Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған көн йылына... әллә нисә!
Тыуған көн йылына... әллә нисә!“Инфеләсә” тиһәләр, ҡот алына ла ҡуя. Ю-уҡ, әйбер, аҙыҡ хаҡы күтәрелгәненә түгел. Ил етәкселәре ғинуарҙа: “Быйыл көҙгә пинсә, бюджеттағыларҙың эш хаҡы биш процентҡа арта”, — тип сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙынырға ҡуша икән, иртәгәһенә үк ун бишкә бар нәмәгә хаҡ һикереүен көт тә тор. Уға ғына күнегелгән. Сынығылған. Киреһенсә, хаҡ төшә тиһәләр, йөрәк ҡубыр ине. Ә өйрәнгәненә — иҫ китмәй. Аҡса осһоҙланыуына борсолам. Бигерәк тә тыуған көндәр яҡынлашһа. Улар беҙҙә, балаларҙыҡынан тыш, ике тиҫтәнән ашыу: туған-фәсмәтән, ҡатындың әхирәттәре менән уларҙың ирҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар. Элек күрше-күлән дә була торғайны. Нәҫел силәге тула башлағас, һуңғылары төшөп ҡалды.
“Элек” тигәндән, исмаһам, ул саҡта тыуған көн бүләгенә ни бирһәң дә ярай торғайны. Бигерәк тә ваза, сәғәт, ситса-маҙар “мудный” ине бит. Бер нисә йылда шулай ҡатын менән икебеҙгә һигеҙ вазалы, шунса уҡ сәғәтле булдыҡ: ҡатынға — ваза, миңә — сәғәт, ваза плүс сәғәт, сәғәт плүс ваза. Ниндәйҙәре генә юҡ: кәкүклеһе, иртән тырылдап уятҡаны, текелдәгәне, туҡылдағаны... Ғүмер һанай торған ябайҙары менән хатта стена тулды. Яһалма гәлсәрҙән ҡойолған вазаларға урын таптыҡ — оҫталарҙан төбөнә өс тишек быраулаттыҡ та тәҙрә төптәренә гөл ултырттыҡ. Ә бына бажа менән балдыҙҙың баштары бигерәк тә шәп эшләгән, тыуған көндәренә төшкән майка үә ситсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәс, бажа трафареттар яһатҡан. Төрлө яҙыу яҙыр өсөн инде: адидас, брэк, тел әйләнмәҫ тағы әллә нимәләр. Майканың һәр береһенә трафареттарын алмашлап баҫа.
Шундай бер мауыҡҡан, илһамы килгән сағында барып индем бит, әй. Ҡарап торҙом-торҙом да: “Бажа, мәйтәм, сит ил фирмаларын рекламалағансы, беҙҙең хоккейсыларҙың фамилияларын яҙаһыңмы әллә?” “Рационализаторлыҡ” тигән нәмә була торғайны сәүит осоронда. Йәғни берәй шөрөптө ҡайһы асҡыс менән бороу отошло икәнен иҫбат итергә, һыҙмаларыңды тотоп кабинеттан кабинетҡа йөрөргә түҙемлегең етһә — премия! Бажа ла “премия”һын мул өләште: ул трафарет һуға, мин һырлы стаканды ҡаплайым.
Әйткәндәй, тап ошо мәлдә башҡа шәп уйҙар килеүсән бит. Шап, минең мейе һырҙарына тағы шәберәге үрмәләне. Балдыҙға бүләккә бирелгән ситсалар шаршау, тағы шундай ҡатын-ҡыҙ ғына аңлай торған нәмәләр булып эленеп бөттө. Күлдәк тегә-тектерә торған замандар хәҙер үтте. Унан һуң ауылда оҫталар ҙа юҡ. Шулай ҙа, мәйтәм, шаршауҙан, ҡорғандарҙан ҡалған ситса өлөштәре эске кейемдәргә ярап ҡала. Бигерәк тә ирҙәрҙекенә. Баштан үткән инде, был яҡтан тәжрибә етерлек. Урамда сауҙа итеп йөрөгән үзбәктәрҙән осһоҙға ғына һатып алып ҡалғанын бер йыуғайныҡ, ләшпәйҙе лә төштө — киңәйҙе. Пыр туҙып, тәҙрәнән быраҡтырырға ине лә, ярай әле шул рационализаторлыҡ һәләте баштағы шөрөптө әйләндерә белә: бер трусиктан икәүҙе тегеп була лаһа! Салбар эсенән ярамағанмы тағы...
