Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙемә нисек икенсе исем таптым?
Үҙемә нисек икенсе исем таптым?Һәр кемдең мулла ҡушҡан исеме була. Атай-әсәйем миңә лә яратып Альберт тип ҡушҡан. 22 йәшемә тиклем ошо исемем миңә оҡшап килде. Анау йүнһеҙ ГАИ булмаһа, билләһи тип әйтәм, әле лә шул исемемдә йөрөп ятҡан булыр инем. Эйе, барыһына ла шулар ғәйепле.

Баштаныраҡ һөйләйем әле. Эш былайыраҡ булды. Атай-әсәй олоғайҙы инде, атай ҡарт түшәктән дә тора алмай ята. Әсәй ҙә рулгә ултырырҙай кеше түгел. Шулай булғас, һиҙеп тораһығыҙҙыр, төп көс миңә төшә. Еңел машинаны алып биреүен-бирҙеләр ҙә ул, уның менән бергә йөрөтөү таныҡлығы ла еңел генә кеҫәгә инеп ятты. Ваҡыт уҙғарып сабыуыллап йөрөмәнем. Уныһының да берәүгә лә йәшерен-батырыны юҡ, барыһы ла шулай итә бит инде. Башҡалар ярған таҡыр һуҡмаҡтан йөрөп сығыу әллә ни ҡыйын булманы. Кеҫәңдең бер аҙ ҡабарып тороуы ғына шарт. Шулай итеп, 18 йәшемә еткәндә мин “текә” генә еңел машинаһы булған фыртауай егет инем. Машиналы егеткә, билдәле, ҡыҙ-ҡырҡын күҙ һалыусан. Улар менән бер аҙ елдереп йөрөп килгәндән һуң, ярай, хәҙер “гаишниктар” йоҡлағандыр әле, тип башҡалар ыңғайына бер-ике бокал һыра һемерәһең. Шунан инде үҙенән-үҙе күңел асыу дауам итә һәм иртән машинаңдың ҡайҙа торғанын да, үҙеңдең ҡайҙа ятҡанлығыңды ла иҫләмәйһең.
Ярай әле элек “ментовка”ла эшләп киткән бик шәп ағай бар, әсәй менән бергәләшеп эште яйларға уға китәбеҙ. Баҡһаң, мин кисә иҫерек килеш берәүҙең машинаһын бәрҙергәнмен, рулдәгеһенең маңлайы сыйылған, ҡатынының аяғы саҡ һынмай ҡалған, имеш. Бәй, һынмаған бит, юл йөрөгәндә ундай ғына хәл була инде ул. Шуның өсөн генә олоғара тауыш ҡуптармаһалар ни булған. Был йәһәттән минең әсәй маладис: эште ҙурға ебәрмәне, тегеләрҙең ауыҙын тиҙ япты.
Автосервисҡа индереп сығарғандан һуң тағы ла яңырыбыраҡ киткән машинамда ике-өс көндән йәнә йөрөп ята инем инде. Әммә бындай хәл оҙаҡҡа барманы, ҡәһәр генә һуҡмағырҙары, шул сибәркәйҙәрҙе ултыртып, тағы ла бер аҙ һыра һемереп йөрөгәнмен шул. Был юлы берәүгә лә бәрелмәгәнмен-бәрелеүен, тик ниңә етеп килгән поездың үтеп киткәнен көтмәҫкә инде... Етмәһә ҡыҙыл ут янып торған саҡта. Тағы ла погонлы ағайҙар эләктереп алды ла, ай-вайыма ҡуймайынса, протокол төҙөп, полиция бүлегенә алып барып япты.
Күп тә үтмәй, ике эш буйынса ла суд булды, һәм мине өс йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм иттеләр. Шуға өҫтәп штрафын да сәпәнеләр. Машина бар өҫтөнә йәйәү йөрөп булмай ҙа инде — әсәй менән икәүләшеп киттек тағы ла теге таныш ағайға. Ул был юлы ла ярҙамынан ташламаны. Район биләмәһендә булһа ла машина менән йөрөргә рөхсәт — ГАИ начальнигының үҙ имзаһы ҡуйылған ҡағыҙ — алып биреүгә өлгәште.
Минең өсөн тағы ла яҡты көндәр башланды. Ағайығыҙҙы хәҙер берәү ҙә туҡтатмай, “права” ла һорап йонсотмай, сөнки райондағы барлыҡ “гаишниктар” ҙа минең дөкәмит юҡ икәнлеген белә.
Бер шулай сираттағы күңел асыуҙан һуң киң урамға һыймай шәп тиҙлектә ҡайтып килһәм, бер түгел ике ят ГАИ машинаһы юлымды быуҙы, ни хәл итәһең, туҡтарға тура килде. Документымды таптыра былар. Мин әйтәм: уларҙы өс йылға ГАИ начальнигының сейфына һалып торҙом, шулай ышаныслыраҡ, йәнәһе. Аңлап алды былар минең “лишенный” икәнде һәм алып барып та бикләнеләр.
