Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярҙамға мохтаж музей
— Драматург Фәрит Богдановты Мәскәүгә РСФСР-ҙың Эске эштәр министрлығына саҡыртып алғандар…
— Унда тиктәҫкә генә юлланмайҙар…
— Ул бер районда прокурор булып эшләгән, әллә шунда берәй енәйәт… тфү-тфү…
— Сумкаһына сохари тейәп киткән, ти…

Ауырғазы районының Фәрит Богданов тыуып үҫкән Солтанморат ауылына барып төшкәс, ошо ваҡиға иҫкә төштө. Был ауылға яҙыусыларҙы Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Күмертауҙан ошонда уҡ тыуған күренекле шағир Салауат Рәхмәтулланың 70 йәшлек юбилей кисәһенә саҡырғайнылар. Тәүҙә беҙҙе Ғәлимйән Ибраһимовтың музейына алып инделәр. Солтанмораттар ауылдаштарының музейын бик матур итеп, шаҡтай күп экспонат менән биҙәгән.
Беҙ музей хеҙмәткәренән ошо Солтанморат егете, күренекле драматург, йәмәғәт эшмәкәре Фәрит Богдановҡа арналған бүлекте күрһәтеүҙе үтендек. Ул беҙҙе бер өҫтәл эргәһенә алып килде. Уның быяла менән ҡапланған яртыһында Фәрит Богдановтың бер-ике китабы һәм «Кызыл таң» гәзитендә баҫылған бер мәҡәләһе күренде. Меҫкен генә «хәстәрлек»те күреп, беҙ “аһ” иттек. Шунда күҙ алдымдан драматургтың спектаклдәре балҡып үткәндәй булды. Бына уның Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бөтә республикабыҙҙы шаулатҡан «Юлдар күперҙә осраша» тигән спектакле! Ул урыҫ телендә СССР-ҙың унлап театрында барҙы. Илдең кешеләр араһындағы ныҡлыҡ менән йәшәүе тураһындағы был пьеса Ленинградта үткәрелгән Бөтә Рәсәй театрҙар фестивалендә беренсе дәрәжә дипломға ла лайыҡ булды. Беренсе дәрәжә диплом! Рәсәй кимәлендә!
«Иртәнге томан» йәштәр тормошона бағышланғайны. Унда бәғзе йәштәрҙең түрәләр ярҙамында юғары уҡыу йорттарына үтеүе, үтмәгәндәренең енәйәт юлына баҫыуы мәсьәләһе күтәрелә. Драматург уны бөгөнгөгә ҡарап яҙған, буғай. Фәриттең был спектакле лә күп театрҙар тарафынан сәхнәләштерелде. Ул иртәнге томан таралғандан һуң яҡтырып киткән көн кеүек балҡып торҙо һәм Театрҙар союзы дипломына лайыҡ булды. Күренекле драматургтың «Мине саҡырған уттар», «Мөхәббәт һәм енәйәт», «Аманатҡа хыянат», «Төнгө ҡунаҡ», «Һин кем?» кеүек драмалары тураһында ла бик күп һөйләп булыр ине. Ләкин музейҙың былар тураһында белмәүе үкенесле.
Дөрөҫ, Фәрит Богданов әллә ни күп китап сығарманы, ул театрҙарҙа эшләү менән генә сикләнде. Әммә пьесалары бер нисә томда сыҡҡан «Башҡорт драматургияһы антологияһы»нда, бер нисә драматургтың пьесаларынан торған китаптарҙа баҫылды. Минеңсә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзында, «Китап» нәшриәтендә быларҙы табып булыр ине, республика театрҙары архивында спектаклдәргә афишалар, программалар, буклеттар, рецензиялар һаҡланғанын да оноторға ярамай. Шулай уҡ драматургтың фатирында миҙалдары, түшкә таҡмалы билдәләре, төрлө лауреат дипломдары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәре, ниндәйҙер иҫтәлекле әйберҙәре булғандыр бит.
Фәриттең «Һин кем?» тигән драмаһы РСФСР-ҙың Эске эштәр министрлығы дипломына лайыҡ булғайны. Музейҙа был хаҡта ла бер ниндәй мәғлүмәт юҡ. Диплом тигәндән, ошо бүләкте тапшырыу өсөн уны Мәскәүгә саҡырып алғандар, ә был төрлө имеш-мимеш тыуҙырған. Сюрприз булһын тип саҡырыуҙың сәбәбен әйтмәгәндәр икән. Драматург ошо хаҡта йылмайып һөйләй торғайны.
Йәштәр яҙмышына арналып, оло бүләккә лайыҡ булған «Һин кем?» драмаһы уның беренсе пьесаһы ине. Ул бына шулай итеп, лауреат булып, башҡорт драматургияһына килеп инде. Яҡташыбыҙ менән ғорурланырға ғына кәрәк. Фәрит күп кенә йылдар Бөтә Союз авторҙар хоҡуҡтарын яҡлау агентлығының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе һәм Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы етәксеһе булып та эшләне. Музейҙа был турала ла мәғлүмәт юҡ. Әҙип ғүмеренең һуңғы йылдарында башҡорт ерендә булып үткән ихтилал етәксеһе Батырша тураһында драма яҙа ине. Тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан, бәлки, театрҙар ошо әҫәргә иғтибар итер? Шулай уҡ был музейҙа күренекле драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәрит Богдановтың ижадын, ғүмер юлын яҡтыртҡан айырым бүлек булһын ине.
Күренекле шағир Салауат Рәхмәтулла ла ошо ауыл егете, тигәйнек. Уның да шәхесе иғтибарға лайыҡ. Ауылдың ошо аҫыл улдары тураһында мәғлүмәт булмағас, музей етем кеүек күренә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779