Бабайҙар-әбейҙәр, ағайҙар-апайҙар, ҡустылар-һеңлеләр, ғөмүмән, әфәнделәр!
Гәзитебеҙҙең "Аҡмулла" ҡушымтаһы һеҙгә тағы ла бер күстәнәс әҙерләне. Әле генә мейестән сыҡҡан боҫорап торған күстәнәсебеҙ "Ғәҙәткә кергән мәҙәк" тип атала. Ысынлап та, кем менәндер булған мәрәкә хәлдәргә тоҙ-борос өҫтәп һөйләү тормошобоҙҙа матур бер ғәҙәткә әйләнде. Ә донъяла ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр аҙым һайын тигәндәй осрап тора. Бөгөн шуларҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Ләкин "ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы" тигән әйтемде лә онотмайыҡ: һеҙ ҙә, ҡәҙерле дуҫтар, ишеткән-күргән мәҙәк хәлдәр, лаҡаптар тураһында беҙгә яҙып ебәрерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ.
"Май түш кейәү" Борондарҙан беҙҙең башҡорт халҡы бик әҙәпле булып, олоно оло күреп, хөрмәт иткән, кесене ҡәҙер иткән.
Күрше ауылда Һиҙиәт исемле олатайым була торғайны. Егет ҡорона еткәс, күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙы әйттерәләр быға. Ул ваҡытта йәштәр туй ҡасан булырын да белмәгән. Тик ике йәштең ата-әсәһе аша ғына туйҙы хәл иткәндәр. Олатайым иһә бик эшлекле, аҡыллы, тыйнаҡ булған.
Туй көнө килеп етә. Ғәҙәт буйынса ҡыҙҙы йәшерәләр. Эҙләп тапҡас, еңгәләре кәләште кейәүгә тоттороп, ишекте бикләп сығып китә. Туй барғанда кейәү, оялып, бөтөнләй ашамаған була. Бер аҙ ятҡас, ул үҙенең бик ныҡ асыҡҡанын тоя. Ипләп кенә тора ла көндөҙ еңгәләре йөрөгән түрбашҡа барып ашарға уйлай. Ҡараңғыла шкафтарҙы һәрмәштерә торғас, башына нимәлер түгелеп китә. Тауышҡа кәләше һикереп тора. Кистән һөҙөп ултыртылған иттең тоҙлоғо өҫтөнә түгелгән икән. Ни эшләргә? Бик тырышып һөртһәләр ҙә, өҫтөндәге кейемдең майын бөтөрә алмай былар. Шул көндән башлап олатайымды "Май түш Һиҙиәт" йә "Май түш кейәү" тип йөрөткәндәр.
Нәбирә ҒӘҘЕЛШИНА.
Заводлы Юлдыбай Граждандар һуғышы ваҡытында Юлдыбай тигән егет белорус ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтмаҡсы була. Ҡыҙға: "Минең өс ҡатлы йортом, заводым бар", — ти. Шулайтып ҡыҙҙы Уралға ҡайтырға күндерә был. Кәләш, килгәс, ҡайҙа икән Юлдыбайҙың өс этажлы йорто, заводы, тип уйлай. Ләкин бер ни өндәшмәй ғүмер кисерә. Әбйәлил районы Йәҙгәр утарында йәшәп, дүрт бала үҫтерә былар.
Кәләш тыуған яғын һағына, илай башлай. Юлдыбайына: "Һин, курогор, алдаҡсы, мине алдап алып ҡайттың. Ҡайҙа һинең өс ҡатлы өйөң, заводың?" — ти икән.
Юлдыбай ҙа аптырап тормаған. Ҡатынына өйҙөң бер ҡаты тип баҙын, икенсе ҡаты тип йәшәгән өлөшөн, өсөнсө итеп ҡыйыҡты күрһәтә икән. "Заводым" тигәне — дегет яҡҡан соҡор, имеш. Шунан ҡатыны мыжыуҙан туҡтаған. Улар матур ғүмер иткән, ауылда беренсе булып йәшелсә сәскәндәр, мал-тыуарҙары күп булған.
