Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 25 йыл яҙылған әҫәр
25 йыл яҙылған әҫәрБашҡорт әҙәбиәте ғилеменә, бигерәк тә уның фольклорын өйрәнергә тос өлөш индергән ғалим Кирәй Мәргәндең тыуыуына 100 йыл тулды. Уның рухи мираҫында әҙәбиәт өлгөләре лә бихисап. Бигерәк тә яҙыусының "Бөркөт ҡанаты" исемле тарихи романы үҙенең тематикаһы, жанр байлығы менән генә түгел, ошо йүнәлештәге тәүге әҫәр булыуы менән дә ҡиммәтле.

Киң эпик ҡоласлы роман дүрт китаптан тора. Яҙыусы үҙенең төп әҫәрен ижад итер өсөн 25 йыл арымай-талмай хеҙмәт иткән. Роман тулы вариантта, автор мәрхүм булғас, Башҡортостандың үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы айҡанлы нәшер ителде.
"Бөркөт ҡанаты" ХVI быуат урталарындағы ҡатмарлы ваҡиғаларҙы бәйән итә. Романдың "Тарҡалыш" исемле тәүге китабында башҡорт ырыуҙарының йәшәү рәүеше, үҙ-ара ыҙғышып көн күреүҙәре арҡаһында килеп тыуған мәсьәләләр үҙәккә ҡуйыла. Әҫәрҙең төп геройы — Тамъян ырыуы башлығы Шаҡман, характеры тарихи ваҡиғалар ағышында тулыһынса асыла. Әҫәрҙең беренсе китабы Тамъян, Ирәкте, Йәнәй, Табын ырыуҙары түрәләренең үҙ-ара дошманлашып, бер-береһенән өҫтөн сығырға тырышыуын, халыҡтарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуын, барымталар яһашып тороуын, ырыу-ара һуғыштарҙы һүрәтләй. Ошондай тырым-тырағайлыҡ шарттарында ауыр тормош алып барған халыҡты хан баҫҡаҡтары тағы ла бөлгөнлөккә төшөрә. Хәлһеҙләнгән ырыу-ҡәбиләләр көслөләре тарафынан йотола бара.
Артабан яҙыусы ырыуҙар араһындағы мөнәсәбәттәрҙән юғарыраҡ күтәрелеп, башҡорт ерҙәре өсөн Ҡазан, Нуғай, Себер ханлыҡтары араһында һуғыш булыуын сағылдырған күренештәргә күсә. Бер үк ваҡытта ошо өс халыҡтың Урыҫ дәүләте менән мөнәсәбәттәрен дә сағылдырып, яҙыусы бөтә төбәктәге ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси картинаны күҙ алдына баҫтыра. Бер яҡтан, хандарҙың урыҫ еренә һөжүмдәре, шул уҡ ваҡытта Иван IV батшаның уларҙы үҙенә буйһондороу өсөн алып барған һуғыштары, икенсе яҡтан, нуғай ханы һарайы тирәһендәге эске үҙ-ара ҡаршылыҡтар, Ҡазан ханлығы яулап алынғандан һуң берәүҙәрҙең Урыҫ дәүләтенә ҡушылырға ынтылыуы, икенселәрҙең Аҡ батшаға ҡаршы сығырға йыйыныуы, өсөнсө яҡтан, Себер ханының ошондай шарттарҙа үҙаллылығын һаҡлап ҡалырға тырышыуы башҡорт ерҙәрендәге хәлдәрҙе тағы ла ҡатмарлаштыра. Был хандар үҙҙәренең хөкөмөн һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн башҡорт ырыуҙарын аңлы рәүештә бер-береһе менән бәрелештерә.