Йәнә суд булды. Быныһында тағы өс йыл сәпәнеләр, 15 тәүлеккә ултыртып та сығарҙылар. Ҡайтып, бер-ике көн ҡайғыны йыуып йөрөгәйнем, урамда етемһерәп ултырған машина йәл булып китте. Ҡайҙа, булмаһа, бер елдереп йөрөп әйләнәйем әле, төн уртаһында “гаишниктар” хәҙер етенсе төшөн күрәлер инде тип тағы ла рулгә ултырып сығып киттем.
Мине генә һағалап торғандар тиерһең, ҡапҡанан сығып күп тә барманым, сирена ҡысҡыртып, арттан килеп тә туҡтанылар. Ҡасып буламы ни инде уларҙан, “бирелергә” тура килде. Йәнә суд, йәнә штраф, йәнә өҫтәмә “срок”... Ошоға оҡшаш тағы ла бер-ике хәл булып алды. Юҡ, мин әйтәм, артабан былай ярамай. Машинаны һатыу ҙа хәлдән ҡотҡармаясаҡ. Ауырыу атай-әсәйҙе дауаханаға йөрөтөргә лә транспорт кәрәк. Шуларҙы уйланым да, теге таныш ағайҙы алып, ГАИ начальнигының үҙенә кереп сығырға булдым. Был йортта мине барыһы ла танып-белеп бөткән, честь биргәндәй шаяртып сәләмләйҙәр. Ә миндә шаярыу ҡайғыһы юҡ, башта тик бер генә уй: “гаишниктар” мине башҡаса туҡтатмаҫлыҡ сара эҙләп табырға кәрәк. Берәй яйы барҙыр ҙа инде.
ГАИ начальнигы беҙҙе һөмһөрө ҡойолоп, бик асыулы ҡаршы алды. “Әһә, килдеңме, ҡасҡалаҡ, беҙҙе бөтөн республикаға рисыуай итеүсе”, — ти был. Мин әйтәм, шулай килеп сыҡты инде, зинһар, ғәфү итегеҙ, башҡаса юл ҡағиҙәһен боҙмам, эскән килеш рулгә ултырыу түгел, уны ярты саҡрымдан урап уҙырмын, тим. “Эш уҙған шул, туған, әле һиңә нисә йәш?” — ти был. Мәйтәм, быйыл 22 тулды.
— Бына, миндә һиңә ҡарата төҙөлгән протоколдарҙың күсермәһе, унда һине барлығы 23 йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында аҡҡа ҡара менән яҙылған, — тип танау төбөмдә ҡағыҙҙарын елпелдәтә был.
— Йә, йә, берәй сараһы бармы әллә? — тип өмөт тулы ҡарашымды уға төбәйем.
— Яңынан ғына тыумаһаң инде, — ти был.
— Бәй, был бит эврика! — тип нимә эшләргә белмәй торған ГАИ начальнигын шатлығымдан бер ҡосаҡлап үптем дә “яңынан тыуыр” өсөн документтар әҙерләргә тороп саптым.
Иң башта ЗАГС-та исемемде, фамилиямды үҙгәртергә теләүемде белдереп ғариза яҙҙым. Альберт исеменең хәҙер модала түгеллеген аңлатыу әллә ни ауыр булманы. Исемемде мосолманса яңғырашлы “Ильяс” иткем килә, тинем. Тәҡдимемә һис һүҙһеҙ күнделәр. Бер юлы боронғоса яңғырашлы Торомтаев фамилияһынан да ҡотолоп, әсәйемдең ҡыҙ фамилияһына — Вәлиевкә күсәсәгемде лә белдерҙем. Был теләгемә лә ҡаршы төшөүсе булманы. Шулай итеп, мин ЗАГС-ҡа Торомтаев Альберт Илгиз улы булып ингәйнем, Вәлиев Ильяс Илгиз улына әйләнеп сыҡтым. Ысындан да, яңынан тыуғандай хис иттем үҙемде. Ике аҙнанан һуң икенсе исемемә яңы паспорт, тағы ла бер айҙан һуң яңы “права” алғайным инде. Хәҙер ҡурҡмай-өркмәй яңынан машинала елдерәм. Теге таныш “гаишниктар” туҡтатып, документтарымды тикшерә лә ғәжәпләнеүҙән телһеҙ ҡала. ГАИ начальнигы ла “яңынан тыуыу” тураһындағы һүҙен ниңә ысҡындырыуына үкенәлер ҙә, тик хәҙер һуң шул. Шулай итеп, ике исемле булып киттем, ағай-эне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780