Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәниәт донъяны ҡотҡарырмы?
Урыҫ әҙәбиәте классигы Федор Достоевский әйтмешләй, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, матурлыҡ — ул әҙәплелектең, мәҙәнилектең сағылышы. Рухи донъяһы саф, сәнғәтте яҡын күргән кешеләр генә Ер йөҙөнә гүзәллек орлоҡтары сәсә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирҙе. Республика етәксеһе күрһәтмәләрен бойомға ашырыуға әҙербеҙме? Халыҡтың рухи кимәлен нисек күтәрергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты асыҡлап ҡарайыҡ. Бөгөн редакцияла ҡунаҡта:
Эльвира ЮНЫСОВА — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы;
Әхтәм АБУШАХМАНОВ — республикабыҙҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы;
Алһыу СИРҒӘЛИНА — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының бүлек мөдире;
Гөлнара ӘМИНЕВА — Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.

"Мәҙәниәт учреждениеларының матди хәле бик хөрт. Шул сәбәпле, ундағы ижади коллективтар, үҙешмәкәр театрҙар, оркестрҙар юҡҡа сыға. Урындағы үҙидара ошо эште йәнләндерергә, мәҙәни шытымдарҙы ҡоротмаҫҡа тейеш. Был йәһәттән өлгө итеп ҡуйырлыҡ райондар ҙа бар. Улар көҙгө уңыштың килеменә ауыл хужалығы өсөн техника ғына алмай, мәҙәниәт һарайын музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре менән байыта. Унда эшләр өсөн ҡаланан йәш белгестәрҙе саҡыралар, һәйбәт эш хаҡы, торлаҡ менән дә тәьмин итәләр. Бындай райондарҙың иҡтисады ла алға бара, мәҙәни тормошо ла сағыу була. Йәштәр ҙә унан күсеп китергә ашыҡмай.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мөһим мәсьәлә булып тора. Беҙҙең алдағы маҡсат: эш хаҡын уртаса кимәлгә еткереү, йәғни биш йыл эсендә уны ике тапҡырға арттырыу. Ошо мәсьәләне киләһе йылдан алып эҙмә-эҙлекле рәүештә хәл итә башлаясаҡбыҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла эшләйәсәкбеҙ. Уларға фатир алырға ярҙам итеү өсөн 2013 йылдан кәмендә 50 миллион һум бүлергә тәҡдим итәм, һәм был ярҙам йыл да булырға тейеш".
(Башҡортостан Президенты Рөстәм
Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенән).

— Президентыбыҙ Мөрәжәғәтнамәһендә, элекке йылдар менән сағыштырғанда, мәҙәниәт мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Бының әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?
Мәҙәниәт донъяны ҡотҡарырмы?Эльвира ЮНЫСОВА:
— Мәҙәниәт өлкәһендә утыҙ йылдан ашыу эшләйем. Һүҙ ҙә юҡ — проблемалар етерлек, был хаҡта сәнғәт әһелдәре лә йыш һөйләй. Депутат булараҡ, ошо етешһеҙлектәрҙе белә тороп, биш йыл эсендә хәлде яҡшыртыу йәһәтенән байтаҡ сара күрҙек.
Ә бына Президентыбыҙҙың былтырғы Мөрәжәғәтнамәһе беҙҙең күңелгә май булып яғылды. Әлбиттә, республикабыҙ иҡтисади йәһәттән төрлө күрһәткестәр буйынса алдынғы сафта. Спорт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә лә уңыштарыбыҙ бар, һәм Рөстәм Зәки улы ошо ҡаҙаныштарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуҙы төп маҡсаттың береһе итеп ҡуя. Беҙ глобалләштереү дәүерендә йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙе донъяның бер өлөшө итеп күрһәтергә тейешбеҙ. Ә уның өсөн Башҡортостандың ныҡлы нигеҙе бар. Әйтергә кәрәк, ошо фекер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраны. Сәнғәтте генә түгел, ә үҙ кешеләренең белем һәм мәҙәниәт кимәлен дә үҫтергән илдәр генә көслө иҫәпләнә. Президент Рөстәм Хәмитов "аҡыллы" йәмғиәт тәрбиәләү мөһимлеген айырыуса билдәләне. Ә бының өсөн мәктәптән алып "белем культы"н тыуҙырырға кәрәк. Ул саҡта аяҡҡа баҫасаҡ быуын юғары технологиялар менән дә иркен эш итәсәк, иҡтисад та үҫәсәк.
