Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡая таштай бейек, юғары, күңел ярын ҡаға йырҙары
Ҡая таштай бейек, юғары, күңел ярын ҡаға йырҙарыЗәйнәб апайҙы уҡытыусыларға үткер ҡәләмле публицист булараҡ та асаһы бар әле. Уның Салауат, Мәсетле район гәзиттәрендә, "Пионер" журналында, хәҙерге "Башҡортостан"да эшләгән йылдарында республика матбуғатын үҫтереүгә индергән хеҙмәт өлөшөн барлау, баһалау ҙа үҙ эҙләнеүсеһен көтә.

Зәйнәб Биишева 1985 йылда тыуған яҡтарына сәфәр ҡылғандан һуң теркәгән юлъяҙмаларында үҙен төбәгенә һоҡланып, иҫтәлектәргә, хәтирәләргә сорналып ҡына йөрөп килгән ҡунаҡ итеп тоймай, ә ил яҙмышы, ер хәстәре, киләсәк быуын, милләт, тел, халыҡ өсөн борсолоуҙары менән уҡыусыны уйға һала. Әҙибәнең: "Халыҡ ни күрһә, шуны күрәм. Ул ҡыуанһа — ҡыуанам, ул көйөнһә — көйөнәм. Үҙенсә генә хас айырым һөйөнөс тә, айырым көйөнөс тә юҡ минең өсөн", — тип әйтеүендә һис арттырыу юҡ. Нияз менән өс сәғәттән ашыу һөйләшеп ултырғанда магнитофон таҫмаһына яҙып алған әңгәмәлә лә Зәйнәб апай ошо хаҡта телгә ала: "Шундай йырсы, моңло, рухлы халыҡтың балаһы булып нисек яҙыусы булмаҫһың. Әгәр миңә урыҫ дворяндарына тыуҙырылған шарттар бирелһә, әллә күпме эш башҡарыр инем. Талантҡа бит шарттар ҙа кәрәк. Ә мин үҙемә бирелгән мөмкинлектең әсмүхәһен дә ҡайтара алманым.
Беҙҙең халыҡ изге күңелле, киң күңелле, ил өсөн һәр ваҡыт баш һалырға әҙер торған, эшсән, балаларҙы ҡағып-һуғып, насар үрнәк биреп үҫтермәгән. Бала алдында насар һүҙ әйтмәгән. Шуға башҡорт балалары әҙәпле булып үҫкән. Оло кеше килһә, алдынан үтмәгән. Ауырлыҡҡа түҙә белгән. Мин — ана шул халыҡтың бер вәкиле. Үҙ халҡымдың холҡон яратам. Геройҙарым да яратҡан халҡымдың холҡо менән йәшәй. Халҡыма таянып йәшәгәнгә, бер ваҡытта ла рухым төшмәне. Әммә башҡорттоң үҙенең үткәнен онота торған кешегә әйләнә барыуы йөрәгемде әрнетә".
Зәйнәб апай тыуған яҡтарына сәфәренән һуң Оло Эйек йылғаһының ҡороп-кибеп, тар ғына булып ҡалыуына, тәбиғәттең аяуһыҙ һәләк ителеүенә, 1965 — 1980 йылдарҙа районда 35 мәктәп ябылыуына (ана ҡасандан башланған икән мәктәптәр ябыу сәйәсәте), йәшел сирәмгә күмелеп ултырған Сапыҡ ауылы урамының батҡаҡҡа батыуына, ҡасандыр мәҙрәсәһе, медпункты булған ауылдың мәктәпһеҙ ҙә, клубһыҙ ҙа ҡалыуына, етмәһә, бер-ике тиҫтә генә өй ултырыуына йәне һыҙлана. Киң ҡарашлы әҙибәнең тыуған яғына ҡайтыуы күңел байрамы ғына түгел, ә үткер ҡәләмле журналист кеүек райондағы белем усаҡтары, клубтар, ауылдарҙағы йәшәйеш-көнкүреш хаҡында уйланыуҙар, борсолоуҙар, теләк-тәҡдимдәр менән тулы. Райондың йәш етәкселәренә алға киткән төбәктәргә барып, эш тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтырға кәңәшен дә бирә халыҡ яҙыусыһы.
Публицистиканан тыш, Зәйнәб апайҙың ҡәләмдәштәренә яҙған хаттары үҙе бер әҙәбиәт хаҡында уйланыуҙар, фекерҙәрҙән тора. Ана шул хаттарҙы ла айырым китап итеп күрге килә. Ҡайһы саҡта хаттар кеше хаҡында күберәкте лә һөйләй...
