Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ай тотҡаһын тартып күкте астым...
Ай тотҡаһын тартып күкте астым...Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Ғүмер — сыйҙым

Тәүге ҡарға ергә ятыу ҡайҙа —
Аға һыуҙан сыйҙым.
Биләмәһен биләп, боҙ тырнағы
Билдәрен сыйҙы.
Күҙ күреме ерҙә аҡ ҡар ғына —
Яуып-иреп тора.
Күс айырған ҡарҙар
мыжғып-мыжғып
Алға шаршау ҡора.
Сылбыр-сылбыр ғына
тағылышып,
Әкрен аға сыйҙым.
Ошо ҡарҙар ҡыш нотоғо булып
Күңелемә һыйһын!
Уйға һалыр ғына миҙгелемдең
Тупһаһында торам.
Сыйҙым булыр ғына ғүмеремә
Бәрәкәттәр һорап...

Ер ҡыҙымын әле...

Ай тотҡаһын тартып
күкте астым —
Етегән келәһенә бикләнем...
Ай исемле Ер ҡыҙымын әле —
Ергә тыумағанмын
тиккә мин...
Аҡ намаҙлыҡ кеүек Ҡош юлына
Ултырыптар намаҙ уҡыным.
Йотмаһасы минең ергенәмде
Тетрәндереп, дәһшәт упҡыны.
Йондоҙҙарҙы теҙеп,
тиҫбе тарттым —
Ил-көн именлеген теләнем.
Ҡояш тартып алды
берауыҡтан
Күктең йондоҙ һырған еләнен...

Өйөрмәлә

Тыныс таңдар үткәндәрҙә
ҡалды —
Етеҙәйә хәҙер иртәләр.
Көллөһө лә иномаркаларҙа
Эш тип ашыға ла китәләр.
Сәләм биреп
сәләм алыу ҡайҙа —
Кешеләргә етә ым бары.
Ҡайҙа ашыға һуң был кешеләр,
Ҡыҫылышып, бөтөп тындары?
Ашыҡтыра донъя мәшәҡәте —
Шайтан алдай — аулай ауына.
Беҙ төшәбеҙ донъя упҡынына
Менгән саҡта ғүмер тауына.
Нәфсе ҡоло булып алданыуҙан
Асылырмы күҙҙәр бер ваҡыт?
Шайтан ҡуласаһы өйөрөлтә —
Уны ғына булмай туҡтатып...

Нәфсе ауында

Беҙгә Хоҙай Китап биргән,
Илсе-рәсүл ебәргән.
Һандуғастай телен биргән,
Ерен — иң шәп ерҙәрҙән...
Шөкөр итеү ҡайҙа инде?! —
Көҫәгәнебеҙ — байлыҡ.
Тырышлығыбыҙ — ғүмерлек,
Һөҙөмтәһе — бер айлыҡ.
Ябайҙы ҡатмарлаштыра
Хөкөмдәр яҙып кеше.
Ауырайта был донъяла
Үҙенең йәшәйешен.
Был донъя — игенлек, тигән —
Сәскән орлоҡ ни хәлдә?
Кесерткән, алабуталар
Баш ҡалҡыта түтәлдә.
Ябай ғына хәҡиҡәтте
Аңларға етмәй ғүмер.
Үрмәкестәй үрһәләнә
Үҙ ауындағы күңел...

Өлөш

Миңә тигән өлөш
Шундай әсе-татлы.
Тамсы кеүек ҡайсаҡ
Йә болотҡа саҡлы.
Тәғәйен ул миңә,
Бүтәндәргә түгел.
Уның дәүмәленә
Мәңге мизан — күңел.

Тел асҡысы

Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Тел ҡалҡаны булһын
яу ҡылысы.
Һандуғастар көнләшерлек
телем
Киләсәктә һулымаһын өсөн.
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Доға ҡылып һинән һорайымсы.
Тел һағында
бер фәрештә булып
Арымай ҙа талмай торайымсы.
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Быуаттарға күсһен өсөн
телем.
Башҡортлоҡто ул
дәлилләп торһон
Йөрәк ҡылы булып ошо ерҙең...

Хәрәкәт

Морнаған һәр бөрө —
Түгел һере — тере.
Хәрәкәттә ерҙең
Һәр өлөшө, ере.
Тиҫбе тарта ҡояш,
Бөрөләргә сиртеп.
Наҙҙан улар, иҙрәп,
Киткән була бүртеп.
Үлән керпектәре
Ергә ҡуша туңған.
Һирпелерҙәр улар
Ипкендәрҙән, һыуҙан.
Йыбырлаша бөжәк,
Ҡыбырлаша бары.
Үҙәктәрҙә генә
Ҡалып бара ҡары.
Яҙҙың яҙылғаны —
Түл ейеүе ерҙең.
Ҡоштар ҡанатында
Яҙ килеүен күрҙем.

Аҙан

Ишетелә Ерҙә, Айҙа —
Бәрәкәттер бер Хоҙайҙан.
Унан матур бармы ауаз?! —
Ҡыйып әйтер ниндәй ауыҙ?
Шайтандарҙан беҙгә ҡалҡан —
Йыйнаусы мосолман халҡын.
Тетрәндерер, илһам бирер,
Йөрәгеңә үтеп инер.
Намаҙға баҫ, тиеп өндәр,
Ҡеүәт бирер көнгә, төнгә.
Эй, илаһи ошо аҙан —
Яҙҙырмаһын унан Аллам!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780