Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бәхет хаҡы”илатты
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған “Бәхет хаҡы” спектакле тураһында алыҫ райондарҙың береһендә йөрөгәндә ишеттем. “Илап ҡайттыҡ”, — тигәйне спектаклде Өфөгә барып ҡарағандар. Баш ҡалаға ҡайтҡас, ҙур елкенеү менән ошо спектаклде ҡарарға барҙым.

Йәш саҡта Олег Ханов, Таңсулпан Бабичева, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаровтарҙы ҡарар өсөн генә театрға барғаным иҫкә төшөп китте, сөнки Театр урамына етеңкерәгәс, хәс шул саҡтағыса, байтаҡ кешенең ашығып тамаша ҡарарға йүгергәне күҙгә салынды. Күңелгә дәрт керҙе. Тик бына ғәжәп... Билет юҡ! Әллә ысынлап та элекке заманға кире ҡайттым инде? Фойеға анһат ҡына үтеп тә булманы. Спектаклде күрергә ашҡынып килеүселәр ишеккә ябырылды, әммә билет бөткән... Бына һиңә мә! Шул саҡ кемеһелер артыҡ билетын һатты, бәхетемә күрә, миңә насип булды.
Ниһайәт, көткән тамаша башланды. Аһ, бына ул мәшһүр артисыбыҙ Фидан Ғафаров! Йәш сағынан үҙенең һылыулығы, тальян гармуны, ҡабатланмаҫ моңо, йырҙары менән хәтерҙә уйылып ҡалған, бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, ижад юлында бихисап сағыу образ тыуҙырған һәм ғүмере буйы тамашасыны үҙенә әсир иткән кумирыбыҙ үҙе сәхнә уртаһында баҫып тора. Мин текәлеп-текәлеп уның һәр хәрәкәтен, мимикаһын күҙәттем, әйтерһең дә, актерҙың йәш сағынан алып бөгөнгәсә өлгәшкән уңыштарын, күргән шатлыҡ-ҡыуанысын, михнәтен барлайым, һәр хәркәтенә анализ яһайым, уйҙарын белергә теләйем. Һәм күрҙем: Фидан Ғафаров — оҫта һәм талантлы актер ғына түгел, ә сәхнә күрке!
Спектакль барышын, әлбиттә, актерҙың моңло тауышы, быға тиклем ишетелмәгән яңы йырҙары тағы ла күркәмләндерҙе. Пьеса фәҡәт Фидан Ғафаров өсөн генә тиһәм, бер ҙә яңылышмаҫмын, сөнки был ролдә башҡа актерҙың уйнауы мөмкин түгел. Йырсы актерҙар бик һирәк шул... Сәнғәтебеҙ башында шундай остаздарыбыҙ, кумирҙарыбыҙ булмаһа, мәҙәниәт усаҡтары һүнер ине...
Спектаклдә шулай уҡ театрға ғүмерҙәрен бағышлаған сәнғәт әһелдәре Нурия Ирсаева, Заһир Вәлитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Хәмит Яруллин, Тәнзилә Хисамова ла ҡатнашты. Үҙенең моңло тауышы менән күптән инде тамашасы һөйөүен яулаған Светлана Хәкимованың роле лә актрисаның ижади оҫталығын, йырсы булараҡ талантын тағы ла сағыуыраҡ асты.
Театр күгендә яңы танылған йәш “йондоҙ”ҙар Артур Ҡунаҡбаев менән Ирада Фазлаева минең өсөн асыш булды. Тал сыбығылай нескә, йәш ҡыҙыҡайҙа эске матурлыҡ, миһырбанлылыҡ, һөйкөмлөлөк күҙгә салынды. Беҙҙең йәш саҡтағы бейеүҙәрҙе йәштәр нисек оҫта башҡара! Бында иһә уларҙы сәхнәгә әҙерләгән Сулпан Асҡарованың да тырышлығын иҫәпкә алһам, урынлы булыр. Сәхнә бик уңышлы ҡоролған. Ошондай күркәм спектаклде ҡуйған режиссер Айрат Абушахманов та — үҙ һөнәренең маһиры.
Спектакль тамам. Тамашасы, күҙ йәшен һөртә-һөртә, артистарға ҡул саба. Мин үҙем дә шул хәлдә. Шаршау ябылды. Ошондай ҙа илһам бүләк иткәндәре өсөн шәхси рәхмәтемде артистарға еткерәйем тип, сәхнә артына уҡталдым, әммә унда үҙе бер донъя икән! Ҡыҫҡаһы, ҡапылғара артистарҙы тотоп булманы. Уның ҡарауы, бәхетемә күрә, пьесаның авторы Хәлисә Мөҙәрисова менән күҙмә-күҙ осраштым! Уның менән танышыуыма ихлас ҡыуандым, бөткөһөҙ рәхмәттәремде еткерҙем. Әйтергә кәрәк, театрҙа яңы һулыш һиҙелә. Олег Хановтар быуыны уйнаған саҡтағы һулышты тойҙом.
Бына шулай тамашаға барып, ҡыуанып-илһамланып ҡайттым. Ә театр ул — илһам шишмәһе. Иң мөһиме — ошо шишмә ҡоромаһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779