Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ ӨҘӨЛМӘГӘН...”
“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ ӨҘӨЛМӘГӘН...”Университетты яңы ғына тамамлаған йәш белгес Дамир Шәрәфи менән кәңәшләшә икән:
— Ағай, бына минең телевидениела эшләгем килә. Нисек уйлайһығыҙ, булдыра алырмынмы?
— Ну, тапшырыу алып барыу өсөн һөйләй белеү кәрәк инде. Эфир ваҡыты бөткәнсе шунда юҡ-бар хаҡында һүҙ йөрөтәһең. Мәғәнәһеҙ хәбәр һөйләй күберәге. Ә һин уны, ҡустым, булдыра алаһың. Шуға, тележурналист булып китһәң, һис тә аптырамам, — тип яуаплай Дамир Шәрәфи.

***

Дамир Шәрәфи бер журналдың баш мөхәррире менән ыҙғышып ала, шунан үҙенең бүлегенә йәне көйөп ҡайтып инә лә ҡулдарын йәйеп һөйләнә икән:
— Ҡарале, анау әҙәм миңә аҡыл өйрәтеп маташа. Кемгә-кемгә, миңә — Дамир Шәрәфигә-ә-ә! Кем ул шул хәтлем!?

***

Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшыралар икән. Ҙур дәрәжәле түрәләр лауреаттарҙы ҡотлай. Бүләкләнеүселәр араһында Дамир Шәрәфи ҙә бар.
Атаһын хөрмәтләүҙәрен күреп, Дамир Шәрәфиҙең ҡыҙы һоҡланып туя алмай.
Ахырҙа:
— Атай, һин шундай бөйөк кеше икәнһең! Мин әле генә шуны аңланым, — тигән.
— Ҡыҙым, үәт, аңлағас, ҡайт та ошоно әсәйеңә төшөндөр. Белһен ул кем менән йәшәгәнен! — тип кәңәш иткән лауреат.

***

— Дамир ағай, ниңә яҙыусылар шулай итә икән? Фотоға төшкәндә гел уйланған булалар йә ситкә ҡараш ташлап ултыралар, йә ҡулына ҡәләм алып ҡыланалар. Ҡыҙыҡ күренеш...
— Эй, ҡустым! Бына үҙеңдең бер-ике хикәйәң баҫылып сыҡһа, һин дә ҡайын ҡосаҡлай башларһың...

***

— О-о-о, Дамир ағай, әллә һимереп киткәнһең инде, — тигән булдым.
— Шулай шул, — тине ул, йылмайып. — Бына ҡорһаҡ үҫтерергә булдым әле. Юғиһә, сәхнәгә сыҡһам, кешеләр мине күрмәй бит.

***

“Әҙәбиәт — ҡыҙыҡ донъя ул, — ти Шәрәфи. — Бына беҙ ҙә ҡасандыр унда “малайҙар” инек. Ваҡыт үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә. Оло быуын әҙиптәре арабыҙҙан яйлап ҡына китә, уларҙың урынына беҙ киләбеҙ. Шунан халыҡ беҙҙе ҙур шәхес булараҡ ҡабул итә башлай. Шулай ул — һәр нәмәнең үҙ сираты бар. Фатирға сират бөтһә лә, халыҡ һөйөүенә сират әле өҙөлмәгән...”

***

Бер мәл Дамир ағай, ауырып китеп, дауаханаға эләкте.
— Һаулығың нисек? — тип һорайым унан.
— Яйлап йүнәлеп киләм.
— Ҡасан эшкә сығаһың?
— Әллә инде... Беҙҙең илдә “больничный”ҙа булыу күпкә шәберәк икән. Бына палатала ятам, бушлай ашаталар, һаулығымды хәстәрләйҙәр. Ә эштә хеҙмәт хаҡым тулыһынса яҙылып бара. Шулай булғас, ята бирәм әле.

***

Гәзиттә Дамир Шәрәфиҙең шиғри шәлкеме сығыу менән редакцияға шағир Рәмил Йәнбәк шылтыратты.
— Ниңә уны Шәрәфетдинов түгел, ә Шәрәфи тип яҙаһығыҙ ул? Үҙе бәләкәй булғас, исмаһам, фамилияһы оҙон булһын ине!..
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780