Һуңғы ун биш йыл эсендә кешеләрҙең әхлаҡи, мәҙәни ҡарашы ныҡ ҡаҡшаны. Шул үҙгәртеү осоронда яңы ил ҡорабыҙ тип, бөтә иғтибар шуға китте лә, рухиәтебеҙ ситтәрәк тороп ҡалды. Хәҙер инде ул ниндәйҙер ҙур шешкә әүерелде тиһәк тә, хата булмаҫ. Шуға ла Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәтте үҫтереүгә ентекле анализ яһалыуы — үтә лә шатлыҡлы ваҡиға.
Мәҙәниәт донъяны ҡотҡарырмы?Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
— Илһөйәрлек тәрбиәләргә кәрәк, тип йыш ҡабатлайҙар. Ә нисек? Әлбиттә, бында әҙәбиәттең дә, мәҙәниәттең дә тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Мин ҡайһы саҡта Рәсәй өсөн ҡурҡып та ҡуям. Ҡоро исеме генә тороп ҡалмаҫмы икән? Ҡытайҙар, башҡа илдәр яйлап беҙҙе баҫып алһа, ил нисек йәшәр, тип аптырайым. Аҫаба халыҡты төрлө яҡлап һаҡлау, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу ҙа, бер уйлаһаң, илһөйәрлектең сағылышы бит. Сәнғәт бармаҡ менән төртөп күрһәтеп кешене тәрбиәләү сараһы түгел. Ул кисерештәр аша һәр кемде дөрөҫ юл табырға өйрәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙең сәнғәт тә, әҙәбиәт тә аптырашта. Уларҙың хәлен яҡшыртыу өсөн иң тәүҙә Хөкүмәткә ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Элек шәп пьеса яҙған кешеләргә Сталин машина биргән. Бөгөн яҙыусыларҙың гонорарын ташҡа үлсәйем. Аҡсаны услап биреп, әҙәбиәтте үҫтереп була, тип әйтмәйем, әлбиттә. Тик шулай ҙа матди ярҙам менән ижадсыны яҡларға кәрәк. Ә инде кадрҙар әҙерләгәндә, теләһә кемде һайларға кәрәкмәй. Беҙҙең өлкәлә булдыра алырҙайҙарын ғына уҡытырға кәрәк.
Тағы ла бер проблема бар: ҡайһы бер түрәләр йәмғиәт менән әллә ни иҫәпләшеп бармай. Сәнғәт кешеһен тыңламайҙар ҙа, аңларға ла тырышмайҙар. Бына мин илле йыл ғүмеремде театрға арнаным. Ҡайһы артистың нимә булдыра алырын, кемдең ошо сәнғәт "йөгөн" тартасағын яҡшы беләм. Әммә минең менән берәү ҙә кәңәшләшмәй. Бына ошо күренеш аяныслы!
Аҡса кешене йә күтәрә, йә бөтөрә. Беҙҙә уны ғәҙел бүлергә һәм кемгә бирергә икәнен белергә кәрәк. Эшкинмәгән етәксегә тотторһаң, ул юҡҡа сығасаҡ.
Беҙҙең илдә бөгөн халыҡтың дүрт проценты дингә ышана, ә театрға һигеҙ проценты бара. Был бик аҙ. Әгәр 90 проценты йөрөһә, бөгөндән үк полицияны 90 процентҡа кәметергә булыр ине, сөнки театрҙы яратҡан кеше алама булмай.
Мөрәжәғәтнамәләге бурыстарҙы кисекмәҫтән тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тора. Ә нисек? Бында иһә фәҡәт ижад әһелдәренең фекеренә таянырға кәрәк. Ошо өлкәне белмәгән ниндәйҙер түрә ижадсыға аҡыл өйрәтә башлаһа, бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ.
Тағы ла тарихҡа әйләнеп ҡайтайым әле. Беҙҙең өсөн балет сәнғәте бөтөнләй ят булған. Шулай ҙа опера һәм балет театры төҙөлгәс, тиҙ арала белгестәр әҙерләнә, һәм улар донъя кимәлендә танылыу яулай. Был бит халҡыбыҙҙың иҫ китмәле һәләтен күрһәтә. Элек кадрҙар мәсьәләһенә бик етди ҡарағандар. Әйтәйек, ябай ауыл малайы Заһир Исмәғилевте табып, уҡытып, мәшһүр композитор итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ә хәҙер ҡайҙа композиторҙар?
