Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуҙы киң билдәләгән көндәрҙә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында III Халыҡ-ара Биишева уҡыуҙары булды. Был сарала республикабыҙҙың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнашты. Фекер алышыуҙарҙа төп тема, әлбиттә, әҙибәнең ижады ине.
Зәйнәб Биишева — ҡыҙыу һандалға бөтә көс-ҡеүәтен һалған уңған тимерселәй, барлыҡ һәләтен һәм ғүмерен халыҡ бәхетенә хеҙмәткә ҡуйған һоҡланғыс шәхес. Байулы һәм Монаш бөрйәндәре һыулаған Оло Эйек буйҙарының йәмен, туғайҙарының хуш еҫен, күк тирәктәренең шауын, якташтарының баҫалҡы һәм сәмле матурлығын ул бөтә донъяға бүләк итте, ярҙарын һуғарырға ашыҡҡан йор һыулы Эйек һымаҡ, мәңгелек, ҙур маҡсаттар менән йәшәргә саҡырҙы.
2008 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына Зәйнәб Биишева исеме бирелгәйне. СДПА 70 йылдан ашыу юғары белемле кадрҙар әҙерләне, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәште. Яҙыусы исеменең педагогик уҡыу йортона бирелеүе уның ижадының рухи бейеклеген дә, уҡыу-уҡытыу һәм башҡа гуманитар өлкәләргә тиҫтәләрсә фиҙакәр ул-ҡыҙын биргән Биишевтәр династияһының Ватан алдындағы хеҙмәттәрен дә таныу ине. Буласаҡ уҡытыусылар тәрбиәләнгән юғары уҡыу йортона рухи терәк, өлгө булырҙай шәхестәр бик кәрәк.
Рәсәйҙә ҡабул ителгән «Беҙҙең яңы мәктәп» концепцияһы буйынса, юғары уҡыу йорто теоретик фекерләүҙе үҫтереү, диплом алыу урыны ғына түгел, ә гармониялы шәхес тәрбиәләүсе мәҙәни үҙәк тә булырға тейеш. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, 2008 йылда СДПА-ла халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның музейы ла ойошторолдо. Ул заманса биҙәлеше, фотоларҙың, экспонаттарҙың яҙыусы ижадын тәрән аңлап, яратып урынлаштырылыуы яғынан өлгө булырлыҡ. Музей материалдарға ярайһы уҡ бай булыуы менән айырылып тора.
Яуаплы бурыс — ҡыҫҡа ваҡыт эсендә музей фондын булдырыу, материалдарҙы системаға һалыу, стендтар, фотолар, экспонаттар аҫтына яҙыласаҡ текстар төҙөү, уларҙың урыҫса-башҡортса тәржемәләрен биреү, мөхәррирләү һәм башҡа бихисап ойоштороу эше — СДПА-ның башҡорт әҙәбиәте кафедраһына йөкмәтелде. Яҙыусының тыуған ауылында гөрләп эшләп торған төп музей булғанлыҡтан, яңы музейҙың үҙенсәлекле йөҙөн табыу — ҡатмарлы ғына мәсьәлә. Уҡыу йортонда урынлашҡан музей булараҡ, уның Зәйнәб Биишеваға бәйле ғилми, методик йүнәлештәге материалдар тупланған үҙенсәлекле үҙәк рәүешендә формалашырға тейешлеге тәбиғи тойолдо. Стендтарҙың береһе «Яҙыусы. Остаз. Мәғрифәтсе» тип аталыуы юҡҡа түгел. Экскурсиялар үткәргәндә ошо стенд эргәһендә һәр саҡ оҙағыраҡ туҡталырға тура килә. Төп фекеребеҙҙе аңлатҡанда, Зәйнәб Биишева ижады — беҙгә ышаныслы терәк. Тәрбиә өлкәһендә мәшһүр өлгө булырлыҡ, теремек, ҡайнар тормоштоң тап үҙенә бәйле геройҙары булған ижад бит ул. Ә тәүге тапҡыр латин хәрефтәре менән баҫылып, һуңынан бик күп тапҡыр нәшер ителгән күңелле әлифбаны, һис шикһеҙ, бала күңеленә юл ярыр һәләт эйәһе һәм ысын тәрбиәсе генә ижад итә алалыр. Яҙыусының ижадын өйрәнеүселәрҙең хеҙмәттәренә тейешле иғтибар бүленде. Улар бөртөкләп йыйылды һәм туплана килә, махсус стендта яҙыусы хаҡында ғилми хеҙмәттәр, уларҙың авторҙары тураһында мәғлүмәттәр (З. Биишеваның ижадына ҡарата тәүге рецензияларҙан башлап) урын алды.
