Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанатлы шиғриәт
Ҡанатлы шиғриәтМөнир Иҡсановтың “Менегеҙ ҡанатлы аттарға” йыйынтығына бер ҡараш

Хәҙер кемдеңдер китабына рецензия-фәлән яҙыу әллә ни көнүҙәк һәм талап ителгән шөғөл түгел һымаҡ. Беренсенән, ул бөгөн бик әҙҙәрҙе ҡыҙыҡһындыра торған жанр иҫәбендә. Икенсенән, тәнҡит мәҡәләләренең һәм һәр төрлө тәҡриздәрҙең әҙәби процесҡа йоғонто яһауы, теге йәки был әҙиптең ижадын объектив баһалауға нигеҙ булыуы бик икеле. Күренекле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Ағиҙел” журналында баҫылған бер әңгәмәһендә әйтелгәнсә, “беҙҙең әҙәбиәттә хәҙер премиялар, баһалар – бер яҡта, әҙәби процесс икенсе яҡта бара”. Уларҙың икеһе араһында иһә — тәрән упҡын.

Упҡынды булдырыусылар – һуңғы йылдарҙа демократия тигән ғәләмәтте яңылыш аңлау һөҙөмтәһендә өйөрҙәре менән Яҙыусылар союзына алынған һәм, юҡ-бар ижадтарын байраҡ итеп күтәреп, дан вә шөһрәт даулап ығы-зығы килеүселәр. Улар араһында хатта тәбиғәттәре менән тыйнаҡ һәм баҙнатһыҙ булған ысын таланттар юғалып ҡала.
Әлбиттә, яҙыусылар сафын тулыландырып тороу, талант сатҡыһы булғандарҙы оло әҙәбиәткә йәлеп итеү – Яҙыусылар союзы идараһының изге бурыстарының береһе. Ләкин, минеңсә, һәр нәмәлә сама тойғоһо булырға тейеш. Мәҫәлән, үткән быуаттың 70 — 80-се йылдарында Союзға алыныу бик талапсан, хатта ҡатҡыл шарттарҙа алып барылды. Ул процесс оҙайлы ваҡытта башҡарылып, кандидаттарҙы һелкәүестән һелкеп, ҡаҡма иләктән ҡағып, Мәскәү раҫлағандан һуң ғына тамамлана торғайны. Ул саҡтағы төп талаптарҙың береһе ижадыңдың күҙгә күренеүе, йәғни китабың тураһында мотлаҡ тәнҡит мәҡәләләренең баҫылып сығыуы ине. Мәҫәлән, Союзға ағза итеп алынғанға ҡәҙәр минең ижад хаҡында Рәми Ғариповтың, Рауил Бикбаевтың рецензиялары, Назар Нәжмиҙең, Ғайса Хөсәйеновтың тәнҡит мәҡәләләре матбуғатта донъя күрҙе. Ә хәҙер?!
Бына ошондай бигүк күңелле булмаған уйҙар менән йәшәп ятҡанда, күптән түгел ҡулыма йәш шағир Мөнир Иҡсановтың “Менегеҙ ҡанатлы аттарға” исемле китабы килеп юлыҡты. Йыйынтыҡ былтыр Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән. Китап тематик яҡтан өс бүлектән тора. Тәүге бүлек фәлсәфәүи характерҙағы шиғырҙарҙан төҙөлгән, икенсеһендә — патриотик, өсөнсөһөндә — мөхәббәт лирикаһы.
Башта уҡ шуны әйтеп китергә кәрәк: Мөнир Иҡсановтың шиғриәткә килеүе минең күҙ алдында булды. 2006 йылда Учалы яҙыусылар ойошмаһының 15 йыллыҡ юбилейына арнап антология төҙөгәндә уның ике шиғырын әлеге йыйынтыҡҡа индереп ебәргәйнек. Был уның әҙәбиәттә яһаған тәүге аҙымы ине. Унан һуң Мөнир шиғриәт менән ныҡлап шөғөлләнә башланы – республика ваҡытлы матбуғатында исеме күренде, йәш шағирҙар конкурстарында еңеүҙәр яуланы, Бәләбәйҙә уҙғарылған “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә гран-при яулауға өлгәште. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул башҡорт шиғриәтенә бик етди, ышаныслы аҙымдар менән килеп инеп, баштан уҡ үҙен әҙерлекле, талантлы йәштәребеҙҙең береһе итеп танытты. Шуныһы ғәжәп: уның тәүге шиғырҙары уҡ өйрәнсеклек тигән ғәләмәттән азат булды. Күктәр тарафынан бирелгән тел асҡысы һәм бик һирәктәр өлөшөнә төшә торған ултырған поэтик тауыш, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын шағирлыҡ, шулай булалыр, күрәһең.
Мөнирҙең “Менегеҙ ҡанатлы аттарға” тигән китабындағы фәлсәфәүи лириканан “Тамсы, тамсы…” тип башланған бер шиғыр:
Тамсы, тамсы – һыуҙар аға йылғаларҙа,
Тамсы, тамсы – быуаттарҙа йылдар аға.
Тамсы, тамсы – аға ғүмер минуттары,
Алға оса сәғәттәрҙең төҙ уҡтары.
Аҙым, аҙым – юлдар ҡала, ҡала ерҙәр,
Ҡалһын ине шул юлдарҙа беҙҙең эҙҙәр.
Осҡон, осҡон – яна ғүмер минуттары,
Янһын ине беҙ ҡабыҙған ил уттары.
Тамсы, тамсы – һыуҙар аға йылғаларҙа,
Тамсы, тамсы – быуаттарҙа йылдар аға.
Татлы, татлы – аға ғүмер минуттары,
Танһыҡ ҡанмаҫ, көн-төн эсһәң дә
һуттарын.
Ғәжәйеп ижад өлгөһө! Шағир күңелендәге илһам ҡошоноң иң юғары осошо ваҡытында тыуған илаһи юлдар. Бығаса татып ҡаралмаған хис-тойғоно аҡтарып сығарыусы, йәнде яҙыҡлы ерҙән айырып, күктәргә күтәреүсе рух емеше. Нимәгә күберәк һоҡланырға ла белмәйһең: шиғырҙың камил эшләнешенәме, ундағы тос фекер менән ҡайнар тойғоноң айырып алғыһыҙ берлегенәме? Ә, бәлки, уларҙың органик ҡушылыуынан тыуған шиғри моңғалыр (урыҫ әҙәбиәтендә был төшөнсәне “высокая боль” тип йөрөтәләр)? Бәлки, Мөнир Иҡсанов тигән шағирҙың күңел һыҙланыуҙары, күҙгә күренмәҫ епсәләр аша беҙҙең йәндәргә күсеп, ижадсы менән бергә әҫәрләнергә мәжбүр итеүсе сихри көскәлер? Шиғырҙың күңелгә яһаған тәьҫир көсөн ябай һүҙҙәр менән аңлатыуы мөмкин түгел. Әлбиттә, китаптың беренсе бүлегендә бынан башҡа ла башҡорт шиғриәтенә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәрлек шиғыр байтаҡ: “Мин — йәш Алла…”, “Тыуған ер”, “Тай”, “Ете һуҡмаҡ ете йылан кеүек…”, “Туп-туп килә йөрәк…” , “Асфальт”, “Тамға”, “Йөрәк ергә оҡшаш…”, “Өфө”, “Көҙгө трамвай”, “Өйҙәш егет”, “Йөрәк тотолған көндә”, “Шиғриәт диңгеҙе”. Тик былары инде, башта әйткәнебеҙсә, ҡыҙыҡһынған уҡыусылар иркенә ҡалдырыла. Уларҙы табып уҡыған кешеләрҙең ләззәтле минуттар кисереренә иманым камил.
Бына “Менегеҙ ҡанатлы аттарға” китабының күпселеге илһөйәрлек рухы менән һуғарылған икенсе бүлегенән сираттағы шиғыр:
Намыҫымды, гүйә, арғымаҡты
Олатайҙар һүҙе ҡамсылай.
Олатайҙар һүҙе ҡамсылай ҙа,
Юлҡайҙарым ғына асылмай.
Олатайҙар әйткән аманатын
Үтәргә һуң миңә ҡайһылай?

