Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүләккә лайыҡ Әлибай
Бүләккә лайыҡ ӘлибайЯҡташым Сафуан Әлибаевтың 2010 йылда донъя күргән "Һайланма әҫәрҙәре"нең II томы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителеүенә бик шатландым. 1968 йылда тәүге йыйынтығын баҫтырып, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтендә оҙаҡ йылдар уңышлы ижад иткән, шуның өсөн Башҡортостаныбыҙҙың иң юғары Салауат Юлаев орденын күкрәгенә ҡаҙаған шағир был баһаға лайыҡ.

Сафуан Әлибаевтың шиғырҙары менән бала саҡтан танышмын. Салауат районының Иҙелбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында "Беҙҙең яҡташ әҙиптәр" тигән стендта уға арналған бүлек тә бар ине. Шул осорҙа уның етәкселегендә сыҡҡан "Башҡортостан пионеры" гәзитен дә бик яратып уҡыны беҙҙең быуын.
1973 йылда, Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә, әҙәби түңәрәк ағзалары, педучилище уҡыусылары янына осрашыуға килгән Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов һәм Сафуан ағай менән дә танышып, яҡындан аралашыу насип булды. Был иҫтәлекле ваҡиға хаҡында район һәм ул саҡта ншер ителгән "Ленинсы" йәштәр гәзиттәрендә хәбәр баҫтырғаным әле лә хәтерҙә. Сафуан ағайҙың матур теләктәр яҙып бүләк иткән "Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш" тигән тәүге йыйынтығын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым, уны йыш ҡына ейәнем менән ейәнсәремә күрһәтәм, уларға яҡташыбыҙҙың бөгөн дә матур яңғыраған шиғырҙарын уҡыйым.
"Тылсымлы шар" китабы өсөн 1996 йылда уҡ ЮНЕСКО-ның Х. Андерсен исемендәге почетлы дипломын алған әҙиптең әҫәрҙәре бөгөн башҡорт балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенең алтын фондында лайыҡлы урын биләй. Ижады ла күп яҡлы бит Сафуан Әлибайҙың: ҡурсаҡ театрында йәш быуын өсөн әҙиптең пьесалары ҡуйыла, шиғырҙарына яҙылған матур, зауыҡлы йырҙарҙы радио һәм телевизорҙан, концерт залдары сәхнәһенән инде бер нисә быуын тамашасыһы яратып тыңлай.
Сафуан Әлибаевтың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт бүләгенә тәҡдим ителгән "Һайланма әҫәрҙәре"нең икенсе томын был көндәрҙә тағы ҡулға алдым. Тос ҡына йыйынтыҡҡа (280 бит) шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, әкиәттәре һәм йырҙары тупланған. Үҫмерҙәр өсөн яратып, фәһем алып уҡырлыҡ әҫәрҙәр күп унда. Балалар журналы "Аҡбуҙат" биттәрендә донъя күргән шиғырҙар тупланған бүлек тә иғтибарҙы йәлеп итә.
Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм, әлбиттә, башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яратҡан әҙибебеҙ Сафуан Әлибайҙың ошо йыйынтығын йышыраҡ ҡулға алһын, уның бай образлы һәм аһәңле шиғырҙарын үҫмерҙәргә йышыраҡ уҡып ишеттерһен ине. Күп әҫәрҙәрҙе балаларҙан ятлатып, уларҙы төрлө сараларҙа яттан һөйләтеүҙе ойоштороу ҙа телмәр үҫтереүҙә ҙур файҙа буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779