Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Дамир Сиражиев исемендәге премия лауреаты Байрас Ибраһимов Туймазы театры ижадын етәкләй башлағанда, ул инде бик күп спектаклдәр тыуҙырған, шаҡтай камиллашҡан, көслө режиссер ине.
Туймазы театрында баш режиссер булып эшләй башлағас, Байрас Ибраһимовтың иң беренсе сәхнәләштергән спектакле Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Аҫылйәр" мелодрамаһы булды. Театр тарихында "Аҫылйәр" шуның менән иҫтәлекле булып ҡалды: Байрас Надим улы был сәхнә әҫәренә Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтынан яңы ғына атлап сыҡҡан йәш артистарҙы йәлеп итте. Хатта ҡайһы бер тәжрибәле артистарҙың хыялында ғына ҡала торған Ләлә менән Шәрәф ролен дә йәш артистар башҡарҙы. Режиссерҙың нәҡ шулай эшләүе, минең уйымса, бик дөрөҫ булды. Берҙән, ижадҡа дәрт, ҡанат ҡуйҙы ул йәштәргә шул рәүешле. Икенсенән, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең ваҡыт һынауҙарына бирешмәҫ, халҡыбыҙҙың үткәнен, көнкүрешен, бар асылын, моңон, рухын, бай телен сағылдырыусы әҫәре өҫтөндә эшләү дәүерендә артистарҙы ла күп нәмә, онотола башлаған тел, милләт, халҡыбыҙ хаҡында уйландырҙы. "Аҫылйәр"ҙе ҡарау тамашасыларҙың күңелендә лә милли ғорурлыҡ хисен нығытты.
Байрас Надим улы яһалмалыҡты, артистың "юрғанды үҙенә тартыуын", сәхнәнән үҙен күрһәтергә яратыуын "ене" һөймәй. Бәлки, уның был һүҙҙәре артистарға шул тиклем һеңгәндер, бер нисә мәртәбә фестивалдәрҙә Туймазы театры спектаклдәре хаҡында һүҙ алып барғанда, был йәһәттән маҡтау һүҙҙәре яңғыраны. Һәм Зөлфәт Хәкимдең "Китәм инде, китәм!" спектаклен "Театр яҙы-2009" Республика театрҙары фестивалендә күрһәткәс, был спектаклдә уйнаған артистар "Иң яҡшы актерҙар ансамбле" номинацияһын яуланы.
2010 йылда Туймазы театрына йәнә уңыштар йылмайҙы: Флорид Бүләковтың "Ҡәһәрле мөхәббәт" мистик драмаһы менән Стәрлетамаҡта уҙған башҡорт драматургияһы, Республика театр фестивалендә ҡатнашып, бер юлы өс номинация алып ҡайтты. "Фестивалдә уңышлы ҡатнашҡан өсөн" дипломы, Марс ролен башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айрат Солтанов "Иң яҡшы ир-ат роле", ә Байрас Ибраһимов "Иң яҡшы режиссер эше" призына лайыҡ булды.
Байрас Ибраһимов Флорид Бүләковтың пьесаһын яңыса ҡуйған. Уның спектаклендә Флорид Бүләковҡа хас илһамландырғыс лирика, поэзия, янып торған юмор ҙа, ҡанатландырғыс романтизм да юҡ. Юғарыла барыһы ла киреһенсә, төшөнкөлөк, тиҫкәрелек, геройҙарҙың ауыр, ғазаплы күңел халәте.
Спектакль хаҡында һөйләшкәндә театр белгесе, Ҡазан егете Нияз Игламов Туймазы театрының ижады менән күптән таныш булыуын, беҙҙең 2008 йылдағы Ҡазан гастролдәрендә тәҡдим ителгән бер нисә спектаклебеҙҙе ҡарауы, Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған фестивалдә күрһәткән "Йәшлек менән осрашыу" лирик комедияһы менән дә танышыуы хаҡында әйтеп уҙҙы. Ә Мәскәү тәнҡитсеһе Александр Иняхин Туймазы артистарының юғары профессиональ оҫталығын билдәләне. Спектаклдә уйнаған барса артистар ҙа үҙ ролдәрен шундай камил итеп башҡарҙы, тамашанан һуң да уның тәьҫире бик оҙаҡ һаҡланасаҡ, тине ул. Шулай уҡ режиссерҙың талантына һоҡланыуын да белдерҙе. Өфөнән Рида Буранова коллективтың Флорид Бүләков күтәргән проблемаларҙы юғалтмайса, драматургтың геройҙарына йән өрөп тамашасыға ысын-ысынлап рухи аҙыҡ булырҙай сәхнә әҫәре сығарыуына рәхмәт әйтте.
Сәнғәт кешеһенә күп кәрәкме, был һүҙҙәрҙән һуң шундай ҙа бәхетле йылмайыуҙар менән балҡып, осоп, ҡанатланып, яңы ижадҡа дәртләнеп ҡайтты ижадсылар фестивалдән.
