Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлфиә ЮЛСУРИНА: "Сәнғәт менән һатыу итмәйек"
Әлфиә ЮЛСУРИНА: "Сәнғәт менән һатыу итмәйек"Беҙ, хәбәрселәр, йыш ҡына республика буйлап гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙарға сығабыҙ. Сәнғәт кешеләре иһә айырылмаҫ юлдашыбыҙға әйләнде. Шундай тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе — Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. Уның менән "Башҡортостан"дар республикабыҙҙың ҡайһы ғына төбәгендә булманы икән!? "Шул тарафтарға барып килергә ине, Әлфиә апай", тиһәк, шатланып юл төйөнсәген төйнәп тә ҡуя. Бер саҡ унан шулай һорарға баҙнат иттем: "Әлфиә апай, һаман юл йөрөү ялҡытманымы?" "Мин халҡыбыҙға хеҙмәт итеүҙән ялҡмайым", — тине ул. Ысынлап та, йөрәгендә милләт рухын күтәрерҙәй "Башҡортостан" тигән йырҙар йөрөткән һандуғасыбыҙҙың һайрауҙан тыныуы мөмкин түгел!
Бөгөн Әлфиә Юлсурина — беҙҙә ҡунаҡта.

— Әлфиә апай, әйҙәгеҙ, "Тормош китабы"ғыҙҙың тәүге биттәренә күҙ йүгертеп сығайыҡ.
— Нисегерәк башларға икән?.. Былай итһәк: мин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын... (Рәхәтләнеп көлә).
— Эйе, күренекле шәхестәрҙең биографияһы шулайыраҡ башлана...
— Әсәйем Фатима Ғәйнуллина — Әбйәлил районынан. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, Иҫке Собханғолдоң мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән сағында яңы ғына әрмелә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан атайым Мырҙабулат Ҡолдәүләтов менән танышып, үҙ ояларын ҡоралар. Атайым оҙаҡ ҡына йылдар милицияның паспорт бүлегендә эшләне. Оҙаҡ тиһәм дә, 38 йәшендә генә вафат булып ҡуйҙы ул. Бына ошо ғаиләлә мин беренсе бала булып яҡты донъяға тәүге "йыр"ымды ишеттергәнмен. Шул.
— Әсәйегеҙ мәҙәниәт кешеһе булғас, йыр-моң һеҙҙең ғаилә ағзаһына әүерелгәндер.
— Бик татыу булдыҡ беҙ. Атайым, сәнғәт өлкәһендә эшләмәһә лә, йыр-моңға, әҙәбиәткә шул тиклем ғашиҡ, шиғри күңелле кеше ине. Гәзит-журналдарҙы йыйып төпләп барҙы.
— Тимәк, моң "ене" бала саҡта уҡ ҡағылған.
— Иҫ белгәндән алып йырлайым. Мәктәптә лә төрлө концерттарҙа ҡатнаштым. Ғөмүмән, ғүмеремдең йырҙан айырылғаны юҡ.
Мин алтынсы класта уҡығанда атайым вафат булды, һәм шунан алып икенсе тормош башланды: юл йомғағым Өфөләге 1-се интернатҡа табан тәгәрәне. Тәүге тапҡыр ҙур-ҙур әҙиптәрҙе, артистарҙы, шулай уҡ Рәми Ғариповты ошонда күрергә насип булды.
Әлбиттә, интернатта уҡығанда ла йырҙан айырылманым, ләкин артист булырмын тип уйламаным. Хыялым Шәүрә Мортазина кеүек режиссер булыу ине. Сөнки беҙҙе театрҙарға йөрөтә торғайнылар. Шул саҡта "Ғәлиәбаныу" спектаклен ҡарап тетрәндем һәм театрға ҡарата ғүмерлек мөхәббәт ҡабынды. Үлеп ғашиҡ булдым! Үҙебеҙҙең китапханалағы театр тураһындағы китаптарҙы, Станиславскийҙың, Вахтанговтың, Немирович-Данченконың хеҙмәттәрен уҡып сыҡтым. Ҡыҫҡаһы, сәнғәт институтының режиссура бүлегенә уҡырға инергә әҙерләндем. Бәлки, теләгем бойомға ашыр ҙа ине, ләкин IХ класты тамамлағас, ауылға ҡайтып китергә тура килде.
— Сәбәпһеҙгә тауҙан таш та тәгәрәп төшмәй, ти...
