Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтынға тиң “Алтынай”
— Әсәй, ә бөгөн театр студияһына барабыҙмы? — Ете йәшлек ҡыҙыбыҙ Алтынай көн дә иртән, әсәһе сәсен үргәндә, шул һорауҙы бирә. Хатта яуабын үҙе белеп торғанда ла. Был уларҙың иртәнге йолаға әүерелгән бәләкәй генә уйыны, тип әйтһәк тә була. Икеһенә лә оҡшай был “уйын”: ҡатыным Лилиә иртәнсәк көҙгө алдында, ҡыҙыбыҙҙың биленә етеп, тулҡынланып торған сәсен тарап, нағышлап үрә башлай; шул саҡта Алтынай, әсәһенә көҙгө аша ҡарап, бик килешле итеп ҡаштарын сөйөп, алһыу бит алмаларын йомороландырып, йылмайып бирә һорауын. Яуабы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, артабанғы сәс үреү ҡыҙым менән бер исем йөрөткән “Алтынай” башҡорт балалар театр студияһының репертуарындағы пьесаларҙан йырҙар, репликалар менән дауам итә.

Һәр иртәлә яратылып башҡарылған был йола, ун минутлыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Беренсе класс уҡыусыһының, яҡшы кәйефтә башланған иртәһе бик матур көнгә барып тоташыр, тигән ышаныс күңелгә ниндәйҙер йылылыҡ бирә.
Әлмира Ҡыуатованың исеме, Сибай ҡалаһының “Сулпан” дәүләт балалар театрына, Сибай дәүләт филармонияһына нигеҙ һалыусыларының береһе булараҡ, күптәргә таныш. Уның ихлас, ябай, яҡты күңелле, инсафлы, ныҡышмал, көслө рухлы шәхес икәнен дә яҡшы беләләр. Үҙенең тыуған ауылы Юлдашта “Ел аулаусы” (“Ловец ветра”) нәфис фильмын төшөргәндә беҙҙең кино төшөрөүселәр коллективының алыштырғыһыҙ ағзаһына әүерелде Әлмира апай. Ныҡышмаллыҡ, аралаша белеү, ойоштороу һәләте Әлмира апайҙы һәр ваҡыт биҙәп, кешеләрҙе ылыҡтырып тора.
Үткән йылдың октябрендә, Әлмира Шәриф ҡыҙы “Алтынай” башҡорт балалар театр студияһы асылыуы тураһында хәбәр иткәс, ҡыҙыбыҙҙы ла саҡырғас, бик ныҡ шатландыҡ. Бигерәк тә студияның уҡытыу программаһы иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте: уны төҙөүҙә Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасимова ҡатнашҡан. Әлмира Шәриф ҡыҙы менән Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының актер оҫталығы дәрестәрен алып барасағын белеү күңелдәрҙе тағы ла үҫтереп ебәрҙе. “Алтынай” студияһында балаларҙың һәләтен асыу, үҙ-үҙенә ышанысын арттырыу, тормошҡа ыңғай ҡараш тәрбиәләү — төп маҡсаттар иҫәбендә. Студияла балаларға сәхнә телен, башҡортса фекер йөрөтөүҙе, үҙ уйыңды асыҡ итеп еткерә белеүҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мәктәпкәсә белем биреү методикаһы һәм педагогия кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, балалар шағирәһе Рәсимә Ураҡсина өйрәтә. Остаздарының хеҙмәт һөҙөмтәһе балаларҙың тәү ҡарашҡа күренмәгән һәләттәренең асылып китеүендә, үҙҙәрен ышаныслыраҡ тотоуында, көндәлек тормоштағы күп мәсьәләләргә һәм мәктәптәге дәрестәренә яуаплы ҡарай башлауында күренә. Һәр аҙнаның шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә театр студияһында шөғөлләнеүҙе Алтынай бик етди эш тип һанай, һәр дәресте көтөп ала, ҙур теләк менән йөрөй. Әлбиттә, бында ғаиләбеҙҙең ике өлкән быуынының яҙмышы кино һәм театр эшмәкәрлегенә бәйле булыуы ҙур әһәмиәткә эйәлер.
Бигерәк тә милли мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү, үҫтереү йәһәтенән баш ҡалабыҙҙа һәм, ғөмүмән, республикала башҡорт балалар театр студияларын дәүләт кимәлендә ойоштороу мөһим. Һәр театр бинаһында, Өфө ҡалаһының барлыҡ райондарында ошондай студиялар асылһа, ниндәй шәп булыр ине! Киләсәк быуыныбыҙҙа туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү мәсьәләһенә вайымһыҙ ҡалмай, балаларыбыҙҙы милләтебеҙ менән ғорурланып йәшәргә бәләкәйҙән өйрәткән “Алтынай” башҡорт балалар театр студияһының ойоштороусыларына һәм уҡытыусыларына ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларға артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Айсыуаҡ ЙОМАҒОЛОВ,
Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе, кинорежиссер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдан
    Илдан от 12.12.2012, 02:02
    Айсыуаҡ туған!Телегеҙ бик бай,матур.Әҙәби әҫәр кеүек итеп яҙғанһығыҙ.Күренеп тора: ҡәләмегеҙ бар. Ниңә хикәйә, повесть яҙып ҡарамаҫҡа?Уңыш теләйем !






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780