Рудольф Нуриев... Сағыу ғүмер кисергән был илаһи зат хаҡында ярым-дөрөҫ, ярым-мистик мемуарҙар байтаҡ яҙылған. Киләсәктә лә яҙылыр һәм яҙыу зарури ҙа. Бәрәкәтле Башҡортостан тупрағында бейеү серҙәренә төшөнә башлап, техник әҙерлек үткән, артабан классик балет Мәккәһе Санкт-Петербургта, академик бейеү ҡәғбәһе булған А.Я. Ваганова исемендәге училищела белем алып ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан һәм донъя балет сәнғәтенең иң юғары, иң камил, иң илаһи асылының аһәңен бөтә тәрәнлегендә, бөтә нескәлегендә балҡытҡан мәшһүр яҡташыбыҙ Нуриевтың үлемһеҙ исеме быға лайыҡ. Әлбиттә, "изге хәҡиҡәт хаҡына" уның тормошоноң үтә лә интим яҡтарын асып-ярып һалырға, илаһи Талант эйәһенә әхлаҡи хөкөм сығарырға тырышыусылар ҙа бар. Әммә көслө шәхес, юғары ижади һәләткә эйә Бейеүсе сәнғәтен солғап алған оло хәҡиҡәт һәм уны үлемһеҙ иткән ике һикереш — 1961 һәм 1993 йылдарҙағы ҡаһарманлыҡ аҙымы — дәүеребеҙ йылъяҙмаһына алтын юлдар булып инеп ҡалыр. Сөнки әҙәм балаһы, ниндәй генә милләттән булмаһын, борон-борондан, иртәме-һуңмы, Таланттың исемен изгеләштереп мәңгелек иткән, хаҡ баһаһын биргән. Шуның менән кешелек донъяһының да, үҙенең дә бәҫен күтәргән.
Эйе, Рудольф Нуриев кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙең үлеме һаман да тетрәндерә. Бөтә планетаны тетрәндерә. Ошондай аҫыл заттарыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһы
беҙҙе, ҡәҙимге әҙәм балаларын, даһиҙарға, донъялыҡҡа, ниһайәт, үҙебеҙгә өр-яңы күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә...
Рудольф Хәмит улы Нуриев 1938 йылдың 17 мартында Байкал күле ярҙары буйлап сапҡан поезда донъяға килә... һәм бөтә ғүмере ҡитғалар буйлап сәфәрҙә үтә. Ҡайҙарға ғына юл төшмәһен, һәр саҡ үҙе менән изге талисман итеп уйынсыҡ паровоз йөрөткән. Рудольфтың әсәһе балалары менән Алыҫ Көнсығыштағы хәрби часта политрук булып хеҙмәт иткән ире янына китеп барған була өс ҡыҙҙан һуң көтөп алынған улы тыуғанда. Артабан улар Мәскәүҙә йәшәп ала, ә Бөйөк Ватан һуғышы башланып, ғаилә башлығы фронтҡа киткәс, Нуриевтар атаһының тыуған ере Башҡортостанға ҡайтып, Өфөлә төйәкләнә...
Бер ваҡыт Рудольфтың әсәһе осраҡлы рәүештә генә "Сыңрау торна" балетына билет ала. Был спектаклде ҡарап тәьҫирләнгән малай фәҡәт балет артисы булырға ныҡлы ҡарар итә.
Уның иң беренсе педагогтарының береһе — Ленинградтан килеп, Өфөлә йәшәгән Дягилев антрепризаһының элекке бейеүсеһе Анна Ивановна Удальцова. Шәкертенең "Ҡырағай бейеү"ен күреп, ул Рудольфҡа: "Һин Ленинградҡа уҡырға барырға тейешһең. Классик бейеүгә өйрәнеү өсөн бөтә сифаттарың бар", — ти. Ләкин малай ниәтен тиҙ генә тормошҡа ашыра алмай. Берҙән, атаһы ҡырҡа ҡаршы килә, икенсенән, юлға аҡсаһы булмай. Шулай ҙа бейеүҙе ташлап ҡуймай. Пионерҙар һарайында Елена Войтович етәкселегендәге хореография студияһында шөғөлләнә башлай. Һоҡланғыс һикерештәр яһап дан алған педагог Рудольфҡа һәйбәт дәрестәр биргәндер, күрәһең. Һәләтле үҫмер Өфө опера һәм балет театры кордебалетына ҡабул ителә.
