Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәләкәй ролдәр булмай
Бәләкәй ролдәр булмайЗәйни Иғдәүләтов ижадының иң сағыу мәлдәре уҙған быуаттың 50 —80-се йылдарына тура килә. Уның тормош һәм ижад юлы башҡа замандаштарыныҡынан бер яғы менән дә айырылмай: бәләкәйҙән ауыр хеҙмәт, аслыҡ, яланғаслыҡ, үҙ иңдәрең менән тормошҡа юл ярыу.

Ул элекке Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районының Аптраҡ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1928 йылда хеҙмәт мәктәбенең тәүге баҫҡысын тамамлай. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Ғаиләгә нисек тә ярҙам итеү маҡсатында ҡыш урман ҡырҡһа, йәй һал ағыҙырға төшә. Шул ваҡытта уҡ Зәйни скрипкала уйнарға өйрәнә, гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен сығара башлай. Колхоз йәштәре менән сәнғәт түңәрәге ойоштора, төрлө сюжеттар башҡара, уйнай, йырлай, үҫә төшкәс, уға хатта “колхоз артисы” тигән ҡушамат та тағалар. Ә 1933 йылда осраҡлы рәүештә ауылдарына килеп юлыҡҡан ике ижад кешеһе — Кучуков тигән скрипкасы һәм Усманов фамилиялы рәссам менән осраша Зәйни. Уларға үҙ һөнәрен күрһәтә. Баш ҡала ҡунаҡтарын моңо менән әсир итә, музыка училищеһына барырға тәҡдим итәләр. Әммә Зәйни саҡ ҡына һуңлай — музыка бүлегендә уға урын ҡалмай. Уның ҡарауы театр техникумына ҡабул ителә был мөләйем, күҙҙәренән ышаныс, зирәклек бөркөлөп торған егет. Шуны ла әйтергә кәрәк: Зәйниҙең һоҡланғыс тауышын тыңлаған педагогтар уға тәүҙә консерваторияға барырға тәҡдим итә, ләкин ул ошо бүлектә ҡалырға теләүен белдерә. Хажи Бохарский, Ғабдулла Шамуҡов, Вәли Ғәлимовтар талантлы уҡыусы менән ихлас шөғөлләнә.
1936 йылда Зәйни Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. Мәшһүр сәхнә оҫталары Ғиниәт Ушанов, Ғәлимйән Ҡарамышев, Таңһылыу Рәшитова, Хажи Бохарский, Бәҙәр Йосопова, Арыҫлан Мөбәрәков, Ғабдулла Шамуҡов, Вәли Ғәлимовтар менән ижад итә. Зәйниҙең диплом эше — тәүге роле — күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Афзал Таһировтың тәүге әҫәрҙәренең береһе “Янғура” пьесаһында ҡарауылсы ҡарт образы була, ә икенсе роле (быныһы инде артист булып сәхнәгә аяҡ баҫҡас) — Н. Гоголдең “Өйләнеү” комедияһынан Жевакин. Шулай итеп, йәш артист мәшһүр сәхнә оҫталарының һоҡланғыс йондоҙлоғо менән бергә оҙайлы ижад юлына сыға. Тәүге миҙгелдәрҙән үк уның иңенә күп кенә классик ролдәр төшә. Улар — Ф. Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” әҫәренән скрипкасы Миллер, В. Шекспирҙың “Отелло” трагедияһынан Дож, М. Горькийҙың “Мещандар”ынан Бессеменов, “Башмағым”дан (Х. Ибраһимов) Вафа, “Еҙнәкәй”ҙән Моҡай, “Зәңгәр шәл”дән (К. Тинчурин) Ишан... Барыһы ла — төрлө характерҙағы һәм жанрҙағы ролдәр.
Артистың сәхнә темаһын бер һүҙ менән генә атап булмай. Ул бик киң һәм төрлө. З. Иғдәүләтовтың халыҡсан, үҙенсәлекле яҙмышлы, беҙгә үтә лә таныш ир-егет ролдәре йә ауыл ҡарттары образдары ла бихисап. “Ҡарлуғас”тан (Б. Бикбай) Мырҙағол, “Яңғыҙ ҡайын”дан (М. Кәрим) Шәүәли, “Таңсулпан”дан (Ҡ. Даян) Күсәрбай, “Утлы өйөрмә”лә (Ә. Мирзаһитов) Денисов, “Зимагорҙар”ҙан (С. Мифтахов) Шәғәли, “Ағиҙел яры” (Р. Ниғмәти) спектаклендә генерал, “Рәйсә” пьесаһында (Н. Асанбаев) шофер һәм башҡалар. Артистың комик ролдәре бик оҫта башҡарылһа ла, тамашасы ул тыуҙырған профессорҙар, олпат, тәжрибәле аҡыл эйәләре, ил ағалары образдарын да ярата.
Зәйни Иғдәүләтовҡа ҙур уңыш алып килгән, ижадының мөһим бер этабын билдәләгән роль — Мостай Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” пьесаһынан Шәүәли образы.
