Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош диңгеҙендә
Тормош диңгеҙендәРайон гәзитендә эшләп йөрөгән сағым. Мөхәррир саҡырып алды ла, ғәҙәтенсә, ҡырҡа ғына итеп һүҙ башланы:
— Үҙем барыр инем, район Советында кәңәшмәлә ҡатнашырға тейешмен. Һинән башҡа ебәрергә кеше лә юҡ!
— Ҡайҙа барырға һуң?
— Командировкаға. Иртәгә. — Аптыраулы ҡарашыма шунда уҡ яуап та бирҙе:
— Ирҙәр темаһы.
— Ниндәй тема ул минең теш үтмәҫлек? — тип сәмләнеп киттем хатта.
— Морфлотта хеҙмәт иткән, хәҙер алдынғы механизатор, коммунист… буласаҡ геройыңды әйтәм. Колхозына шылтыратып белешкәйнем, әңгәмә тоторға әүәҫлеге бигүк юҡ уның, тинеләр. Нишләмәк, бар, телен сис, киләһе һанға яҙып бир!
Моряк тураһында яҙғаным юҡ ине, күпселектә малсылар, игенселәр менән аралашам. Шунда ҡылт итеп иҫкә төштө: яңыраҡ яҙыусы Әмир Гәрәевтең “Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ” тигән китабын һатып алғайным бит, уҡырға ваҡыт етмәй ҙә ҡуя. Ҡайтҡас, йорт мәшәҡәттәрен арлы-бирле осланым да китапты астым һәм, гүйә, диңгеҙгә сумдым! Берәй очеркка, гәзит жанрына күҙ йүгертеп кенә сыҡһам да, ярар тип кенә тотонғайным, баштан-аяҡ һыпырып уҡып сыҡтым. Берҙән, күреп белмәгән мөхит, романтика һулышы бөркөлөп торған һөнәр хаҡында, икенсенән, теле беҙҙекенә, ғафуриҙарҙыҡына, яҡынлығы менән ылыҡтыра.

Ә иртәгәһенә геройым менән тиҙ үк уртаҡ тел таптым, Әмир ағайҙан отҡан бер-ике махсус терминды ҡыҫтырып ебәреүем етте. “Был диңгеҙҙә штурвал минең ҡулда, һеңлекәш!” — тип ғорурланып китте ағай кеше, иген баҫыуы ла диңгеҙ ҙәһә, ә комбайнығыҙ — карап, тип тә әйткәйнем… Ә яҙған мәҡәләмдең өстән бер өлөшөн мөхәррирем ҡыҫҡартты, моряк осорон артыҡ күп сурытҡанһың, тип. Баяғы, әҫәрҙән әҫәрләнеүем көслө ине шул.
Әмир Гәрәев менән тәүге танышыуым шулай булды — ижады аша. Артабан, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булып эшләгән саҡтарында, яҙмыш уның менән күрешергә, яҡындан аралашырға ла насип итте, сөнки бер туған һеңлем Гөлдәр Ғәзизова байтаҡ йылдар шул редакцияның хеҙмәткәре булды. Ошо ыңғайҙа Әмир ағайҙың ниндәй етәксе, шәхес булыуын тоғро ҡылыҡһырлаған ике миҫал килтереп китәм.
Етәксеһе кабинетынан бер тауыш-тын да килмәгәнен шәйләп, һеңлем минең хәлдәрҙе белешергә ҡәйнәмә шылтыратып алырға булған, фатирыбыҙға телефон үтмәгәйне әле. “Пресса” тип заказ бирһәң, тиҙ үк тоташтыралар икән, Гөлдәр ни, шулай иткән дә. Бер мәл, “Пресса, да, да, ҡоҙағый!”ҙан һалдырып һөйләшә башлаһа, ҡаршыһына баш мөхәррир килеп баҫмаһынмы! Үҙе бармаҡ янай, үҙе йылмая, ти. Шуның менән бөткән. Берәү булһамы, кем әйтмешләй, партия заманында, әллә нимәгә алып барып еткерер ине… Әҙип әҙәбе тигән ҡылыҡһырға кескәй генә бер раҫлама түгелме ни был?!