Техник әҙерлек һәм хореография хәрәкәттәре нескәлектәрен тиҙ отоп алып, иҫендә ҡалдырыу зирәклегенә эйә егет 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә "Сыңрау торна" балетында ҡатнаша. Мәскәү тамашасылары һәм сәнғәт белгестәре йәш талантҡа шунда "күҙ һала". Баш ҡаланың балет мәктәбенә уҡырға инергә лә тәҡдим итәләр. Ләкин Нуриев бер ни тиклем аҡса йыйып, балалыҡ хыялы Ленинградҡа юллана. Уға инде 17 йәш тулған була. Ә бит күптәр был йәштә училищены тамамлай. 1955 йылдың 24 авгусында үткәрелгән ҡабул итеү имтихандары ваҡытында В. Костровицкая уға: "Егет кеше, һеҙҙе йә иһә иҫ киткес классик бейеүсе карьераһы, йә иһә уңышһыҙлыҡ көтә. Бөтәһенән элек һуңғыһы яҙыр, ахырыһы", — ти.
Рудольф Нуриев хореография училищеһында бик шәп педагог Александр Пушкиндың класында тиҙләтелгән курста уҡый. Диплом алғас та уны Ленинградтың Мария (Киров) театрында эшкә ҡалдыралар. Төп партияларҙы бейей, сит илдәргә гастролдәргә лә ала башлайҙар. Ә бит һәр кем тиҙ арала юғары балет элитаһына инә алмай. Рудольф А. Крейндың "Лауренсия" спектаклендә тәүләп сығыш яһай. Мәшһүр балерина Наталия Дудинская партнеры итеп уны үҙе һайлай. Артабан башҡа балериналар — А. Шелест, Н. Кургапкина, О. Моисеева, И. Колпаковалар ҙа — Дудинскаяның өлгөһөнә эйәрә. "Культура" гәзитенә биргән интервьюһында Алла Шелест бына нимә тигән: "Ул иҫ киткес һиҙгер, иғтибарлы партнер булды. Минең утыҙлап партнерым араһында айырылып торҙо. Ундағы зыялылыҡ тыумыштан ине. Мин Рудольфты затлы тоҡомло, үҙе иркә, үҙе наҙлы, үҙе ярһыу, сапсан тай менән сағыштырыр инем...
...Һәр хәрәкәте аныҡ, геройының эске халәтенә нигеҙләнгән булыр ине. Актерлыҡ талантының ошондай ҙа психологик тәрәнлегенә, сикһеҙлегенә, минеңсә, бары тик ике балет артисы — Плисецкая һәм Чабукиани — ғына өлгәшә алды... Һәм бына Нуриев..."
Тамырҙарында башҡорт һәм татар ҡаны аҡҡан был затҡа мөһабәтлек, ғорурлыҡ, хатта тәкәбберлек, шул уҡ ваҡытта һығылмалылыҡ та хас булған. Хатта ҡырағайлығы, ҡырыҫлығында ла ғәжәйеп бер һөйкөмлөлөк сағылған. Нуриевты яҡындан белгән кешеләр иҫләүенсә, ул үҙенең талантының баһаһын, ҡиммәтен бик иртә һиҙемләгән. Был йәһәттән баҫалҡылыҡ күрһәтеп тә ҡыланмаған. Ленинградҡа килгән Англия Короллек балеты етәксеһе Н. де Валуаға, ныҡлап танышып та бөтөр-бөтмәҫтән: "Ханым, һеҙ мине бер ҡасан да онотмаясаҡһығыҙ", — тип әйтеп, сәхнәләштәрен ғәжәпләндергән. Ысынлап та, ул хаҡлы булып сыға. Сит илдә тороп ҡалғас, де Валуа онотмау ғына түгел, уны үҙе Англияға саҡырып ала. Мәшһүр бейеүсе ғүмеренең ижади йәһәттән иң матур йылдарын ошонда үткәрә.