Зәйнәб апай менән әҙме-күпме яҡындан аралашырға, өйөндә ҡунаҡта булырға, ғаилә менән тыуған көндәрендә ҡотларға, йәйҙең йәмле мәлдәрендә баҡсаһына барып, үлән ашап, самауыр сәйе эсеп, сәхрә гиҙеп, төн буйы уның әҙәбиәт, тормош хаҡында һөйләгәндәрен Гөлсирә Ғайсарова (Ғиззәтулина) менән тыңларға, Мәскәү янындағы яҙыусыларҙың Малеевка тигән ижад йортонда иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән бер ваҡытта булырға, ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм ғибрәтле үткәндәре, ҡәләмдәштәре хаҡында әңгәмәләрен күңелгә һеңдерергә тура килде. Яҡташ тип яҡын күрә ине. Былар хаҡында иҫтәлектәр китабына бер аҙ яҙып та үттем. Яҙырға ярамай торғандары ла юҡ түгел.
Беҙ барыбыҙ ҙа Зәйнәб апай кеүек бөйөк шәхестең замандаштары булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Бәләкәй саҡтан "Дуҫ булайыҡ" повесының серле мажаралары уртаһында ҡайнаһаҡ, үҫә төшкәс, "Кәмһетелгәндәр", "Сәйер кеше", "Уйҙар, уйҙар", "Мөхәббәт һәм нәфрәт", "Ҡайҙа һин, Гөлниса?", "Нәҙер", "Монолог" кеүек әҫәрҙәрен уҡып сихырландыҡ. "Оло Эйек буйында", "Емеш" китаптары менән ул үҙен түгел, ә халҡына һүҙ сәнғәтенән мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы. Шәреҡ донъяһы әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән трилогия ижад иткән яҙыусы булып танылды.
Зәйнәб Биишева шиғырҙарында Ҡая образы йыш телгә алына.
...Теләр инем, гранит ҡая булып,
Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға.
Теләр инем йәшәү ҡаршыһында
Сал башымды эйеп торорға.
Йәки:
Ваҡыт етер.
Мин дә бер саҡ арырмын.
Диңгеҙ йыуған ҡая һымаҡ ауырмын.
Тулҡын булып,
таралып ҡалыр йырҙарым,
Ҡайта-ҡайта ҡағып
күңел ярҙарын.
Зәйнәб апай был тормошта бер ваҡытта ла башын эйеп йәшәмәне, гранит ҡая кеүек ғорур, ныҡ рухлы, бейек һәм бөйөк булды. Халыҡсан әҫәрҙәре менән халҡының һөйөүен яуланы. Халыҡ мөхәббәтенә ҡойоноп йәшәне. Йырҙары, ижады бөгөн дә, киләсәктә лә күңел ярҙарын ҡағыр. Башҡорт халҡы йәшәгәндә Зәйнәб Биишева апайҙың исеме лә, ижады ла мәңге йәшәр, сөнки ул үҙе иҫән сағында уҡ ғүмерен, ижадын үлемһеҙлеккә әйләндергән бөйөк шәхестәр затынан ине.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҙибә хаҡында иҫтәлектәр китабы донъя күрҙе. Унда хәтирәләр, бағышлауҙарҙан тыш, замандаштар һүҙе, шулай уҡ тормошондағы, ижадындағы киң ҡатлам уҡыусыларға билдәле булмаған документтарҙың бирелеүе лә әһәмиәтен күтәреп ебәргән. Зәйнәб Биишеваның тормошона һәм ижадына арналған фотоальбом ике тапҡыр баҫылып, әҙәбиәт һөйөүселәргә ҙур бүләк булды.
Халыҡ яҙыусыһының исеме үҙе эшләп киткән Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә лә бирелде. Тыуған яғы Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта әҙибә мәрхүм булған йылда асылған мәктәп Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә. Шулай уҡ сәнғәт мәктәбе лә күренекле яҡташтарының исемен алған. Район үҙәгендәге иң матур урамды яҙыусы исеме менән атанылар.
Вафатынан һуң ике йыл үткәс тә, тыуған ауылы Туйөмбәттә Зәйнәб Абдулла ҡыҙының йорт-музейы асылды. Шундай үҙенсәлекле архитектура бинаһы, һоҡландырып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Яҡташтары Зәйнәб Биишева исемендәге премия ла булдырҙы.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә яңы биҫтәләге урамдарҙың береһенә халыҡ яҙыусыһының исеме бирелде. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Стәрлетамаҡтағы дәүләт педагогия академияһы ла (хәҙер — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә.
Бындай үлемһеҙлек кемдәр өлөшөнә төшә әле. Үҙе "Мин яҙмыштың иркә балаһы булманым" тиһә лә, ижади яҙмышы күпкә бәхетле әҙибәнең.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782