Эльвира ЮНЫСОВА:
— Юҡ, Әхтәм ағай, һеҙ ул тиклем үк бөтөрөп ташламағыҙ. Бынамын тигән ижадсыларыбыҙ бар. Үҙенең бар булмышын, ғүмерен ошо сәнғәткә арнағандар республикабыҙҙа әҙ түгел. Улар бүтәнсә йәшәй ҙә алмай. Түбән эш хаҡы ла, торлаҡтың булмауы ла күптәргә кәртә түгел.
Сәнғәткә осраҡлы рәүештә килеп эләккәндәр ҙә етерлек, әлбиттә. Шуға ла ҡабул итеү комиссияһында иғтибарлыраҡ булһалар ине тигән теләк ҡала.
Донъя тарихына байҡау яһайыҡ әле. Бына беҙ боронғо гректар хаҡында ҡайҙан беләбеҙ? Әлбиттә, сәнғәт һәм әҙәбиәт аша. Уларҙың башҡа өлкәләрҙә лә ҡаҙаныштары булғандыр. Әммә архитектураһы, мифологияһы, театры тураһында мәғлүмәт күберәк һаҡланған. Шуны әйтмәксемен: мәҙәниәт — һәр илдең терәге. Теге йәки был дәүләттең үҫеше, тәү сиратта, сәнғәтенең кимәленә бәйле. Ә беҙҙә һуңғы 20 йылда рухиәткә иғтибар һүлпән булды.
— Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә 2018 йылға һәр мәҙәни хеҙмәткәрҙең уртаса эш хаҡы 38 мең һумға етәсәген белдерҙе. Ә бөгөн республикала мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы — 10 мең һум самаһы. Биш йылда был күрһәткескә етеп булырмы? Ғөмүмән, Башҡортостанда бөгөн мәҙәниәттең үҫеш кимәленә ниндәй баһа бирәһегеҙ?
Мәҙәниәт донъяны ҡотҡарырмы?Алһыу СИРҒӘЛИНА:
— Әйтеп үтелгән фекерҙәргә мин дә ҡушылам. Ысынлап та, илдең социаль-иҡтисади хәлен мәҙәниәт кимәленә ҡарап тоҫмалларға була. Үҙгәртеп ҡороу тип тотош мәҙәниәт тармағын емереп ташланылар, шуны һаман тәртипкә килтерә алмайбыҙ.
Президент Мөрәжәғәтнамәһе мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр өсөн ҙур шатлыҡҡа әүерелде. Аллаға шөкөр, инде ҡояш беҙҙең яҡта.
Былтыр декабрь аҙағында республика Хөкүмәтенең беренсе тапҡыр мәҙәниәт мәсьәләләренә арналған ултырышы булды. Был тиклем иғтибар өсөн ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, ижади дәрт тә өҫтәлде.
Республикала мәҙәниәт кимәлен ошо күрһәткестәр билдәләй: әле Башҡортостанда 12 театр, алты концерт ойошмаһы, бер киностудия, 96 музей, 1550 ауыл һәм 190 ҡала ерлегендә урынлашҡан китапхана, туғыҙ махсус белем биреү мәктәбе, 2286 клуб, 8869 халыҡ коллективы бар. Шулай уҡ балалар өсөн 136 музыка һәм сәнғәт мәктәбе, 601 кино күрһәтеү ҡорамалы, 28 ҡала һәм 573 ауыл ерлегендә урынлашҡан кинотеатр, 23 мәҙәниәт һәм ял паркы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, 16 тарихи-мәҙәни үҙәк эшләп килә.
Баяғы "шеш"тең үҫеүе тип әйтеүегеҙ дөрөҫ, сөнки республикала китапханаларҙың һәм клубтарҙың һаны һуңғы биш йыл эсендә 4,7 процентҡа кәмегән. Әлеге лә баяғы ошо ҡулайлаштырыуҙың кире күренеше инде. Музейҙарҙың да һаны 4 процентҡа әҙерәк хәҙер. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: мәҙәни саралар үткәреү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Әммә мәҙәниәт өлкәһен финанслау йылдан-йыл кәмей килде.
