Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел байрағы төшмәһен!
Күңел байрағы төшмәһен!— Әүхәт ағай, был нимә ул, ә?
— Атаҡ, күрмәйһеңме ни, флаг бит!
— Флаг икәнен беләм, атаң башы! Ни өсөн унда тора, тим?
— Бәй, Тимерйән ҡустым, флагтың урыны шунда инде ул. Бүтән ҡайҙа ҡуяһың уны?!
— Тфү, ахмаҡ икәнһең, Әүхәт ағай. Ярай әле, үтеп барышлай күреп ҡалдым. Һинең менән тел сарлап торорға ваҡыт юҡ. Давай, тиҙ генә алып ҡуй флагыңды!
— Бәй, ҡустым, нишләп алайым ти мин уны. Торһон!..
— Нимә?!
— Торһон!.. Урыны шунда!..
— Ҡарале, һин нимә?! Әллә былайыраҡмы? Бына-бына ауылға Американан кеше килергә тора, ә һин емерелеп барған өйөңә флаг ҡаҙап ҡуйғанһың. Биттән көлөргә булдыңмы? Алып ҡуй, давай!
— Һуң, Тимерйән ҡустым. Ҡунаҡ килгәнгә мендереп ҡуйҙым бит мин уны. Күрһен!.. Ана нисек елберҙәй, ә! Бөркөт ҡанат ҡағамы ни! Әйткәндәй, ул әмирек кешеһе бында нимәһен юғалтҡан икән һуң?..
Ана шулай тамашасыларҙы башынан уҡ ылыҡтырып тора Салауат Әбүзәрҙең "Байраҡ аҫтында" пьесаһы. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренеш. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылға Американан ниндәйҙер ҙур кеше килергә тейеш. Быны белә-күрә көтөүсе Әүхәт өй башына байраҡ элеп ҡуя. Бер кем дә ҡаршы килмәҫ ине лә ул, әгәр... шул өйө емерелергә тормаһа. Ҡатыны Сараның да, ауыл хакимиәте башлығы Тимерйәндең дә күндерергә тырышыуына ҡолаҡ та һалмай.
— Ана, теге Әмиректән киләсәк ҡунаҡ күреп ҡалһа, был тауыҡ кетәгенә кем флаг ҡаҙап ҡуйҙы икән, тип бот сабып көлөр. Әҙәм мәсхәрәһе!.. — ти ярһып ҡатыны.
Әүхәт тә үҙ һүҙендә ныҡ тора:
Күңел байрағы төшмәһен!— Нисауа, ҡарсыҡ, Кремль башына ла флаг ҡаҙап ҡуйғандар, бер ҙә көлмәйҙәр.
Шул саҡ һоло һатып "башын төҙәтергә" тип йөрөгән Барый килеп инә. Күп тә үтмәй, уны эҙләп ҡатыны Зилә килеп етә. Ығы-зығы башлана...
Юрамал теләһәң дә, улай булмаҫ. Силсәүит Тимерйән тегендә-бында йүгергәнсе, Американан Стив исемле ҡунаҡ килеп төшә. Һәм туп-тура байраҡ елберҙәп торған Әүхәттең өйөнә туҡтала. Ауыл хакимиәте башлығы былай килеп сығыр тип уйламай ҙа. Тик ни эшләргә?! Әүхәттең дә, исмаһам, тамсы ояты булһасы! Өйөмдөң түбәһе ишелергә тора, тип уйлап та бирмәй, мәртәбәле ҡунаҡты саҡыра. Тиҙ арала өҫтәл йәйеп ебәрәләр. Китә байрам... Бер аҙ ҡыҙмаса булғас, оло ҡунаҡ хөрмәтенә Әүхәт һуңғы һарығын сала. Әммә Стивтың ниндәй маҡсат менән был ауылға килеүен уйлап та бирмәйҙәр...
