Театрҙың бөгөнгө өлкән быуын артистары йыш ҡына Бәҙәр апай хаҡында иҫтәлектәре менән бүлешергә ярата. Аңлауыбыҙса, ул һүҙгә лә маһир, кәрәк урында күҙгә тура ҡарап әйтә лә белгән уҡытыусы, кешеләргә — эскерһеҙ, ярҙамсыл, йәштәргә — әсәйҙәрсә хәстәрле, ә сәхнәлә ғәжәйеп оҫта актриса булған.
Бәҙәр апай, тиһәм, үпкәләмә,
Ул образы барлыҡ апаның.
Ул күңелдә Кручинина булып,
Яровая булып һаҡланыр.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының 30 йыллығын байрам иткән саҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти мәшһүр актриса Бәҙәр Йосопованы бына шундай шиғри юлдар менән ҡотлаған. “Кручинина, Яровая... Ысынлап та, ул уҡытыусы ла, артистка ла: 15 йәштән уҡыта башлаған һәм уҡытыусылыҡтан туп-тура театрға күскән кешенең Яроваяһы ла, Кручининаһы ла беҙҙең күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ урын алған”, — тип яҙа 60-сы йылдар башында “Совет Башҡортостаны” гәзите биттәрендә Сәғит Агиш.
...Орск ҡалаһы. Данлыҡлы Ырымбурҙан бер нисә йөҙ саҡрым йыраҡлыҡта ҡом бурандары уйнаған даланы төйәк иткән был ҡаласыҡта бәләкәй генә күн заводы һәм һыу тирмәненән башҡа телгә алырлыҡ бер ни ҙә булмаған ул замандарҙа. Ҙур соборы, биш сиркәүе һәм биш мәсете менән таныла ул тағы. Бәҙәр Йосопова ошо ҡалала тыуып үҫә, атаһы Әхмәт Мәхмүтов ғүмере буйы Бурнаев заводында эшләй.
1916–1917 йылдарҙа Орскиҙың йәштәр түңәрәгендә Бәҙәр “Юғалған ҡатын” тигән бер шаршаулы пьесала бәләкәй ҡыҙ ролен уйнай. Йәштәштәренең “сабата кейгән артистка” тигән төртмә һүҙҙәренә лә иғтибар итмәй. Етмәһә, биш мәсеттең биш муллаһы көн күрһәтмәй, атаһы Әхмәт ҡартҡа ла бик ныҡ эләгә. Бик ауыр замандарҙа, ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары сикләнгән булғас, һүҙ әйтеү үҙе бер ҡыйыулыҡ һанала. Бәхеткә күрә, йәшлек дәрте бөркөп торған йәш ҡыҙҙы иң яҡын дуҫтарының береһе — Мирхәйҙәр Фәйзи йыуатып ышаныс тыуҙыра. “Ғәлиәбаныу” әҫәренең донъяға килеүе сәхнәгә аяҡ баҫыуыма сәбәп булды, ижади тормошом талантлы драматург Мирхәйҙәр Фәйзи тарафынан тыуҙырылған халыҡ ҡыҙы Ғәлиәбаныу образын сәхнәлә беренсе тапҡыр кәүҙәләндереүҙән башланды, шуның өсөн дә Ғәлиәбаныу йөрәгемә бик тәрән уйылып ҡалды”, — тигән юлдар бар Бәҙәр Йосопованың иҫтәлектәрендә.
Мәңге бар бул, йырла,
Күккә ашһын йәмдәрең.
Йәш күңелдән тәхетебеҙгә
Теҙ мөхәббәт мәрйенен.
Был юлдарҙы Мирхәйҙәр Фәйзи Б. Йосоповаға бағышлап 1918 йылда яҙа. Йәшлек хыялы менән елкенгән Бәҙәр Йосопованы яҙмыш еле алға әйҙәй. Ул 1919 йылда ҡыҙыл ғәскәр менән бергә башта Ырымбур ҡалаһына, унан Саранскиға юллана. Саранск ҡалаһында Петроград фронтына китеүсе ҡыҙылармеецтар алдында күрһәтелгән ике концертта ҡатнаша. Унда шулай уҡ Ғиниәт Ушановтың ҡурай моңдары ла яңғырай.