Музей эше — фиҙакәрлек талап иткән бурыс. Ләкин ниндәй материал менән эшләү бәхете тейҙе бит! Хазина. Зәйнәб Биишеваның трилогияһына арнап ҡына ла айырым музей ойоштороу мөмкинлегенә инандыҡ беҙ эш барышында.
2008 йылда сыҡҡан бер мәҡәләһендә күренекле яҙыусы һәм ғалим Роберт Байымов Башҡортостандың әҙәби музейҙары хаҡында: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындарҙағы яҙыусыларға арналған музейҙар йыш ҡына стеналарға яҙма материал түгел, ә фотоиллюстрациялар ҡуйыу менән мауыға. Яҙыусының архивы, ижад лабораторияһы, шәхес үҙенсәлектәренә арналған, ижадын баһалаған материалдар музей хеҙмәткәрҙәре иғтибарынан ситтә ҡала килә», — тип яҙғайны. Эш барышында уның кәңәштәрен тоторға тырыштыҡ.
Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары, башҡорт филологияһы факультеты студенттары был изге эшкә бергәләп тотонғас, тиҙ арала китаптар, иҫтәлектәр, башҡа экспонаттар йыйылды. Телевидение, радио фондтары Зәйнәб Биишеваның үҙ тауышы яҙылған таҫмаларҙы тапшырҙы. Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы бик ҡиммәтле ҡомартҡылар, мәҫәлән, «Серле йөҙөк»төң яҙыусы ҡулы менән баҫылып, мөхәррирләнгән ҡулъяҙмаһын бүләк итте. Хатта уны беренсе тапҡыр сәхнәгә ҡуйғандағы костюмдарҙы музейыбыҙ фондына алыу мөмкинлеге булды. Яҙыусының туғандары тапшырған шәхси әйберҙәр хәҙер музей күрке булып һаҡлана. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондынан яҙыусы ижады хаҡында заманында матбуғатта донъя күргән рецензиялар, мәҡәләләрҙең күсермәләре алынды. Зәйнәб Биишеваның ижадын яратҡан һәм хөрмәт иткән изге күңелле кешеләр тарафынан бүләк ителгән китаптар араһында хәҙер бик һирәк осрағандарының — яҙыусының 1948 йылда донъя күргән китабы, трилогияның тәүге баҫмаларының береһе, автографлы китаптар — булыуы менән ғорурланабыҙ. Материалдарҙың күбеһе электрон форматҡа күсерелә килә.
Зәйнәб Биишева музейына мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың эҙе һыуынмай. Музей ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәни-әҙәби үҙәге булыуын уңышлы дауам итә.
Белем биреү өлкәһендә барған үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә былтыр Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы итеп үҙгәртелде. Яңы структураға ете факультетында уҡып йөрөгән 7 мең студенты менән күскән СДПА тарихында, әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен йөрөтөү йылдары — ғорурлыҡ менән иҫкә алырлыҡ яҡты осор. Уҡыу-уҡытыу өлкәһе бөгөн дә һәр яҡтан үҫешкән шәхес тәрбиәләүсе иң ҡеүәтле өлкә булып ҡала. Зәйнәб Биишеваның ижади ҡаһарманлығы, уның идеалдарының сафлығы һәм юғарыға әйҙәүсәнлеге йәш быуындың рухи мәҙәниәтен формалаштырыу юлында үҙенең мөҡәддәс, изге бурысын үтәүҙе дауам итә. «Мин ғүмер буйы уҡыным. Ни ҙә булһа өйрәнмәй, уҡымай торған көндәремде белмәйем. Һәр китабымды, һәр образды халыҡ йөрәгенән сығып ижад иттем», — тип яҙған Зәйнәб апай Биишева. Ныҡышмалы хеҙмәт, белем һәм тәрбиә Яҡтыға, Юғарыға үрләүҙең төп асылы икәнлеген аңлатҡан ижадын оло шәхесебеҙ киләсәк быуындарға васыят итте.