...Нуриевтың Көнбайыштағы тормошо балет сәхнәһе күгендә аҙашҡан йондоҙҙо хәтерләтә. Бер генә труппа менән дә оҙайлы контракт төҙөмәй, ә саҡырып алынған йондоҙ булараҡ ҡына сығыш яһай. Ниһайәт, уның Рәсәйҙә йәшәгән саҡта уҡ күңелендә урын алған хыялы тормошҡа аша: донъяла шөһрәтле исеме менән дан ҡаҙанған шәхес, — Данияның нәзәкәтле бейеүсеһе Эрик Брун менән танышыу бәхетенә өлгәшә. Нуриевтың йәшлеге, темпераменты, һәләтлелеге эш процесында Брунға дәртләндергес көс бирә. Ул Нуриевты тәүге яуаплы дебютҡа әҙерләй, классик бейеүҙә Рәсәй балеты артистары бик ауырлыҡ менән үҙләштергән Дания балеты техникаһына, нәфис, элегант бейеү оҫталығына өйрәтә. Ысынлап та, уның бейеүҙәренең шул тиклем дә еңел башҡарылыуына, темпына, нескәлектәренә, аһәңлелегенә һәр профессионал көнләшерлек була.
Копенгагенға тәүләп килгәнендә бергә шөғөлләнгән педагогы Вера Волкова Рудольфты йыл һайын үткәрелә торған гала-концертта ҡатнашыу өсөн Англияға барырға күндерә. Лондонға ул, артыҡ мәшәҡәт тыумаһын өсөн, поляк фамилияһы алып, Роман Ясинский булып бара. Сығышы үҙе бер мөғжизә була. Нуриевты тәүге күргәндән һуңғы тәьҫораттары хаҡында Британияның балет йондоҙо Марго Фонтейн үҙенең "Автобиография" тигән китабында былай тип яҙа: "Нуриев тәүге тапҡыр килгәндән һуң бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, де Валуа минән: "Рудольф февралдә "Ковент-Гарден"да "Жизель" спектаклендә ҡатнашырға ниәтләй. Һин уның менән бейергә теләйһеңме?" — тип һораны. Мин шунда уҡ: "Ой, Хоҙайым! Был һарыҡ менән бәрәс бейеүен хәтерләтмәҫме? Уның өсөн мин артыҡ ҡарт түгелме һуң?" — тинем. Аҙаҡ бергәләп иҫ киткес еңел эшләү һөҙөмтәһендә мин был уңайһыҙланыу тойғоһонан арындым... Репетициялар ваҡытында Рудольфты ғәйәт ҙур ҡәнәғәтләнеү кисереп күҙәтә торғайным.
Был йәш кешенең бар булмышын биреп, ролдең асылына тәрәнтен үтеп инә алыуы ғәжәпләндерә торғайны. Класта һәр хәрәкәтте уның кеүек шул тиклем дә ентекләп, ҡат-ҡат ҡабатлаған берәүҙе лә күргәнем булманы. Бөтәһе лә бер аҙ ҡырағай, ҡырыҫ тип иҫәпләгән был егеттең бейеү техникаһына, һәр нюансҡа, һәр деталгә үтә лә иғтибарлы булыуы иҫ киткес күренеш ине. Торараҡ бер-беребеҙгә ҡарата ғәжәйеп тартылыу хисе уянды. Беҙ уны аңлата ла алманыҡ, һәм был ниндәйҙер дәрәжәлә ныҡлы эҫенешеү, йәғни мөхәббәт хистәренә тартым ине..."
(Аҙағы бар).