Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Даһилыҡтан — баҡыйлыҡҡа
Даһилыҡтан — баҡыйлыҡҡаРудольф Нуриев үҙенең мөнәсәбәтенә ҡағылышлы: "Марго Фонтейн үҙ ғүмеремдә өмөт бағлаған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булғандыр тип уйлайым!" — ти. Ә йылдар үткәс, уның үлеме хаҡында ишетеп бик тетрәнә һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән: "Мин уға өйләнергә тейеш инем", — тигән. Был уның күңел төпкөлөндәге серен һуңғы тапҡыр асып һалыуы була. Фонтейн һәм Нуриевтың "Ковент-Гарден" сәхнәһендәге сығышы балет тарихында иң серле дуэттарға юл аса. Икеһе лә ул мәлдәрен бөтә ғүмерҙәре буйы иң ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай. Британия балетының яңы эраһы башлана.
"Нуриевтың зирәк аҡылына буйһондоролған иҫ киткес юғары оҫталығы, ғәжәйеп һиҙгерлеге, тәьҫир итеүсәнлеге менән йәнәш Фонтейндың нәзәкәтле, рухи яҡтан өҫтөн, нескә һәм ҡупшы техникаһы айырыуса сағыу балҡый", — ти Д. Стих. Фонтейн уның зауығын, гармонияға ынтылышын үҫтерһә, Нуриев был балет алиһәһенә йәшәү ҡеүәте өҫтәй, сәхнә ғүмерен оҙайта. 1964 йылдың октябрендә Венала "Аҡҡош күле" балеты тамамланғас, Марго Фонтейнды һәм Рудольф Нуриевты алҡыштарға күмеп һикһән туғыҙ тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығарғандар. Был феномен Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. "Фредерик Аштондың 1963 йылда улар өсөн махсус ижад иткән ҙур булмаған әҫәре — "Маргарита һәм Арман" — Марго менән Рудольфтың иң яратҡан балеты булды", — тип яҙа шул уҡ Д. Стих. Аҙаҡ иң яҡшы хореографтар Нуриев өсөн балет ҡуя башлай.
"Нуриев бөтәһен дә шундай нескә, тәрәнтен һиҙемләй, шундай аныҡ кәүҙәләндерә, уға ҡарап үҙем бейегән һымаҡ булам. Ул бик яҡшы артист, бик яҡшы бейеүсе, әммә, быларҙан тыш, уға фәҡәт унда ғына булған үҙе булып ҡалыу хас. Бына ни өсөн бер кем дә уның бер генә ролен дә ҡабатлай алмай". Хореограф Марта Грэхем үҙенең һоҡланыуын ошондай юлдар аша белдерә.
Нуриевтың даны бөтә донъяға тарала. Балетмейстер эшмәкәрлегенә лә иртә тотона. 1963 йылда Англия Короллек балеты өсөн "Баядерка"нан "Күләгәләр" спектаклен сәхнәләштерә. Күпселектең фекеренсә, уның үҙенсәлекле репертуары үҙе башҡарған бейеүҙәр бейеклегенә күтәрелә алмаған. Был йәһәттән ул барыбер "үткәндәр мираҫынан" арына, яңы һүҙен әйтә, яңы йөҙөн күрһәтә алмаған эмигрант-ватандаштарының яҙмышын уртаҡлаша...
Нуриевтың 70-се йылдарҙағы карьераһы ысын-ысындан өйөрмәне хәтерләтә. Бөтә донъя буйлап сәйәхәт, бер-бер артлы сығыштар. Байлыҡҡа ҡойонһа ла, зиннәтле йорттар хужаһы булһа ла, зауыҡлы дуҫтары менән аралашһа ла, Нуриев мәңгелек илгиҙәр булып ҡала...
"Ер аяғы, ер башындағы ҡитғаларға самолетта осоп барғанда ла, һис кенә лә арыу-талыу, талсығыу кисермәгәндәй, ошо уҡ көндә сығыш яһай алған берҙән-бер бейеүсе ине", — тип хәтерләй француз балетмейстеры Ролан Пети.
Ғүмеренең һуңғы көндәрендә ул башҡалар өсөн түгел, үҙе өсөн бейей. Уның сығыштары йәне-тәне һыҙланыуҙарын кәүҙәләндергән фажиғәле ритуалға әүерелә. Ул уңыш, аҡса өсөн түгел, ә йәшәр өсөн, илаһи ҙа, аяуһыҙ ҙа сәнғәт донъяһы һулышын тойор өсөн бейей... Үҙенең Хоҙай инселәгән Талант икәнлеген һәм был “Талант”тың фәҡәт бейеү өлкәһендә генә балҡыясағын, ә сәхнәнән тыш кешеләрҙе үҙенә ҡаратыу, буйһондороу ҡеүәтенән мәхрүм буласағын белә ул...
