Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Йөрәкте һиңә асам..."
"Йөрәкте һиңә асам..."Рәшит Назаровтың тормошо, яҙмышы, бигерәк тә юғары зауыҡлы, киң ҡоласлы, оҫталыҡ өлгөһө булған ижады, китаптары хаҡында мин матбуғат биттәрендә дүрт тиҫтәгә яҡын мәҡәлә баҫтырҙым. Ҡояшлы, йылы, һанап бөткөһөҙ йондоҙҙары менән балҡыған күкте үлсәп-иңләп булмағандай, даһи таланттың ижад ҡеүәһен аңлатып бөтөп булмайҙыр, моғайын. Шуға ла һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, булмаһа, тағы ла Рәшит Назаровтың иң яҡын дуҫы Даян Ильясовҡа ебәргән ике хатына мөрәжәғәт итәйек.

"Сәләм Златоуст ҡалаһынан!
Һаумы, Даян!
Бик күп сәләм менән Рәшит тип белерһең. 3 ғинуарҙа, кисә, һинең хатыңды алып бик шатландым. Бына бөгөн һиңә хат яҙырға тип ултырҙым әле. Үҙегеҙҙең өй эсегеҙгә һ.б. сәләм. Сәләм шулай уҡ Нурҙан.
Златоустҡа килеп еттем. Һәйбәт кенә итеп хеҙмәткә тотоноп кителде. Көндәр әкренләп кенә үтә тора, шулай итеп ҡайтыр көндәр ҙә килеп етер әле, тип йөрөп ятҡан ер. Әллә ни күңелһеҙлеккә бирелеп барылмай хәҙер. Аҙаҡҡы йыл бит, үтер әле берәй төрлө.
Риф армияға китте инде хәҙер, яңы йыл бит инде, барып та еткәндер, моғайын. Мөҙәристең Нурға бер-ике хаты килде, Дүшәнбе ҡалаһында, шикелле, яңылышмаһам. Армияға бер ҙә бирешерлек кеүек яҙмай. Хәйер, шулай дөрөҫөрәк тә инде. Радистҡа уҡыйбыҙ, тип яҙа.
Һин ебәргән әлеге гәзит биттәрен уҡып сыҡтым. С. Рәхмәтуллин хаҡында уҡыным. Нимә тип әйтәһең инде, ҡараңғы эш бит, берәй фекергә килеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, был эште халыҡ маҡтағандыр әле. Бәлки, ул дөрөҫ эшләгәндер, бәлки, юҡтыр. Сәбәпте белмәйенсә һөҙөмтәгә ҡарап ҡына аңлауы ҡыйын бит хәлде. Бөтәһе лә була, был бит донъя.
Ә ун ете йәшлек ҡыҙҙар бына тигән итеп яҙған бит, шайтан ҡыҙҙары. Беҙҙең кеүек 22 йәшлектәрҙең моронона ҡанатҡансы сирткәндәр. Йә, нимә тиһең инде, йәштәр шул. Йәштәр үҫә бит, малай, әйҙә, үҫһендәр. Ә мин ҡыҙҙарҙың шундай итеп яҙа алыуына ышанмай торғайным. Һаман донъя аҙ-аҙлап булһа ла өйрәтә тора инде, һалдатты ла. Ҡайһы берҙә ҡанатҡансы танауға сиртә, ҡайһы берҙә ҡанатҡансы йөрәккә ҡундырып ала. Шулай.
Уҡыуы ла, уҡытыуы ла ҡыйындыр ҙа, нимә эшләйһең, йәштәрҙе лә тәрбиәләргә кәрәк бит. Һиңә ярты ғына йыл ҡалды бит, күңелһеҙләнергә урын юҡ, меңдән артыҡ сәғәтте уҡытырһың да сығырһың. Унан үҙеңдең ирек бит.
Ә Рифтәр, Фәриттәр нисек һуң? Риф яҙғыламаймы?
