Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәккә илткән юл
Киләсәккә илткән юлТелефон көтмәгәндә шылтыраны.
— Ни х-хәлдә? Ни эш ҡырып ятаһың?
Был һәр саҡ һүҙҙәр араһына аҙ ғына пауза ҡуйып, берәмтекләп, өҙөп-өҙөп әйткән Әнғәм ағай Атнабаевтың тауышы ине. Шулай йыш ҡына көтмәгәндә шылтырата торғайны ул. Йә яңы шиғыр яҙһа, шуны тиҙерәк ишеттергеһе килһә, йә байрам-фәлән менән ҡотлап, йә башҡа сәбәп менән. Беләм, миңә генә түгел, яҡын күргән тағы бер нисә кешеһенә шылтырата, бигерәк тә яңы әҫәр яҙғас.

Бер ваҡыт шулай, яңы пьесаһын тамамлағас, кил әле, ти. Килдем. “Юлдар өҙөлгән ваҡыт” тигән әїәрен бер тында уҡып ишеттерҙе. Был — уның йәшлеген, биштәр аҫып, яҙғы ташҡын һыуҙарын йырып, “стансанан симәнә ташыған" саҡтарын сағылдырған һәм, әлбиттә, үҙенә бик ҡәҙерле пьеса. Тиҙҙән ул Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды һәм ҙур уңыш менән барҙы. Был әїәр Атнабайса яҙылған, тимәк, тормошсан, шул уҡ ваҡытта сәнғәтсә оҫталыҡ менән эшләнгән.
Әйткәндәй, Әнғәм Атнабаевтың бөтә драматик әҫәрҙәре лә иң тәүҙә республикабыҙҙың төп театр мәркәзе булған Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Ҡайһы берҙәре тиҫтә йылдар буйы сәхнәнән төшмәне. Тик бер генә пьесаһы, “Ут” тип аталғаны, оҙон ғүмерле булманы. Бының сәбәбе һис кенә лә драманың йомшаҡлығында түгел, ә Әнғәм Атнабаевтың ижад принцибына тоғро ҡалыуында. Партия осоронда ҙур урында ултырған бер ағай һуңынан бының серен, йәғни “Ут”тың сәхнәнән бик тиҙ юғалыуының хикмәтен, миңә былай аңлатҡайны. Спектаклде, ул саҡтағы “йола” буйынса, КГБ вәкиле лә ҡараған. Һәм килешмәгән урынын тапҡан. Был “килешмәгән урын” шунан ғибәрәт: пьесаның бер геройы, тәүтормошта орден урынына бирелгән түңәрәк таштарҙы муйынына ҡомһоҙланып таға-таға ла һыуға батып үлә. Орден-миҙал өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер генсек Брежневҡа төрттөрөү инде был. Бына шул эпизод оҡшамай КГБ вәкиленә. Бәй, нисек оҡшаһын — Брежневтың иҫән сағы бит! Әнғәм ағайға обком кешеһе: "Алып ташла шул эпизодыңды", — тигән. "Юҡ, — тигән атаҡлы драматург, — пьеса шул эпизод өсөн яҙылған". Шулай итеп, автор, ижад принцибына тоғро ҡалып, “алама эпизодты” алмаған, уның ҡарауы, спектаклде сәхнәнән алып ташлағандар. Ә ҡалған тиҫтәләгән пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәр, бая әйтеүемсә, тамашасы мөхәббәтен яуланы, ҡайһы берҙәре — әле лә сәхнә түрендә.
Әнғәм Атнабаевтың әҫәрҙәрендә кешелеклелек, башҡалар өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү үҙәк урынға ҡуйылған. Ул үҙе лә ифрат кешелекле ине. Һәм телефон аша көтмәгәндә бирелгән “Хәлең нисек?” тигән һорауы ла уның тап ана шул кешелеклелегенең бер сағылышы ине. Эйе, был ғәҙәти иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу ғына түгел. Минең хәлем ауыр икәнлеген ул белгән һәм әлеге хәл һорашыуы ярҙам итергә теләүе булып сыҡты. Тиҙҙән уның ярҙамында тормошом көйләнде. Бына шулай, һорамағанда ла ярҙам ҡулы һуҙа торғайны Әнғәм Атнабаев. Һәм миңә генә лә түгел. Ҡәләм тирбәтә башлаған йәш-елкенсәктән алып үҙенән өлкән кешеләргә тиклем ярҙам-кәңәш һорап килә йәки хат яҙа ине уға. Кеше өҙөлмәне фатирынан. Оло менән – оло, кесе менән кесе булды, кәүҙәһе менән дә, ижады менән дә эре булыуға ҡарамаҫтан, эреләнеүҙең ни икәнен дә белмәй торғайны. Ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры ине ул: ҡайҙа барһа ла, көтөп алалар, ебәргеләре килмәйенсә оҙатып ҡалалар. Яраталар ине, ҡыҫҡаһы.
Шиғырҙарын алып уҡыйым да аптырайым: улар бөгөн яҙылған кеүек! Иҫкермәйҙәр ҙә, ялҡытмайҙар ҙа. Ундай әҙиптәр бик һирәк. Бер үк ваҡытта һәйбәт әҙип тә, һәйбәт кеше лә булғандары тағы ла һирәгерәк.
Ысын шағирҙарҙың үлгән көнө булмай, тыуған көнө генә бар. Тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, шағирҙың ике томлығын сығарып, уның ижадына мөкиббән китеүселәрҙе ҡыуандырҙы. Элекке йылдарҙа сыҡҡан томлыҡтарынан айырмалы, быларында шағирҙың уҡыусыларға таныш булмаған проза әҫәрҙәре, публицистик яҙмалары ла урын алған. Икенсе томды уҡып сыҡҡас, Әнғәм Атнабаевтың заманында бынамын тигән журналист булғанлығына ла төшөнәһең.
