Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулайлаштырыу: күҙгә эленмәгән нескәлектәр
Ҡулайлаштырыу: күҙгә эленмәгән нескәлектәрҠыҙым уҡыуын тамамлағас, эшкә урынлашыу зарурлығы килеп тыуҙы. Ошо мәсьәлә менән таныш директорға мөрәжәғәт иттем. «Ҡулайлаштырыу тип, бөтә сығымды 20 процентҡа ҡыҫҡартырға ҡуштылар. Бына әле, кемде эштән ебәрергә, тип аптырап ултырған көн. Исмаһам, эшләп йөрөгән пенсионерҙарым да юҡ бит. Һәр кемдең өйҙә балалары, өҫтөндә бер нисә кредиты бар», – тип уфтанды ул.

Эйе, бер кемгә лә сер түгел, билде биштән быуырға тәҡдим иттеләр беҙгә. Ҡайҙа баҡма – ҡулайлаштырыу. Юҡҡамы ни, тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, республикала һорау алынғандарҙың 54 процентын ошо проблема борсой. Тимәк, халыҡтың яртыһын был бәлә урап үтмәгән: кемдеңдер ата-әсәһе, балаһы, туғаны эшһеҙ ҡалған. Ә бындай бәхетһеҙҙәр ни ҡылырға, ҡайҙа барырға тейеш? Әлбиттә, шәхси секторға. Тик унда берәүҙе лә гарантия биреп көтөп тормайҙар. Күп урында рәсми рәүештә теркәмәйәсәктәр ҙә. Хеҙмәт хаҡын алырһың да, ҡалғаны? Пенсия фондына иғәнә, медицина страховкаһы? Йәғни ҡул көсөңдө файҙаланғанда барһың, ә берәй нәмә булһа, эш биреүсегә һин бер кем түгел! Ундайҙар йышыраҡ алдана, талана, зым-зыя юҡҡа сыға. Шунан ни өсөн эскелек сәскә атмаһын да енәйәтселек артмаһын?!
Ауылдарыбыҙҙы ғына алайыҡ. Ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, шәхси магазиндарҙа һатыу итә, ир-егет – таҡта ярыу цехында. Рәсми эштәме улар? Юҡ. Шундай берәү, буласаҡ пенсияһы тураһында уйланып, нисек итеп үҙ теләгең менән иғәнә индереп була, тип һораны минән. Тәфсирләп аңлатып бирҙем. Бер аҙҙан нимә хәл иткәнен белештем. «Эй-й, ҡулға аҡса инеү менән йә балаларға кейем алабыҙ, йә телевизор-фәлән яңыртабыҙ», – тип яуап бирҙе ул. Ә ҡартайғас үҙен ниндәй килемгә аҫрары билдәһеҙ ҡалды. Гел генә көс-дәртең ташып тормаҫ, балаларыңдың да ярҙам итә алмауы ихтимал.
Бына бит, эш биреүсеһе үҙе күсерһә, был аҡса тейелгеһеҙ булыр ине. Әйткәндәй, ул ирҙең хеҙмәт хаҡы ла арыу ғына – нисә кубометр таҡта ярып-бысыуына ҡарап, көнөнә 700 – 1500 һум ала икән. Шулай ҙа күптәребеҙ, хәлебеҙҙән килгән хәлдә лә, «ҡара көн»гә һаҡлам йыймай. Өйрәтмәгәндәр, өйрәнмәгәнбеҙ. Булған ғына кәсепселек, эшҡыуарлыҡ сифаттарын да совет власы осорондағы күмәк хужалыҡта юғалтып бөттөк.
Ә ауырып-фәлән китһә, нимә була икән бындай хоҡуҡһыҙ әҙәм менән? Һауығыуын көтөп тормаясаҡтар, урынына яңы кеше аласаҡтар, әлбиттә! Баҙар закондары ҡаты шул. Әлеге танышым бына нимәләр һөйләне: «Бер мәл шулай бер айҙай өйҙә ятырға тура килде. Эш биреүсе егеттәр, ҡасан сығаһың да ҡасан сығаһың, тип өлтөрәп килеп кенә торҙо. Сөнки таҡта ярыу эшендә оҫтамын: дөрөҫ, тигеҙ итеп, ҡалдыҡһыҙ тиерлек бысам. Ә осраған ауылдаш ҡатын, ирем бер көн сыҡмағайны, урынынан ҡолаҡ ҡаҡты, тип зарланып торҙо».
Үҙ шөғөлөңдө ас тип тә тәҡдим итеүселәр бар эшһеҙгә. Сит илдәрҙә, ана, бөтәһе лә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Эйе, унда ғаилә кәсебе быуаттар буйы мираҫ рәүешендә күсә бара. Ә беҙҙә «кулак» мөһөрө тағылғандарҙың мөлкәтен кире ҡайтарыу түгел, исемдәре яңы аҡланып бөтөп килә. Үҙгәртеп ҡороу осорондағы һәр кем өлөшөнә тейгән «милли байлыҡ»тан – ваучерҙарҙан да игелек булманы ябай халыҡҡа. Хатта ғүмер буйы ерҙә йәшәгән ауыл кешеләренең күпселеге пай ерҙәренең дә файҙаһын күрә алмай.
«Үҙ эшеңде ас» тип әйтеүе генә анһат. Башланғыс капитал кәрәк. Кәрәкле документтарҙы йүнләгәнсе ете ҡат тиреңде, байтаҡ йөҙ һыуыңды, аҡсаңды түгергә әҙер бул. Һалымдар, ҡуртым хаҡтары, ришүәтселәр ҙә быуа шәхси эшҡыуарҙы. Бер мәл күптәр дәүләттән аҡсалата ярҙам – старт-ап алып, бәләкәй генә кәсебен юлға һалып ебәргәйне. Кемдер теген машиналары, икенселәр мендәр таҙартыу ҡорамалдары алып эш башланы. Бөгөн уларҙың байтағы ябылыу алдында. Ихтыяж булыу менәнме ни?! Электр энергияһына, ҡуртымға хаҡтар даими артып тора, мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкаһы фондтарына иғәнәләр ҡапыл ике тапҡырға артты. Юҡҡамы һуң, үҙ эшенә тотонған ун эшҡыуарҙың туғыҙы бөлә.
Ҡулайлаштырыуға килгәндә лә, асыҡлайһы һорау бихисап. Сығымдарҙы 20 процентҡа ҡыҫҡартып, ныҡ отамы дәүләт? Юҡтыр.
Ишетеүебеҙсә, һуңғы арала ришүәтселек янъялында дандары сыҡҡан министрлыҡтар чиновнигының ябай ғына эш хаҡы был. Ә уларҙың хаҡһыҙ үҙләштергән суммаларынан бөтөнләй баштар әйләнерлек. Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин белдереүенсә, йыл һайын ҡаҙнанан бер триллион һум аҡса урлана! Тотош илдең ҡаҙнаһы бер йылға 13 триллион тәшкил итә бит! Ришүәтселәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшә алмағас, ҡулайлаштырыу тип дәүләт ошо юғалтылған аҡсаны ябай халыҡтан ҡайырып ала түгелме? Ә теге бурҙар ни урланғанды ҡайтармай, ни төрмәгә ултырмай, хатта тағы ла йылыраҡ урынға барып ҡунаҡлай.
Шаҡ ҡатырлыҡ! Ҡайҙа тәгәрәйһең, Рәсәй? Ә халыҡтың 36 проценты совет осорон һағына. Аптырайһы түгел быға…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779