Ауыл хәлдәре, мәктәп хәлдәре һ.б.
Ярай, хатты тамамлайым ошо ерҙә.
Сәләм менән Рәшит.
04.01.65".

* * *
"Һаумы, Даян!
Ошо хат арҡылы Златоуст тигән ҡаланан үҙеңә, өй эстәрегеҙгә һ.б. бик күп иттереп һалдат сәләмдәре ебәреп тороп ҡалам. Сәләм шулай уҡ Нурҙан бик күп итеп. Сәләм ошоноң менән тамам.
Үҙемдең хәлдәр былай бер көйө, ярайһы ғына һымаҡ, әллә ни үҙгәреш-ниҙәр юҡ. Һирәкләп яҙыштырғылайым, ләкин ауылдан килгәндәге кеүек түгел, күрәһең, бөтә зарядтарҙы атып бөткәнмен бер ай эсендә. Шулай ҙа, ҡайғырырға әллә ни урын юҡ, армиянан ҡайтҡас, берәй төрлө ителер әле. Һинең 18 ғинуарҙа миңә ебәргән хатыңды кисә кис, 22 ғинуарҙа, алып бик шатландым, бына бөгөн, 23 ғинуарҙа, ял көнө, яуап яҙып ултырам әле.
Һиңә анау хатта яҙған шиғырҙарға килгәндә инде, улар хаҡында, былай, үҙеңдең дә, бик үк асыҡ булып етмәһә лә, бер төрлө фекер бар кеүек, шуға уға ышаныуы ҡыйын, сөнки ул һәр ваҡыт кәйефкә бәйле, — бөгөн бер төрлө, иртәгә бөтөнләй икенсе, бер көн уҡыйым — арыу ғына кеүек, иртәгәһен — күрәһе лә килмәй... "Фәрештәләр хаҡында", минеңсә, әллә ни түгел, башҡалары араһында иң көсһөҙөлөр, бәлки, юмористик нәмәгә тартым әйберҙәрҙе яҙа белеп булмай.
Ә теге лирик шиғырҙарға — мөхәббәт шиғырҙарына килгәндә инде, улар оҫта ялған ғына. Йөрәктән сыҡҡансы, тимәксе булам. Иҫләнеңме икән, өс шиғыр: "Янып торған тәмәкемде...", "Көтмәгәндә беҙ осраштыҡ", "Ағиҙел күпере". Өсөһө лә, әгәр уларҙы, автор башынан ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үткән хәл, тип ҡараһаҡ, бер-береһен юҡҡа сығаралар бит. Шулаймы? Бында күңелдең булып тороуы, шат йәки бәхетле булыуында түгел. Күҙ ҙә йоммай алдай белергә, һәм эш тә бөтә. Былар — миңә ҡарата алдау, ә бүтән кешеләргә ҡарата дөрөҫ була ала, донъяла бит шундай хәлдәр ҙә булғылай.
Күңелһеҙлек хаҡында. Ул бик күп кешелә була инде. Тик бирешергә генә ярамай, юҡһа, артыҡ һөмһөҙләнеп китә ул, ҡәһәрең. Миндә ул бигерәк тә йыш ҡунаҡ, төрлөсә, алдап ҡарайым үҙен — тәмәке менән, араҡы менән, китап, яҙыу һ.б. менән. Ни эшләйһең, донъя.
Һинең өйләнеүгә килгәндә, кешене һайлайҙар, ләкин, минеңсә, артыҡ ҡабаланмау дөрөҫөрәк булыр. Хәйер, үҙең беләһең инде уныһын.
Ярай, хатты тамамлайым.
Насар яҙылды, асыуланмайһыңдыр инде.
Тормошоңда, уҡытыуыңда уңыштар, бәхеттәр теләп, сәләмәтлек теләп, сәләм менән Рәшит.
в/ч 3442 "В" 23.01.66".
(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779