Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Элмир ӘБҮБӘКЕРОВ: “Каруанһарай” бөгөн дә йырлай!”
Элмир ӘБҮБӘКЕРОВ:   “Каруанһарай” бөгөн дә йырлай!”Гәзит эше буйынса сит төбәктәрҙәге милләттәштәр менән йыш аралашырға тура килә. Ҡайһы ғына башҡорт менән һөйләшмә, беҙҙең “Каруанһарай”ҙы яҡшы беләләр. Заманында Рәсәй сәхнәләрен дер һелкеткән төркөм бит! Бер осор төрлө сәбәп арҡаһында билдәле йырсылары таралып бөтһә лә, ул юғалманы, тулыһынса тиерлек яңырып, эшләүен дауам итә.
Төркөмдөң хәҙерге солистарының береһе Элмир Әбүбәкеров менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул башҡорт эстрадаһында ярайһы уҡ билдәле. Өфө сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң Элмир “Йондоҙҙар” проектында йырланы, алып барыусы булараҡ та үҙен һынаны.
— “Каруанһарай”ға ниндәй елдәр алып килде һине?
— Бында килеп эләгеүемә биш йыл була инде. “Каруанһарай”ҙың тарихы тураһында гәзит уҡыусыларҙың күпселеге беләлер. Уны булдырыу уйы уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында барлыҡҡа килгән, ә бына ныҡлап аяҡҡа баҫыу осоро — 1991 йыл. Төрлө ваҡытта төркөмдә үҙенең нигеҙ һалыусылары — Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов һәм башҡалар йырланы. Башҡортостандағы милли музыка ҡораллы төркөмдәр араһында тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән “Каруанһарай”ҙың төп бурысы — башҡорт халҡының телен, йыр-моңон, рухын үҫтереү, киң таратыу. Әле лә йолаларыбыҙға тоғро ҡалабыҙ, тамырҙы ҡоротмайбыҙ. Остаздарыбыҙ кеүек үк, халыҡҡа рух, дәрт-дарман өләшәбеҙ.
— Бөгөн кемдәр эшләй был төркөмдә?
— Мәхмүт Нәҙершин, Рөстәм Шаһыбалов, Фәнис Әхмәтшин (барабансы) һәм мин. Ҡурайсылар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Етәксе вазифаһын әле ҡурайсы Илшат Ишморатов башҡара. Әлбиттә, уйын ҡоралдарында уйнаусылар етешмәй. Бейеүселәребеҙ бар, әммә Юлиә бөгөн өйҙә бала ҡарай, егеттәрҙән Ильяс Ҡарабулатов ҡына — ул армиянан ҡайтҡандан һуң тағы килеп ҡушылды.
— Төркөмдә кешеләр йыш ҡына алмашына икән шул. Ауыр түгелме? Һеҙҙе нимәлер берләштерәлер бит?
— Төп состав шул килеш ҡалһа ла, музыканттар алмашына. Кеше төрлө бит. Беҙҙең коллективта ла һәр беребеҙҙең холҡо үҙенсә: берәү шым ғына, икенсеһе һәр нәмәгә йөрәкһенеп ҡарай, өсөнсөһө ниҙелер ҡабул итеп бөтмәй. Шулай булһа ла, кәңәшләшеп ижад итәбеҙ. Бәлки, бик юғары пафослы кеүек яңғырар, әммә хәҡиҡәт шундай: беҙҙе моң, рух, төркөмгә һәм башҡорт халҡына ҡарата булған һөйөү тойғоһо берләштерә.
— Репертуарығыҙ нисек үҙгәрә?
— “Каруанһарай”ҙың элекке йырҙарын башҡарабыҙ, әлбиттә, уларҙан баш тартыу юҡ. “Ай-һай, Салауат!”, “Любезники-любизар” кеүек билдәле, брендҡа әйләнгәндәр хаҡында һүҙем. Әммә бер урында тормайбыҙ, һәр саҡ яңыларын яҙабыҙ, репертуарҙы киңәйтәбеҙ. Тамаша һайын бер үк йыр менән сығып булмай бит. Йыл һайын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арнап махсус концерт ҡуябыҙ, шулай уҡ филармонияның дөйөм мәҙәни программаларында ҡатнашабыҙ. Асыҡ һауалағы ҙур концерттарҙа ла йыш йырлайбыҙ. Үҙебеҙҙең тыңлаусыларыбыҙ бар. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә күп араларында.
— Гастролгә йөрөйһөгөҙмө?
— Йәй һайын сит төбәктәрҙә милләттәштәребеҙ уҙғарған һабантуйҙарға саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер — һанай китһәң, ҡайҙа булмағаныбыҙҙы әйтеү еңелерәктер. Мәҫәлән, быйыл Ҡаҙағстанға беҙҙе махсус саҡыртып алдылар, туп-тулы залдар менән ҡаршыланылар. Бик йылы ҡабул итеүҙәре, ҡушылып йырлауҙары ифрат шатландырҙы. Яҡын арала Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына бер аҙнаға юлланырға әҙерләнәбеҙ. Республика райондарына ла бик теләп йөрөйбөҙ.
— Рәсәй эстрадаһы артистарына ҡараһаң, уларҙан да байыраҡ кеше юҡ кеүек: тегендә йорт алалар, бында — коттедж, машиналар. Ә беҙҙә сәхнә “йондоҙ”ҙарының тормошо нисегерәк? Йырлап байып буламы?
— Әл-лә-ә... Кем нисектер инде, әммә төбәк кимәлендә йыр менән генә сереп байып киткәндәр юҡтыр. Әлбиттә, бер кем дә хәйерсе булып йөрөмәй. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда “йондоҙ”ҙарҙы әүәләү, уларҙы билдәле итеү йәһәтенән эш яйға һалынмаған. Был йүнәлеште үҫтерергә лә үҫтерергә әле. Беҙҙең төркөмгә килгәндә, уртасабыҙ инде: һәр кемдең торор урыны бар, барыбыҙ ҙа сит ил маркалы автомобилдә йөрөй былай. Күптәр артислыҡ менән бергә икенсе йүнәлештә лә үҙен эҙләй. Заман талабы шулай.
— Егеттәрҙән генә торған төркөм. Гастролдә йә үҙебеҙҙең сәхнәлә ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылайҙыр...
— Артист халҡы ғына аңлаған шаярыуҙарыбыҙ күп инде ул. Ҡурайсы Рифат Йәмлихиндың төркөмгә яңы ғына килгән мәле ине. Бер ауылда булған саҡта егеттәр менән һөйләштек тә тегене мәрәкәләргә булдыҡ. Беҙҙең ҡушыу буйынса концерт барышында бер малай сәхнәгә күтәрелде лә, туп-тура ҡурайсы янына барып, гөлләмә һондо: “Рифат ағай, бына һиңә сәскә!” Шунан, төшөп китергә ашыҡмай ғына кеҫәһендә соҡсондо ла, бер ус ваҡ аҡса сығарып, бының икенсе ҡулына һалды һәм микрофонға: “Ә быныһы — сдачаһы”, — тип әйтмәһенме! Ҡурайсыбыҙ ҡып-ҡыҙыл булды, ыҡ-мыҡ итә башланы, ә малай йүгереп төшөп тә китте. Зал иһә йығылып ятып көлә ине. Аҙаҡ Рифаттан: “Популяр булмағас, үҙ аҡсаңа сәскә алдыраһың икән”, — тип оҙаҡ ҡына көлөп йөрөнөк.
— Яңыртылған “Каруанһарай”ҙың дисктары күренмәй. Улар бөтөнләй юҡмы әллә?
— Йырҙар яҙылған CD-дискыбыҙ әлегә юҡ шул. Видеоальбомдар бар, әммә унда профессиональ клиптар түгел, ә концерттарҙағы ҡәҙимге сығыштар тупланған. Әлбиттә, эшләргә кәрәк, тик барыһы ла әлеге лә баяғы финанс мәсьәләһенә килеп терәлә. Бер аҙҙан маҡсатҡа өлгәшербеҙ, тип уйлайым.

