Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Наҙлы йөрәк серен асҡанда
Наҙлы йөрәк серен асҡанда5 мартта Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Наҙлы йөрәк серен асҡанда” тип аталған шиғыр һәм йыр байрамы ойоштора.
Унда Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булған танылған шағирәләр – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзалары Тамара Искәндәриә (Юлдашева), Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина ҡатнаша. Беҙҙең халыҡ, борон-борондан һүҙҙең көсөнә инанып, сәсәндәре, шағирҙары, шәхестәре фекеренә таянып йәшәгән. Башҡорт еренең һүҙ сәнғәте оҫталары төбәге тигән даны ла бар. Бала тәрбиәләүсе күркәм ханымдарҙың бөгөн уҡыусыларына, замандаштарына әйтер һүҙе күп. Яҙҙың тәүге көндәре тамсылар менән бергә тәҙрәләрегеҙгә сирткән мәлдә илаһи һүҙ ҡөҙрәтенә ҡойонған кисәнән ситтә ҡалмағыҙ, шиғыр яратыусылар! Кисәнең сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Сулпан Асҡарова, шулай уҡ Бабич премияһы лауреаттары. Байрам хужабикәләренең шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Бабич рухында ойошторолған һүҙ майҙанын заманыбыҙҙың гүзәл заттары биләй. Ҡолаҡ һалайыҡ уларҙың йөрәк ауазына!..

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
ҺОРАУ

Күр, эргәлә генә ҡоштар һайрай,
Нур эсендә
Шаулай гөл-баҡса…
Ләкин донъя —
Бөйөк ҡуласа:
Баҡсаларҙы бурап көл баҫа,
Баҡсаларҙы бурап
Сүл баҫа…
Мәңгелектең бөйөк әйләнеше
Бер килтереп ҡуйыр әңгәмә:
Кешелеккә минән ни фәтүә?
Ҡәҙер күрһәттемме әсәмә?
Ҡәҙер
Күрһәттеңме
Әсәңә?

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Ер тураһында

Ауыр саҡта ергә ынтылабыҙ,
Ергә ятып, күккә бағабыҙ.
Әйтерһең дә, аяҡ баҫҡан еребеҙ
Кәңәш һорап килер ағабыҙ.
Тылсым барҙыр ошо һутлы ерҙә,
Тартылыуҙың сере барҙыр ул.
Ошо еребеҙ —
Бөгөн-иртәгәне
Сикләп торор яңғыҙ ярҙыр ул.
Фани донъя сиге булып, был ер
Беҙҙе ҡурсып, һаҡлап, йәшәтә.
…Ерҙе тоймай, ҡоймаларға үрләп,
Эй ҡысҡыра әле йәш әтәс!
Эй ҡысҡыра! Ергә төшмәҫ булып!
Күкрәктәре ҡалай кирелгән!
Тауышы бөткәс, көс-ғәйрәте киткәс,
Ул да ергә аунар киренән!
Ергә төшөр, беҙ ҙә төшәбеҙ бит –
Ҡуйынына инеп ятабыҙ.
Бөжәк еме булып йә серейбеҙ,
Йә аҫылташ булып ҡатабыҙ.
Барыбыҙ ҙа ергә ҡайтабыҙ.

Зөлфиә ХАННАНОВА
Батырҙарҙың әйткәне

Торатауға ҡағылмағыҙ, зинһар,
Ул байҙарҙың быуа алҡымын.
Тауын ғына һаҡлар хәле барҙыр
Ажар рухлы башҡорт халҡының?!
Ил байлығын уйһыҙ таратырға…
Шуның өсөнмө ни баш һалдыҡ,
Һеҙ түгелме ергә ысын хужа,
Һеҙ түгелме илдә баш халыҡ?!
Милләттәштәр! Тауға йоғоноусы
Бахыр ғына йән бит, бер өтөк,
Батыр ирҙәр ҡайҙа? Ни арала
Бөтөргәндәр һеҙҙе өркөтөп?!
Ил ирҙәре, ғәмһеҙ булмағыҙсы,
Күтәрегеҙ әле башығыҙ!
Талпан булып ергә йәбешегеҙ,
Ҡалҡан булып илгә баҫығыҙ!
Илгә ҡалҡан булыр инек беҙ ҙә,
Ятып ҡына ҡалдыҡ алыҫта.
Торатауҙы яҡлай алмаһағыҙ,
Ер-һыуҙарҙы һаҡлай алмаһағыҙ,
Барыһы ла һеҙҙең намыҫта!
Барыһы ла һеҙҙең намыҫта…

Гөлназ ҠОТОЕВА
Бәпембә туйы

Бөгөн бит Ай тулды,
Ай тулды.
Ай түгел,
Ирегән май булды,
Әйтерһең, йәнемде ҡурҙырып,
Табала иреткән ай булды.
Йоҡонан яҙҙырҙы, сараһыҙ.
Күҙҙәрем шар асыҡ, йомолмай.
Йомортҡа һарыһы кеүекме
Ирегән был күктә һары Ай?
Ҡыҙҙырған табала һикерә
Дәрттәре йүгәнһеҙ, тамаша.
Салт аяҙ был төндә йоҡлаған
Төшөндә тетрәнеп һаташа.
Бәпембә сәскәһе кеүекме
Асылған был күктә һары Ай?
Йоҡоһоҙ итте ул мине лә,
Эйәрҙем артынан арымай.
Һыуындым бер аҙҙан.
Бәпембә
Асты бит үҙ серен миңә лә.
Осорҙом уйҙарҙы, өрҙөм дә, –
Аҡ мамыҡ туйында кинәнәм.

Лариса АБДУЛЛИНА
ИЛ ҠЫҘЫ

Иле фарман бирһә, яуға сығыр,
Майҙандарҙы яулар ил ҡыҙы.
Ҡырғын килһә, түлен һаҡлар өсөн
Һабан һөрөр, тырмар, ер ҡаҙыр.
Афәт килһә, башын түбән эймәҫ,
Туплай алыр зирәк зиһенен.
Рәхәтлектәр эҙләп ситкә сапмаҫ,
Барын күтәрер ул ил менән.
Тура һүҙен күҙгә ҡарап әйтер,
Сабырлығын һаҡлар бәләлә.
Ул бит үлер саҡта йәшәй белә,
Ятып илар саҡта көлә лә.
Йөрәгенә тотош иле һыйған,
Тамыр йәйгән үҙе еренә.
Күкрәк һөтө – ғәзиз балаһына,
Саф һөйөүе – һөйгән йәренә.
Әйтерһең дә, тоғро һалдат кеүек,
Ил ҡыҙында – илдең хәстәре.
Шуға уның йырлы ҡараштары,
Ә йөҙөндә – иле төҫтәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 582

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779