Шул уҡ ваҡытта Президентыбыҙ Мөрәжәғәтнамәһендә алға этәргес пландарҙы ла атап киткәйне. Мәҫәлән, уңышлы 10–15 проектты тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллион һум бүленәсәк. Иң яҡшы спектаклдәрҙе, тамашаларҙы ҡуйыу өсөн ошо аҡса тотоноласаҡ тип күҙаллана.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
— Бының бит, урыҫтар әйтмешләй, "ыҙғыш алмаһы"на әүерелеүе бар. Нисә йыл грант алалар, ә һөҙөмтәһен күрмәйбеҙ. Юғиһә, хәҙер алдап яҙылған проекттар күбәйҙе. Дәүләт аҡсаһын нисектер эләктерәләр ҙә, шуның менән вәссәләм!
Алһыу СИРҒӘЛИНА:
— Әхтәм ағай, бынан ары "ыҙғыш алмаһы"на юл ҡуйылмаҫ. Грант алыу өсөн конкурс иғлан ителәсәк. Шуларҙың ҡайһыһын үткәреү өсөн һеҙ ҙә, ижади ойошма рәйесе булараҡ, үҙ фекерегеҙҙе белдерә алаһығыҙ.
Мөрәжәғәтнамәнең тағы бер ыңғай яғын билдәләп үтәйем әле. Рөстәм Зәки улы һәр музыка мәктәбен уйын ҡоралдары менән йыһазландырыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Ысынлап та, иҫке уйын ҡоралы менән нисек инде таланттарҙы тәрбиәләп була?
Эльвира ЮНЫСОВА:
— Әлбиттә, бының менән мин дә килешәм. Ҡайһы ғына сәнғәт уҡыу йортон алһаң да, һәр ҡайҙа уйын ҡоралдарының, сәхнә костюмдарының етмәүенә зарланалар. Пианино, роялде уҡыу йорто нисек һатып алһын инде? Улар ныҡ ҡиммәт.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
— Мәҙәниәтте финанслау элек-электән әллә ни етерлек кимәлдә булманы. Бына мин уҙған быуаттың 70-се йылдарын иҫкә төшөрәм. Бөгөнгө менән сағыштырғанда, ул осорҙа театрҙа хеҙмәткәрҙәрҙең иҫәбе ике тапҡырға кәмерәк ине. Әлеге мәлдә артистар һаны икеләтә күберәк, ә эш һөҙөмтәһе, киреһенсә, һүлпәнерәк.
Былтыр туғыҙ көн дауамында театр фестивале барҙы. Шул арала тамашаларҙан 6 миллион 300 мең һум килем алынған. Сағыштырыу өсөн: театрҙарҙың йыллыҡ килеме ни бары 15 миллион һум ғына. Ниңә улай? Быға бит анализ яһаған кеше юҡ.
— Һеҙҙең фекерегеҙгә бәйле һорау тыуҙы әле. Театрҙар йыш ҡына ниндәйҙер сит ил яҙыусыһы әҫәре буйынса пьеса ҡуя. Бының өсөн Петербургтан йә иһә Мәскәүҙән режиссер саҡыртып, уға мул ғына түләйҙәр. Ләкин тамашаға берәү ҙә йөрөмәй. Яңыраҡ ҡына бер пьесаның премьераһында ни бары утыҙлап кеше ултырҙы. Ошондай хәл республика театрҙарында йыш ҡабатлана. Быны тикшереүсе, контролдә тотоусы ла юҡ шикелле...
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
— Сөнки беҙҙең сәнғәттә конкуренция юҡ. Ә бит мәҙәниәт аҫылдарына ҡарап үҫә. Бөгөн үҙе шағир, үҙе композитор, үҙе йырсы булып йөрөгәндәр ишәйҙе. Теләге генә булһын, гөрләтеп концерт ойоштороп ебәрә. Ул һәүәҫкәргә берәү ҙә ҡаршы һүҙ әйтмәй. Худсовет, цензура тигән нәмә онотолдо. Шул уҡ эшкинмәгән спектакль ҡуйылған коллективтар менән дә асыҡтан-асыҡ һөйләшеү юҡ. Ни өсөн уларҙы уйландырмайбыҙ? Ошо мәсьәлә бит ҡуйылмаған. Шуға ябай халыҡ алтындан баҡырҙы айыра алмай, "осһоҙ" тамашаларға йөрөй. Беҙ инде 20 йыл гел маҡтанып йәшәйбеҙ. Һәләте булмаған артисты күтәрәбеҙ, концертын дан итеп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Ә маҡтанған халыҡтың киләсәге булмай!
— Республикалағы мәҙәниәттең киләсәге райондарҙағы ошо өлкәгә ҡарата иғтибарына ныҡ бәйле. Ҡырмыҫҡалы районы миҫалында уңыштарыбыҙ, етешһеҙлектәребеҙ, хәл итәһе мәсьәләләребеҙ менән танышып үтәйек.
