Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәлиәбаныуҙың "атаһы"
Ғәлиәбаныуҙың "атаһы"(Мирхәйҙәр Фәйзиҙе һағынып)
Уның тураһында мәғлүмәт эҙләп, мин Башҡортостан Яҙыусылар союзы нәшер иткән "Писатели земли башкирской" тигән китапты ҡулыма алдым, әммә яҙыусының исем-шәрифе был китапта булмай сыҡты. Онотолғандыр тип уйлап, 1988 йылда баҫылған "Совет Башҡортостаны яҙыусылары" тигән китапҡа мөрәжәғәт иттем. Әммә бында ла уның барлығы әйтелмәгәйне.

Ә халыҡ яратҡан драматург йөҙ йыл инде "Ғәлиәбаныу" йә "Аҫылйәр" булып беҙгә ҡайта, йыш ҡына "Ҡыҙыл йондоҙ" булып балҡып китә, "Ауыл байрамы" булып тантана итә, "Урал һыуы буйында" тип үҙе тыуған Ырымбур яҡтарына алып китә, шулай уҡ "Әмәти һәм Мәмәти" булып та йылмая, ләкин драматург үҙе юҡ. 1991 йылда уның тыуыуына 100 йыл тулғайны. Тик был юбилей тантанаһын билдәләгәнде хәтерләмәйем. Шулай ҙа өмөт өҙмәнем һәм "Башҡортостан" гәзитенең 2001 йылдың 14–15 ноябрь һандарында "Көн һайын ошо урында..." рубрикаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәтих Абдуллиндың оло ихласлыҡ һәм хөрмәт менән яҙылған "Драматург йәшәгән яҡтарҙа" тигән мәҡәләһен күреп ҡалдым. Автор гәзиттең ике һанында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең үҙебеҙҙең яҙыусы булыуын һәм ғүмеренең күпселек өлөшөн Баймаҡ яҡтарында үткәреүен ҙур ҡәнәғәтлек менән тасуирлай. Был мәҡәләне уҡығас, күңелгә йылы булып китте.
Ысынлап та, драматург үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерен Башҡортостанда үткәрә. Совет власының тәүге йылдарында ул Бөрйән-Түңгәүер кантонының Юлыҡ һәм Темәс ауылдарында, Түбә руднигында, Баймаҡ приискыһында, Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Татарстанға барып, бер йыл тирәһе йәшәп ҡайта. Унда ул бер китапханала ҡаты ағас диванда йоҡлап көн итә, әммә сәләмәтлеге дымлы Ҡазанды хуп күрмәй, ул Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Өфөгә Мортазин-Иманский режиссер булып эшләгән театрға килә. Һәйбәт эш хаҡы билдәләп, драматург итеп алалар. Ул саҡта театрҙа шундай вазифа булған. Ләкин сәләмәтлеге ҡаҡшағандан-ҡаҡшай. Табиптар уға ныҡлап ҡымыҙ эсеп дауаланырға тәҡдим итә. Яҙыусы ҡымыҙы менән дан тотҡан Урал аръяғына китә. Уның был йылдарын мәҡәлә авторы бик матур итеп күҙ алдына баҫтырған, ләкин ул Мирхәйҙәр Фәйзиҙең Стәрлетамаҡ дәүере тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Шуны иҫәпкә алып, мин ишеткән-белгәндәремде иҫкә төшөрөргә уйланым, сөнки мин драматургтың "Сәйәр" театрындағы ҡатнашлығы тураһында байтаҡ ҡына легендаларҙы ишетеп беләм. Был турала миңә үткән быуаттың 60-сы йылдарында ошо театрҙа гармунсы (хәҙергесә әйтһәк, музыкаль биҙәүсе) булып эшләгән Хәмит Шахмай тигән ағай менән осрашып һөйләшеү бәхете тейҙе. Ул мәлдәрҙә Хәмит ағай малай ғына булған һәм тальянкала өҙҙөрөп уйнаған икән.
Әйтеп китәйем, Вәлиулла Мортазин — Мирхәйҙәр Фәйзи кеүек Ырымбур егете. Әммә ул үҙенең төбәгендә түгел, Стәрлетамаҡҡа килеп театр асҡан. Үткән быуаттың баштарында Стәрлелә мәҙәни эш әүҙемләшеп киткән. Бында 1906 йылда "Ҡәләм" тигән ижади ойошма, "Нур" тигән типография эшләй башлай, беренсе китаптар донъя күрә. Сафуан Яҡшығоловтың "Башҡорт ваҡиғалары", Зыя Йәрмәкиҙең шиғырҙар китабы, Ғәлимйән Ибраһимовтың "Татар ҡатыны ниҙәр күрмәй", Шакир Туҡаевтың "Стәрлебаш" тигән йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Ике йылда 15 китап нәшер ителә. Күрәһең, Вәлиулла Мортазинды ошо матур әҙәби-мәҙәни күренештәр Стәрлегә килеп, театр асырға йәлеп иткәндер. Хәмит Шахмайҙың һөйләүенә ҡарағанда, уға "Иманский" тигән ҡушамат ошо йылдарҙа йәбешә. Ул былай булған.
