Бөгөн К. Мәргәндең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция асылаКирәй Мәргән башҡорт әҙәбиәте “сиҙәмдәре”нең тәүге бураҙналарын һалған ҙур ғалим, мәшһүр һүҙ оҫтаһы, тарихи романдар яҙыу өлгөһөн биргән әҙип тә ине. Халыҡ теленән бөртөкләп йыйып алынған йырҙарҙың тәүге башҡарыусыһы, үҙе туплап, китап итеп баҫтырған эпостарҙың Алпамышаһы ла Кирәй Мәргәндер. Уның данлыҡлы “Ҡариҙел” повесын уҡып, ҡайһы бер өҙөктәрен мәктәптә ойошторолған концерттарҙа тасуири һөйләп, сәхнәләштереп, зыҡ ҡуба торғайныҡ. Был әҫәрҙә һынландырылған ыңғай геройға оҡшарға тырышыр инек. Донъя картинаһын танып белә башлауыбыҙ ҙа ошо “Ҡариҙел” повесынан киләлер. Үҙ туған телендә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙең рухи көсөн дә, бәлки, “Ҡариҙел” повесын үҙ иткәс, тоя башлағанбыҙҙыр. Ни өсөн? Сөнки ул замандағы “Башҡорт әҙәбиәте” тигән дәреслектә урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәренең тәржемәһе ҙур урынды биләр ине. Булған бит заманалар!
Кирәй Мәргән — ихлас ижадсы, егәрле яҙыусы һәм ғалим. Шулай уҡ ул — уҡытыусы ла. Ошо йылдың 11 июлендә шәхесебеҙҙең тыуыуына 100 йыл тулды. Ғүмер юлы ла, яҡты донъяла йәшәйеше лә бик тә фәһемле Кирәй Мәргәндең. Ул 1912 йылда Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, йыш ҡына район гәзитенә (“Колхозсы”) мәҡәләләр яҙа. Артабан шул уҡ гәзит редакцияһына эшкә саҡырыла.
Ҡанат осҡанда нығый тигәндәй, Әхнәф Нури улы Кирәев (Кирәй Мәргән) комсомол путевкаһы менән Өфөгә ҙур төҙөлөшкә килә. Был саҡта уға 20 йәш тулған була. Төҙөлөштә ул ташсы һөнәрен үҙләштерә, бригадир итеп үрләтелә. Хеҙмәт алдынғылары тураһындағы мәҡәләләре “Удар төҙөлөш” гәзиттәрендә баҫылып сыға тора. Һәләтле һәм өмөтлө журналисты матбуғат органдары күҙ уңынан ысҡындырмай. Ул “Удар төҙөлөш”, “Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре, “Октябрь” (“Ағиҙел”) журналы редакцияларында эшләй. “Комсомольская правда” гәзитенең Башҡортостан буйынса хәбәрсеһе вазифаһын да башҡара. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем уның өс хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Бына улар: “Бүләк” (1938), “Эҙләнеү” (1939), “Ҡабалан кеше” (1940). Кирәй Мәргән 1941 йылда партия сафына алына. Һуғыш осоронда “Комсомольская правда” гәзитенең хәбәрсеһе бурысын үтәй. 1942–1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби хәбәрсеһе сифатында һуғышта ҡатнаша.
Был йылдарҙа уның ижады ватансыл рухта һуғышсаныраҡ төҫ ала. Яугирҙәрҙең күңеленә Тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ, ғәзиз тупрағыбыҙға еңеүсе булып ҡайтыу рухын, сәмен үҫтерерлек хикәйәләре, очерктары, пьесалары, фольклор үрнәктәре айырым китап булып баҫыла, яугирҙәр араһында ҡулдан-ҡулға тарала. Бына улар: “Минең ғаиләм” (1942), “Яу” (1943) — пьесалар; “Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944), “Һуғыш фольклоры” (1944) — хикәйәләр, очерктар, һуғыш йылдары йырҙары, легендалары, мәҡәлдәре, көләмәстәре.
Ватан һуғышынан һуң Кирәй Мәргәндең ижады тағы ла күркәмләнә. Мәҫәлән, 1949 йылда сыҡҡан “Ҡариҙел” повесы, 1951 йылда донъя күргән “Нарыштау итәгендә” романы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә һәм уның ҡаҙаныштары менән совет халҡын таныштырыуҙа ҙур уңыш яуланы. Байтаҡ хикәйәләре һәм “Нарыштау итәгендә” романы “На склонах Нарыштау” исеме менән Мәскәүҙә урыҫ телендә (1954) донъя күрҙе. Был инде үҙ сиратында яҙыусының исемен дә ҙурайтып ебәргән һымаҡ булғандыр, сөнки Башҡортостан сиктәренән сығып күп һанлы, күп милләтле уҡыусыларға барып юлығыу еңелдән түгел. Бының өсөн бик тә ихлас ижадсы ла булыу кәрәк. Шулай итеп, Кирәй Мәргәндең ижады үҫте, “Бөркөт ҡанаты” булып һауаларға ашты.