— Таш тәгәрәтерлек сәбәп булманы ул. Ялҡытты интернат тормошо. Иртәнге сәғәт 7-лә тороп, киске 10-да йоҡларға ятаһың. Һалдат кеүек. Тәртип ҡаты. Мин ниндәйҙер ҡалыптарға һыйып йәшәргә өйрәнмәгәнмен. Етмәһә, танау "еҫ һиҙә” башлаған саҡ бит инде: киске уйындарға сыҡҡы, мөхәббәт утында янғы килә (көлә). Ҡайтып киттем шулай, һәм теләгемә ирештем: мөхәббәтемде таптым. Ул бик етди егет ине. Сәнғәтте яратҡандыр, бәлки, ләкин сәнғәт кешеләрен ене һөймәне. Шуға ла мин пединститутҡа инергә булдым. Уны яратҡайным шул, шайтан алғыры. Егетем ауыл хужалығы институтын һайланы.
Пединститутҡа әҙерләнеп, район мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән саҡ. Бер көн сәнғәт училищеһынан педагог килеп төштө. Әхирәттәрем, әйҙә, Әлфиә, һин матур йырлайһың, уның алдында йырлап ҡара әле, тиҙәр. Бер нисә йыр йырлатты. Шул арала минең турала бөтәһен дә һорашып белеп бөткән. Саҡырып алды ла былай ти: "Бына һин, Әлфиә, уҡытыусы булырға йыйынаһың икән. Ләкин урының сәхнәлә бит. Әйҙә, башта беҙгә уҡырға ин, аҙаҡ үҙең ҡарарһың". Шулай итеп, сәнғәт училищеһына барып эләктем һәм башҡаса "пед" тип ауыҙ ҙа асманым. Сәнғәт училищеһында йән тыныслығы таптым, үҙемдеке итеп ҡабул иттем. Ул саҡта Таһир ауыл хужалығы институтында уҡый ине инде. Уның менән сәстәрҙе сәскә бәйләп, тыуған яҡҡа ҡайттыҡ. Мин район мәҙәниәт һарайында эш башланым. Эш башланым, тип әйтеүе генә еңел. Уф!.. Күрмәгәнде күрергә тура килде. Шағир әйткәнсә, һөйөү беҙгә ғазап булып килде. Таһир менән Зөһрә булманыҡ инде, юлдарыбыҙ айырылды. Шулай ҙа уға ҡарата тамсы ла үпкәм юҡ, нимә генә тиһәң дә, ике улымдың атаһы бит ул!
— Улдарығыҙ хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле.
— Улдарым — Тимур менән Тайфур. Тимурға — 29, Тайфурға 26 йәш тула быйыл. Тайфур улым "Бүреләр" төркөмөндә музыкант булып та йөрөнө. Авиация институтын тамамланы. Икеһе лә йыр-моңға әүәҫ. Аллаға шөкөр, балаларым менән һәйбәт мөнәсәбәттә йәшәйбеҙ.
Иптәшемдән айырылғас, Өфөгә сығып киттем һәм баштан-аяҡ сәнғәт донъяһына сумдым. Балалар атаһы менән ҡалды. Минең өсөн тормоштоң ауыр һынауы ине был. Хәҙер уйлап ҡуям, үҙеңә тормош иптәше һайлап алыу ҙа — үҙенә күрә сәнғәт ул.
— Шаян теллеләр шулай төрттөрөргә ярата: һаман эшкә кермәнеңме, йырлап ҡына йөрөйһөңмө? Ғөмүмән, йырсы йөгө ниндәйерәк икән?
— Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Кемдәрҙер йырсы булыуҙы етди һөнәр итеп ҡарамайҙыр. Ярай, етди һөнәр ҙә булмаһын, ти, ләкин мин уға һәр саҡ намыҫ менән ҡарайым. Беҙгә йыш ҡына мәктәптәрҙә булырға тура килә. Шундай бер осрашыуҙа мәктәп уҡыусыһы:
Бер кемгә лә һине биргем килмәй,
Әммә яттыҡы һин, яттыҡы.
Булһаң ине тик минеке генә,
Уртаҡ йәрҙәр һөйөү ялҡытты, —
тип йырлап тора. Хәйер, бала — бала инде, йыр һүҙҙәренә әһәмиәт тә бирмәҫ. Ә бына ҡайһы берәүҙәрҙең үҙе кисермәгән, йөрәге аша үткәрмәгән хистәр тураһында йырлауы аптырата. Мин, мәҫәлән, мәктәптән сығып киткәнсе мөхәббәт тураһында йырларға оялдым. Уның өсөн бит күпме көйөргә, янырға, һыҡрап-һыҡтарға кәрәк... Йыр йөрәктән сыҡҡанда ғына башҡаларҙың йөрәгенә үтеп инә.