Булат УСМАНОВ.
Хәйләһеҙ донъя — файҙаһыҙ Вуздарҙа иң көсөргәнешле осор — ҡабул итеү имтихандары бара. Абитуриенттарға белем дә, аҡыл һәм... хәйлә лә бик кәрәк. Тик күптәре шундай саҡта ҡаушап, белгәндәрен дә һөйләй алмай әрәм була. Бына шундай яуаплы мәлдә юғалып ҡалмай, аҙаҡ уҡытыусы булып киткән Рәзгил ағай — минең ауылдашым (тик ул хәҙер мәрхүм инде) — хаҡында һүҙем.
Шулай бер саҡ Өфөгә, тарих факультетына юл тота Рәзгил ағай. Беренсе имтиханға инер алдынан ҡабул итеп ултырыусы ағайҙарҙың бөтәһенең дә урыҫ, тик береһенең генә башҡорт икәнен белешә. Инеп билет алғас, үҙенең башҡорт телендә һөйләйәсәген белдерә. Уҡытыусылар ризалаша. Ә уның билетында Персия менән Төркиә араһындағы һуғыш хаҡында һөйләргә ҡушылған икән.
Абитуриент билдәле ваҡытта "әҙерләнеп", бик ышаныслы ҡиәфәттә уҡытыусылар алдына килеп ултыра һәм, ҡыҙып-ҡыҙып, "һуғыш" хаҡында һөйләй ҙә башлай: "Алла бойорһа, Турция, ошо ҡабул итеү имтиханын, Персия, имен-аман тапшырып сыҡһам, Турцию, һеҙҙе, хөрмәтле ағай, в Персию, Өфөнөң иң затлы ресторанына индереп, Турция, елле генә итеп бер һыйлар инем, Персия, валлаһи тип әйтәм. Мин үҙем ауылдан ул, Персию, шуның өсөн ҡунаҡҡа саҡырып, һыйлап, Турция, итен, һөтөн, майын күпләп тейәп тә килер инем. Ярай, ағай, һөйләштек, инде эш һеҙҙә ҡала. И в конце концов победила Турция!" — тип хәбәрен ослап та ҡуя абитуриент.
Бер ниндәй тотлоғоуһыҙ, ышаныслы итеп һөйләгән абитуриент башҡа профессорҙарға оҡшап ҡала һәм уны уҡырға ҡабул итәләр. Үҙ сиратында Рәзгил ағай үҙенә ярҙам иткән кешене яҡшылап һыйлай, күстәнәсен дә тейәп килә. Иң мөһиме — ул уҡырға инә!
"9 х 8" кәбән Һыуыҡтар төшөп, мал ҡураға кергәс, ҡырҙа ултырған бесәнде өйгә алып ҡайтыр өсөн Мырҙағәле бабай бүлексә етәксеһенә бара. "Управ"тың трактор бирергә ризалығын ишеткәс, бабай: "Юҡ-юҡ, ҡустым, бер тракторҙың ғына көсө етмәҫ, 9-ға 8 кәбән ҡойған инем, һин миңә мотлаҡ ике трактор бирергә тейеш!" — ти. Етәксенең ай-вайына ҡуймай, икенсеһен дә һорап алған ул. Барасаҡ трактористар, кәбәндең ҙурлығын ишеткәс, ҡурҡа төшкән. Ундай киңлектәге кәбәнде (беҙҙең яҡта уны ағас өҫтөнә дүрткел итеп өйөп, ағасынан трактор менән һөйрәп алып ҡайталар) урынынан ҡуҙғатыуы ауыр булыр инде, тростар өҙөлөп, бесән ҡойолоп ҡаңғыртмаһа ярар ине лә, тиҙәр икән.
Ҡарттың сабынлығына барып етһәләр... бәләкәс кенә кәбән икән. Уны бер трактор еңел генә һөйрәп алып киткән, икенсеһенә эйәреп ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Шунан һуң беҙҙең яҡта "9 х 8" кәбән һалыу "модаһы" инеп китте. Бесән мәле етһә, ауылдаштарҙың үҙ-ара “9 х 8 кәбән һалдым әле", “һай, кәбәнең 9 х 8 була түгелме һуң” тигән шаяртыуҙарын көт тә тор.
