Тыумыштан бик һәләтле кешеләр була. Әгәр Хоҙай биргән мөмкинлектәрҙе дөрөҫ йүнәлештә ҡулланмаһаң, үҫтермәһәң, улар кесерәйә, күмелеп ҡала, юғала. Һәм, киреһенсә, күп тырышлыҡ һалған кеше "энә күҙендәй" генә һәләтте лә талантҡа әйләндереп, ҙур уңыштарға өлгәшә ала. Кешегә ерҙе, донъяны хеҙмәте, ижады, һөнәре менән биҙәп йәшәр өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, түҙемлек, ихтыяр көсө кәрәк.
Нәҡ шундай кеше хаҡында һөйләп үткем килә. Ул — 22 йыл инде Туймазы театрында эшләгән Маргарита Сидорова. Театрҙың тәүге артисткаларының береһе, бөгөн инде коллективтың төп таянысы ул. Тормошон, бар булмышын сәхнәгә бағышлаған ысын театр ҡаһарманы. Актрисаның театрҙа эшләй генә башлаған йылдарҙағы ролдәренә күҙ һалам: Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Аҡ ҡалпаҡ" драмаһында Рушан, Аяз Ғиләжевтең "Өс аршин ер" драмаһында Шәмсеғаян (был ҡатмарлы, трагик образды тыуҙырыу актрисанан айырыуса ҙур оҫталыҡ, тәжрибә талап итә), Туфан Миңнуллиндың "Илгизәр+ Вера" драмаһында Нина, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһында Зөбәржәт һәм башҡалар. Әлеге образдар өҫтөндә эшләгәндә режиссерҙар Маргаританың ижад мөмкинлектәренең киңлеген күрҙе лә инде. Шаҡтай тәжрибә туплағас, актриса иңенә Уильям Шекспирҙың "Гамлет"ындағы Гертруда роле төштө. Был образы уның репертуарының аҫылташылай.
Бөгөн Маргарита ҡатнашҡан спектаклдәр ҡырҡҡа яҡын. 2009 йылда театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов Флорид Бүләковтың "Ҡәһәрле мөхәббәт" мистик драмаһын сәхнәләштерҙе. Спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. Шунлыҡтан уның менән фестивалдәрҙә лә сығыш яһарға булдыҡ. Ижадсыларҙың хеҙмәте баһаһыҙ ҡалманы. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Башҡорт драматургияһы" фестивалендә театр белгестәре Туймазы театрының был ижад емешен конкурсҡа тәҡдим ителгән спектаклдәр араһында иң яҡшыларҙың береһе тип баһаланы. Фестивалдән Туймазы ижадсылары дипломдар алып ҡайтты. Әлбиттә, был уңыштарҙы яулауҙа төп ролде — Розаны — башҡарған Маргаританың өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.
...Роза йәшлегендә ҙур гонаһ ҡыла: улын бала табыу йортонда ҡалдырып сыға. Быға инде 20 йыл ваҡыт үткән. Беҙ сәхнәлә моңһоу, нурһыҙ ҡарашлы, бәхетһеҙ, әллә күпме йән ғазабы кисереп олоғайып бөткән Розаны күрәбеҙ. Ошо гонаһты ҡылған көндән башлап ул бер генә көн дә үҙен телгеләмәй йәшәмәгән. 20 йыл ғазап эсендә, 20 йыл ут йотоп йәшәү! Ул инде аҡылдан яҙыу сигендә. Бына ниндәй "ҡамыт кейҙе" Маргарита "Ҡәһәрле мөхәббәт"тә. Әлеге спектаклде үҫмерҙәргә, өлкән класс уҡыусыларына ла тәҡдим итеп, бик дөрөҫ эшләнек. Уйланһындар.
