Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Асылмаған сер” асылыр
“Асылмаған сер” асылырХәҙер китап сығарыу эше менән берәүҙе лә аптыратып булмай: дәүләт нәшриәтенән тыш, шәхси ойошмалар ҙа шөғөлләнә. Дәүләкән районының “Дим” әҙәби берекмәһе лә үҙ ағзаларының ижад емештәрен туплап, даими рәүештә халыҡ хөкөмөнә тәҡдим итеп килә. Яңы йылға үҙҙәренә бүләк эшләп, әҙәби берекмә ағзалары “Асылмаған сер” китабын ҡулына алды.

Иллегә яҡын дана тираж менән сыҡҡан был баҫмала Миңзәлә Хәлилова, Гөлүзә Арыҫланова, Гөлшат Саматова, Тәнзилә Юсеева, Рәмил Фәйзуллин, Зөләрәм Снигирева, Клара Әғзәмова, Земфира Атанғолова, Наил Хәмитов, Фәниә Дәүләтйәрова, Сәриә Садиҡова, Олеся Әхмәтрәхимова ижад иткән шиғырҙар, йырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр тупланған. Китапҡа баш һүҙҙе “Дим” әҙәби берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Гөлүзә Арыҫланова, урыҫ бүлексәһе етәксеһе В. Скрипникова яҙған. Йыйынтыҡта урыҫса шиғырҙар юҡ, улар башҡорт һәм татар телдәрендә, шуға күрә урыҫ төркөмө етәксеһенең яҙмаһы артыҡ та тойолдо, баш һүҙҙең икәү булыуы ла аңлашылып етмәгәндәй. Ярар, быныһы — техник мәсьәлә, йөкмәткеһенә күҙ һалайыҡ.
“Асылмаған сер” китабы ла күптән асылған серҙәргә бай булып сыҡты. Быныһы, бер яҡтан, аңлашыла ла төҫлө: тыуған яҡҡа, ата-әсәгә, һөйгәненә арнап кемдәр генә шиғыр яҙмаған да кемдәр генә моңланмаған. Табыштар ҙа юҡ түгел. Рифмаға һалынған бөтә нәмә лә шиғыр түгел бит, шуны аңлап эш итеүселәр бар. Мәҡәлә итеп яҙырлыҡ әҫәрҙәр ҙә баҫылған.
Табыштар тураһында айырым әйтәйек. Төбәктәрҙә ижад итеүселәр күберәк үҙ ҡаҙанында ҡайнай, шуға күрә асыштар күп булмаһа, аптырарға түгел. Ижад – ул шәхси эш, әммә аралашыу ижадсыны байыта, күңел күҙе офоҡтарын киңәйтә. Гөлүзә Арыҫланованың “Ҡалдырығыҙ зәңгәр күгемде лә, Унда яна минең йондоҙом. Йыһандарҙан яҡты нур һибеүсе Илаһи көс барын мин тойҙом...”, Гөлшат Саматованың “Ышанмаһаң, ышанма һин: Бөгөн бына тик таң алдынан Ҡар егете Яҙһылыуға Сәскә бирҙе Мәкәш тауынан...”, Тәнзилә Юсееваның “Яңы көнөмә йылмайып, Ишектәрен асамын. Боҙҙарға бирешмәгәнде, Ҡырауҙарҙан ҡасмамын...”, Зөләрәм Снигиреваның “Күңелемдең игеҙәге – Ауаздаш бурандарым. Беҙҙе айыра алырмы Ауылым урамдары?!.”, Земфира Атанғолованың “Бөтә донъя сихри нурға сумған, Киске хозурлыҡты данларға. Ҡояш байыһа ла, йондоҙ ҡалҡа, Һинең тәҙрәләргә ул баға. Көтмә әле ҡояш байығанын, Үҙе белә ҡасан байырға...” кеүек табыштары, Миңзәлә Хәлилованың шиғри хәтирәһе, Рәмил Фәйзуллиндың бағышлауҙары, Фәниә Дәүләтйәрованың нәҫерҙәре китапты йәмләп ебәргәндәй. Олеся Әхмәтрәхимова кеүек республика матбуғатында һыналған йәш ҡәләмдәштән күберәкте көткәйнем, сөнки, ни генә тимә, ул баш ҡала мөхитендә ҡайнап йәшәй. Яҙыусылар союзында йыйынтығы тикшерелгәндә ҡеүәтләп һүҙ ҙә әйтергә тура килгәйне, шуға ла китап һайын үҫеүен теләйек!
Йыйынтыҡты туплаусылар “Асылмаған сер”ҙе шиғри баҫма тип атаһа ла, унда сәсмә яҙмалар ҙа ингән. Төҫлө фото менән биҙәлгән, нәфис һүрәттәр ҙә ҡуйылған, шулай ҙа мөхәррир ҡулы теймәүе һиҙелә. Ә бик кәрәк ине. “Һүҙҙәрҙе иғтибарһыҙ ҡулланған ҡәләм оҫтаһы үҙен яҙыусы тип әйтә аламы?” тигән һорау ҡуя ала уҡыусы. Әлеге лә баяғы, мөхәррирләүгә ваҡыт йәлләмәү мөһим. Исемдәре республика матбуғатында күренгән авторҙарҙың уңайһыҙ хәлгә ҡалыуы ла бар бит. Гәзиттә хата күрһә лә, уҡыусы хафаға ҡалыусан. Беҙҙә борондан китапҡа ҡараш бик талапсан һәм мөҡәддәс!
Эшләмәгән кеше генә яңылыҡтар асмай, шуға күрә дәүләкәндәрҙең был дауамлы башланғысы иғтибарға лайыҡ. Дөйөм йыйынтыҡ һәр автор ҡулында айырым китап булып күренә. Ижади уңыштар теләйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779