Үҙе иҫән саҡта иһә китаптарын табып булманы, сөнки донъяға пәйҙә булыу менән һатылып бөтәләр ине. Китапханаларҙа юҡ ине улар — шунда уҡ урлай торғайнылар. Иҫән ҡалған йыйынтыҡтары иһә, уҡыла-уҡыла, ҡулдан-ҡулға күсә-күсә, теткеләнеп бөттө. Әнғәм ағай үҙе иҫән саҡта, әлбиттә, был хаҡта белә ине, әммә китаптарын күберәк һәм йышыраҡ сығарырға ҡыҙыҡманы. Хикмәт китаптарҙың һанында түгеллеген яҡшы аңланы. Һәм шиғырҙарын да “үлсәп” кенә яҙҙы, йәғни күләм һәм һан артынан ҡыуманы. Элгәрерәк баҫылған шиғри йыйынтыҡтарына күҙ һалһаҡ, унда бер йылда яҙылған ундан да артыҡ шиғыр күрмәбеҙ.
Халыҡ ни ҡәҙәре яратһа ла, Әнғәм Атнабаев үҙенән ҡәнәғәт булмай торғайны. “Бер том пьеса, бер том шиғыр-поэма — бик аҙ”, — тиер ине. Был уның күплеккә ынтылыуы түгел, ә мөмкин булғанды, бөтә ижади уй-хыялын тормошҡа ашыра алмауы өсөн үкенеүе ине, буғай.
Беҙҙең йәмғиәттә әҙиптең яҙмышы шулайыраҡ шул: талантлы шағир булһаң да, ҡайҙалыр эшләмәйенсә тормош көтөп булмай. Әнғәм Атнабаев та ғүмер буйы тиерлек редакцияларҙа хеҙмәт итте. “Һәнәк” журналында уның менән бергә миңә лә эшләү бәхете тейҙе. Үҙенә лә, авторҙарға ла бик талапсан ине ул, баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ, баҫманың уҡымлылығын, тиражын арттырыуға ифрат күп көс һалды.
Журналислыҡ эше, яҙыусы һөнәренә бик яҡын булһа ла, төп ваҡытты, төп көстө ала. Хәйер, үҙе әйтеүенсә, тап бына шул журналист юлдары Әнғәм Атнабаевҡа бик күп әҫәр яҙырға сәбәпсе булды. Атаҡлы “Ул ҡайтты” пьесаһының тыуыу тарихын үҙе бына нисек яҙып ҡалдырҙы автор: “Пьеса геройы Тимербулаттың биографияһы ысын кешенең — Ҡариҙел районының Боғаҙы ауылында тыуып үҫкән, һуғыш ваҡытында әсирлеккә эләгеп, унан һуң Көньяҡ Америкаға һөрөлөп, ун һигеҙ йылдан һуң ғына тыуған иленә ҡайта алған Дилми Вәлиевтең — яҙмышына оҡшаш. Мин был кеше менән командировкала саҡта осраҡлы таныштым. Редакция ҡушҡан эш онотолдо. Ике тәүлек һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡайтҡас, шаҡтай йыш ҡына эләгә торған шелтәләрҙең сираттағыһын сәпәнеләр-сәпәүен, ә шулай ҙа мин үҙ сәфәремдән ҡәнәғәт инем... Тиҙ генә Дилми Вәлиев имзаһы менән “Ун һигеҙ йыл теге яҡта” тигән очерк яҙып бирҙем. Ул “Кызыл таң”дың дүрт һанында баҫылып сыҡты. Үҙенә күрә сенсация булып алды. Ләкин тағы ниҙер әйтке, әҙәби әҫәр яҙғы килә... Поэма башланым. Яҙам, яҙам, тик материалды һыйҙыра алмайым, шиғыр ҡалыбы тар һымаҡ. Драма яҙа башланым.
...Гәзиттә эшләгән йылдар мине тормошҡа асыҡ күҙ менән ҡарарға өйрәтте. Халыҡ тормошо, кеше ҡайғыһы, кеше хәстәре тигән бөйөк төшөнсәләрҙең асылын аңланым, унда эшләгән ун биш йыл эсендә республикабыҙҙың бөтә райондарында булып сыҡтым. Һәр ауылды тиерлек беләм. Ошо йөрөүҙәр миңә ижад аҙығы бирҙе. Һәр командировканан, редакция ҡушҡанды үтәмәһәм дә, һис юғында, берәр шиғыр алып ҡайттым. Шул уҡ “Ҡара икмәк”, “Ун бер йәштәш”, “Үлем килгәс” кеүек шиғырҙарым, “Тыуған өйҙә тыуған уйҙар”, “Яҡут иле күстәнәстәре”, “Берлин — Һалле — Дрезден” кеүек шиғри шәлкемдәрем, “Замандашым”, “Инкит”, “Яралы гармун” кеүек поэмаларым — бөтәһе лә юлдарҙа тыуған.
Ғүмер буйы юл йөрөргә яраттым...”
Эйе, Әнғәм Атнабаев ғүмер буйы юлда булды. Кешеләргә изгелек, яҡшылыҡ эшләй торған юлда. Һәм уның ижадын ошонан айырып ҡарап та булмай. Ижад юлында киләсәк быуындарға рухи маяҡ булырҙай әҫәрҙәр ҡалдырып китте. Ул изге күңеле һәм таланты менән үҙенә лә, кешеләргә лә киләсәккә юл һалды. Быға өлгәшә алған шағир – бәхетле шағир ул!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779