Күптән түгел ауылдарҙа йөрөп килдем. Шуныһы ғәжәп: тоҙһоҙ йырҙарҙы халыҡ иҫе китеп тыңлай, алҡыштарға күмә. Мәғәнәһеҙ йырҙар менән кешеләрҙең зауығын боҙоп бөткәндәр. Хәҙер бит бөтәһе лә әртис. Беҙ үҫкән заманда улар бармаҡ менән һанарлыҡ ине: Мәғәфүр Хисмәтуллин, Филүс Гәрәев, Зәки Мәхмүтов кеүектәр биҙәне сәнғәтебеҙ күген. Шулар тәрбиәһендә үҫкәнгәлер, үҙебеҙгә талапты юғары ҡуйырға тырыштыҡ.
— Композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙме?
— Әлбиттә. Йыр бер кешенең генә ижад емеше түгел. Шағир, композитор, йырсы — бына ошо өс "кит" тотоп тора уны.
Һуңғы ваҡытта талантлы композиторыбыҙ Салауат Низаметдинов менән эшләйбеҙ. Уның ижады күңелемә яҡын: мәғәнәле шиғырҙарға ғына көй яҙа ул. Мостай Кәрим, Рафаэль Сафин, Зөһрә Ҡотлогилдина кеүек шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарам. Ғөмүмән, һәр эштең үҙ оҫтаһы булырға тейеш. Шиғыр — шағирҙың, көй композиторҙың эше.
Күптән түгел Наил Нурмөхәмәтов тигән композитор йырҙарын биргәйне, уларҙы оҡшаттым. Йәш композитор Линар Бикмурзиндың да йырҙарын кинәнеп башҡарам.
— Сер түгел, Мәскәү йырсылары май эсендә йөҙгән бөйөр кеүек йәшәй. Мин матди яҡты әйтәм. Беҙҙекеләрҙең хәле нисегерәк икән?
— Ой!.. Мин Бөрйәндән килдем, йәшәргә урын юҡ, төрлө ерҙә "төнәп" йөрөргә тура килде. Өҫтәүенә, эш хаҡы ваҡытында түләнмәй, аслы-туҡлы йәшәгән саҡтар аҙ булманы. Ләкин ҡулыма аҡса килеп инһә, уны йырҙарға аранжировка эшләтеүгә тотонам, кейергә йүнле кейем дә юҡ. Уҡытыусым әйтә ине: "Әлфиә, һин бит йырсы! Һине кеше таный, ә һин "ҡарасҡы" кеүек кейенеп йөрөйһөң. Улай ярамай бит!" Ярамай тип нимә эшләйһең инде: артымда аҡса төртөп тороусылар булманы. Икмәгемде намыҫ менән эшләп алдым. Бөтә тапҡан аҡсамды йырҙарыма һалдым. Бөгөн минең бер кемдән дә оялмайынса йырлап йөрөй торған үҙ репертуарым бар.
Бер саҡ Илһам Шакиров сығышымды тыңлағас: "Был ҡыҙ ниндәй матур йырлай, ну, кейеме йүнле түгел инде. Татарстанда булһа, күтәреп йөрөтөрҙәр ине", — ти икән. Шулай юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға тура килә...
— Әлфиә апай, әңгәмәбеҙҙе моңһоу нотала тамамларға тура килә шикелле.
— Ю-ю-юҡ, Салауат. Ас ижадсы һәйбәтерәк ижад итә ул! Тауыҡ һимергән һайын, арты бөрөшә, ти. (Кинәнеп көләбеҙ). Донъя көтәм тип, ижадтан баш тарта алмайым. Бына әле үҙ теләгем менән эштән киттем, башҡа өлкәләге ижадҡа сумдым, асылыма ҡайттым. Уның емештәрен, алла бирһә, март айында тамашасылар менән уртаҡлашырмын тип торам.
Ижадсы бер ниндәй ауырлыҡтар һәм шул уҡ аҡса алдында баш эйергә тейеш түгел.
Әле яңыраҡ бер йәш ҡыҙ: "Минең таксаны беләһегеҙҙер", — тип аптыратты. Уның өсөн үҙемә оят булып китте.
Ғөмүмән, сәнғәт менән һатыу итергә ярамай. Мин шулай уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575