Ошо шарттарҙа Тамъян ырыуы түрәһе Шаҡмандың Ҡазан ханы ғәскәре составында урыҫтарға ҡаршы һуғышҡа ебәрелгән һәм, әсир төшөп, Иван IV менән осрашыуға тиклем барып еткән улы Шәғәле үҙ еренә урыҫ батшаһының башҡорттарҙы Рәсәйгә ҡушылырға өндәп яҙған мөрәжәғәтен алып ҡайта. Билдәле, ХVI быуат урталарына урыҫтар менән аралашыу, яҙмышты уртаҡлашырға ынтылыу көсәйгәндән-көсәйә бара. Был йәһәттән Шаҡман менән Шәғәленең һөйләшеүе фәһемле. "Беҙҙең Тамъян шикелле бәләкәс ил ҡайҙа бара ала һуң, атай? Билдәле шул: дауыл ҡуба-нитә ҡалһа, ҡутарып алып китмәһен өсөн берәй көслө ҡанат аҫтына инеп ышыҡланырға тура киләсәк беҙгә, — ти Шәғәле. — Минеңсә, атай, урыҫ батшаһына табан йөҙ бороу хәйерле булыр".
Композиция яғынан йыйнаҡ, динамикалы сюжетҡа ҡоролған әҫәрҙә автор башҡорт ырыуҙарының тормошон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен фактик материалдарға таянып һүрәтләй, характерҙы тулыраҡ асыуға ынтылған образдар менән оҫта эш итә. Әҫәрҙең башында уҡ бирелгән Биктимер образы колоритлы, бай. Килмешәк мулла Әпҡәдир Хөрәсни образы ла хәтерҙә уйылып ҡала. Уның аша автор килмешәктәрҙең төп халыҡҡа күпме зыян килтереүен, этлектәр ҡылыуын күҙаллап ҡына ҡалмай, романдың сюжетын үҫтереүҙә лә уңышлы ҡуллана. Әпҡәдир мулла, Шаҡмандың ышанысын яулап, һуңынан уны "тишек шыуманға ултырта". Ни эшләйһең, дүрт быуат үтһә лә, бөгөнгө башҡорт үҙ хатаһына үҙе абына шул. Ә романда ошо ваҡиғалар ентекле һүрәтләнә, һығымталар яһарға урын да ҡалдырыла.
Романдың икенсе китабы "Аманат" тип атала. Тәүгеһендә күберәк Тамъян ырыуы тормошо һәм ваҡиғалар тасуирланһа, быныһында эпик һүрәтләү алымы ҡулланыла. Кирәй Мәргән башҡорт ырыуҙарының үҙ-ара мөнәсәбәттәрен төрлө нескәлектәренә тиклем һүрәтләүгә өлгәшә.
"Шартлау" исемле өсөнсө китап Аҡназар хандың Тамъян ырыуын тар-мар итеп ҡайтып, ҡапыл вафат булыуынан башлана. Артабан Ҡазан ханлығындағы тормош, Сөйөмбикәнең яҙмышы ентекле һүрәтләнә. Хандар тормошо, хакимлыҡ өсөн көрәштең төрлө ысулдары ла ваҡиғаларҙы бермә-бер ҡыҙыҡлы итә. Шуға ла романдағы полифоник сюжет әҫәрҙең фекерен тәрәнәйтә, уны ҡоласлы итә.
"Бөркөт ҡанаты"н "Юлдар" исемле дүртенсе китап тамамлай. Ваҡиғалар Юрматы ырыуын, Тәтегәс бей образын һүрәтләүҙән башлана, башҡорт ырыу башлыҡтарының берләшеп, Урыҫ дәүләтенә ҡушылырға юлға сығыуы менән бөтә. Автор: "Башҡорттар бөтәһе ана шул ҡеүәтле ҡанат аҫтына йыйналыр. Бөркөт ҡанаты аҫтына", — тип һүҙен тамамлай.
К. Мәргәндең тарихи романы бай полифоник сюжеттарҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешле булыуы менән дә айырылып тора. Әҫәрҙең теле бай, халыҡсан: күп төрлө йомаҡ-әйтемдәр, мәҡәлдәр, шулай уҡ халыҡ ижадының башҡа жанрҙары ла урынлы ҡулланыла. Дөйөм алғанда, "Бөркөт ҡанаты" романының поэтикаһын тема һәм форма берлеге биләп тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779