"Йоҡларға була әле..." Һеҙҙә нисектер, беҙҙә берәй ергә өтәләнеп, сабырһыҙланып ҡабаланған кешене, "поезд тора, йоҡларға була әле", тип туҡтаталар. Был хәлдең тарихы былай була.
Ғәлинур ҡалаға китер өсөн тимер юл станцияһына юллана. Сәғәтенә күҙ һалһа, поезға тиклем байтаҡ ваҡыт бар икән. Кире боролһам — юлым уңмаҫ, бер сыҡҡас, юл ыңғайы дуҫты күреп китәйем тип, Ғәлинур ауыл осондағы Рәхмәтулла өйөнә ыңғайлай. Дуҫтар осрашҡас — аҙағы билдәле инде...
Арыу ғына ҡырын тейәп алған ҡунаҡ станцияға юллана. Күпмелер юл үткәндән һуң быуындары тамам йомшара Ғәлинурҙың. Ергә ауа ла, бер аҙ йоҡлағандан һуң, күҙен аса. Ни күрһен — ҡаршыһында вагондар! Күтәрелергә әмәле булмағас, поезд тора әле, йоҡларға ла була тип, юлаусы ҡабат әүен баҙарына китә. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана: күҙен нисә асһа ла, Ғәлинур ҡаршыһында вагон уттарын күрә. Шулай итеп, юлаусыбыҙ тыныс күңел менән төн үткәрә. Иртә таңда Ғәлинур һыйырҙар мөңрәгән тауышҡа уянып китә һәм эштең айышына төшөнә. Иҫерек баш ферма эргәһендә йығылып, уның тәҙрә уттарын поезд тип уйлап төн үткәргәнен аңлай.
Гөлнара МОСКОВА.
"Әҙ генә сода өҫтә" 70-се йылдар. Ауылда гөж килеп өйҙәр һалалар, тимәк, балһыҙ ҙа булмай бит инде. Гөлғәйшә апай ҙа бер мискә итеп ҡойоп ултыртып ҡуя әлеге "ризыҡты". Инде әсеүе еткәндә генә килеп инә бит өй төҙөүселәргә йор һүҙле, хәйләкәр Ғиндулла ағай.
— Ҡана әле, Гөлғәйшә һеңлекәш, балыңдың "пробкаһын сымать" итеп алайым әле, әсеүе еткәнме икән? — ти был.
Гөлғәйшә апай йүгереп йөрөп, бер сүмес итеп һоҫоп алып та бирә. Ғиндулла ағай һемерә лә, мыйыҡтарын һөртөп, ирендәрен сәпелдәтеп:
— Ох! Шәп! Шәп бит был, ә! — тип, баш бармағын үргә сөйөп маҡтай. — Тик бына, ни бит әле, бер ҡалаҡтай сода өҫтәп ебәрһәң, балың ишу ҙа шәп буласаҡ...
Көтөлмәгән ҡунаҡтың сығып китеүе була, Гөлғәйшә апай бер ҡалаҡ соданы мискәгә лә тондора. Вәт китә бит бал сажлап, күпереп — түҙеп кенә тор! Апай ни эшләргә белмәй: ҡапҡасы менән дә ябып ҡарай, ҙур яҫтыҡ менән дә томалап маташа, ахыр килеп, үҙе лә менеп ултыра! Юҡ бит, тынмай ҙа тынмай. Шулай итеп, мискә эсендәге бөтә "ҡәҙерле ризыҡ" ситкә ташып бөтә.
Шул хәлдән һуң киткән дә инде ауыл кешеләре араһында был лаҡап. Әле лә береһендә бал мискәһенең мөйөшөн күреп ҡалһалар: "Бер ҡалаҡ сода өҫтә һин быға", — тип мәрәкәләйҙәр.
Роза ӘҘЕҺӘМОВА.