Маргарита сәхнәлә барған хәл-ваҡиғаларҙы, осорҙо, сәхнә әҫәренең жанрын тойоп эшләй, тыуҙырасаҡ образының йәш үҙенсәлектәрен оҫта сағылдыра. Ошо фекеремде бер ни тиклем иҫбат итеү ниәтенән аҙ ғына миҫал килтерәм. Мәҫәлән, "Үп мине, Зәйтүнә!" комедияһында ул Ләйлә әбей ролендә. Маргарита уйнаған ҡарсыҡ шуҡ, шаян, мәңге ҡартайыу белмәҫ, еңел кәүҙәле. Уның һәр хәрәкәтенән, һәр һүҙенән йәшәү дәрте, күңел күтәренкелеге һиҙелеп тора. Әбей "осоп" ҡына йөрөй тиерлек, тик беҙ шул уҡ ваҡытта уның ҡарт һөйәген дә тоябыҙ. Минеңсә, был шаҡтай оҫталыҡ талап итә.
Ә бына Әлфис Ғаязовтың "Урмандарға керһәң..." драмаһында Маргарита уйнаған Хәмдиәне алһаң, ул йонсоу: аяғын ерҙән саҡ-саҡ шыуҙырып атлай, гүйә, иңенә таш баҫтырып ҡуйғандар; һүҙҙәрен саҡ әйтеп һөйләшеүендә өмөтһөҙлөк, әрнеү, рухи төшөнкөлөк һиҙелә; сырайы хәсрәттән ҡарайған. Ыңғырашып йөрөмәһә лә, беҙ уның һыҙлаған тәнен һиҙәбеҙ, ҡатҡан быуындарын тоябыҙ. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгәнлектән, Хәмдиәлә етдилек, ҡәтғилек, талапсанлыҡ, ҡоролоҡ кеүек сифаттар ҙа өҫтөнлөк итә.
Ғөмүмән, ҡабатланмаҫ уның образдары. Һөйөндөк Сәйетовтың "Ҡарға туйы" фольклор комедияһында Маргарита Сидорова — колхоз рәйесе Мәликә. Өҫ-башы, холҡо, ҡыланыштары, ҡыҙыҡһыныуҙары ир-атты хәтерләтә, ҡырыҫыраҡ та, "ултырған" ҡыҙ. Спектаклдең аҙағына ул әкиәттәге шөҡәтһеҙ өйрәк бәпкәһе аҡҡошҡа әүерелгәндәй нәзәкәтле, гүзәл, һөйкөмлө ҡыҙға әйләнә.
Зөлфәт Хәкимдең "Легионер" театраль романында Маргарита — уҡытыусы Нәсимә ролендә. Бик аҡыллы, тыйнаҡ, сабыр килен булараҡ белә тамашасы был образды. Ул иренең һәр туғанын үҙенекеләй яҡын итә, төп герой Яппарҙың хәсрәтен еңеләйтергә тырыша, ғаиләләге ауыр мөхитте шымартып ебәрә белә. Нәсимә эштән ҡайтҡас, Нәғим ҡарттарҙың гүр һалҡынлығы бөркөп торған өйө яҡтырып, йылынып, йәмләнеп китә.
Баштан-аяҡ театр донъяһына сумған ул. Сәхнәһеҙ йәшәй ҙә алмаҫ кеүек. Ә бит мәктәпте тамамлағас ул юрист булырға теләгән. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына документтар тапшырырға барғанда, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары осрап, һөйләшкәндә актерлыҡ һәләттәрен күреп, уға дөрөҫ кәңәшен биргән. Маргарита үҙенең хыялын үҙгәртә, юрист түгел, артист булырға ҡарар ҡыла. Шигем юҡ, унан бик яҡшы юрист сығыр ине, ә бына сәхнәне һайлауы Туймазы театрының бәхетенә булды. Күпме кеше яҙмышы. Һәр ҡайһыһын үҙ йәнең, зиһенең аша үткәреү, башҡа берәү булып йәшәп ҡарау... Рәхәт тә, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла, ғазаплы ла артист һөнәре!
Уҙған йылдың октябрендә Маргарита Сидороваға "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Лайыҡ ул был баһаға! Ихлас шатмын уның өсөн! Артисткаға иҫәнлек-һаулыҡ, ижад дәрте, театр тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ ролдәр теләйем.