Вәлиулла Мортазин үҙенең яҡташы Мирхәйҙәр Фәйзиҙе саҡырып ала, сөнки пьесаларға ҡытлыҡ кисерелгән ваҡыт. Ырымбур өйәҙенең Күкшел тигән ауылы егете Мирхәйҙәр Фәйзи буш ҡул менән килмәй, мөхәббәт һәм хыянат темаларына яҙылған "Оят йәки күҙ йәше" тигән пьесаһын алып килә. Вәлиулла Мортазинға драма оҡшай һәм уны сәхнәләштереүҙе ойоштора, ләкин премьера кисе күңелһеҙ бөтә: мөхәббәт ролен башҡарған ҡыҙ спектаклгә килмәй. Тамашасылар ҡул саба, аяҡтары менән тыпырлатып һыҙғыралар, әммә шаршау асылмай. Бер аҙҙан Вәлиулла Мортазин сәхнәгә сыға ла артист ҡыҙҙың сирләп китеүен хәбәр итә һәм, ғәфү үтенеп, билеттарын һаҡларға ҡуша.
Иртәгәһенә режиссер Мирхәйҙәр Фәйзи менән ҡыҙҙың ата-әсәһенә киләләр. Теге ҡыҙ бала өйҙә булмай сыға, ә атай кеше Вәлиулла менән Мирхәйҙәр Фәйзиҙе иманһыҙлыҡта ғәйепләй:
— Ҡыҙымды сәхнәлә ҡосаҡлатып, тәүбә-тәүбә, үптереп, кешеләр алдында рисуай иттерәсәк башым юҡ, — тип килеүселәрҙе әрләп ташлай. Ҡунаҡтар ҡыҙҙың үҙе менән һөйләшергә үтенһә лә, хужа ағай ҡырҡа ҡаршы төшә һәм ҡыҙҙың юғалыуын хәбәр итә. Егеттәр күңеле төшөп, сығыу яғына йүнәлә. Ә ихатала уйнап йөрөгән малай, кәнфит алғас, апаһының ике көн инде мөгәрәптә бикле ултырыуын әйтеп бирә. Икенсе көндө Вәлиулла Мортазин менән Мирхәйҙәр Фәйзи бүләккә "Ҡөрьән" китабы һәм күстәнәстәр күтәреп килеп инә. Драматург:
— Вәлиулла үҙенә "Иманлы" тигән исем-шәриф алды, — тип хәбәр иткәс, атай кешенең йөҙө яҡтырып киткәндәй була һәм ҡыҙын сәхнәлә әҙәпле тотоуҙы үтенә.
Был ваҡиғаны миңә Хәмит ағай Шахмай һөйләне. Мирхәйҙәр Фәйзи Стәрлетамаҡта "Сәйәр" театрында бер нисә йыл эшләй, шулай уҡ үҙенең тыуған яғын да онотмай. Драматургтың "Ғәлиәбаныу" пьесаһы тәүҙә "Сәғәҙәтбаныу" исеме менән Ырымбур театрында 1917 йылда йырһыҙ ғына сәхнәләштерелә. Ә 1919 йылда "Ғәлиәбаныу" тигән спектакль "Сәйәр"ҙә йырлы-моңло итеп ҡуйыла.
Хәмит Шахмайҙың һөйләүенә ҡарағанда, ул былай булған: "Сәғәҙәтбаныу"ҙың премьераһынан Мирхәйҙәр Фәйзи эсе бошоп килеп сыға. Ул спектаклгә нимәлер етмәүен һиҙә. Яҙыусы, бойоғоп, тыуған ауылы Күкшелгә ҡайтып китә. Аҙбар башындағы бесәнлектә уны йоҡо алмай. Шул ваҡыт ҡолағына бик матур бер моңло йыр килеп ишетелә. Драматург ай яҡтыһында шул йыр ағылған яҡҡа ашыға һәм матур күренешкә тап була: ҙур булмаған йылғаға һалынған баҫманан бер егет ҡыҙға табан йырлап килә:
Тәҙрәм төбө ҡаты бал,
Ашағың килһә ватып ал.
Ғәлиәбаныуым, һылыуым, иркәм,
Тәҙрәңдән тартып ал.
— Бына нимә етмәй спектаклгә! Йыр етмәй, йыр! — тип ҡысҡырып ебәрә. Ысынлап та, аҙаҡ асыҡланыуынса, теге баҫмалағы ҡыҙҙың исеме Ғәлиәбаныу булып сыға. Автор үҙенең драмаһына ошо исемде бирә.
Мирхәйҙәр Фәйзиҙең артабанғы яҙмышы Урал аръяғында үтә. Ул өйләнә алмай, сөнки ҡаты сиргә юлыға. Уны еңгәһе тәрбиәләй һәм, Ҡырымға курортҡа барып ҡайтҡандан һуң, 1929 йылда ни бары 38 йәшендә донъянан китә. Уны хөрмәтләп ерләү өсөн ҙур хәстәрлек күрелгән. Фәтих Абдуллиндың яҙыуына ҡарағанда, яҙыусының кәүҙәһе һалынған табут ул йәшәгән китапхана залына ҡуйылған. Бында Түбә, Темәс, Юлыҡ һәм Баймаҡ ауылдарының халҡы үҙҙәренең яратҡан әҙибе менән йылы хушлашҡан. Мәрхүм граждандар һуғышы ҡорбандары ерләнгән туғандар ҡәберлегенә күмелгән.
Драматургтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Юлыҡ ауылы мәктәбендә музей ойошторолған. Ә мәҙәниәт йортонда яҙыусының исем-шәрифе яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Хәҙер ҡалаға әйләнгән Баймаҡта Мирхәйҙәр Фәйзи эшләгән китапхана алдына һәйкәле тора, яҙыусы йәшәгән урамға уның исеме бирелгән. Йыйып әйткәндә, драма әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тормошон сағылдырған мәшһүр яҙыусыны халыҡ онотмай. Уның исем-шәрифе беҙҙең китаптарҙа ла булыр тигән ышаныс белдерге килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576