Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һис тынмаҫ ҡумыҙ сыңы!
Һис тынмаҫ ҡумыҙ сыңы!Ҡумыҙ сыңын яратҡан, халыҡ музыка ҡоралдарының был төрөн ихтирам иткән һәм баһалаған кешеләрҙе, шулай уҡ өзләү оҫталарын хозур тәбиғәтле Мәсетле ере йәнә йыйҙы.

Донъя кимәлендә билдәлелек яулаған музыканттарҙың тыуған ере ҡунаҡтарҙы дүртенсе тапҡыр үҙендә ҡабул итте. Конкурстың абруйы һәм унда ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл үҫә һәм киңәйә. Быйылғы ҙур ҡунаҡтарҙың береһе — Япония музыканты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Халыҡ-ара ҡумыҙсылар ассоциацияһының генераль секретары Лео Тадагава. Шулай уҡ байрамға республиканың 17 районынан һәм биш ҡалаһынан, Мәскәүҙән, Силәбенән, Алтай һәм Саха (Яҡут) республикаларынан конкурсанттар килде. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 270 кеше тәшкил итте. Үткәрелгән дүрт конкурста меңдән ашыу кеше үҙенең музыкаль һәләтен күрһәтергә теләк белдерҙе. Улар араһында балалар ҙа аҙ түгел. Тимәк, сараның иң мөһим Һис тынмаҫ ҡумыҙ сыңы!бурыстарының береһе уңышлы тормошҡа ашырыла: үҫеп килеүсе быуын милли мәҙәниәткә йәлеп ителә.
Мәсетлеләр хөрмәтле ҡунаҡтарҙы йола буйынса икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Тамашасылар танылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, конкурсты ойоштороусыларҙы аяғүрә баҫып, дәррәү алҡыштар менән сәләмләне. Сараны район хакимиәте башлығы Иван Могильников һәм жюри рәйесе, исеме донъя күләмендә билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов асты. Конкурс һәм унда ҡатнашыусылар тураһында улар бик күп йылы һүҙҙәр әйтте, барыһына ла уңышлы сығыш, сағыу тәьҫораттар һәм ҙур еңеү теләне. Шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәре менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең директоры Байрас Ишбирҙин сығыш яһаны. Ул барыһын да фольклор байрамы менән тәбрикләне, милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтергән һәм арттырған өсөн үҙ ватанының һәм халҡының тоғро ул-ҡыҙҙарына рәхмәт әйтте. Роберт Заһретдиновтың дуҫы һәм ижадташы Лео Тадагава халыҡтың ябайлығына һәм ихласлығына, Мәсетле еренең гүзәллегенә һоҡланыуын белдерҙе.
Сығыштар башланғансы илебеҙ төбәктәре, ҡалалар һәм райондар вәкилдәренә урындағы хакимиәттең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Бына ошондай яҡшы кәйеф менән IV Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы башланып китте.