Тағы. Гөлдәр техник мөхәррир ине, йыш ҡына ҡабул итеү бүлмәһендә ултырырға ла тура килгеләне уға. Машинкала ла баҫҡыланы. Бер шулай, Өфөгә килгәнемдә, уның янына “Ағиҙел”гә һуғылдым. Һеңлең “приемный”ҙа, бер кемде лә индермәй, тине бер хеҙмәттәше уйынлы-ысынлы. Улай ҙа шым ғына барып ишекте астым, Гөлдәр йылт ҡына минең янға коридорға сыҡты ла ҡолағыма шыбырланы: “Штиль! Ағай номер уҡый”. Барыбер, тынлыҡты боҙҙоҡ, күрәһең, Әмир ағай бүлмәһенән сығып тамаҡ ҡырҙы. Беҙ ҡабат инергә мәжбүр булдыҡ. Асыуланмағансы? Киреһенсә, яҡты йөҙ күрһәтеп, һүҙ ҡатты: “Гөлнур, белгәндәй, үҙең килгәнһең, Абдулхаҡ Игебаев ағайың эргәһенә инеп сыҡ, ул һинең шиғырҙарыңды уҡып ултыра, — тине. — Унан үтһә, журналға бирербеҙ, “Йәштәр тауышы” рубрикаһына. Илештән Ринат Хәйретдиновтың шиғырҙары әле алдымда ята, талантлы егет.”
Эйе, “Ағиҙел”дә тәүләп күренеүем шул мәлдә булды. Абдулхаҡ ағай менән һөйләшеүем, уның фәһемле кәңәштәре — үҙе бер сәхифә…
Күп тә үтмәне иптәшемде Өфөгә эшкә күсерҙеләр, Башҡортостан прокуратураһына бүлек прокуроры итеп, мин дә шул арҡала шиғриәт мәркәзенә килеп төпләндем һәм дәртләнеп ижадҡа егелдем.
Көндәрҙән бер көндө мин йөҙөргә ҡоласым етмәҫтәй тойолған “Ағиҙел”дә — милләтемдең рух йылғаһында, әҙәбиәт тулҡындарында — яуаплы сәркәтип булып эшләй башланым. Әмир ағай хаҡлы ялда ине, әммә уның холоҡ-фиғеле “йоҡҡан” яҙыусы Әмир Әминев, ул саҡта баш мөхәррир урынбаҫары менән бер бүлмәлә ултырып эшләргә тура килде һәм уның итәғәтле мөнәсәбәте, ихлас ярҙамы миңә ҡатмарлы вазифамдың серенә төшөнөргә ярҙам итте. Юҡҡа ғына ҡәләмдәштәре уны “бәләкәс (йәш) Әмир” тип йөрөтмәй икән, тип уйлай торғайным. Ул саҡтағы баш мөхәррирем Булат ағай Рафиҡовҡа, ҡарар күҙгә ҡырыҫыраҡ сырайлы, әммә хеҙмәткәрҙәренә талапсан булыу менән бер рәттән уны ҡурсаларға ла һәләтле яҙыусыға, күңел түремдә рәхмәтле тойғолар йәшәтәм — һүҙ ыңғайында өҫтәп киткем килә.
Юғарыла иҫкә алған хәлдән һуң, Әмир Гәрәевтең ижады менән даими ҡыҙыҡһыныр булып ҡалдым. Артабан донъя күргән “Аҡсарлаҡтар һыуға төшә” (1976), “Диңгеҙ елдәре” (1980), “Мичман улы” тигән китаптарының исемдәре үк әйтеп тора: яҙыусының үҙ темаһы, үҙ геройҙары бар. Был йәһәттән уны әҙәбиәттә бығаса ҡуҙғатылмаған сиҙәмде күтәреүсе, ыҙанынан яҙмай алға һөрөүсе тип әйтергә була. ”Боролмала” (1988) тип аталған повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы ауыл кешеләре тормошон яҡтыртыуы менән айырылып тора, әммә яҙыусы үҙенең ижади кредоһына тоғро ҡала: кешеләр күңелендәге яҡтылыҡты, яҡшылыҡты алға ҡуйыу, тормош мәғәнәһе итеп күреү һәм уҡыусыңды яҡты офоҡтарға өндәү. Ошоларға нигеҙләнеп, Әмир Гәрәевтең ижадында ике төп йүнәлеште билдәләр инем: патриотизм һәм гуманизм.
