Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хикмәтле хикәйәләр
Хикмәтле хикәйәләрСәй эсергә саҡырҙы

– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?..
– Һаубыҙ әле.
Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Ғәзимәне тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик, үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.
Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар нисек, балалар…
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Ғәзимә беҙҙе: “әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” – тип фатирына саҡырҙы.
– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланған йортто ҡулы менән төртөп күрһәтте. – Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:
– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуйманы, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.
Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Ғәзимә ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.
– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, бырамы оҡшаны. Быйыл Мысырға юлланырбыҙ тип торабыҙ.
Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.
– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.
– Кеше араһында кешесә йәшәргә маташып ятҡан көн инде. – Ғәзимә беҙҙе бүлмәнән бүлмәгә йөрөтөп, йорт йыһазын күрһәтә башланы.
– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине, залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. – Шунса-шунса һум тора. – Унан балаларының бүлмәһенә алып керҙе.
– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәрҙәләренә бармаҡ остары менән һаҡ ҡына ҡағылды. – Матур, эйеме? – Ғәзимә, “эйе” тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.
– Эйе, әлбиттә!
Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.
– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.
– Улай икән…
– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.
– Шулай инде…
– Ирем миңә лә машина алып бирәм ти.
Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:
– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүлмәһенә юлланды. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән таныштырыуҙы дауам итте.
– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Ғәзимәнең ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто. – Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек тигәндәй беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.
– Ярай, баш һау булһын! Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит...

Хикмәтле хикәйәләрТәтәй

Азамат баҡсаһына бер йылда биш-алты төп алма үҫентеһе ултыртты. Ҡарау килештеме, әллә тупрағы уңдырышлы булдымы – барыһы ла гөрләп үҫеп китте. Өс йыл үтеүгә, шуларҙың береһе шау сәскәгә күмелгәс, ир үҙе лә, балалары ла шатланып бөтә алманы.
– Ур-р-а-а, быйыл туйғансы алма ашайбыҙ, – тип ҡыуанышты бәләкәстәр.
– Баҡсабыҙ ҡупшыланып ҡалды, – тине ҡатыны. – Ана ниндәйен хуш еҫ бөркөп ултыра, һулап туйғыһыҙ.
Әммә һутланып торған алмалар менән һыйланырға яҙмаған – емеше булманы ағастың. Икенсе йылда ла, өсөнсөһөндә лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Башҡаларҙыҡы алма бирә башлағанда ла уныҡы емешләнмәне. Аптырағас, ҡатыны:
– Ҡуй, бүстәккә урын алып ултырмаһын, ҡырҡып ташлайыҡ, – тине. – Ҡыҫыр ағас нимәгә хәжәт!
– Ярай, йәм өсөн булһа ла үҫһен әле, – тине йорт хужаһы.
Арабыҙҙа ла шул алмағас кеүек тәтәй әҙәмдәр донъя тулы. Улар тәтәй итеп һөйләй, тәтәй кейенә, тәтәй вазифа биләй. Ә күрһәткән эше юҡ.

Хикмәтле хикәйәләрТығын

– Уф, һуңлайбыҙ инде! Был ниндәй бөтмәҫ тығын!
Концертҡа ашығабыҙ. Минән бигерәк ҡатыным сабырһыҙлана. Филармонияға барғас та сисенә һалып инеп булмай бит инде ҡатын-ҡыҙға – өҫ-башын рәтләп алырға ла кәрәк.
Ташбаҡа кеүек бер нисә метр алға шыуышабыҙ ҙа йәнә туҡталабыҙ. Нимә булды икән тип сығып ҡараһам, беҙҙән алда өс егет ишараты бер иҫке “Жигули”ҙы этеп маташа. Машина ҡыҙып, бер аҙ бара ла тағы һүнә. Үҫмерҙәр йәнә күмәкләшеп сығып уны этергә тотона…
Тығында шаҡтай ултырҙыҡ. Һуңланыҡ концертҡа. Был көндә беҙ генә түгел, тағы бик күптәр ошо эшкинмәгән машина арҡаһында бараһы еренә барып етә алмай аҙапланғандыр.
Тормошта ла шулай бит. Эшкинмәгән машина кеүек әҙәмдәрҙе дәрәжәле ағай-энеһе, таныш-тоношо яуаплы урындарға этә. Һуңынан теге бисара үҙе лә алға бара алмай, башҡаларға ла юл бирмәй. Илдәге тығындар ҙа шул сәбәпле барлыҡҡа килмәйме икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779