Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был моң киләсәктә лә яңғырар
Был моң киләсәктә лә яңғырарҺыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.

Халҡыбыҙҙың мәшһүр шағиры Шәйехзада Бабич ҡурай хаҡында ошолай тип яҙған. Ысынлап та, ҡурай үҙенең аһәңле моңо менән күптәрҙе әсир итә, тойғоларҙы һиҙҙертә. Уның моңона кемдәр генә ғашиҡ булмаған да кемдәр генә уға дан йырламаған. Халҡыбыҙ электән ошо ябай үлән көпшәнән сыҡҡан сихри моңға сорналып йәшәгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуатта ҡурайҙы иҫкелек ҡалдығы тип ҡараусылар ҙа табылды һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, уға ҡарата иғтибар кәмене. Әммә Кәрим Дияров, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмө-хәмәтов, Әҙеһәм Исҡужин кеүек ҡурай моңона ғашиҡ ир-уҙамандарҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә, милли музыка уйын ҡоралыбыҙ һаҡланып ҡалыу ғына түгел, артабан да үҫеш кисерҙе, камиллашты. Был шәхестәр яңы быуын ҡурайсылар тәрбиәләүгә күп көс һалды. Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылды. Хәҙер инде ошо уҡыу йортонда белем алған йөҙҙәрсә ҡурайсы үҫеп сыҡты.
Бер мәл районыбыҙҙа ла ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ тороп ҡалғайны. Хәҙер иһә, шөкөр, һәр ауылда тиерлек осратырға була. Илһам Байбулдин, Хызыр Нәзиров, Фәнил Кинйәғолов, Рәмил Ҡотдосов кеүек ҡурайсыларыбыҙҙы районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Тамырҙары менән яҡташыбыҙ булған Роберт Юлдашев иһә Рәсәй кимәлендә танылыу алды. Район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Мағаш” ҡурайсылар ансамбленең (етәксеһе — Рәмил Ҡотдосов) “халыҡ” исеменә лайыҡ булыуы ла районыбыҙҙа ҡурай сәнғәтенең үҫешә барыуы хаҡында һөйләй.
Яңыраҡ мәҙәниәт һарайында район тарихында тәү башлап “Ҡурай байрамы” ойошторолоуы ошоға бер дәлил булды. Эйе, беренсе тапҡыр, тим, сөнки быға тиклем ҡурайсылар конкурсы (1995 йылда) ғына уҙғарылғайны. Ә бындай кимәлдәге байрам тәүләп ойошторолдо. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, төйөрө һис тойолманы, ике сәғәткә яҡын барған моң байрамы күңелгә май булып яғылды.
Сараны Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары асып ебәрҙе. Уҡыу йортоноң һандуғасы булып танылған йәш йырсы Илнур Үлмәҫбаевтың сығышы барыһына ла оҡшаны. “Мағаш” халыҡ ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы халыҡ көйө “Урал”ды тамашасылар аяғөҫтө баҫып тыңланы. Ҡурайсылар араһында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы лауреаты Илһам Байбулдин – оҫта ҡурайсы ғына түгел, виртуоз өзләүсе, думбырасы ла. Уны ла алҡышлап ҡаршыланылар. Фәнил Кинйәғолов менән Хызыр Нәзировтар үҙҙәре ҡурайҙа уйнап, үҙҙәре йырланы. Гимназиянан ағалы-энеле Илһам менән Илнур Үлмәҫбаевтарҙың береһенең ҡурайҙа уйнап, икенсеһенең асыҡ, моңло тауыш менән йырлауына ла һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Өфө ҡунаҡтары — сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Винер Йылҡыбаев менән ошо уҡ уҡыу йортоноң тауыш яҙҙырыу һәм фольклор кабинеты мөдире Фәйез Шәрипов, ҡурайҙа уйнап, сағыу байрам ойошторғандары өсөн хужаларға ҙур рәхмәт белдерҙе. Райондың башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Ғәлинур Ҡалмырҙин менән Хәннән Ишмырҙин, байрамдың халҡыбыҙҙың милли үҙаңын уятыуҙағы әһәмиәтен билдәләп, ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Зилара Бикбова, Рәмил Сәйфуллин, Булат Йосопов башҡарыуындағы халыҡ йырҙары, Илшат Хәбибуллиндың өҙә баҫып бейеүе кисәгә йәм өҫтәне. Байрамды иһә Эльвира Насирова менән Булат Йосопов матур итеп алып барҙы. Ҡурай моңо, шөкөр, киләсәктә лә яңғырар, халҡыбыҙға көс-ҡеүәт, рухи дәрт өҫтәр. “Ҡурай байрамы”нда йәштәрҙең, уҡыусы балаларҙың күпләп ҡатнашыуы — ошоға бер дәлил.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780