Ошо әҫәрҙе яңыраҡ Ейәнсура районының "Үҫәргән" халыҡ театры тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте. "Байраҡ аҫтында" пьесаһын йәш режиссер, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының сығарылыш курсы студенты Радмир Дәүләтбәков ҡуйған.
Премьераны күрер өсөн Иҫәнғолға юл тотҡанда башта йөҙ төрлө уй ҡымжыны. Тамаша нисегерәк үтер икән? Һәүәҫкәр артистарҙың уйнауын оҡшатырҙармы? Кеше булырмы?
Ә инде тамаша башланырға ярты сәғәт ҡалғас, халыҡтың район мәҙәниәт йортона эркелеп килеүен күреп, күңелгә йылылыҡ йүгерҙе. Ейәнсураларҙың шул тиклем рухиәткә битараф булмауына һөйөнөп ҡуйҙым. Хәҙер бит бушлай үткәрелгән мәҙәни сараларға ла кеше йөрөмәй. Ә бында түләүле булып та, пьесаны ҡарарға теләүселәр менән зал шығырым тулы.
— Быға тиклем Сибай театры килеп Салауат Әбүзәрҙең "Ғүмерлек ғазап" драмаһын күрһәткәйне. Уны ҡарағанда күҙ йәшен тыйып булманы, — ти Нурия исемле ханым. — Шул уҡ авторҙың "Байраҡ аҫтында" пьесаһы ҡуйыласағын ишеткәс, икеләнмәй килдем. Һәм быға үкенмәйем!
Ысынлап та, был һүҙҙәр буштан түгел. Автор пьесаны яҙған да ул, тик уны халыҡҡа еткереү кәрәк. Был йәһәттән режиссерҙың тотҡан урыны бик ҙур. Юғиһә, оҫталығы, тәжрибәһе булмаған кеше шәп әҫәрҙе лә юҡҡа сығара ала.
Йәш булһа ла, үҙенең алдынғы ҡарашы, ижади фекерләүе менән айырылып тора режиссер Радмир Дәүләтбәков. Был уның район сәхнәһенә сығарған тәүге хеҙмәте түгел. Шуға ла тәжрибәһе һиҙелә. Сәхнәнең биҙәлеше лә ҙур мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, кәртә. Пьеса башланғанда ул ҡолап ята. Унан кем теләй, шул инә лә, сыға ла. Уйлап ҡараһаң, тотош илебеҙҙең дә бөгөнгө хәле шулай. Сит яҡтан килеп, беҙҙең өлөшкә кереүселәр әҙме?
Актерҙар хаҡында ла әйтеп үтмәксемен. Уларҙың сәхнәлә үҙен тотошона, уйнауына ҡарап һис тә һәүәҫкәрҙәр тип әйтке килмәй. Шаштырыу ҙа, яһалмалыҡ та юҡ. Әйтерһең дә, автор образдарҙы нәҡ шул кешеләр уйнаһын өсөн төбәп тыуҙырған. Һәр кеме үҙ урынында: Әүхәт ролендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов, Сара — Хәлиҙә Күлшәрипова, Тимерйән — Юлай Саматов, Зилә — Фәниә Дәминева, Барый — Юлай Арыҫланбаев, Стив — Илһам Хәсәнов. Ябай кешеләр образы аша һәр кем үҙҙәрендәге бөгөнгө тормошто күргәндер.
Йәнә әҫәрҙең йөкмәткеһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Беҙҙең халыҡ бер ҡатлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Шул уҡ Әүхәт тә уны-быны уйламай, һуңғы һарығын һуйып, Американан килгән Стивты ҡунаҡ итә. Ә Стив ауылдағы бынамын тигән ерҙәрҙе һатып алыр өсөн килгән икән. Хакимиәт башлығы ла ошо эште тиҙерәк атҡарыу өсөн үрле-ҡырлы саба. Стив ҡунаҡ булғас, рәхмәт йөҙөнән долларҙар һуҙа Әүхәткә.
