Әҙәбиәт әһелдәре яйы сыҡҡан һайын, һәр бер әҙәби әҫәр конфликтҡа ҡорола, тип ҡаяташ һымаҡ ҡаршы тора. Тик, ысынлап та, шулаймы һуң? Ғөмүмән, был “аксиома” ҡайҙан килгән? Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта бер аҙ һөйләшеп алайыҡ, сөнки бөгөн был әҙәбиәтебеҙҙә ғәләмәт мөһим тема, уның киләсәген һаҡлаусы, йәғни милли әҙәбиәттең миллилеген һаҡлаусы йәки бөтөрөүсе тенденция.
Хәҙерге заманда ниндәйҙер аңлашылмаған, ләкин тайпылғыһыҙ ҡанун барлыҡҡа килде: әгәр ҙә берәйһе яҡшы әҫәр ижад итһә, мөхәррирҙәр, тәнҡитселәр “бында конфликт юҡ” тип уның хеҙмәтен юҡҡа сығара ла ҡуя. Юҡ, әфәнделәр, әҙәби әҫәр конфликтҡа түгел, яҡшылыҡҡа ҡорола! Эйе, һис арттырыу юҡ, беҙҙең әҙәбиәт ғүмер баҡый яҡшылыҡҡа ҡоролоп килгән. Әйтәйек, бер кеше, бер төркөм кеше йәки бөтөн халыҡ яҡшылыҡҡа ынтыла, яҡшы тормош төҙөмәксе була. Ләкин табыла бит бәдбәхеттәр, һәм улар төрлөсә зыян эшләй, аяҡ сала, кешеләрҙең бәхетле булыуҙарын теләмәй. Бына ошо ерлектә конфликт барлыҡҡа килә лә инде. Бында нимә мөһим: конфликтмы, яҡшылыҡмы? Тормошто, прогресты юлдағы ылау тип ҡараһаҡ, конфликт ул — тәгәрмәс аҫтына эләгеп ылауҙы туҡтатҡан таш ҡына. Уны урап үтергә була, ситкә алып ташлау тағы ла яҡшыраҡ. Беҙҙең өсөн нимә мөһим: юлда ятҡан таш — конфликтмы, әллә алға барыу — яҡшылыҡмы? Бәхәс юҡ һымаҡ. Минеңсә, конфликт — ҡаршылыҡ, ә ҡаршылыҡ маҡсат була алмай.
Юрамал берәй конфликтлы әҫәрҙе миҫал итәйек. Төрки халыҡтарының һоҡланырлыҡ өлгөһө “Саҡ менән Суҡ” бар. Был мәшһүр әҫәр конфликттан башлана тиергә мөмкин, ләкин бының сюжетты башлап ебәреү өсөн генә хеҙмәт иткәне ярылып ята, ә әҫәр тулыһы менән туғанлыҡтың ҡәҙерен белеүгә ҡоролған, уны юғалтыуҙың мәңгелек күңел ғазабына килтереүен иҫ киткес сағыу һәм тулы күрһәтеүе менән ҡәҙерле.
Ярай, хәҙер инде әҫәр конфликтҡа ҡоролорға тейеш тигән фекерҙең ҡайҙан килеүен, ҡайҙан елдәр иҫеүен иғтибарға алайыҡ. Беҙҙең институттар Европаса белем бирә, Европа теорияһын ҡулланма итеп алған. Шуға эйәреп инде Европа менталитеты һәм рухилығы (рухһыҙлыҡ тиәйек) милли мәҙәниәт, милли әҙәбиәт кадрҙары әҙерләүсе уҡыу йорттарына ла үтеп ингән. “Мой дом — моя крепость” тип, йәнәһе, минең йортома кеше инмәһен тип йәшәүсе инглиз беҙгә ишме? Беҙҙең башҡорт ҡатыны ҡунаҡҡа барырға сыҡҡанда күршеһенә ҡысҡырған: “Мин киттем, өйҙө бикләмәнем, йортҡа күҙ-ҡолаҡ булып тор инде”, — тигән. “Күҙ-ҡолаҡ бул” тигәне лә ҡараҡтарҙан һаҡла тигән һүҙ түгел, ә көтөү ҡайтҡас, һыйырҙы һау инде, тип иҫкәртеү генә. Дөрөҫ, хәҙер өйгә түгел, мунсаға ла йоҙаҡ һалалар, тик был инде нәҡ бына ошо Европа менталитетына күсә барыуыбыҙ шауҡымы.