Мәҙәниәт донъяны ҡотҡарырмы?Гөлнара ӘМИНЕВА:
— Мин Ҡазанда мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем алдым. Туғыҙ йәшемдән сәнғәт менән дуҫмын, тип әйтә алам. Эш хаҡы түбән тип тә зарланғаным булманы, 25 йыл мәҙәниәт һарайында эшләнем, шуға күрә был өлкәләге проблемалар менән электән танышмын.
Ысынлап та, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр. Был ҡанатлы һүҙҙәрҙе бөгөнгө көнгә яраҡлаштырып, донъя матурлыҡты ҡотҡарырға тейеш, тип әйткем килә.
Аллаға шөкөр, әлегәсә беҙҙә бер генә мәҙәниәт усағы ла ябылманы. Районыбыҙҙа 44 клуб, балалар сәнғәте мәктәбе, ете үҙәкләштерелгән китапхана, биш музей, тарихи-мәҙәни үҙәк эшләп килә.
Ошо 20 йыл эсендә йәш быуын "маяҡһыҙ" тороп ҡалды. Рухи ҡиблалар буталды, икенсе төрлө идеалдар барлыҡҡа килде.
Ҡырмыҫҡалыла үҙебеҙҙең халыҡ театры бар. Улар ҡуйған тамашаға кеше теләп йөрөй. Тимәк, халҡыбыҙ сәнғәтте ярата. Башҡа райондарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән аралашып торабыҙ. Ҡайһылыр төбәктә клуб ҡыш йылытылмай, шуға бикле тора, тип зарланалар. Шөкөр, беҙҙә ундай күренешкә юл ҡуйылмай. Барыһы ла көйлө эшләй. Ауыл халҡы ҡатнашлығында конкурс-фестивалдәр йыл да үткәрелә. Беҙҙең талап буйынса клубтарҙа айына кәмендә ун сара уҙырға тейеш.
Былтыр Сихон, Иҫке Муса ауылдарында мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде. Район үҙәгендәгеһе ремонтланды. Беҙ 2011 – 2015 йылдарҙа мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы программа ҡабул иттек. Уға ярашлы, сәхнә костюмдары, аппаратура һатып алына, учреждениеларҙың матди-техник базаһы яңыртыла.
Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, беҙ ҙә программа төҙөнөк. Быйылдан алып иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади коллективтар өсөн районыбыҙҙа грант биреләсәк. Иң яҡшы хеҙмәткәргә — 50 мең һум, ә инде коллективҡа — 100 мең һум. Был да күптәрҙе дәртләндерәсәк, абруйҙарын да күтәрәсәк.
Нисек кенә тимәһендәр, минеңсә, төбәктәге мәҙәниәт үҫешенең кимәле, тәү сиратта район етәкселегенә бәйле. Ул үҙе ҡыҙыҡһыныу белдермәһә, алға китеү булмаясаҡ.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
— Тап өҫтөнә баҫтығыҙ. Был йәһәттән мин Ҡырмыҫҡалыны өлгө итеп ҡуям. Ҡайһы етәксе мәҙәниәткә иғтибарлы, шуның эше лә алға бара. Ә сәнғәт әһелен һанға һуҡмағандар ниңәлер үҙ урынында оҙаҡ ултырмай.
Гөлнара ӘМИНЕВА:
— Эш хаҡы тураһында ла әйтеп үтмәксемен. Артыҡ сығымды кәметеү өсөн мәҙәниәт учреждениеларын яңыртырға кәрәк, тигән ҡарар сыҡҡайны. Уйлап ҡарағыҙ, финанслауҙы кәметә тороп, нисек уны яҡшыртырға була? Шунан эш хаҡын арттырырға кәрәк, тиҙәр. Мәҫәлән, ниндәйҙер ауыл биләмәһендә өс клуб бар, ти. Уларҙың ай буйы тир түккәне яҡынса 5500 һумға баһалана. Эш хаҡын арттырыу өсөн сығымдарҙы кәметергә, йәғни шул өсәүҙең икеһен ябырға мәжбүр булабыҙ бит. Шунан ул хеҙмәткәр нисек итеп бөтә ауылдарҙа ла саралар үткәреп өлгөрһөн инде?! Талап бар, ә төптән уйлау юҡ. Ҡулайлаштырып ҡына мәҙәниәтебеҙҙе күтәрә алмаясаҡбыҙ. Мәктәптә лә музыка дәресен ҡыҫҡарталар. Шулай булғас, таланттарға үҫергә лә мөмкинлек кәмей.
