Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Йөрәкте һиңә асам..."
"Йөрәкте һиңә асам..."Рәшит Назаровтың һайланма әҫәрҙәренең 1-се һәм 2-се томдары нисек тупланыуы, бигерәк тә бығаса баҫылған әҫәрҙәрендәге күп төрлө хаталар — шиғырҙы аңлашылмаҫ хәлгә килтереп ҡыҫҡартылған (хатта йөҙ юлдан ашып киткәндәре бар) строфалар, айырым юлдар, урынһыҙ һүҙҙәр, авторҙың ихтыярынан тыш ҡуйылып, бөтә китапты сыбарлаған кәрәкһеҙ тыныш билдәләре, — һәм, бына шуларҙы күреп, шағирҙың әрнеү-борсолоуҙары хаҡында ла әйтмәксемен. Тәү ҡарашҡа кемгәлер ваҡ нәмәләр булып күренер, әммә улар, асылда, Рәшит үҙе яҙғанса, "насар, ҙур мәғәнәһеҙлеккә килтергән хаталар". Быны күреү, ғибрәт алыу өсөн Рәшит Назаровтың минең архивымда һаҡланған, 1991 йылда Башҡортостан китап нәшриәте сығарған "Йөрәгемде һеҙгә илтәм" тигән шиғырҙар йыйынтығына бер генә күҙ һалыу ҙа етәлер, моғайын.
Ҡулъяҙмала Рәшиттең шиғырҙары төҙәтелмәгән (ә уның бер һүҙен дә, бер өтөрөн дә үҙгәртеү кәрәкмәй) бер генә бит тә юҡ. Быларҙы әйтеү, иң мөһиме, төҙәтеү — Рәшит Назаровтың илаһи ижадын халыҡҡа бөтә нескәлегендә һәм дөрөҫлөгөндә еткереү минең күп йылдарға һуҙылған иң төп эштәремдең береһенә әүерелде, быны шағирҙы тулыһынса аңлау, хөрмәтләү һәм ҡәҙерләү билдәһе, выждан эшем тип иҫәпләнем, иҫәпләйем.
Ә бит шағир үҙ ижадына үтә ныҡ талапсан булған. Бына нимә ти ул бер шиғырында:
Күптәнме һуң, шиғыр яҙам
тиеп,
Күпме дәфтәр әрәм иткәнмен.
Тик аңланым бөгөн был яҙмалар
Дәфтәр хаҡы тормай икәнен.
Шуға ла ул тәүге ижад емештәренең бик күптәренә "ҡул һалған" — һыҙып ташлаған. Редакцияларға, дуҫтарына ебәргән шиғырҙарына һәр саҡ баһа биреүҙәрен, хаталарын күрһәтеүҙәрен үтенгән. Бына ҡайҙа ул үҙеңә талапсанлыҡ өлгөһө!
Рәшит Назаровтың һайланма әҫәрҙәренең 2-се томына драматик поэмаларынан бары "Орлоҡ" исемлеһен генә керетә алдым. Ә бына иң күләмлеһенә, "Гөлбикә"гә, күләмен арттырмаҫҡа тырышыу сәбәпле, урын етмәне. Ә инде "Шаршау асыла" тип исемләнгән драматик поэманың яҙмышы әле булһа билдәһеҙ. Уны шағир ҙур ышаныс менән Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ебәргән булған. Рәшитте һуңғы көнөнәсә ошо әҫәренең яҙмышы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Бер нисә тапҡыр берәй мәғлүмәт бирерҙәр тип уйлап хаттар яҙып ҡараһа ла, осона сыға алмаған. Әҫәр ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөгән.
Рәшиттең ныҡ борсолоуынан аңлашылғанса, был драма, моғайын, уның иң уңышлы әҫәре булғандыр. Армиянан ҡайтҡас та, уның хаҡында белергә теләп, Яҙыусылар союзына ҡабат-ҡабат хаттар яҙған Рәшит. Бәлки, табылыр — өмөттө өҙмәйек.
