Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән Рәми Ғарипов — талантлы шағир ғына түгел, Тыуған иленең, Башҡортостанының ялҡынлы патриоты ла. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул, үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеп, бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Талантлы шағирҙың көтмәгәндә, ижад ҡомары сәскә атҡан осорҙа ғына, ҡапыл вафат булыуы Арҡауыл ауылы һәм Салауат районы кешеләрен генә түгел, тотош республика халҡын тетрәндерҙе. Әҙиптең әҫәрҙәре юғары баһаланып, үлгәндән һуң уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Шулай итеп, Рәми Ғариповтың бығаса донъя күрә алмаған шиғырҙарын һәм поэмаларын китап итеп баҫтырып сығарыу өсөн “йәшел ут” яна.
Һикһәненсе йылдар аҙағында "Йүрүҙән" совхозы етәкселәре ҡатнашлығында партияның район комитетында ҙур һөйләшеү була, мәшһүр шағирҙың Арҡауылда элек йәшәгән өйө урынында йорт-музей төҙөү хаҡында һүҙ бара. Әйтергә кәрәк, 1904 — 1907 йылдарҙа Рәмиҙең Ғариф олатаһы ҡалдырған был йорт ҡапҡаслы биш тәҙрәле итеп төҙөлгән булған. Рамдары ла ҙур оҫталыҡ менән эшләнгән, башына таҡта ябылған, ләкин нигеҙе, бүрәнәләре серегән, түбәһе емерелеп төшөрлөк хәлгә еткән был өйҙө йорт-музей итеп файҙаланыу мөмкинлеге юҡ ине.
Бының өсөн Рәмиҙәрҙең иҫке өйөнә оҡшатып яңы йорт һалыу талап ителде. Бөтә эште "Йүрүҙән" совхозының ул саҡтағы партком секретары, Арҡауыл ауыл Советының хәҙерге хакимиәт башлығы Дамир Әхмәт улы Ишбирҙин үҙ өҫтөнә ала. Уның етәкселегендә совхоздың бер төркөм йәштәре һәм тәжрибәле эшселәре иҫке йортто һүтә башлай.
Күҫәләр ауылында Рәмиҙәрҙең элекке йортон яҡшы күҙ алдына килтергән күп кенә балта оҫталары менән осраша Дамир Әхмәт улы. Шулай итеп, 1989 йылдың йәйенә иҫке өйҙөң "төп нөсхәһен" кәүҙәләндергән яңы бина һалына. Иҫке өй урынын ҡаҙығанда самауыр, тимер көрәктәр, ағас тырмалар, һәнәктәр, шулай уҡ башҡа әйберҙәр табыла, һәм улар музейҙа экспонат итеп файҙаланырға ярап ҡала, сөнки Рәмиҙең әсәһе Мәрйәм апай Мәсәғүттә йәшәүсе Урал улы янына күскәс һәм үҙе вафат булғас байтаҡ әйберҙәр юғала. Йорт-музей өсөн экспонаттар туплауҙың ауырға төшәсәге көн кеүек асыҡ ине. Был ҡыйынлыҡты еңеп сығыуҙа Рәмиҙең элекке класташы, уның менән бергә Өфөлә 9-сы мәктәп-интернатта (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) тәрбиәләнеүсе, Арҡауыл урта мәктәбендә 30 йылдан ашыу директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән, үҙен тыуған яҡты өйрәнеүсе итеп танытҡан юғары белемле педагог Ғималетдин Әминев ҙур роль уйнай. Ул музей асылмаҫ элек үк тәрбиә үҙәгенең йәмәғәт башланғысындағы етәксеһе булараҡ, экспонаттар туплауға күп көс һала. Ғималетдин Биктимер улы Салауат районында ғына түгел, тотош республикала Рәми Ғариповты яҡшы белгән һәм уның менән йыш аралашҡан кешеләр, шағир эшләгән ойошмалар, учреждениелар коллективтары, ул белем алған мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Уларҙың ярҙамында йорт-музейҙа бай экспонат туплауға өлгәшә. Был эштә уға беренсе сиратта Рәмиҙең ҡатыны Надежда Васильевна, туғандары, балалары, яҡындары ярҙам күрһәтә. "Йүрүҙән" совхозы дирекцияһының, Арҡауыл линия-производство идаралығының, ауыл мәҙәниәт йорто коллективының ярҙамын да телгә алырға мөмкин.