Байрас Надим улы бер ни тиклем ваҡыт Кесе зал асыу хаҡында уйланып йөрөнө. Был тәҡдимде театр директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин да хупланы. Һәм, ниһайәт, уның ошо маҡсаты ғәмәлгә ашты. 2012 йылдың 24 апрелендә Александр Молчановтың "Үлтереүсе" спектакле менән Кесе зал асылды. Был, ысынлап та, ҙур яңылыҡ, ваҡиға булды. Туймазынан сығып, башҡа театрҙарға артыҡ йөрөмәгән тамашасыларҙың күбеһе тәү тапҡыр Кесе залдың үҙенсәлекле яҡтарын аңланы. 50 урынлыҡ ус төбөндәгеләй залда театр һөйөүселәр артистың сәхнәлә нисек "йәшәүен", эске тойғоларын, психик халәтен сағылдырған һәр мимикаһын, күҙ ҡарашын, һәр хәрәкәтен яҡындан күҙәтеп тәүге премьераны ҡараны.
"Үлтереүсе" спектакле бөгөнгө йәштәр, студенттарҙың ата-әсәләренән айырылып йәшәй башлағас, йөҙгә-йөҙ тормош менән осрашыуы хаҡында. Йәштәр тормошо яҡтыртылһа ла, уны өлкән йәштәгеләр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡарай. Һәм был ғәжәп тә түгел, йәшлек һәр кемдән дә үткән.
Байрас Ибраһимов сәхнәләштергән спектаклдәр бөгөнгө көн ҡаҙағына һуға. Был ғәжәп түгел, ул күберәк хәҙерге заман драматургияһына өҫтөнлөк бирә. Шуныһы һоҡландырғыс: режиссер классик әҫәрҙәргә йән өргәндә, материалға үтә һаҡ та ҡағыла, заманса яңғыраш та һала белә.
Байрас Надим улы менән эшләүе бик ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла. Ул — юғары зауыҡлы шәхес. Шунлыҡтан һәр күренеште мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ, еренә еткереп башҡарғанды талап итә. Аҙ ғына ваҡытҡа ла берәр эш ҡушырға бүлмәһенә саҡырған арала һүҙ уңайын килтереп сәнғәт, театр донъяһы яңылыҡтары, күренекле шәхестәр, әҙәбиәт, яҙыусылар, драматургтар хаҡында һүҙ ҡуҙғата, һүҙгә ҡушылмаһаң, һорау биреп ҡарай, белмәһәң — кәйефе ҡырыла, тағы һөйләй, тағы аңлата. Шулай итеп үҙенең ҡул аҫтында эшләгән һәр ижадсыны мөмкин тиклем белемлерәк итергә тырыша. "Сәнғәт, ижад кешеһе тормошта ла һәр яҡлап: тышҡы ҡиәфәте, һөйләшеүе, фекерләүе, үҙ-үҙен тотошо, эске мәҙәниәте, белеме, зауығы менән дә камиллыҡҡа ынтылырға тейеш", — ти баш режиссер.
Байрас Ибраһимов баш режиссер булып эшләгән биш йыл эсендә театрҙа Башҡортостандың беренсе халыҡ артисы "үҫеп сыҡты", 20-нән саҡ артып киткән артистарҙың йәнә бишәүһе “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Күп кенә артистарҙан шундай һүҙҙәр ишеткәнем бар: "беҙҙең яҙмыш — режиссер ҡулында". Бер яҡтан ҡарағанда, әлбиттә, улар хаҡлы. Артистың ҙурмы-кесеме, һәләтен күреп, режиссерҙың ниндәй роль биреүенән, уның мөмкинлектәрен дөрөҫ йүнәлештә асып, үҫтереүгә булышыуынан, ижад офоҡтарын киңәйтеү юлдарын эҙләүҙән, унан һуң ғына үҙенән, остазының һәр әйткәнен һеңдереп, алды-ялды белмәй эшләүҙән килә артистың уңышы.
Бөгөн, минең уйымса, Туймазы артистары бәхетле. Уларҙың яҙмышы — талантлы, булдыҡлы, эшсән, көслө режиссер ҡулында. Байрас Ибраһимов бик күп уҡый, саҡ ҡына ваҡыты булһа, башҡа театрҙарҙың спектаклдәренә йөрөй. Мәскәүҙәрҙең эшен ҡарарға ярата, мөмкинлек сыҡҡанда, сит илгә сығып та уларҙың сәнғәте менән таныша. Башҡаларҙың эштәрен ҡарап, үҙе өсөн ниндәйҙер һөҙөмтәләргә килә, яңы спектаклдәрен эшләгәндә ғүмере буйы туплаған тәжрибәһенән, бай фантазияһынан һәм күптән түгел генә күргәндәренән сығып та яңыса алымдар индерә, артистарҙың ижадын камиллаштырыу хаҡында һәр саҡ уйлана, уларҙы үҫтереүгә күп көс һала.