Хәтерем төйөндәре бер сиселгәндә, тағы бер матур, мәрәкәрәк хәтирәне теркәп китәйем әле. Ишембай районына юл төштө лә, Салауат педагогия училищеһында бергә уҡыған дуҫым Вараҡа Ғәләүетдинованы ла күреп китәйем тип, Әптек ауылына һуғылдым. Районында ғына түгел, Башҡортостанда билдәле уҡытыусы ул. Ире диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, карапта кок булған икән, тик уның менән танышып булманы, ҡайҙалыр эш менән киткәйне. Барыбер күргәндәй булдым үҙен, сөнки Вараҡа йәмәғәтенең мажараларын һөйләп туйманы… Һүҙ араһында мин дә, Әмир ағайҙы уҡыған кеше, моряктар тормошона ҡағылышлы хәбәрҙәр ҡатнаштырғыланым. Шунда һабаҡташым тотто ла һораны:
— Ә һинең ул диңгеҙ бүреһен күргәнең бармы?
— Ниндәй бүре?
— Тап уның һүҙҙәрен әйткеләйһең дәһә.
— Абау, һөйләшкән бүре барлығын һинән ишетеп тороуым…
— Яҙышҡан бүре… — шулай тине лә Вараҡа һыны ҡатып көлөргә тотондо.
Әмир ағайыбыҙҙың “Диңгеҙ бүреһе” тигән китабын уҡыманым тип әйт тағы?
— Уҡынымсы!
— Беҙҙең яҡташыбыҙ бит ул, яратып үҙен дә “диңгеҙ бүреһе” тип һалдырабыҙ үҙ-ара.
Эйе, Әмир ағайҙы яҡташтары ярата, үҙ күрә. Ә бер һауаны һулаған, бер һыуҙарҙы һыулаған кешеләрҙең ихтирамы ифрат та мөһим ул: үҙеңде тыумышыңдан бирле беләләр, нәҫелеңдең ете тамырын юллайҙар, улар алдында яһалма була алмайһың.
Күренекле яҙыусы, күрмәлекле шәхес Әмир ағай Гәрәевте һуңғы тапҡыр ҙа “Ағиҙел”дә күрҙем, ғүмере буйына журналдың тоғро дуҫы, авторы булды ул. Ҡулында Сергей Довлатовтың өс томлығы ине. Ҡыҙыҡһыныуымды күреп, уҡы, тип ҡалдырып китте. Ошоғаса таныша алмаған әҫәрҙәрен генә һайлап уҡыным, шул ыңғайҙа Әмир ағай ҡәләм менән билдәләгән урындарға иғтибар иттем: ҡойоп ҡуйған мөхәррир, һаман һөнәренә, ғәҙәтенә тоғро, Довлатов һымаҡ донъяға билдәле прозаиктың да һынығыраҡ һөйләмдәрен, төҫһөҙөрәк тасуирҙарын күргән…
Ә нисек Әмир ағайға ҡағылышлы мәҡәләлә уның ғүмер юлдашы, уң ҡанаты, илаһиәһе тиһәм дә артыҡ булмаҫ, Фәниә апайҙы ҙурлап китмәйем, ти? Яҙыусыға табаҡ-табаҡ ҡулъяҙмаларын машинкала баҫып, күҙ нурҙарын түгеүсе, донъяһын, балаларын бағыусы, күңел йылыһына сорнаусы ул даһа!
Уҡығаным ғына түгел, күргәнем, аралашҡаным булды билдәле әҙип, матур кеше Әмир Гәрәев менән, тап уның һымаҡ шәхестәр донъяны биҙәп китә…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779