Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Йыр — минең яҙмышым"
"Йыр — минең яҙмышым"Ошо көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған сәхнә оҫтаһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованың “15+15” тип аталған ижад кисәһе үтте. Сәйҙә Ғәли ҡыҙын беҙ үҙенсәлекле моң эйәһе булараҡ ҡына түгел, бынамын тигән тамашалар ойошторған режиссер тип тә беләбеҙ. Уҙған концертта залдың тулы булыуы йырсының ижадын халыҡ үҙ итеүе хаҡында һөйләй.
Бындай уңыш тауына юл нисек булды икән? Ошо хаҡта Сәйҙә Ильясованың үҙенән һораныҡ.

— Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашып йөрөүемә һәм профессиональ сәхнәлә ижад итеүемә 15 йыл тулыуы һиҙелмәне лә кеүек. 1982 йылда беренсе тапҡыр сәхнәгә аяҡ баҫҡандан бирле унан төшкәнем юҡ. Үҙемде йырсы булып китермен тип күҙ алдына ла килтермәй торғайным. Барыһы ла көтмәгәндә генә хәл ителде. Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инер өсөн балл етмәгәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы дауаханаға санитарка булып эшкә урынлаштым. Ауырыуҙар йоҡлаған саҡта ҡыҙҙар менән шым ғына йырлап ултыра торғайныҡ. Шулай бер ваҡыт әхирәттәрҙең береһе “бында шулай матур йырлай алаһың да ул, ә сәхнәлә сығыш яһай алырһыңмы" тип минең менән бәхәс ҡорҙо. Сәмләнеп китеп, сыҡтым да дауахананың сәхнәһенә менеп йырлап ебәрҙем. Һиндә бит йырсы һәләте бар, тип барыһының да һоҡланып ғәжәпләнеүе хәтеремдә уйылып ҡалған.
Ғөмүмән, сәмлелегем артабанғы тормошомда ла ярҙам итте. Ниндәй генә байрам булмаһын, барыһында ла сығышымды алҡыштарға күмеп, ҙур кинәнес менән көтөп ала торғайнылар. "Урыҫ йыры" ансамблендә ике йыл сығыш яһаным, әммә ни өсөндөр сәнғәт юлына баҫыу теләге булманы. Үҙһүҙлеләнеп, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға индем. Күңелле студент тормошоноң йылғалай ағымына шунда уҡ ҡушылып киттем. Мәҙәни сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша торғайным. Факультет, университет, республика кимәлендәге байрамдар булһынмы — барыһында ла сығыш яһай инем. “Биология факультеты һандуғасы” тип тә атап йөрөттөләр мине.
Университеттың “Ирәндек” бейеү ансамбле менән тотош Башҡортостанды урап сыҡтыҡ, Ҡаҙағстанда, Германияла сығыш яһаныҡ. Унда, йырлау менән бер рәттән, концерттарҙы ла алып бара торғайным. Үҙешмәкәр коллективта шөғөлләнеүем, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына спектаклдәргә йыш йөрөүем эҙһеҙ үтмәне. Опера йырсыһы булыу теләге тыуҙы бер заман.
Университетты тамамлап, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башланым. Өфө сәнғәт институтында халыҡ йырҙары бүлегенең саҡ асылған ваҡыты ине. Шулай бер мәл Роберт Юлдашев миңә шунда уҡырға инергә тәҡдим яһаны. Уның һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә институтҡа барып йырланым, һәм мине уҡырға алдылар. Сәнғәт институтында үҙем өсөн яңы донъя астым. Дәртләнеп йыр-моң серҙәренә өйрәнә башланым. Флүрә Килдейәрова класында белем алыуым менән бәхетлемен. Ул үҙемә ышаныс тыуҙырыусы ла, һәр саҡ аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеп тороусы ла булды. Уның кәңәшен тотоп, мин телевидение өсөн Төхфәт Йәнәби һүҙҙәренә Салауат Низаметдинов яҙған өс йырҙы башҡарҙым. Шулай уҡ Алмас Ғафаровтың “Ант” төркөмөндә алып барыусы, йырсы булып гастролдә йөрөнөм.
Институтты тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһындағы әҙәби-музыкаль лекторийҙа ижад юлымды башланым һәм бөгөнгәсә ошондамын. Ҙур кинәнес менән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарам, уларҙың тарихын һөйләргә яратам. Әлфиә Кәлимуллина, Райман Ишбаев, Азат Айытҡоловтар менән халыҡ ижадын, фольклорҙы пропагандалаған бригада төҙөп, республикабыҙҙы иңләп-буйлап сыҡтыҡ.
Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын оҫта сағылдырған, бөйөк шәхестәрҙең ижадына арналған бихисап программаны ла сәхнәләштерҙем. “Кәкүк сәйе”, “Шағир һәм мәғрифәтсе Аҡмулла”, “Бер ғаилә булып”, “Донъя халыҡтары бейеүе”, М. Аҡмулла менән З.Исмәғилевтең ижадына бағышланған “Бөйөклөктән рухланам” кеүектәре тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Илкәйемдең шиңмәҫ аманаты” тигән программала башҡорт халыҡ йырҙары традицион рәүештә лә, орган, ҡыллы квартет, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры оҙатыуында ла яңғыраны.

Һүҙ —тамашасыларға
Ирек Кинйәбулатов, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты:
— Был концерт ғаиләлә үткән йылы тамаша кеүек тойолдо миңә. Сәхнәлә сығыш яһаусылар менән тамашасылар араһында шул тиклем яҡынлыҡ һиҙелә ине. Хәҙерге ваҡытта танһыҡ булған “тере тауыш” күптәрҙең күңелен наҙлағандыр. Сәйҙә Ильясованың остаздары, күренекле сәнғәт әһелдәре — Флүрә Килдейәрованың, Тәнзилә Кәримованың сығыш яһауы концерттың бәҫен бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Шуныһы мөһим: Сәйҙәнең атаһы Ғәли Ильясов менән беҙ бер осорҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булдыҡ. Ул бик һәләтле кеше ине: шағир ҙа, ҡурайсы ла, майҙанда бил бирмәҫ көрәшсе лә. Атаһының әҙәбиәткә, мәҙәниәткә булған тоғролоғон хәҙер ҡыҙы дауам итә.

Юнир САЛАУАТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
— Үҙем дә сәхнә кешеһе булғас, Сәйҙә Ильясованы яҡшы беләм. Ул тәүге һөнәре буйынса уҡытыусы бит инде. Бәлки, шуғалыр ҙа үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Сәйҙәнең интеллектуаль кимәле лә юғары. Шуныһы һоҡландыра: ул халыҡ йырҙарын да, классик әҫәрҙәрҙе лә урынына еткереп башҡара, һәр саҡ репертуарын байытыу өҫтөндә эшләй.
Сәхнәлә генә түгел, шәхси тормошта ла Сәйҙә күптәргә өлгө күрһәтерлек. Бынамын тигән ике ҡыҙ үҫтерә. Машинаны ла оҫта йөрөтә.
Сәйҙә Ильясованың коллективта татыу, әҙәпле икәнлеген яҡшы беләм. Шуға ла мин уны хөрмәт итәм. Ә инде бөгөнгө концерт хаҡында әллә күпме йылы һүҙҙәр әйтергә була. Киләсәктә лә тамашасыларҙы һөйөндөрөүҙән туҡтамаһын тигән теләктә ҡалам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779