Илдең төрлө яҡтарынан һөжүм иткән аҡтар, колчаксылар һәм башҡалар баҫтырылғас, Бәҙәр Йосопова ауылда уҡытыусы, сәхнә һәүәҫкәре, агитатор булып китә. 1924 йылда ул Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһына килгән беренсе делегаттар сафында була һәм ошо йылдан Башҡортостан мәғариф һаулыҡ комиссариатында эштә ҡала. Башҡорт дәүләт драма театрын күтәреүҙе төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя, уҡытыусылыҡ эшен дә дауам итә. 1926 йылдан ошо театрҙа уйнай башлай.
Профессиональ театрҙа Бәҙәр Йосопова тәү башлап Д. Юлтыйҙың “Ҡарағол” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә сығыш яһай. Артабан “Салауат” спектаклендә (Д. Юлтый) Салауаттың әсәһе Көнбикә, “Алатау”ҙа (А. Таһиров) уҡытыусы Зөһрә, “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”ҙә (А. Островский) талантлы артистка Кручинина, шулай уҡ Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” пьесаһында үгәй әсә Үлмәҫбикә, Хәбибулла Ибраһимовтың “Башмағым” музыкаль комедияһында Сәрби булып уйнап, ҙур уңыш ҡаҙана.
Артабан халыҡ артисткаһы Бәҙәр Йосопова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә төрлө характерҙағы образдар тыуҙыра. Уларҙы һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел.
Бәҙәр Йосопова — башҡорт халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә алып сығыусы иң тәүге артисткаларҙың береһе. “Һеҙ башҡарған һоҡландырғыс халыҡ бейеүҙәренә табынам. Һеҙ сәнғәт өлкәһендә мине ябайлыҡҡа өйрәтеүсе уҡытыусым”, — тигән һүҙҙәр әйтә Фәйзи Ғәскәров актрисаның 60 йәшлек юбилейын билдәләгәндә.
Шәмсинур — Бәҙәр Йосопованың сәхнә ижадында иң һуңғы образдарының береһе. Оло йөрәкле әсә образы — Әнғәм Атнабаевтың “Ул ҡайтты” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдән. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар үткәс, тотҡонлоҡта ғазап сиккән, һыңар күҙен һатып юллыҡ аҡса тапҡан Тимербулат көтмәгәндә әсә йортона ҡайтып төшә. Шәмсинур өҙгөләнеп улын ҡосаҡлай, берсә сал керә башлаған сәстәрен һыйпап ҡарай, бәйле күҙен тотмаҡсы була... Тимербулат ролендә уйнаған СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың: “Вәт, әй, Бәҙәр апайҙы тағы ла илаттым. Үҙ улымы ни! Ысынлап илай!” — тип уйынлы-ысынлы әйткән һүҙҙәрен хеҙмәттәштәре әле лә һөйләп ала.
Тормоштағы ябайлығы, баҫалҡылығы, мөләйемлеге, кешелеклелеге, ихласлығы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға булышлыҡ итә актрисаға. Бәҙәр Йосопова оҙаҡ йылдар Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзын (элекке Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе) етәкләй. Һуңыраҡ ойошмала уның исемендәге “Миҙгелдең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” тигән премия булдырыла. Был премияға Башҡорт академия драма театрының актрисалары ла лайыҡ була. Бәҙәр Йосопованың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөнөң Актер йортона уның исеме бирелде.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, үҙ заманының тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Бәҙәр Йосопованың яҡты рухы, ул ижад иткән йөҙәрләгән образ театр сәнғәтенә йыраҡ йылдар аша әле лә үҙенең нурын, йылылығын биреп, сәнғәткә тоғро хеҙмәт итеүҙең күркәм бер өлгөһө булып, киләсәк быуындың юлын яҡтыртып тора.
Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.