Хәйер, ниңә инглиздәргә бәйләнәбеҙ? Германияның тарихы ла, әҙәбиәте лә конфликттан ғибәрәт (әкиәттәренә генә иғтибар итегеҙ), сөнки агрессив тарихты һәм прагматик менталитетты аҡлау өсөн теория, идеологик платформа ла кәрәк бит әле. Тимәк, әҙәби әҫәр конфликтҡа ҡорола тип әйтеүебеҙ, соҡоноп ҡарағанда, немец менталитетын аҡлауға барып тоташа. Беҙгә был кәрәкме?
Әйткәндәй, Европа әле ҡара ҡырағайлыҡта йәшәгәндә, Шәреҡтә цивилизациялы дәүләттәр булған, фән һәм әҙәбиәт алға киткән. Һуңынан Европа быларҙы үҙләштергән, фәнни асыштарҙы “үҙенеке” иткән. Ә беҙ инде, Рәсәйгә эйәреп, Европа — мәғрифәт, Европа — цивилизация, тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай шуға табынабыҙ, ҡоллоҡ холҡон үҙләштерәбеҙ.
Уйлап ҡарағанда, Европа донъяның бер өлөшө генә бит! Иң ҙур өлөш — Ҡытай. Унан тыш Япония, Һиндостан, ғәрәп илдәре, фарсы мәҙәниәте, төрки телле милләттәр бар. Уларҙың әҙәбиәте нигеҙендә конфликт ятамы? Юҡ! Шиғыр, йыр, мөнәжәт, ғәҙәл, робағый, ҡобайыр, бәйет... Быларҙың һәр ҡайһыһы яҡшылыҡҡа өйрәтә. Матурлыҡҡа һоҡланыу, уны данлау, кешенең был донъяла ниңә йәшәүе, тормош мәғәнәһе тураһында уйланыу, мөхәббәткә мәҙхиә, изгелекте маҡтау — бына нимәләр менән һуғарылған беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙ. Ошолар өҫтөнә хәҙер кешеләргә, халыҡҡа, илгә яҡшылыҡ эшләү, игелекле балалар тәрбиәләү, күркәм ғәҙәттәрҙе нығытыу, намыҫлы, тәүфиҡлы йәшәү һәм башҡа бик күп темаларҙы индерергә була. Ә конфликттан беҙ ғарыҡ. Донъяла иң ҙур конфликт — икенсе бөтөн донъя һуғышы. Ул беҙгә ниндәй яҡшылыҡ килтерҙе? Уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә. Хәҙер ана ауылдар үлеп бара, ә һуғыш булмаһа, Башҡортостанда дүрт миллион түгел, кәм тигәндә биш-алты миллион халыҡ йәшәр ине.
Эйе, дуҫтар, әҙәбиәт конфликтҡа ҡоролорға тейеш тип әйтеүселәр беҙҙең өсөн сит һәм зыянлы, хатта үлемесле менталитетты тағалар. Хәҙер инде яңы һүҙлектәрҙә рухилыҡ тигән һүҙ ҙә юҡ, ә бына менталитет һәм гильотина һүҙҙәре бар, гүйә, мәктәп балаларына һөйләшеү өсөн “гильотина” һүҙе бик кәрәк. Юҡ, дуҫтар, беҙҙең әҙәбиәт конфликтҡа түгел, яҡшылыҡҡа ҡоролорға тейеш. Ул саҡта, бәлки, тормошобоҙ ҙа яҡшы яҡҡа боролор ине.
З. МӨРСӘЕВ.