“З. Иғдәүләтов башҡарыуында Шәүәли — бөгөнгө кеше булһа ла, иҫкелек ҡалдыҡтарының ҙур төйөнөн йөрәгендә һаҡлап килеүсе образ. Шәүәли-Иғдәүләтов уҫал да түгел. Ҡарап тороуға яҡшы күңелле кеүек, ләкин ошо тышҡы яҡшылыҡ артында һөрһөгән, ялҡау, ялағай кеше йәшеренгәнлеге күренә”, — тип яҙғайны ул йылдарҙа “Кызыл таң” гәзите.
Ә “Правда ” гәзитендә (Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы) РСФСР-ҙың халыҡ артисы, мәшһүр сәхнә оҫтаһы Семен Межинский (беҙ уны “"Профессор Мамлок", "Валерий Чкалов", "Кутузов" фильмдары буйынса беләбеҙ ) былай тип яҙҙы: “Спектаклдә Шәүәли ҡарттың колоритлы һыны айырым-асыҡ булып күҙ алдына баҫа: ул ҡурҡаҡ, ҡулайлаша белә торған бәндә. Был ҙур булмаған ролде Зәйни Иғдәүләтов ысын оҫталыҡ менән башҡара”. Башҡорт театры артисына ни тиклем юғары баһа бирелгән! Бөйөк К.С. Станиславскийҙың “Бәләкәй ролдәр юҡ, бәләкәй артистар ғына бар” тигән һүҙҙәре тап З. Иғдәүләтовҡа ҡарата әйтелгән кеүек. Барыһы ла артистың образ аша тамашасы йөрәгенә юл таба алыуына, күңеленә уйылып ҡалыуға бәйле.
Гәзит тигәндән, күҙ алдымда тағы бер архив материалы:
“Ҡара йөҙҙәр”ҙәге (М. Ғафури әҫәре буйынса) Шәйхулла ҡартҡа ҡарап, “күптәр был уҫал дин әһелен, утлы һүҙҙәр менән фаш итеүсе ҡартты күҙ алдынан ебәрә алмай, Шәйхулла ҡарттың ҡаштарын йыйырып, күҙҙәрен уттай яндырып “ғәҙеллекте яҡлауын” күргән тамашасы был уҫаллыҡ Зәйни Иғдәүләтовҡа ҡайҙан килә икән, тип аптырай”, — тип яҙа ул йылдарҙа (1969 йылдың 11 ноябрь һаны) “Совет Башҡортостаны” гәзите. Әйткәндәй, З. Иғдәүләтов был ролен сәхнәлә өс тиҫтә йылдан ашыу уйнай.
“Был хәл 1937 йылдың йәйендә булды, — тип хәтерләгән шағир Яҡуп Ҡолмой, — Баязит Бикбай мине урамда осратты ла: “Әйҙә, мырҙам, шиғыр тыңларға. Йәштәр Луначарский баҡсаһында концерт ҡуя", — тине. Был һүҙгә мин шатланып киттем. Баязит ағай менән икәүләп баҡсаға йүнәлдек. Беҙ һуң-лаңҡырап килгәйнек. Йәйге театрға ингәндә, кемдер шиғыр уҡый:
Республикам-илем!
Һинең ерең,
Ырғып, һикереп аҡҡан һыуҙарың,
Ароматлы гөлдәр еҫен һибеп,
Тулҡынланып ятҡан ҡырҙарың,
Үҙенә тарта йөрәк уйҙарым...
Был шиғыр таныш ине миңә. Уны шул заманда шиғриәттә үҙенең тауышын тапҡан шағир Камил Рәшит яҙғайны.
— Кем уҡый? — тип һораным Баязит ағайҙан, әҫәрләнеп.
— Яҡташым, — тип яуап бирҙе ул миңә.
Миңә шиғырҙың бындай ҙа көслө тәьҫир иткәне һирәк. Зәйни Иғдәүләтов ҡына һүҙҙе бар мәғәнәһендә аңлап, төшөнөп, ҙур кинәнес менән тамашасыға еткерә ала”.
Зәйни Иғдәүләтовтың ижадташтары һәм тамашасылары артистың башҡорт теленә, һүҙгә, сәхнә теленә талапсан, һаҡсыл булыуын, ошо йәһәттән бик күп эш башҡарыуын әле лә хәтерләй. Телмәре — ҡойоп ҡуйған саф башҡортса, сәхнә теле юғары дәрәжәлә профессиональ, һоҡланғыс ине, тиҙәр (был йәһәттән туған телгә, башҡорт әҙәби теленә ҡарата иҫ киткес талапсан тағы бер шәхес — Илшат Йомағоловты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ).
Зәйни Иғдәүләтовтың сәнғәткә драма артисы ғына түгел, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та килеүе билдәле. Ул йылдарҙа радио аша ла, телевидение тапшырыуҙарында ла Иғдәүләтов уҡыуында сатирик шиғырҙарҙы, көлкөлө хикәйәләрҙе кинәнеп тыңлай халыҡ. Шығырым тулы зал тамашасының көлөүенән геү килә. Артистың “Нәфис һүҙ оҫталығы” тигән китап яҙып сығарыуын күптәр белмәйҙер ҙә, моғайын. Был баҫма танылған актерҙың йәш һәүәҫкәрҙәргә оло бүләге була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779