Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә уны баҫалар!
Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә уны баҫалар!Кейеҙ баҫыу — башҡорт халҡының әүәл-әүәлдән килгән шөғөлө. Шулай булмаһа, башҡорттарҙың кейеҙ баҫыу тарихын ғалим И.И. Георги ХVIII быуатта уҡ ентекләп теркәп ҡалдырмаҫ ине. Урыҫ ғалимы С. Руденко ла үҙенең хеҙмәттәрендә: "Ҙур һәм ҡалын кейеҙҙәрҙе башҡорттар ат ярҙамында баҫа", тигән ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып ҡалдырған. Ғөмүмән, ата-бабалар кейеҙҙе хужалыҡ итеүҙең һәр тармағында файҙаланған, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған.
Уҡ-ҡылыстан һаҡланыр өсөн ҡалҡан көпләһендәрме, ат һыртына яба торған сифатлы сергетыш булһынмы, тирмә өсөн тәғәйен ғәжәйеп ҡалынымы, бала сәңгелдәгенә һала торған йоҡа ғынаһы булһынмы — ғәжәп оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән баҫылған улар.

Ҡыҫҡаһы, кейеҙ беҙҙең халыҡты йылытҡан да, һауыҡтырған да. Шул уҡ ваҡытта тап кейеҙ баҫҡан саҡта һәр ырыу, һәр ара үҙенең этнографик орнаменттарын, билдәләрен һалырға тырышҡан. Мәҫәлән, тамъяндарҙың һәр кейеҙендә, сергетышында тамъян мөһөрө, һигеҙ ожмах асҡысы, ҡояш, донъя тәгәрмәсе тип аталған свастика формаһын кәүҙәләндергән билдә һалынған.
Кейеҙ баҫыу беҙҙең Шығай ауылында ла ят шөғөл түгел. Оҫталар өй һайын булған, урындыҡтары кейеҙһеҙ тормаған. Үткән быуаттың 60-сы йылдарынан һуң был шөғөл әкренләп һүрелә, һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә иһә бөтөнләй тиерлек онотола, юғала. Бары өлкән йәштәге инәйҙәрҙең өйҙәрендә генә бер аҙ һаҡланған.
Әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған шөғөлдө ҡул оҫталары иҫән саҡта өйрәнеп ҡалыу фарызлығын күҙ уңында тотоп, үҫеп килеүсе йәш быуынға бөтөн нескәлектәрен төшөндөрөп, ябай ғына һарыҡ йөнөнән баш, аяҡ, өҫ кейемдәре лә, урын-ергә түшәү өсөн ҡаралдылар ҙа эшләп буласағына инандырыу ниәтенән ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған "Аҡтамыр" ҡатын-ҡыҙҙар клубы ошо юҫыҡта эш башлап ебәрҙе лә инде.
Тәғәйен көндә ҡул-беләге көслө, йөрәге һау, ҡасандыр үҙҙәре лә кейеҙ баҫыу оҫталары булған өлкәндәрҙе, мәктәп уҡыусыларын өмәгә саҡырҙы аҡтамырҙар. Ябай йөндән мөғжизә тыуҙырыусы оҫтабикә, "Урал" район гәзите хәбәрсеһе Зилә Абзалова, Сермән музыка мәктәбендә һынлы сәнғәт дәрестәрен алып барыусы Резеда Шаһиева ла ситтә ҡалманы. Ауыл мәҙәниәт йорто директоры, "Аҡтамыр"ҙың етәксеһе С. Ғәлиуллина, кейеҙ тарихын бәйән итеп, өмәне асып ебәрҙе.
Бөгөн өй түрҙәрен заманса затлы әйберҙәр, йыһаз биләгән саҡта, әсәһенең, өләсәһенең һәм үҙенең баҫҡан кейеҙҙәрен, һуғылған аҫалы балаҫтарын, әрмәк-тирүгәләрен ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлаусы Шәмсениса апай Мырҙабаева йыйылыусыларға ҡул эштәрен күрһәтте, тарихын һөйләне. Зилә Абзалова ла оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты. Кейеҙ, быйма баҫыуҙан тыш, художестволы йөндән бөтөн төр өҫ кейеме, биҙәүестәр, шулай уҡ көнкүреш әйберҙәре баҫып килтергән оҫтабикәнең ҡул эштәренә хайран булмаған кеше ҡалмағандыр. Ниһайәт, изге эшкә фатиха бирелде:
Кеше-ғара күрмәһен,
Ҡара кеше күрмәһен,
Беҙҙең ҡулыбыҙ түгел,
Ғәйшә-Фатима ҡулы...
Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә уны баҫалар!Оҫта ҡулдар тарафынан урындыҡҡа тетелгән көҙгө йөн һалынды. Был эшкә тәүгә генә тотонған Зилә Хажина, Лира Хәйруллина, Зилә Ғәлекәева, Сәүиә Белоусова баштараҡ йөрьәт итмәй торһа ла, тора-бара таһылланды. Тәүге кейеҙгә күңел йылыһы менән таҫлап "аҡтамыр" һүҙе яҙылды (был шөғөл аҡтамыр кеүек таралып китһен тигән ниәттә), тамъян мөһөрө һалынды. Йоҡа туҡыма менән ҡаплап, өҫтөнә һабынлы һыу ҡойоп, сайырын йомшартҡас, ысын мәғәнәһендә ҡул көсө сарыф ителгән дәррәү эш башланды.
Биҙәктәр тигеҙ сыҡһын, ситкә шыумаһын өсөн бер ҡулдан әйләндерергә кәрәклекте өмәселәр аңлай ине. Ҡунаҡтар ҙа тик торманы: Резеда Шаһиева ҡайнар һыуын ҡойһа, Зилә Минһажетдин ҡыҙы өмәселәрҙең арығандарын алыштырҙы. Йөн тетеп талсыҡҡан инәйҙәр урындарынан ҡубарылышып тороп таҡмаҡ әйтешә башланы. Динә апай Ҡанафина өмәселәрҙе төртмә таҡмағы менән сәмләндереп ебәрҙе:
Булыр микән был кейеҙ,
Булмаҫ микән был кейеҙ.
Өлгөртөр өсөн йомаға
Баҫығыҙ уны етеҙ.
— Етәрегеҙ, арып китер йөрәгегеҙ, — тип Сәүиә апай өмәселәрҙе кейеҙ өҫтөндә бейергә саҡырҙы.
— Ат менән дә кейеҙ баҫҡандар, әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, бейергә, өсөбөҙ бер тай ауырлығындай булырбыҙ әле, — тип мәрәкәләп тә алды. Үҙе кейеҙ өҫтөндә тыптырҙай башланы. Уйын-көлкө, дәртле бейеү менән ярты көн барған өмәнән барыһы ла ҡәнәғәт булды. Биттәренә алһыулыҡ йүгергән өмәселәрҙең дә күңеле көр. Хәҙер инде тәүге эште йүкә бау менән бәйләп, йылғала сайҡатырға ҡалды. Эш тамамлаған өмәселәр кире әйләнеп килгәнсе, ризыҡ-ниғмәт тулы өҫтәлдә күңелле сажлап ултырған самауыр ҡаршыланы. "Яҙын тағы бер-ике дөрә баҫып алырбыҙ", — тип аҡтамырҙар изге ниәт ҡылып таралышты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780