәм кешелеклелеге менән генә аңлатырға мөмкин.
Аҡҡужа ауылының бәләкәй генә мәсете килгән барлыҡ кешене һыйҙыра алмағанлыҡтан, Зәйнулла имам вәғәздәрен урамға, тау буйына сығып әйтергә була. Меңәрләгән мосолман йыйылған Мәүлит байрамдарын да сәхрәләрҙә үткәрә. Зыяраттарҙы изге урын тип иғлан итә, ҡысҡырып зекер әйтеүҙе индерә, китапханалар ойоштора. Күренеүенсә, яңы хажи ҡолас йәйеп эшләй: халыҡҡа нығыраҡ тәьҫир итерлек алымдар ҡуллана.
Әлбиттә, ишандың даны таралыуға уның шәхси сифаттары ла булышлыҡ итә, сөнки ул оратор оҫталығы менән айырылып тора, хәтере шәп булғанлыҡтан, "Ҡөрьән Кәрим"дең ҙур-ҙур өлөштәрен яттан һөйләй. Шулай итеп, ул, үҙенең киң мәғлүмәтле булыуын, мосолмандарға йомшаҡ мөғәмәлә итеүен күрһәтеп, тиҙ арала халыҡ мөхәббәтен яулай.
Үкенескә ҡаршы, тормошта бер нәмә ҡабатланыусан: яңылыҡ бер ҡасан да ҡаршылыҡһыҙ булмай. Ишандың абруйы үҫкән һайын, уны күрә алмаусылар ҙа күбәйә, элекке бәләкәй генә гонаһтарҙы ла иҫкә төшөрөүселәр, ғәйбәт таратыусылар табыла.
Бына ошо хөсөтлөк ҙур абруй ҡаҙанып өлгөргән Зәйнулла хажи юлына ла кәртә ҡуя.
Зәйнулла ишан, йәнәһе, шәриғәткә ҡаршы ғәмәлдәр индерә, халыҡты сәхрәлә йыйып, урыҫтарға ҡаршы ҡоторта һәм, һуғыш була ҡалһа, уға үҙе лә ҡушыласаҡ тип, Өфөнөң Диниә назаратына шикәйәт ебәрәләр. Төп сәбәп, ысынлап та, Зәйнулла хәҙрәттең дини эшмәкәрлеккә яңылыҡтар индереүендә генә түгел. Мәсьәлә күпкә етдиерәк. Ишан үтә лә сетерекле осорҙа, сәйәси-иҡтисади бәрелештәрҙең айырыуса киҫкенләшкән ваҡытында йәшәй. Ҙур аҡыл эйәһе икән, ул ошо төбәктәге халыҡтың аһ-зарын ишетмәй булмаҫ.
Тап ошо дәүерҙә, ХIХ быуаттың аҙағында, колонизаторҙар Көньяҡ Уралға ныҡлап үтеп инә, аҙым һайын завод, приискылар барлыҡҡа килә, башҡорт ерҙәре тартып алына. Зәйнулланың туған ҡыуаҡан ырыуы кешеләре лә ерһеҙ тороп ҡала.
ХIХ быуаттың икенсе яртыһында Учалы төбәгенә сит кешеләрҙең килеп тулыуы, алтын йыуыу көсәйеү менән бергә эскелек, хаяһыҙлыҡ, үлтереш ваҡиғалары ла йышая. Зәйнулла вәғәздәр һөйләгәндә был күренештәргә ҡаршы бер ни әйтмәгәндер, тип уйлап булмай. Урыҫ хөкүмәтенең милли сәйәсәтен, бөйөк державасылыҡты күрә алмағанын халыҡ тойғандыр, моғайын. Был, бәхәсһеҙ, губернатор әпкәләйҙәренә шикәйәт яҙыу өсөн нигеҙ була ала.
1872 йылда Зәйнулла ишанды Өфөгә дини йыйылышҡа саҡырталар, тәфтишләү яһайҙар. Дошмандары, уй-ниәттәренең барыбер юҡҡа сыҡҡанын күргәс, губернатор исеменә лә: "Зәйнулла — бик хәүефле кеше, ул төрөк тарафтарына аҡса йыя, ғәскәр туплай", — тип шикәйәт ебәрә.
Өйөнә ҡайтып та өлгөрмәй Зәйнулла хәҙрәт. Златоустҡа барып етеүгә, Өфө губернаторының әмерен тотоп, полиция ҡаршылап та тора. Уны ҡулға алып, Златоуст төрмәһенә ултыртып ҡуялар.
Зәйнулланы ғәйепләү өсөн ярты йыл самаһы ваҡыт үтеп китә. Ниһайәт, уны, мосолман халыҡтары араһында хөкүмәт ҡараштарына тап килмәгән ҡотҡо таратыуҙа ғәйепләп, Вологда губернаһына һөргөнгә ебәрәләр. Өфөгә алып киткәндә лә, Ҡазан аша үткәндә лә башҡорт, татар халыҡтарының уны ни тиклем хөрмәт итеүен күрә хәҙрәт. Бер станцияға, үҙҙәре теләп, ат менән күмәкләп алып барһалар, икенсе урында ҡала ситенә сығып оҙатып ҡалалар.
Ауылда ҡалған ғаиләһенең дә ауыр хәлдә йәшәүен ишетеп, Өфө мөфтөйө Вологда губернаторына хат яҙып ебәрә. Шундай уҡ үтенес менән губернаторға Ҡазан сауҙагәре М. Әхмәров та мөрәжәғәт итә. Һәм бына шундай юллауҙар арҡаһында, ете йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үткәс (1881 йылда), губернатор Кржижановскийҙың рөхсәте менән Зәйнулла Рәсүлев ҡайтырға сыға.
Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, үҙ яҙмышына зарланмай хәҙрәт, ә: "Аллаһы Тәғәлә биргән һынау ине был", — тиеү менән генә сикләнә.
1884 йылдан Зәйнулла ишан тормошоноң өр-яңы, Троицк осоро башлана. Бында бишенсе йәмиғ мәсетен һалдырған Хәбибулла Ғәббәсов хажи, мәхәллә кешеләренең теләге буйынса, Зәйнулла хәҙрәттең Аҡҡужанан Троицкиға килеүен һорай. Ишан был үтенесте йыҡмай, үҙ мәхәлләһенең ризалығы менән 23 апрелдә ҡалаға күсеп килә.
Ишан Амур тигән биҫтәлә хеҙмәт итә башлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: "Амур" һүҙе шунда уҡ ғәрәпсәрәк итеп "Мәмүриә" тип үҙгәртелә.
Ғәжәп күп эш башҡара Зәйнулла ишан Троицкиҙа. "Рәсүлиә" мәҙрәсәһе һалынып, ул тиҙ арала мосолман балаларына белем биреүсе төп йортҡа әүерелә. Күптәр бында пансиондарға урынлашып, бер ниндәй түләүһеҙ уҡый. Ишан үҙе торған өйҙөң дә ишектәре һәр кемгә асыҡ: алыҫ ауылдарҙан кәңәш һорап, фатиха алырға йә иһә дауаланырға килеүселәрҙе аш бешереп, самауыр ҡуйып ҡаршы алып торалар. Ҡайһы берҙәренә аҡсалата ярҙам да күрһәтелә. Ҡаланан ситтәрәк төҙөлгән имениеһында ла шул уҡ хәл: бында күберәк Асыуҙы яҡтарында фәҡирлек кисереп йәшәгән кешеләр килеп етә. Уларҙың һаны етмешләгән булып китә.
Халыҡты таң ҡалдырған тағы бер сифат — ишандың күрәҙәлек һәләте. Кешенең ниҙәр ҡылғанын, ниҙәр уйлағанын күрмәһә лә, белеп тора.
Төрлө яҙмаларҙан күренеүенсә, 80 — 90-сы йылдарҙы төҙөлөштө көсәйтеү, яңылыҡтар индереү осоро тип атарға мөмкин. Троицкиҙың үҙендә ҡаҙаҡ байы Алтынсарин биргән аҡсаға мәсеттең мәҙрәсәһе һалына. Бөтөн өйәҙҙә ырамлы бара был эш. Ишандың тыуған яҡтарында ла дини йорттар арта — мәҫәлән, 1902 йылда Мулдаҡайҙа, аҙағыраҡ Малай Муйнаҡта, Аҡҡужала мәсеттәр ҡалҡып сыға.
Юғарыла, Троицкиҙа ла, тотош өйәҙ буйынса ла төҙөлөш эштәре йәнләнә, тигәйнек. Бының менән хәҙер инде хәҙрәттең өлкән улы Ғабдрахман шөғөлләнә. Ишан күберәк уҡыу-яҙышыу менән була, мәсеткә йөрөй һәм көн һайын кешеләр ҡабул итә. Мосафирҙар уға матди ярҙам һорап та, кәңәштәр һәм фатиха алырға ла килә.
Был юлдарҙың авторына 70 — 80-се йылдарҙа, баштараҡ әйткәнемсә, Зәйнулла ишандың байтаҡ ейән-ейәнсәре менән хат алышырға тура килде. Уларҙың күбеһе ошо ике арҙаҡлы шәхес — Зәйнулла ишан менән Аҡмулла араһындағы дуҫлыҡҡа баҫым яһай. Атилла Рәсих тә был хаҡта хәбәр итте. Ул үҙенең "Ишан ейәне" тигән романында түбәндәгеләрҙе яҙҙы: "Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ шағиры мәшһүр Аҡмулланың Зәйнулла бабайҙың яҡын дуҫы булғанлығы мәғлүм. Миңә бабамдың был ирек һөйөүсе шағирҙы яҡын күргәнлеге, һәр даим уға химая ҡылыуы ла билгеле. Аҡмулла үҙенең һуңғы сәфәренә сығыр алдынан Зәйнулла хәҙрәт уға ат бүләк итә..."
Зәйнулла Рәсүлиҙең үҙ дәүеренең алдынғы кешеләре менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, һис шикһеҙ, уның эстетик, фәлсәфәүи ҡараштарын билдәләй һәм уны донъяуи эштәргә этәрә. Ишандың өйәҙҙә халыҡ аҡсаһына мәсеттәр генә түгел, ә бик күп мәҙрәсәләр ҙә астырыуы, уҡытыуға төрлө фәндәр индерергә ынтылыуы шуның менән аңлатыла.
Рәсәй һәм Европа илдәре гәзиттәрендә ишандың вафаты айҡанлы, бик күп некрологтар баҫылып сыға. Уның шәкерттәренән кемдер мәрҫиә ижад итә.
Ишан үҙенең һуңғы һулышына тиклем башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар милләттәренең киләсәге, иманлы булып ҡалыуы тураһында хәстәрләгән. Был изгелек онотолорға тейеш түгел. Һәм бөгөн беҙ йәштәр өсөн үткәндәребеҙҙе ҡайтанан тергеҙгән саҡта, изгелектең иртәгәһе-кисәгеһе юҡ тигән ҡағиҙәгә таянып, Рәсүлиҙең исемен республика кимәлендә ныҡлап күтәрергә, халҡыбыҙ йылъяҙмаһында уның лайыҡлы урынын билдәләп ҡуйырға бурыслыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575