Бүләк оторға әҙерһеңме?

Элмир Әбүбәкеровтан һорау:
— “Каруанһарай”ҙың яңы составы нисәнсе йылда барлыҡҡа килде?

РЕДАКЦИЯНАН. Яуап биргәндәрҙең тәүге өсәүһенә бүләккә йырсының автографы менән аудиояҙмалы диск вәғәҙә итәбеҙ. Бының өсөн конверт эҙләп, почтаға барып мәшәҡәтләнмәгеҙ, гәзиттең www.bash.bashgazet.ru сайтына инеп, ошо мәҡәләнең аҫтына яҙғанығыҙ редакция хеҙмәткәрҙәренә тиҙерәк барып етәсәк. Ниндәйҙер мутлашыу булыр тип уйламағыҙ ҙа — яуаптар һәм уларҙың килгән ваҡыты сайтта асыҡтан-асыҡ күренеп тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Юлия Ибрагимова
    Юлия Ибрагимова от 08.12.2012, 15:57
    “Каруанһарай”ҙың яңы составы 2007 йылда барлыҡҡа килде. Ибраһимова Юлиә, Мәләүез ҡалаһы

  2. Наиля
    Наиля от 08.12.2012, 17:46
    В 2007 году изменился состав группы «Караван-Сарай»

  3. Гузалия
    Гузалия от 08.12.2012, 21:35
    “Карауанһарай” фольклор төркөмө 1990 йылдың 6 мартында барлыҡҡа килә.

    Карауанhарай төркөмө 1989 йылдың 7 мартында барлыҡҡа килгэн.

  4. Фагим
    Фагим от 10.12.2012, 11:35
    “Каруанһарай”ҙың яңы составы 2007 йылда барлыҡҡа килә, Бикташев Фәһим, Өфө ҡалаһы

  5. Динара
    Динара от 10.12.2012, 13:06
    Ҡарауан һарайҙың яңы төркөмө 2007 йылда барлыҡҡа килде.Динара Ишкильдина, Өфө ҡалаһы.

  6. Альфия
    Альфия от 19.12.2012, 14:57
    Дорос яуап: 2007 йылда! Енеуселэр билдэлэнде, улар - Юлия, Наиля хэм Фагим. Икенсеге азна редакциянан килеп дисктарыгыззы ала алахыгыз. 504-се булмэгэ морэжэгэт итегез.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780