Яҙыусының абруйы — уның әҫәрҙәрендә. Нескә юмор менән яҙылған хикәйәләре, повестары, драмалары “Алсаҡ йорт” тигән китапта тупланған. Бында маһир һүҙ эйәһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуңғы осорҙағы кешеләрҙең рухиәте, холоҡ-фиғеле үҫә барыуын, донъяға яңыса ҡарашын иренмәйенсә тасуирлаған. Ошо уҡ китапта халыҡ ижадына нигеҙләнеп ижад ителгән “Шомбай” комедияһы һәм башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың фажиғәле тормошо тураһында трагедия ла урын алған. Башҡорттарҙы уҡымышлы итеп күрергә тырышҡан ялҡынлы шағир хаҡында “Өҙөлгән моң”, тәүге художестволы әҫәр булып, әҙәбиәт тарихы биттәрендә ҡалыр.
Филология фәндәре докторы, профессор Әхнәф Кирәев башҡорт фольклорын бөртөкләп йыйып ҡына ҡалманы, ана шул ҡаҙаныштарҙы тотош Союз күләменә таратты, художестволы әҫәрҙәрен дә башҡа халыҡтар уҡырлыҡ кимәлгә күтәрҙе.
Уның дүрт китаптан торған “Бөркөт ҡанаты” романдар сериалы — фундаменталь әҫәр. Фундаменталь, тинем, сөнки ХVI быуат урталарында башҡорт халҡының тормошо, психологияһы, фәлсәфәһе, мифологияһы, ырыу башлыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте, хандарҙан, баҫҡаҡтарҙан, баҫҡынсыларҙан иҙелеп, йүнкеп көнитмеше халыҡсан тел менән һүрәтләнә. Был роман-эпопея, йәғни ҙур тарихи ваҡиғалар тураһындағы юғары художестволы әҫәр башҡорт әҙәбиәтенең үҫешендә яңы һынылыш, яңы һүҙ, быуаттар төпкөлөндәге халыҡтың ыҙалы-фажиғәле йәшәү рәүешен сағылдырыусы, яңыса типтағы ижад балҡышы булды. Был йәһәттән яҙыусы Кирәй Мәргән һәм башҡорт әҙәбиәте күҙ алдында үҫә барҙы. Тарихты күңелендә тәрәндән кисергән ғалим яҙған тарихи роман художестволы эшләнеше яғынан, хәл-ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле үҫтерелеше буйынса ла көслөрәк, мәғәнәлерәк, фәһемлерәк. Шул яғы менән дә был романдың әһәмиәте бик ҙур, минеңсә.
Дидактик принциптан сығып ҡарағанда, Кирәй Мәргәндең “Бөркөт ҡанаты” тип аталған романдар шәлкеме — үҙе бер дәрес. Халҡына, үҙ уҡыусыларына биргән һабағы. Ҡайһы бер әҙәби тәнҡитселәр художестволы әҫәрҙе дәреслеккә тиңләп, беҙҙең концепцияға яҡынлашып та ҡуя, әммә дидактика фәненән сығып, үҙ ҡараштарын үҫтермәй, дәреслектең мәғәнәһен бер ни тиклем аңлап еткермәй. Дәреслектең, дидактик сара булараҡ, үҙ технологияһы бар. Унда яҙыусының тормошо, ижад юлы, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, әҙәби-теоретик төшөнсәләр, һорауҙар, төрлө эштәр, һорауҙарға яуаптар алыу ҡаралған, әҫәрҙән ярым-йорто өҙөктәр килтерелгән. Минеңсә, яҙыусының әҫәрен дәрес (һабаҡ) тип аталған дидактик берәмек менән бәйләп өйрәнеү күпкә отошлораҡ та, еңелерәк тә. Уҡыусы шул саҡта ғына әҙәби (художестволы) фекер йөрөтөү һәләтенә эйә буласаҡ. Сюжет элементтары тип аталған әҙәби-теоретик берәмектәр менән уҡыусыларҙың башын ғына ҡаңғыртабыҙ, уларҙы әҙәбиәттән биҙҙерәбеҙ. Фекер йөрөтә белеү, хатта ул дөрөҫ булмаһа ла, уҡыусының тәбиғи ихтыярын, рухи көсөн, донъяға үҙенсә мөнәсәбәтен белдерә.
