Шиғриәт башҡорт халҡының аңына ғына түгел, ҡанына һеңгән тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Халҡыбыҙ ниндәй генә заманда ла йыр-моңдан, шиғри һүҙҙән айырылмаған, уларҙы ғүмерлек юлдашы иткән. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт шиғриәте күгендә балҡыған сағыу йондоҙҙарыбыҙҙың шиғри юлдарын тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, шиғриәтебеҙ әлеге исемдәр менән генә сикләнмәй, һәм яңы балҡый башлағандары ла бихисап. Ләкин уларҙың барыһын да гәзит битендә биреү мөмкинлеге юҡ. Һәр хәлдә күңелегеҙ үҙ иткән моң эйәләренең ижадтары менән һеҙҙе таныштырыу кәрәкмәйҙер. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле шиғыр һөйөүселәр, күңел байрамы айҡанлы уларҙың барыһын да тәбрикләйек, арабыҙҙан киткәндәрен хөрмәтләп иҫкә алайыҡ!
Мәжит ҒАФУРИ
Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була,
Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була.
Юҡ уларҙа төрлө ҡатлау, юҡ уларҙа эс сере,
Тыштары керле, вә ләкин юҡ уларҙа эс кере.
Шәйехзада БАБИЧ
Йөк ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙәле:
Алда рәхәт ҡәҙерене белмәккә михнәт файҙалы.
Яҡты, нурлы көндәрең — алдыңда. Был хаҡ вәғәҙәһе.
Ана күренә ҡибла яҡлап бик матур аҡ шәүләһе.
Зәйнәб БИИШЕВА
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!
Рәшит НИҒМӘТИ
О, Ватаным!
Ошо йөрәгемдә
Һуңғы тамсы ҡаным ҡалһа ла,
Тиңдәше юҡ оло атакала
Шул һуңғы ҡан ергә тамһа ла, —
Ул бары тик һине һөйөр,
Һинең өсөн яныр һуңғы ҡат.
Назар НӘЖМИ
Бөтәһе лә һинән килә миңә,
Бар булмышым һинән, бар моңом.
Әсәйемдең күҙ ҡарашы кеүек
Бөтә төҫөң, бөтә барлығың.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Һинең ниндәй улыңмын мин?
Мостай КӘРИМ
Ниндәй мең йыл хәҙер урамда? —
Бер мәл шағир шулай һораған.
Тимәк, әле ул саҡ ваҡыт булған,
Тимәк, ерҙе ҡояш ураған,
Тимәк, елдәр үҙ яйына иҫкән,
Ҡар-ямғырҙар яуған болоттан.
Әнғәм АТНАБАЕВ
Был донъяға кем иртәрәк тыуған:
Шағирмы икән, әллә батырмы?
Бер ҡараһаң, донъя — йыр табыны,
Бер ҡараһаң — ҡанлы яу ҡыры.
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Илһам ҡошом һайрай-һайрай
Йәнтөйәкте данланы,
Саф мөхәббәт ялҡындары
Күкрәгемде ялманы,
Мөхәббәтле илкәйемдә
Йәшәп һыуһын ҡанманы!
Марат КӘРИМОВ
— Талдарға тотоноп, һығылған талдарға,
Ҡайҙарға ағаһың, Иҙелем, ҡайҙарға?
— Төйәгем тау түгел — аҫтағы үҙәндә.
Түбәнгә ашығам, урыным түбәндә.
— Ҡайҙарға сабаһың, ғүмерем, ҡайҙарға?
— Тауҙарға, офоҡта күренгән тауҙарға.
Түбәндә йәшәүҙең мәғәнәһе нилектә?!
Бейектә кешенең урыны, бейектә!..
Рәми ҒАРИПОВ
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан — тыуған илкәйем!
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.
Рафаэль САФИН
Ҡарайым да ҡай саҡ Ағиҙелгә,
Уралып та ятҡан Уралға,
Һөйләшәһем килә улар менән,
Өндәшәһем килә уларға.
Рәшит ШӘКҮР
Күңелем минең — серле ҡыл ҡумыҙ,
Сыңрай, сыңрай унда ҡыл-сымдар;
Күңелемдә әле мин үҙем дә
Белеп бөтә алмаҫлыҡ тылсым бар.
Рауил БИКБАЕВ
Таш һыныңды, Урал, оҡшатамын
Ҡандан ҡынға кергән ҡылысҡа.