Бына ошондай фажиғәле кисерештәр менән йәшәгән мәлдә мәшһүр немец дирижеры Герберт фон Караян Нуриевҡа дирижер пульты артына баҫырға тәҡдим итә. Тап ошонда уның өсөн яңы бейеклеккә артылыу мөмкинлеге асыла... Музыканы ғәжәйеп нескә һиҙемләү һәләте уны моңдар донъяһы хакимы итә лә. Венала Франц Мозер менән шөғөлләнә. Дирижерлыҡ итеү техникаһын шул тиклем тиҙ үҙләштерә алыуы күптәрҙе таң ҡалдыра, был яңы шөғөлө уның классик балетты өйрәнә башлаған мәлдәрен хәтерләтә. Оркестр менән репетицияларға ғәжәйеп ҙур көс һала һәм өс айҙан һуң пульт артына баҫа. Чайковский, Стравинский, Гайдн һәм Моцарт әҫәрҙәренән торған концерт программаһына дирижерлыҡ итә. Әжәлгә ҡаршы үлемесле көрәштә уға ҡасандыр үҙе бейеүҙә кәүҙәләндергән, ә аҙаҡ көсһөҙ ҡулдарындағы тылсымлы дирижер таяғы тыуҙырған музыка рух ныҡлығы биргәндер... Нуриевтың дирижерлыҡ дебюты ысын-ысындан ҡаһарманлыҡ тип нарыҡланырға лайыҡ. Уны шул сағында күреүселәр хәрәкәтһеҙ ап-аҡ йөҙөндә бары күҙҙәренең генә янып тороуын хәтерләй. Ҡулдары инде уны тыңламаған була, бары бармаҡтарын ғына ҡыбырҙата алған.
Бер нисә йыл Париждың Гранд-операһының легендар балет труппаһына етәкселек итә. Уның художество кимәлен һәм абруйын күтәрә, репертуарын киңәйтә...
Нуриев, бик аҡыллы кеше булараҡ, ғүмеренең һуңғы йылдарында матур итеп йәшәрлек көс таба үҙендә. Санкт-Петербургта хушлашыу гастролдәре, бейеү өлкәһендә тәүге остазы — 100 йәшлек Анна Ивановна Удальцова, дуҫтары һәм талантына оло ихтирам күрһәткән кешеләр менән осрашыу, Ҡазанда оркестрға дирижерлыҡ итеү...
1992 йылда Рудольф Нуриев "Баядерка" балетын Париж сәхнәһендә ҡуйырға уйлай. Ләкин инде яман сир Остаздың көс-кәрен алған була. Н. Кургапкина, П. Бар уға ниәтен тормошҡа ашырыуҙа ярҙамлаша. Нуриевтың баҡый донъяларға юлланыр алдынан нәҡ бына "Баядерка"ға тотоноуында ниндәйҙер бер ғәжәйеп серле бәйләнеш бар һымаҡ, сөнки йәш Рудольфтың Парижда ошо балетта сығыш яһағандан һуң һоҡланғыс карьераһына юл асыла. Тап "Баядерка" премьераһынан һуң, Нуриев һуңғы тапҡыр сәхнәгә сығып, Почетлы легион ордены менән бүләкләнә...
Ҡаты сир аяҡтан йыҡҡанда ла ул бөйөк артист, азатлыҡ, хөрлөк, иркенлек һәм ирек яратҡан ғорур шәхес булып ҡала алған...
Гранд-опера балет труппаһы премьераһы һәм етәксеһе Патрик Дюнон балет йондоҙоноң вафатынан һуң: "Нуриев күренекле шәхес булды. Беҙ быны теләйбеҙме-юҡмы, уның йондоҙ бишеге буш ҡаласаҡ. Оҙаҡҡамы? Бәлки, оҙаҡҡалыр. Бәлки, мәңгелеккәлер. Даһиҙар бер нисә йөҙ йылға бер-ике тапҡыр ғына тыуа..." – тигән. "Әгәр ҙә Нуриев ысынлап та йәшәмәгән булһа, уны уйлап сығарыу мөмкин булмаҫ ине", — тип әйткән Америка тәнҡитсеһе Анна Киссельгофф хаҡлы.
Үтә лә сағыу ғүмер кисереп, бик иртә яҡты донъянан киткән, совет системаһына ҡулай булмаған, әммә үҙен-үҙе бар иткән кеше, донъя балеты генийы, даһилыҡтан баҡыйлыҡҡа йондоҙ булып атылған шәхес яҙмышын бәхетле яҙмыш тип әйтеп буламы икән? Булалыр! Йәнә лә ул, моғайын, бер нәмәгә лә үкенмәгәндер. Мариинка театры Лондонда булғанда, элекке һабаҡташы унан: "Рәсәйҙе, дуҫтарыңды, туғандарыңды күреү бәхетенән мәхрүм булыуыңа үкенмәйһеңме?" — тигәс, Рудольф: "Бейер өсөн йәшәйем", — тип яуап биргән. Үҙ яҙмышын үҙе һайлаған бит. Был — үҙе бәхеттер һәм һәр кемгә лә тәтемәйҙер ул.
(Аҙағы. Башы 55-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779