Шулай итеп, һыңарҙан бер пар кейем сыҡты ҡуйҙы. Иш-шу, артып ҡалды. Әй, тинем, эшләгәндә улай ғына була торған. Барыбер ҡалғанын ырғытманыҡ — өҫтәл сепрәгенә ярар әле, тинем, һис булмаһа, телевизор өҫтөндәге саңды һөртөрҙәр, парланған тәҙрәнән төшкән һыуҙы ҡоротоп алһаң да ҡамасауламаҫ. Юҡҡа ғына беҙ йәш саҡта ҡайҙа ҡарама “Экономика должна быть экономной!” тигән яҙыу элмәйҙәр ине бит. Ни генә тимә, беҙ — “теге” ваҡыт сыныҡҡан быуын. Ошо сынығыу бөгөнгө баҙарҙа бигерәк тә кәрәк икән. Алдан уйланылған, халыҡты хәстәрләгән сәйәсәт бит ул. Тик беҙ генә, аңһыҙ башыбыҙ менән, ил түрәләре алдан күрә белмәй, тип тиргәнгән булабыҙ. Алдан күрә улар — Ванга ла кәрәкмәй. Үәт!
Һүҙ инфеләсәнән башланғайны бит әле, дөрөҫөрәге, тыуған көн бүләктәренән. Стеналар сәғәттәрҙән, тәҙрә төптәре вазаларҙан, шкафтар эске кейемдәрҙән тулғас, бер-беребеҙ менән әйбер алышып тамам арығас, башҡасараҡ һөйләшергә булдыҡ. Тыуған көндәрҙә шылтыратышып ҡына ҡотлау килешмәҫ, мәйтәм, әйҙә, аҡсалата бүләк һалышайыҡ. Ни алырға кәрәклеген кеше үҙе һайлаһын. Әйтергә кәрәк, рационализаторлығым был юлы ла ҡалғандарға бик оҡшаны. Тик һуңынан ғына яңылышҡанымды аңланым. Һәр беребеҙгә меңәр һум һалышабыҙ бит инде, йылына егерменән аша. Уныһы ла пүстәк һымаҡ. Әтнәкәһе башҡала: бүтәндәрҙең тыуған көнө йылдың ярты йыллығына тура килә, ә минеке — декабрҙә! Барыбер түгелме ни, тиер бәғзе берәү. Түгел шул. Рационализаторлыҡ бөтә илдә лә килешә торған алым, ни тиһәң дә башы эшләп, уйлай белгән кеше “прогресс” тирмәне тәгәрмәсенә һыу ҡоя. Ә бына беҙҙә-ә... Мин уйлап сығарған бар яңылыҡ гелән, ауыр таяҡ һымаҡ, үҙ башыма төшә лә ҡуя. Был юлы ла шулай булды. Тәүге ярты йыллыҡта тыуған көн үткәргәндәргә ай һайын дүртәр-бишәр мең һумды сығарып һалам да... икенсе ярты йыллыҡты түҙемһеҙләнеп көтә башлаһам, инфләсә тигән албаҫты хаҡтарҙы арттыра ла ҡуя. Аҡса осһоҙлана, әйбер ҡиммәтләнә: йыл буйы ниҙер алам тип өмөтләнгән осҡон быҫҡып һүнә, алаһы әйберем икенсе декабргә ҡала...
Йәшермәйем, ҡайһы саҡ йәй тыуғандарға көнләшеп тә ҡуям. Өҫтәл ултыртам тиһәң дә, барыһы осһоҙ: йәшелсәһе — баҡсала, көньяҡтан килтерелгән ҡарбуздарына тиклем йәнең теләгәнен һайлап алаһың, эҫелә “зәм-зәм һыуы” ла артыҡ китмәй, бажалар нығыраҡ ҡыйыш тейәһә лә, яҫтыҡ йәйеп, өй тығыҙлайһы юҡ — ултырған ерҙәрендә тәгәрәһәләр ҙә, тышта һалҡын түгел...
Шулай ҙа бирешмәйем, яңы ысулдар, яңыса ҡотлауҙар өҫтөндә эшләп ятыуым. Ни тиһәң дә, ҡыш уйларға ваҡыт етерлек. Тыуған көн бит ул сирьюзный мәсьәлә: балалар үҫә, килен-кейәүҙәр китәсәк, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар артасаҡ — ҡотларға кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779