Ҡулдарына һине алмаҡ булып,
Күпме дошман ерҙә тырышҡан.
Тимер ЙОСОПОВ
Ағайҙарым ауа,
Йылдар саба,
Ҡырау төшә беҙҙең баштарға.
Арҡа терәр ирҙәр гүрҙә ята,
Арҡаларын терәп таштарға.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
Эй, шиғриәт, һинең менән йәшәп,
Торам ҡайсаҡ һинән ҡырҙараҡ.
Һинең менән күпме ҡанатланһам,
Һинең алда күпме ҡыҙарам.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ
Иң боронғо замандарҙан килгән бай тел,
Телем телгә йоҡмаҫ йомшаҡ, ипле наҙ тел.
Әсәйҙәрҙең бишек йыры — нағыҙ был тел,
Атайҙарҙың ҡобайыры — оран, дау тел.
Хәсән НАЗАР
Уҡ баһаһы — атылғандан һуң,
Һүҙ баһаһы — әйтелгәндән һуң.
Мәрәйлектә — мәргәнлек ирке,
Мәргәнлектә — егетлек күрке.
Уҡ ҡөҙрәте — ян керешендә,
Ир ғәйрәте — ил кәңәшендә.
Рәшит НАЗАРОВ
Мин һәр һүҙҙе
Һурып алам йөрәгемдән,
Ҡындан һурған хәнйәр һымаҡ:
Ерҙә дуҫ та, дошман да күп —
Барыһы өсөн хәнйәр уртаҡ.
ТОЙҒОН
Тоҡандырыу кәрәк йөрәк утын —
Данколарға мохтаж был заман.
Салауаты булған ғәййәр халыҡҡа
Быҫҡып йәшәү әле бик яман.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН
Телһеҙ кеше сәсән булып китер,
Моңһоу ҙа бер көйләр тыуған яҡта —
Һинең хаҡта йырлап ҡайттым бөгөн,
Аҡ ҡайындар япраҡ ҡойған саҡта.
Гөлфиә ЮНЫСОВА
Һыҙылып ҡына сыҡҡан тауышҡайың
Моң шишмәһе булып түгелә.
Мин бит һиңә моңдар эҙләп килдем,
Моң һип әле сарсау күңелемә.
Гөлнур ЯҠУПОВА
Әй халҡымдың сәсән телкәйе, тим!
Теле барҙың ғына иле бар тип,
Йөрәгемде телеп кем әйтә —
Әйләндереп килтереп тел әйтә.
Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
Артылдым мин сыбар битләүҙәргә,
Үлән кисеп күкрәк тиңелтен:
Ашыр өсөн иң-иң бейек тауын
Башҡортостан тигән илемдең.
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн
Далаларың кеүек киң күңелле,
Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек бейек, серле
Булыу кәрәк,
Ерем — Башҡортостан!
Тамара ҒӘНИЕВА
Башҡортомдоң йәне, усағы мин.
Тәсбих тартып илгә ғәм юраусы.
Доға ҡылып ергә ҡот һораусы.
Уйсанлыҡтан моңло йыраусы.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Үҙ ерендә, килмешәктән ҡыуылып,
Һөрөлә бит күпме Буранбай.
Юҡ, ҡулдарын түгел, аҡылдарын
Шундай нескә ҡылдар бығаулай.
Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Ҡоштар, ҡоштар, һеҙҙең бейеклектән
Мин ҡарайым тормош ағышына:
Юҡ-бар көйөү үҙәгемде өҙмәй,
Бәхет сатҡыһы бар һағышымда.
Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Һайраған ҡош күренмәй ҙә,
Ҡысҡырғандар күренә.
Күренеү бер, етеү яҡшы
Күңелдәрҙең түренә.
Ҡол ДӘҮЛӘТ
Башҡортостаным, илем,
Яҙалмай бер ҙә билен.
Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә
Хеҙмәт итеүсе килен.
Рәйес ТҮЛӘК
Мин — яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың
Тере рухы — һеҙгә һүҙ ҡушам.
Уралтауҙа һеҙ йәшәһен тиеп,
Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.
Әхмәр ҮТӘБАЙ
Ерһенгәнмен ошо ергә,
Илһенгәнмен ошо илгә.
Буйың-һының шау ҡоростан,
Уйым-йырым — Башҡортостан.