1989 йылдың 30 июнендә Арҡауылда Рәми Ғарипов музейын асыу тантанаһы үткәрелә. Дөрөҫ, уға ике йыл рәттән йылылыҡ индерелмәй, ут үткәрелмәй. Мейес урынына макет ҡына ҡуйылған була. Шуға ҡарамаҫтан, экскурсанттар һаны арта бара. 1991 йылда бинаға электр йылыһы индерелә. 2000 йылдың беренсе яртыһында ғына ла музейҙа бер меңгә яҡын кеше булып киткән. Хәҙер бындағы экспонаттарҙың төп фонды — 278, ярҙамсы ғилми фонды 184 дана тәшкил итә. Биҙәү эштәрен башҡарыуға Өфөнән рәссамдар, һөнәрмәндәр саҡыртылғас, йорт-музейҙың йөҙө йәнә күркәмләнә төшә.
1993 йылда йорт-музей алдында мәшһүр шағирға һәйкәл асыла. Бында республикабыҙҙың төрлө төбәгенән генә түгел, тотош Рәсәйҙән, сит илдәрҙән килгән экскурсанттарҙы ла осратырға мөмкин. Ул ысын мәғәнәһендә тәрбиә үҙәгенә әүерелде тип әйтергә була. Ә йорт-музей мөдире Ғималетдин Әминев, дуҫы Рәми Ғарипов иҫтәлеген ана шулай тергеҙеп, хаҡлы ялға сыҡты. Хәҙер мәрхүм инде.
Музей ихатаһы һәр саҡ тәртиптә, бында миләш, ҡайын, шыршы, муйыл үҫә, яҙлы-көҙлө ул сәскәләргә, йәшеллеккә күмелеп ултыра.
Бер ыңғайҙан шуны ла әйтәйек: Рәми тыуып үҫкән Арҡауыл — Салауат районындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Ул Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Октябрь революцияһына тиклем Златоуст өйәҙенең Мырҙалар волосы үҙәге булған. Был волость Мөсәт ауылынан Ташауылға тиклем Йүрүҙән йылғаһы буйындағы бөтә ауылдарҙы берләштергән. Ауылда ике башланғыс мәктәп була. 1908 — 1909 йылдарҙа ошо мәктәпкә 13 малай һәм туғыҙ ҡыҙ уҡырға йөрөгән. 1909 йылда уны өс малай менән бер ҡыҙ тамамлаған. Әле Арҡауыл урта мәктәбендә 374 уҡыусы иҫәпләнә, 43 уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй. Әлбиттә, элекке осор менән сағыштырғанда, урта мәктәпте тамамлаусылар һаны күп тапҡырға артҡан. Ауылда яңы йорттар һалына, өйҙәргә газ индерелгән.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Арҡауыл төбәгенән өс кешегә Советтар Союзы Геройы, бер кешегә Дан орденының тулы кавалеры исеме бирелгән. Һуғыштан һуң Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова Социалистик Хеҙмәт Геройы, “СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Был төбәктә Байыҡ Айҙар сәсән, Сыңғыҙ Ханов, Мазһар Абдуллин кеүек яҙыусылар үҫеп сыҡҡан. Тимәк, Арҡауылды геройҙар һәм әҙиптәр төйәге тип атарға мөмкин. Салауат рухлы халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исеме үҙе генә ни тора!?
Мәшһүр шағирҙың йорт-музейына һуҡмаҡ өҙөлмәһен, ул яҡты маяҡ кеүек киләсәктә тағы ла яҡтыраҡ балҡып торһон!