— Күп кенә йәш белгестәребеҙ сит өлкәләргә эшләргә китә. Сәбәбе бөтәбеҙгә лә билдәле. Беренсенән, торлаҡ бирелмәй, икенсенән, эш хаҡы түбән. Был йәһәттән ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булырмы икән?
Эльвира ЮНЫСОВА:
— Ниңә беҙҙә иҫ киткес тамашалар һирәк тигән зарҙы йыш ишетәбеҙ. Был, тәү сиратта, кадрҙарға бәйле, тип уйлайым. Яңы ғына институтты тамамлағандар килә лә, мин артист, тип талабын ҡуя башлай. Камиллашыу ҙа, ижади эҙләнеү ҙә юҡ.
Режиссерҙарҙың да һүлпәнлеге тойола. Ниңә "Алтын битлек" кеүек фестивалдәрҙә ҡатнашмаҫҡа? Беренсе һәм һуңғы тапҡыр беҙҙең театр "Кәкүк ояһы" менән 2008 йылда сығыш яһаны. Рәсәйҙең иң уңышлы биш театры иҫәбенә инеү — ҙур ҡаҙаныш.
Ысынлап та, һәләтле кадрҙар беҙҙең республиканан китә. Шул уҡ донъя кимәлендә танылған Абдразаҡовтар беҙҙә белем алған. Уларҙың уңыштары өсөн ҡыуанабыҙ, әммә йырсыларыбыҙ бүтән ерҙә эшләй. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә тейешле шарттар юҡ. Йә иһә Илһам Вәлиевте алайыҡ. Ул былтыр "Алтын битлек"те яуланы. Екатеринбург ҡалаһына эшкә барыу менән уға бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылды. Ә ниңә беҙҙә шулай килеп сыға? Бына шул хаҡта уйланырға тейешбеҙ.
Шуға ла республикабыҙҙа мәҙәниәттә генә түгел, мәғариф, спорт, иҡтисад һәм башҡа өлкәләге закондарҙы камиллаштырыу кәрәк. Әле шуның өҫтөндә эш бара ла инде.

Мәҙәниәт донъяны ҡотҡарырмы?Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сығышынан:

...Республикала мәҙәниәт өлкәһен финанслауға 1,9 миллиард һум (республика бюджетының 1,8 проценты) аҡса бүленә. 2013 йылда был һан 5 процентҡа күберәк — 2 миллиард һум. Әммә был ғына өлкәне үҫтереүгә етмәй...
...Мәҙәниәт ул — байрамдар һәм айырым саралар ғына түгел, ә рухи йәһәттән бай йәмғиәт төҙөү өсөн көн һайын башҡарыла торған ентекле хеҙмәт.
...2018 йылға, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, төбәк буйынса уртаса хеҙмәт хаҡына тигеҙләшеп, 38 774 һумға етергә тейеш. Әле, 2012 йылдың туғыҙ айына иҫәпләгәндә, был һан 10 110 һум тәшкил итә.
...Хеҙмәт хаҡын күтәреү өсөн беҙгә бөгөндән мәҙәниәт учреждениеларына инвентаризация яһарға, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы билдәләргә, тарификацияны, штат расписаниелары, контракттарҙы яңынан ҡарап сығырға кәрәк.
...Республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йыл һайын 50 миллион һум аҡса бүленәсәге тураһында әйтелде, был хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ҡанатландырып ебәрҙе.
...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнғәт академияһының иң яҡшы уҡыусылары республиканан сығып китә. Уларҙы Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең әйҙәүсе коллективтары һорап ала, һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең театр-концерт ойошмаларына квалификациялы белгестәр етешмәй.
...Учреждениеларыбыҙҙа кадрҙарҙың "ҡартайыу" тенденцияһы һиҙелә. Заманса фекерләүсе әүҙем йәш белгестәр етешмәй.
...Бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан театр һәм филармониялар бөгөн бигерәк тә ҙур ярҙамға мохтаж.
...Хәҙерге ваҡытта муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының 80 проценты яраҡлаштырылған булһа ла, авария хәлендәге, капиталь ремонт талап иткән биналарҙа урынлашҡан.
...Бөгөн проблемаларыбыҙ бик күп. Әммә уларҙы хәл итеү буйынса киләсәккә аныҡ бурыстар билдәләнгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779