* * *
Бәйгенең тағы ла бер үҙенсәлеге бар — унда ҡатнашыусыларҙы район ауылдарына алып сығалар. Ошо һәйбәт йола ярҙамында ҡунаҡтар беҙҙең районды күреү, үҙҙәрен танытыу, ә халыҡ артистарҙың ижади күстәнәсе менән ләззәтләнеү мөмкинлегенә эйә.
Әлеге сара конкурстың тәүге кисенә планлаштырылғайны. Беҙ хөрмәтле яҡташыбыҙ Роберт Заһретдиновтың тыуған ауылына юл тоттоҡ. Бында, Әжекәй ауылында, уны ҡыуаныс менән йылы ҡаршы алыуҙарына шаһит булдыҡ. Мәшһүр музыкант барыһынан да элек — Әжекәй егете, бында тыуып үҫкән кеше, шуға күрә лә уларға яҡын һәм ҡәҙерле.
Кисәне район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Борис Шафиҡов асты. Ул төбәк-ара бәйгеһенең район ғына түгел, тотош республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға булыуын билдәләне.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр коллективтар бай йөкмәткеле концерт әҙерләгән. Улар йырҙарын һәм бейеүҙәрен кисәнең ҡунаҡтарына бағышланы.
Белорет районынан Мөхәррәм Сәлимов дуҫы Роберт Заһретдиновҡа арналған ҡобайырын башҡарҙы, исеме донъяға билдәле сәнғәт әһелен Ҡумыҙ-батыр тип атаны.
Ауылдаштары һәм ҡунаҡтар өсөн Роберт Заһретдинов үҙе яҙған йырҙарҙы башҡарҙы, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте. Ул ауылдаштарының йылы ҡаршы алыуына шатланыуын белдерҙе, уҡыусыларҙың тырышлығын күреп маҡтаны, мәктәпкә үҙенең "Башҡорт өзләү мәктәбе" китабын бүләк итте.
Артабан һүҙҙе ҡунаҡтарға — Хәйбулла районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә — бирҙеләр. Улар ҙа билдәле ҡумыҙ һәм өзләү оҫтаһы, уның ауылдаштары менән аралашыу айҡанлы ҡыуаныс кисереүен йәшермәне. Шуға күрә үҙҙәренең сығышын илһамланып, күтәренке рухта башҡарҙылар.

* * *
Халыҡ ижады байрамы йомғаҡтары буйынса бәйге дипломанттары билдәләнде. "Йырҙар башҡарғанда традиция үҙенсәлектәрен һаҡлағаны өсөн" номинацияһында Нюрган Афанасьев (Саха (Яҡут) Республикаһы), Денис Киндиков (Алтай Республикаһы) һәм "Арман" этно-фольклор төркөмө (Сибай ҡалаһы) махсус приздарға эйә булды. Иң йәш ҡатнашыусы Тамирлан Киндиков (10 йәш) Алтай Республикаһынан килгән, ә иң өлкән бәйгесе Мәғзүмә Ғәлина (79 йәш) — Ҡыйғы районынан. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының "Ҡумыҙ традицияларына тоғролоҡ өсөн" махсус призына Сибай ҡалаһынан Асия Ғәйнуллина лайыҡ булды.
"Үҙенсәлекле башҡарыу" номинацияһында Мәсетле районының Балалар сәнғәт мәктәбе ансамбле һәм Сибай ҡалаһының "Яугүл" ҡумыҙсылар халыҡ фольклор ансамбле бүләкләнде.
IV Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында иң йәш ҡатнашыусылар араһында (16 йәшкә тиклем) Илморат Ғәлиәкбәров I урынды яуланы, II урынға Салауат Зәйнетдинов сыҡты, III урынға — Эльвина Әхмәтйәнова. Өсөһө лә Мәсетле районынан. Өлкәндәр араһында Ольга Прасс (Мәскәү ҡалаһы) еңеүсе тип табылды, II урынға Радик Ғарипов сыҡты (Пермь ҡалаһы), III урын — Аксентий Бескровный (Мәскәү ҡалаһы) менән Ишбулат Хафизовта (Мәсетле районы).
Балаларҙың ҡумыҙсылар коллективтары араһында I урын Мәсетле районынан "Өмөт" ансамбленә бирелде. II урын — "Йәйғор" ансамбленә (Краснокама районы), III урын — "Тамсылар" ансамбленә (Мәсетле районы). Өлкәндәр төркөмөндә "Шаңдау" (I урын, Мәсетле районы), "Йәшлек" (II урын, Дыуан районы), "Йәнгүзәл" ансамблдәре (II урын, Баймаҡ районы), "Батырҙар" ғаилә ансамбле (III урын, Мәсетле районы) призлы урындар яуланы.
"Өзләү" номинацияһында Баязит Ғәйнуллин (I урын, Сибай ҡалаһы), Байрам Малгынов (II урын, Алтай Республикаһы) юғары баһа алды. III урынға Радик Ғарипов (Пермь ҡалаһы), Карыш Кергилов (Алтай Республикаһы), Михаил Пухов (Саха (Яҡут) Республикаһы) сыҡты. 2013 йылғы Төбәк-ара бәйгенең юғары премияһына Силәбе ҡалаһынан "Тюрген Кам" дуэты лайыҡ булды.
Еңеүселәргә диплом һәм приздарҙы район хакимиәте башлығы Иван Могильников, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, донъяның виртуоз ҡумыҙсылары, яҡташтарыбыҙ — Салауат Юлаев ордены кавалеры Роберт Заһретдинов һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тапшырҙы.
Халыҡ ижады ынйыларын һаҡлаусылар ике йылдан Мәсетле ерендә Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәрҙең төбәк-ара бәйгеһендә йәнә осрашҡанға тиклем хушлашты.