— Был нимә ул? — тип аптырай хужа.
— Я от души, Авкат!
— Душа, тиһеңме?! Душаға хаҡ ҡуйғандарын күргән юҡ ине әле. Эх, Эстиф, душаның хаҡы юҡ ул!
Төп геройҙың был һүҙҙәре ҙур хәҡиҡәтте аса. Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да матди байлыҡҡа, аҡсаға ҡыҙыҡмаған. Ниндәй хәлдә булһа ла, уларҙың күңеле саф, эскерһеҙ ҡала.
Америка ҡунағы ла, Әүхәттең ихласлығын күреп, уның йөрәкһеп ҡурайҙа уйнағанын тыңлап, быға тиклем булған ҡарашын үҙгәртә. Рухлы халыҡтың ерен алыуҙан баш тарта.
Был рухты һатып алып булмай, ундай халыҡ йәшәргә тейеш, тигән фекергә килә Стив.
Мин әле әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһенә ҡағылып киттем. Асылда иһә был пьесалағы һәр геройҙың һүҙе, ҡылығы тәрән мәғәнәгә эйә. Әүхәттең байраҡ ҡуйыуы буштан түгел. Был — уның күңел байрағы, эскерһеҙлегенең сағылышы. Ғөмүмән, әҫәр үҙе лә көнүҙәк проблемаға бәйле, халҡыбыҙҙың бөгөнгө фажиғәһе хаҡында һүҙ бара. Тағы теге деталгә килгәндә: пьеса аҙағында емерелеп ятҡан кәртәне Әүхәт күтәреп, рәтләп ҡуя. Йәғни төрлө үткенселәргә, еребеҙҙе эләктерергә теләүселәргә юл ҡуйылмай. Тормошта ла шулай булһын тип өмөтләнәйек.
Тамаша бөткәс, халыҡ таралырға ашыҡманы. Һәммәһе лә аяғүрә баҫып, көслө алҡышланы. Ихлас ҡул сабыуҙар әҫәрҙең уңышы хаҡында һөйләй бит.
Премьераға Салауат Әбүзәр киләсәген ишеткәс, райондың үҙәк китапханаһы ижадсы менән осрашыу үткәрергә ашыҡты. Унда райондың бөтә ауылдарынан китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Осрашыуҙа Салауат Әбүзәр, шулай уҡ танылған сәхнә оҫтаһы Юнир Салауатов сығыш яһаны. Бында һәр кем шағир-драматургка һорауҙарын бирҙе, автограф алып һөйөндө. Артабан шундай уҡ фәһемле осрашыу Иҫәнғолдоң башҡорт гимназияһында булды.
Әҙәбиәтте, мәҙәниәтте яҡын күреп, эшенә бирелеп хеҙмәт иткән район китапханаһы мөдире Нәзирә Кәримованың тырышлығы айырыуса баһаға лайыҡ.
Һүҙемде "Байраҡ аҫтында" пьесаһына ҡағылышлы тәҡдимем менән тамамламаҡсымын. Беренсенән, район хакимиәте ярҙамы менән, ошо әҫәрҙе Өфөнөң берәй театрында ҡуйғанда, ҡайһылай шәп булыр ине! Икенсенән, спектаклде төшөрөп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан күрһәтһендәр ине. Уны тотош республика халҡы күрергә тейештер, сөнки бындай әҫәрҙәр йыш ҡуйылмай. Халыҡ театры ла шундай тамаша ҡуя ала, тип ҡыуанһындар. "Үҫәргән" театры быға лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Галия
    Галия от 04.12.2014, 14:45
    Айгиз! Зур рәхмәт! "Күңел байрағы төшмәһен!" статья ны яҙып тағын берҙе ҡыуандырҙың! Ентеклә ҡыҫҡа ғына ,аңлайышлы итеп еткергәнһең.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 580

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576