Олатайҙар ҡомартҡыһын асам,
Яҡты юлдар ғына асылмай.
Яҡты ғына юлдар асыр инем,
Заман һүҙе мине ҡамсылай.

Олатайҙар әйткән аманатын
Үтәргә һуң миңә ҡайһылай?
Олатайҙар арттан ҡайыҙлаһа,
Йөҙҙәремде заман ҡамсылай.

Моғайын, башҡорт шиғриәтенән әҙ-мәҙ хәбәрҙар булған һәр кем ризалашыр: бындай тәрән мәғәнәле, тос фекерле һәм ғәжәп милли хисле ижад өлгөләре бик йыш тыумай. Бындай үткер социаль йүнәлешле һәм бөгөнгө көнитмешебеҙҙе бөтә тулылығында сағылдырған әҫәрҙе яҙыр өсөн донъяға Мөнир күҙҙәре менән бағырға, уныҡы кеүек һыҙланырға һәләтле күңелгә эйә булырға кәрәктер. Ысынлап та, лирик герой барыбыҙға ла хас булған тойғоларҙы, бөтәбеҙҙе борсоған мәсьәләне ярып һалған түгелме? Был проблема беҙҙе генә түгел, ә милли республикаларҙа көн иткән халыҡтарҙың һәммәһен дә борсомай ҡалмайҙыр.
Мөнир Иҡсановтың “Яҙҙар һиңә ғашиҡ” шиғыры — үҙ эсенә бер мөхәббәттең тотош тарихын һыйҙырған тәрән йөкмәткеһе менән дә, үҙенсәлекле формаһы менән дә уңышлы әҫәр. Уны уҡығанда ни ғиллә менәндер йөрәкте өтөп алғандай моң-һағышлы йыр ҡолаҡҡа салынғандай була. Моғайын, киләсәктә был шиғырға композиторҙар иғтибар итеп, бик матур йыр яҙыр. Ә яҙмаһа инде, бәлә түгел – ул былай ҙа йырлап тора. Әлбиттә, шиғриәтте, моңдо нескә тойған заттар өсөн. Ә был бүлектә йырлап торған шиғырҙар байтаҡ: “Индира”, “Ер йондоҙо”, “Дин”, “Утлы күҙҙәреңде йәшереп кенә…”, “Ҡошом бул һин күктәремдә…”, “Мин шат”, “Кафыр”, “Титаник”, “Мөхәббәт грамматикаһы”.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Мөнир Иҡсанов йөҙөндә башҡорт әҙәбиәтенә ысын мәғәнәһендә һүҙҙең бәҫен, шиғриәттең тәғәйенләнешен белгән, халҡының яҙмышына битараф булмаған, уның киләсәге өсөн әсенгән талантлы шағир килә. Уның шиғриәтенә милли рух, тәрән илһөйәрлек тойғоһо, сәсәнлек традицияһы хас. Шуның менән бер рәттән, Мөнирҙең ижадына заман һулышын нескә тойоу, яңыса фекерләү ҙә ят түгел.
Баҙыҡ образдар, тәрән дөйөмләштереүҙәр, халыҡсан тел менән яҙылған милли идеялар менән бергә ҡушылып, Мөнир Иҡсанов шиғриәтенең ҡабатланмаҫ үҙ йөҙөн барлыҡҡа килтерә. Был хөр фекерле һәм ирәбе ижадтың йылдан-йыл баҙыҡланыуын, тағы ла сағыуыраҡ төҫтәр менән балҡыуын теләргә генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. гөлнур яҡупова
    гөлнур яҡупова от 28.03.2013, 16:29
    Мәүлит Ямалетдинов ағаңдың был мәҡәләһе менән мин дә тулыһынсы килешәм, Мөнир ! Был ҙур ышанысты аҡларһың, тип өмөтләнәм. Мәүлит ул юғары зауыҡлы шағир,баһаны ҙур ҡуйған, һынатма, мырҙам!!!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780