Һүҙ — ҡунаҡтарға

Людмила ЕФИМОВА, филология фәндәре кандидаты, Максим Амосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университет доценты (Саха (Яҡут) Республикаһы):
— Мин 2009 йылда фольклор экспедицияһы уңайынан бында булғайным инде. Әле башҡорттарҙың өзләүенә оҡшаш йыр башҡарҙыҡ. Районығыҙ бик оҡшаны: халыҡ дәртле, ихлас, һәләтле. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау юғары кимәлдә ойошторолған. Тағы ла бер ыңғай күренеште билдәләп үтке килә: конкурста ҡатнашыусыларҙың ауыл биләмәләренә барып, урындағы халыҡ менән осрашыуы, аралашыуы яҡшы. Был тәжрибәне үҙебеҙҙең республикала тәҡдим итәсәкбеҙ. Егеттәр менән Теләш ауылына барҙыҡ, башҡорт халҡының аш-һыуынан ауыҙ иттек. Тәү тапҡыр бауырһаҡ тәмләп ҡараныҡ. Беҙҙе район хакимиәте вәкиле оҙатып йөрөнө. Бында халыҡ ижадын тергеҙеүгә етди ҡарайҙар.

Ольга ПРАСС (Мәскәү ҡалаһы):
— Ҡумыҙсылар бәйгеһе тураһында ике йыл элек таныштарымдан ишеткәйнем. Ул ваҡытта ҡатнашырға әҙер түгел инем, ә бына быйыл, ҡыйыулыҡ йыйып, килергә булдым. Халыҡ йолаларының онотолмауы ҡыуаныслы. Ҡумыҙҙа ҡарттар ҙа, балалар ҙа уйнай. 2008 йылда ғаиләбеҙ менән Алтайға барғайныҡ, юл буйында иҫтәлеккә ҡумыҙ һатып алдыҡ. Шул мәлдән алып был музыка ҡоралын ҡулымдан төшөргәнем юҡ. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы һоҡландырҙы һәм ҡыуандырҙы. Йонос ауылында йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар. Барыһы ла ҡумыҙҙа уйнай. Мәскәүҙә халыҡ ябай аралашыуҙы онотоп бара, ә бында һәммәһе лә ихлас.

Карыш КЕРГИЛОВ, рәссам, шағир, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, йырсы, сәсән, Ҡаҙағстандағы төрки музыкаһы халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусы:
— Алтай Республикаһынан килдем, Ҡаҙағстандағы, Татарстандағы бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашҡанмын, Башҡортостанды иһә тәү тапҡыр күрәм. Халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Әммә беҙҙә бәйгеләр бындай юғары кимәлдә уҙғарылмай, ә төрлө фестивалдәргә ҡушып үткәрелә. Был бәйгелә көслө ҡумыҙсылар, ансамблдәр ҡатнаша. Жюри ағзаларына еңеүсене билдәләү ауырға төшөр, моғайын.

Мөхәррәм СӘЛИМОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор:
— Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың оҫталығы камиллаша. Ҡумыҙ моңо матур яңғырай. Бәйгенең абруйы, башҡарыу кимәле лә арта. Бәйгеселәр араһында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 885

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 263

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 785

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 960

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 864

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 641

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 740

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 588

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 855

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 593

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 790