Мәҡәләмде “Ихлас ижадсы” тип атаным. Ана шул ихлас ижадҡа ҡарата мөнәсәбәтебеҙ ҙә ихлас булырға тейештер, минеңсә. Тимәк, беҙҙең алда әһәмиәте яғынан ҙур, мәғәнәһе яғынан киң дәрес тора. Дәресте дидактиканың берҙәм өс маҡсатынан сығып анализлау кәрәк. Бына ул маҡсаттар:
1. Дидактик маҡсат. “Бөркөт ҡанаты” романын өйрәнгәс, ниндәй белем алдыҡ? Роман нимәгә өйрәтте?
2. Психологик маҡсат. Әҫәр беҙҙең күңелебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе, хәтеребеҙҙе үҫтерәме? Шәхес булмышыбыҙға көс-ҡеүәт бирәме?
3. Педагогик маҡсат. “Бөркөт ҡанаты” романының тәрбиәүи әһәмиәте ниҙә? Холоҡ-фиғелебеҙҙе сәләмәтләндереү өсөн берәй мәғәнә алдыҡмы?
4. Өҫтәмә маҡсат. Романдың башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге әһәмиәте.
Әҙәби әҫәрҙе дидактик принцип буйынса өйрәнеү баланың белем алыуға үҙаллы ынтылышын, үҙ баһаһын үҫтерә. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер, минеңсә: киң мәғәнәле романдар авторы Кирәй Мәргән мәктәп программаһына ла һыймай ҡалған. Шундай ҙур әҙип хаҡында уҡыусылар белергә тейештер ҙә! Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне-индермәгәне лә мәктәп программаһына тыңҡыслап тултырылған. Тышта — ҡырыҫ баҙар иҡтисады, ә йылы мәктәп эсендә совет власы урынлаштырабыҙ, кулактарҙы һөргөнгә ебәрәбеҙ, байҙар менән алышабыҙ, колхоздар төҙөү менән мауығабыҙ, социализм нигеҙен төҙөйбөҙ... Һәр яҙыусының әҫәрендә ошо темалар сағылмай ҡалмай. Оҙаҡ йылдар буйы “колхоз төҙөп”, уҡыусыларҙың башын ҡаңғыртмайбыҙмы икән?
Кирәй Мәргән — тарихи роман оҫтаһы. “Нарыштау итәгендә” бик ихлас ижад ителгән. Халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы күңел күтәрелешен, етештереүсәнле хеҙмәт өсөн нефтселәрҙең фиҙаҡәр эшмәкәрлеген тасуирлай автор. Бына ошондай әҫәрҙәр уҡыу йорттарында монографик планда өйрәнелһә ине. Яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәре, мәҫәлән, V класта — “Командарм бүләге”, “Бабайым балтаһы” хикәйәләре, VII класта — “Ҡариҙел” повесы, ХI класта “Бөркөт ҡанаты” романы кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән. Тимәк, уларҙы өйрәнеү уҡытыусы ҡарамағында: үткәрһә — үткәрҙе, үткәрмәһә — юҡ. Бына шулай итеп башҡорт ырыуҙарының мөһим бер тарихынан мәхрүм ҡалабыҙ. Ырыу-ырыу булып таралған халҡыбыҙҙың боронғо яҙмышын күңел аша, йөрәк аша кисермәйбеҙ. Үҙ азатлығы өсөн көрәшеп, башҡорт халҡы элек тә ауыр йәшәгән, бөгөн дә уның яҙмышы еңелдән түгел. Азатлыҡ тигән төшөнсә бары тик төшөбөҙгә инеп, тетрәндереп уяталыр.
“Бөркөт ҡанаты” романында сағылдырылған хәл-ваҡиғалар халыҡтың йәшәү рәүешендәге ғөрөф-ғәҙәт, йола ҡанундары, мәҡәл-әйтемдәр менән бергә үреп бирелгән. Был да әҫәрҙең юғары художестволы кимәлен асыҡ күрһәтә.
Романдар ижад итеү оҫтаһы Кирәй Мәргән үҙ әҫәренең поэтикаһын ана шулай күркәмләй, үҫтерә бара. Был да үҙ сиратында яҙыусы ижадына алсаҡ төҫ бирә һымаҡ.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.