Рәшит Назаровтың архивына ҡағылышлы тағы ла бер шик-шөбһәмде әйтмәй үтә алмайым. Улар ҙур-ҙур дүрт папкаға тупланған. Системаға килтереп, яҙылыу ваҡыттары, йылдары буйынса һалынмаған ине. Бында шағир ҡулъяҙмаларының ҡараламалары ла, Рәшит ҡулы менән ҡуйын дәфтәрҙәренә күсерелгәндәре лә, араларында дәфтәр-блокноттарҙан йыртып-йолҡоп алынған биттәр ҙә булыуын күрҙем. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына бер төркөм иптәштәр хат яҙып тапшырғансы уҡ ҡайһы бер ижад емештәре башҡа ҡулдарҙа булманымы икән, тигән шикләнеү ҙә тыуа. Бәлки, шул сәбәптәндер институт хеҙмәткәрҙәре дүрт папкалағы яҙмаларҙың һәр бер битенә ҡыҙыл ручка менән үтәнән-үтә рәт һандары һуғып сыҡҡан һәм дөрөҫ эшләгән. Әммә был дөрөҫлөк мине ҙур ҡыйынлыҡтарға юлыҡтырҙы. Рәшиттең әҫәрҙәрен миңә өлөшләтә, бик әҙләп кенә, бирә барҙылар. Институтҡа йыш йөрөргә, күп эҙләнергә тура килде. Шағир ҡулы менән дөрөҫ вариантта күсерелмәгән әҫәрҙәрен төрлө дәфтәрҙәге яҙмаларҙан эҙләргә тура килде. Әле булһа Рәшиттең папкаларындағы яҙмаларҙы алға һалып ҡарай алғаным юҡ. Бәлки, ул саҡта шаҡ ҡатырғыс дөрөҫлөккә лә юлығыр инек. Бәлки, мәңге табылмаҫ ул? Дөрөҫлөк, таш кеүек, оҙаҡ ҡалҡа, тиҙәр. Шуға ышанайыҡ...
Һүҙемде шулай тамамлағым килә: бөйөк шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың тәҡдире Хоҙай ҡулы эйәрләгән арғымағын оҙаҡ саптырманы, ләкин кешеләр күңелен йылытып, әсир итеп үтте, үтә һәм үтәсәк.
Алтын табылған ерендә ҡиммәтле булһа ла, етәкселәр, яуаплы әҙәмдәр иғтибары, ихтирамы етмәһә, гәлсәр нурҙарын һипкән яҡтылыҡтың да тоноҡланыуы, хатта юғалып ҡуйыуы бар. Бигерәк тә хәҙерге ваҡытта — кемдәрҙер бер-береһенән уҙҙырып, юлдарын-уңайлыҡтарын оҫта файҙаланып, төрлө-төрлө бүләк алғанда, һәр нәмәгә өлгөр була белгәндәр көндән-көн күбәйгәндә...
Рәшит Назаров — Хоҙай бүләге. Ергә килеү миссияһын да шағир бик иртә аңлаған, тип уйлайым. Яҙа, ижад итә алмаған мәлдәрен иң ғазаплы хөкөм тип иҫәпләгән. Ул саҡтарҙа шағир менән аралашыу-һөйләшеү мөмкин булмаған хәл ине. Һуңғараҡ, ижады баһаланып, Салауат Юлаев исемендәге премияны алғас, йәшәгән бүлмәһен яңыртҡас, туғандары килә башлағас, табиптар ҙа иғтибарын арттырғас, ул яйлап ҡына үҙгәрҙе, бер килеүҙә хатта бергәләп фотоға төшөргә теләүен һиҙҙерҙе. Үҙенең кәрәкле кеше икәнен аңлау уның күңелен күтәрҙе, башын күтәреңкерәп йөрөй башланы, йөҙө асылды.
Беҙгә уның исемен мәңгеләштереү хаҡына аныҡ эштәр башларға кәрәк. Күптән инде халыҡлашҡан булһа ла, республика етәкселәренә был мәсьәләне еткереү, Рәшит Назаровҡа "Башҡортосандың халыҡ шағиры" исемен биреүҙе юллау фарыз. Ғәҙеллек, хаҡлыҡ тантана итергә тейеш бит. Ауырғазы районының Төрөмбәт урта мәктәбенә, район үҙәгендәге яңы урамдарҙың береһенә шағирыбыҙҙың исемен биреү хаҡында күптән һүҙ бара. Тик ул һаман да һүҙҙә генә ҡала килә. Шағирҙың ауылдаштары, яҡташтары, ундағы етәкселәр был мәсьәләне күтәрә лә ниңәлер туҡталып ҡала. Башланған эште еренә еткереүҙә улар өлгө күрһәтер, тип ышанам.
Һүҙемде Рәшит Назаровҡа арналған шиғырҙар шәлкемендәге "Хоҙай шағиры" тигән һигеҙ юллығым менән тамамлағым килә:
Ҡояшты ҡай саҡ
Ҡаплай болоттар.
Мәңге ҡапларлыҡ
Ниндәй болот бар?!

Хоҙай шағиры
Ошоға оҡшаш:
Байығас, балҡый —
Юғалмай Ҡояш!

(Аҙағы. Башы 7-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575