Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәбеҙҙең сағыу сәскәһе
Сәхнәбеҙҙең сағыу сәскәһеБелорет районында Бикәмбәт, Һалмауырҙы, Ҡырҡты тауҙары ҡуйынына һыйынған матур Абҙаҡ ауылы бар. Был төбәк Рәсәйгә үҙенең данлыҡлы тау-саңғы үҙәге менән билдәле. Хатта ул яҡҡа илебеҙҙең Президенты Владимир Путин да саңғы шыуырға килгәйне. Хәҙер ҙә Абҙаҡтың ял үҙәге гөрләп тора. Унда йыш ҡына халыҡ-ара спорт ярыштары уҙғарыла. Күптәр өсөн Ҡырҡтыға бер күтәрелеү үҙе ҙур бәхеткә, аңлата алмаҫлыҡ ләззәткә тиң.

Әгәр тауы бейеклеге өсөн танылһа, ошо ауылда тыуып үҫкән шәхес үҙенең юғары баҫҡыста торған ижады менән билдәле. Һүҙем үҙенсәлекле моңо менән халыҡтың һөйөүен яулаған йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова хаҡында.
Күптәр Роза Сабирйән ҡыҙын “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” тигән йырҙары аша белә. Минеңсә, уға милли музыка сәнғәтенә үҙ өлөшөн индереү өсөн ошо йырҙарҙы ла башҡарыу етер ине. Бер әҫәр менән билдәлелек яулаған яҙыусылар, тәүге роленән үк киң танылыу яулаған шәхестәр аҙмы донъяла!
Сәхнә оҫтаһының репертуарына байҡау яһайыҡ. Унда халыҡ йырҙары ла, композиторҙар ижад иткәндәре лә байтаҡ ҡына. Ошоларҙың барыһын да кешенең күңеленә үтерлек итеп башҡарыу өсөн күпме көс, йөрәк йылыһы һалынған! Шуға ла тамашасылар Роза Аҡкучукованың яғымлы тауышын үҙ итә, һәр сығышын көтөп ала.
— Мин операция эшләгән ваҡытта Розаның йырын ҡуям. Уны тыңлағанда ауыр эште лә тыныс башҡарам, үҙемә көс алғандай тоям, — тигәйне баш ҡалабыҙҙың дауаханаһындағы бер хирург. Үҙем шул өлкәлә эшләмәгәс, был дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген иҫбатлай алмайым. Әммә шундай етди кеше юҡ-барҙы һөйләмәҫ.
“Алтын балдаҡ”тың авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ла заманында йырсыға үҙ фатихаһын биргән.
— Бер мәл Хөкүмәт кимәлендәге концертта сығыш яһарға тура килде, — тип хәтерләй Роза Аҡкучукова. — Унда “Алтын балдаҡ”ты башҡарҙым. Концерт тамамланғас та Зәйнәб апай Биишева яныма килде. “Һеңлем, күптән һине күреп рәхмәтемде еткерәйем тигәйнем. Ниһайәт, осраттым. Минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙы ҡайһылай матур башҡараһың. Ижад юлың оҙон була күрһен. Көнләшеүселәр ҙә осрап тора, әммә һин бирешмә”, — тип теләктәрен әйтеп, арҡамдан һөйөп алды.
Эйе, Роза Аҡкучукованың ижады мул емешле, оҙон ғүмерле булып сыҡты. Йәштәштәре күптән хаҡлы ялда булғанда, Роза апайыбыҙ әле лә эшләй, тамашасыларҙы даими һөйөндөрөп тора. Былтыр өр-яңы йырҙар менән тулыландырып, аудиодискын да сығарҙы. Төрлө концертта, ижад кисәләрендә ихлас ҡатнаша.
Яңыраҡ ҡына Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уның “Һағыныуҙарҙы һалдым йырҙарға...” тип аталған концерты уҙыуы йырсының тынғыһыҙлығы хаҡында һөйләй. Быны мин ябай тамаша тип атамаҫ инем. Сәхнәнең биҙәлеше лә, төрлө яҡтыртыу ҡорамалдарының булыуы ла, режиссер оҫталығы ла залда ултырыусыларҙың кәйефен бермә-бер күтәрҙе.
Ғәҙәттә, ретроконцерттар уҙғанда йырсы халыҡ күптән яратып өлгөргәндәрен башҡара ла шуның менән генә тамамлана. Роза Аҡкучукова ошо программаһы менән күптән нығытылған “йола”ға шаҡтай үҙгәреш индерҙе. Был юлы тамашасыларға ул өр-яңы дүрт йырҙы еткерҙе. Ә бит заманса аранжировка яһау, берҙән, арыу ғына матди сығым талап итһә, икенсенән, яңы йырға әҙерлекте, халыҡҡа еткереү алдынан күңелдә уны “бешереүҙе” талап итә.
Ана шулай ижадына тоғро булғанға күрә, уның концерттарына халыҡ теләп йөрөй. Был көндә ҡар ҡатыш ямғыр яуһа ла, филармонияның залы тулы ине.
Роза Аҡкучукованың ижадташ дуҫтары, танылған сәхнә оҫталары — Нурия Абдуллина, Харис Шәрипов, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Искәндәр Ғәзизов, “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” юмор эстрада төркөмө артистарының сығышы, Наил Юнысовтың оҫта алып барыуы тамашаға йәм өҫтәне. Роза Сабирйән ҡыҙының улы Руслан Шәйхетдинов бынан бер нисә йыл элек “Любизар” төркөмө менән республикабыҙҙа тиҙ арала билдәлелек яулағайны. Сағыу концертта “Любизар”ҙы күреү айырыуса йәштәр өсөн шатлыҡлы ине. Атаһынан күргән — уҡ юнған тигәндәй, Русландың улы Батырхан да өләсәһенә моңло күстәнәсен еткергәндә сәхнәлә үҙен батырҙарса тотто. Ә инде Гөлсәсәк Аҡкучукованың сығышы йыр-моңдо һөйгән нәҫелдән булыуын дәлилләне.
— Беҙҙең әбйәлилдәр шулай бит ул! Үәт, исмаһам, концерт! — тине берәү залдан сығып барышлай.
— Һеҙ яңылышаһығыҙ! Роза Аҡкучукова беҙҙеке, ул — Белореттан!
Әйткәндәй, йырсының тыуған төбәгенә бәйле йыш ҡына шундай бәхәс тыуа. Ысынлап та, Роза Аҡкучукова тыуған саҡта Абҙаҡ ауылы Әбйәлилгә ҡарай, һуңынан уны Белорет районына ҡушалар. Шуға ла ике район халҡы ла беҙҙеке тип зыҡ ҡуба. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтмәксемен: тотош кешелеккә хеҙмәт иткән шәхестәрҙе тәбиғи байлыҡҡа тиңләргә мөмкин. Шуға ла уларҙы ниндәйҙер төбәк менән генә сикләү мөмкин түгел. Роза Аҡкучукова ла барса халыҡтыҡы!
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Сара
    Сара от 18.01.2013, 21:12
    Матур мәҡәлә, рәхәтләнеп уҡыным. Ғөмүмән, айгиз өмөтлө, ҡәләмле егет. "Әсәй, ҡалдырма!" повесын ғаиләбеҙ менән уҡыныҡ. Оҫта яҙылған. Беҙҙең әҙәбиәттә әлегә детдом темаһы күтәрелгәне юҡ ине. Ижади уңыштар һиңә!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780