Һүҙлек — башҡорт теленең һүҙ ҡаҙнаһын үҫтерә торған, байытҡан дидактик әсбап. Бына әле мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова төҙөгән һәм Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Башҡортса-урыҫса синонимдар һүҙлеге” (Өфө, 2011) менән танышам, бәхәсләшәм, уйланам, ҡыуанам. Был ғилми хеҙмәткә мөнәсәбәтемде гәзит уҡыусыларға ла еткермәксемен.
Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: юғары уҡыу йортоноң ғалимдары араһында, минеңсә, Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы шаҡтай һөҙөмтәлерәк эшләй. Ғилми тикшеренеүҙәре, мәктәп дәреслектәре, һүҙлектәре күҙгә йыш салына. Ҡайһы бер ғалимдарыбыҙға ана шундай ихлас эшмәкәрлек етешмәй. Әммә шул да мәғлүм булһын: юғары уҡыу йорттарында фәнни эш өсөн ҡаҙна аҡсаһынан бер тин дә түләмәйҙәр. Ҡайһы бер ғалимдарҙа фәнгә илке-һалҡы мөнәсәбәт ана шунан килә, күрәһең. Был — һүҙ ыңғайында ғына әйтеп үтеү.
Миңһылыу Усманованың һүҙлеге “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законға ярашлы нәшер ителгән. Синонимдар һүҙлеге — белем биреү йорттарында иң кәрәкле әсбаптарҙың береһе. Мәшһүр психолог Л.С. Выготскийҙың фекеренсә, һүҙҙең эске формаһы, йәғни образы, фекер йүнәлешен үҙгәртә. Ә был, үҙ сиратында, баланы эшмәкәрлеккә этәрә, уның зиһенен үҫтерә. Уйланыу, уй төйнәү мөмкинлеге асыла. Һүҙ образына Л.С. Выготский һүҙҙең синонимдарын индерә. Мәҫәлән, луна һәм месяц һүҙҙәренең эске тәбиғәтенә фекерләүҙең төрлө формалары менән үтеп инәбеҙ, ти психолог. Ә инде фекерләүҙең төрлө йүнәлештә үҫеүе уҡыусыны эшмәкәрлеккә әйҙәй.
Бының менән нимә әйтмәксе булам? Әлбиттә, профессор Усманова төҙөгән һүҙлектең заман өсөн ҡиммәтле булыуы хаҡында. Бөгөнгө уҡыу йорттарында баланың телмәре үтә ярлы, сөнки уның һүҙлек ҡаҙнаһы бик һай. Сәбәбе шунда: дәрестә һүҙлектәр ҡулланылмай, уҡыусы телмәре яңынан-яңы һүҙҙәр менән байытылмай. Хеҙмәттең мөһимлеге лә шуға ҡайтып ҡала. Шул етди мәсьәләне хәл итеүҙә һүҙлектең әһәмиәте бик ҙур. Телмәрҙә һирәк ҡулланыла торған һүҙҙәрҙең синонимдары менән бирелеше лә хеҙмәттең мөһимлеген бермә-бер арттыра. Мәҫәлән: анар — гранат (емеш); атаръян — айыу сиңерткәһе; ҡыблама — компас; әбей емеше — дунала — энәлек; әжәт — бурыс — үтес; тозороу — ашау...
Әйткәндәй, нимә һуң ул синоним? Быға ла аңлатма бирәйек. Лингвистик әҙәбиәттәгегә ҡарағанда, минеңсә, методик хеҙмәттәрҙәге аңлатма дөрөҫлөккә тап килә. Бына ул: 1) әйтелештәре һәм яҙылыштары төрлө; 2) мәғәнәләре бер төрлө йәки бер-береһенә бик яҡын була; 3) бер үк һүҙ төркөмөнә ҡарайҙар; 4) үҙаллы һүҙҙәр иҫәбенә инәләр.
Һүҙлектә мәғәнәләш булған 10 меңдән ашыу һүҙ тупланған. Был хеҙмәтте яҙған саҡта Миңһылыу Усманова төрлө кимәлдә донъя күргән байтаҡ ҡына һүҙлеккә күҙ һалған. Башҡорт әҙәби теленең ҡаҙнаһы диалект һүҙҙәре иҫәбенә лә тулылана барырға тейеш. Автор урындағы һөйләштәрҙе лә киң ҡулланған, ошо арҡала һүҙлектең сифаты ла бермә-бер артҡан. Тимәк, ғалимдың ҡарашы норматив һүҙлек менән генә сикләнмәгән. Нормалар системаһы тигән төшөнсәгә, минеңсә, башҡа ғалимдарҙың ҡарашы үтә сикләнгән һымаҡ. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында “Башҡорт теленең нормалар системаһын камиллаштырыу проблемалары” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үткәйне. Унда, дөрөҫөн әйткәндә, әҙәби тел ҡанундарын камиллаштырыу тураһында йәнле һөйләшеү ҙә булманы. Бары тик “диалект һүҙҙәрен норматив һүҙлектәргә алырға кәрәкмәй” тигәнерәк юҫыҡта һөйләшеү алып барылды. Бындай ҡараш дөрөҫмө? Юҡ, әлбиттә. Башҡорт тел ғилеме урындағы һөйләштәргә нигеҙләнә түгелме ни? Норматив һүҙлектәр ҙә диалект лексикаһы иҫәбенә тулылана. Шуның өсөн дә профессор Усманованың “Башҡортса-урыҫса синонимдар һүҙлеге”ндә ерле һөйләштәрҙә, йәғни башҡорт халҡының йәнле телмәрендә, ныҡлы урын алған бер-береһенә мәғәнәләш һүҙҙәрҙең булыуы ҡыуандыра. Һәр лингвистик хеҙмәттә ҡәбилә телмәренә, һис шикһеҙ, ныҡлы иғтибар кәрәк.
Һүҙлектә ҡайһы бер фразеологик берәмектәр ҙә килтерелә. Был турала һөйләү, әйтеү, эшләү һәм башҡа һүҙҙәрҙең синоним-иштәрен билдәләп үтергә кәрәк. Автор хеҙмәтендә айырым һүҙҙәрҙең синонимдарын ғына килтереп ҡалмай, шул һүҙҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен белдергән төшөнсәләрҙең дә синонимдарын бирә. Мәҫәлән, эшләү һүҙе. Кеше төрлөсә эшләргә мөмкин: арыу белмәй, тырышып, емереп — ат кеүек, баш ҡалҡытмай (күтәрмәй), бил яҙмай һ.б.; бирелеп эшләү: баш баҫып эшләү, мөкиббән китеп эшләү һ.б. Эш менән генә булыу: баштан-аяҡ сумыу, муйындан эшкә сумыу, арлы-бирле эшләү: әштер-өштөр итеү, әпен-төпөн, илке-һалҡы, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе һ.б.
Автор ҡушма һүҙҙәрҙе, төрлө һүҙбәйләнештәрҙе, үтә мауығып, теҙә бирә һымаҡ. Ул теҙмәләрҙә булғаны-булмағаны ла, урыҫ теленән тура тәржемә ителгән формалар ҙа осраштыра. Шул уҡ ваҡытта тамам нығынған һүҙбәйләнештәр (мәҫәлән: сүбәк сәйнәү, тел менән тирмән тартыу) авторҙың иғтибарынан ситтә тороп ҡалған.
Минең был һүҙҙәргә авторҙың күңеле һүрелмәҫ тип уйлайым. Профессор Миңһылыу Усманова — абруйлы ғалимә. Күп яҙа, күп китап сығара. Билдәле булыуынса, кем күп эшләй, шул ғына хаталана. Әммә унан ҡурҡырға ярамай. Ғалимәнең “Башҡортса-урыҫса синонимдар һүҙлеге” туған телебеҙҙең ҡаҙнаһын байытыуға үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайым. Уға тағы ла уңыштар теләйек.