Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талант “Ҡапҡа”һы
Талант “Ҡапҡа”һыЙәннәт ҡапҡаһының йоҙағы юҡ, тиҙәр, ләкин һәр кем үтә алмай унда. Талант ҡапҡаһы ла шулай: һәр саҡ асыҡ, әммә уҙырлыҡ кеше һирәк. Ҡапҡаның аҫтынан йә ярығынан ҡарап, ошо илаһи талант донъяһы тураһында бәйән итеүселәр ҙә бар, тик улар күргән донъяның офоғо тар, күге һай.
Күренекле яҙыусы Әмир Әминевтең “Ҡапҡа” исемле китабын уҡып сыҡҡас, ошо талант ҡапҡаһы артындағы тормоштоң бәләкәй генә өлөшөн булһа ла әҙәбиәт һөйөүселәр менән уртаҡлашҡым килде. Минең күргәндәрем, бәлки, “ярыҡ”тан йә “ҡапҡа аҫты”нан ҡарау һымағыраҡ булыр, шулай ҙа үҙемдең күңел күҙе шәйләгәнде башҡалар менән бүлешеү теләге йәнде ҡытыҡлай.
Һүҙҙе “Ҡытай-город” повесы хаҡында алып бармаҡсымын. Тормошобоҙҙоң нәҡ үҙәгенә бәргән был әҫәр хаҡында матбуғатта бер-ике мәҡәлә булды- булыуын, ләкин әҫәргә күҙ йүгертеп сығыу кеүегерәк ҡабул иттем уларҙы. Минең был повесҡа ентекләберәк туҡталғым килә.
Әҫәрҙе уҡый башлағас та, Гоголдең “Ревизор”ы иҫкә төштө. Ул городничийҙың “Я пригласил вас, господа, с тем, чтобы сообщить вам пренеприятное известие”, — тигән һүҙҙәре менән башлана. “Ҡытай-город”та “Алға” колхозы рәйесе: “Мин һеҙҙе бигүк ғәҙәти булмаған хәбәр әйтер өсөн саҡырҙым”, — ти. Күңел һиҫкәнеп ҡуйҙы: тиктәҫкә түгел был. Повесты артабан уҡыған һайын авторҙың ни өсөн ошо алымды ҡулланыуына төшөнә бараһың. Беренсенән, был алым уҡыусының иғтибарын шунда уҡ ҡармап ала, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: “Ниндәй ғәҙәти булмаған хәбәр икән һуң ул?” Икенсенән, автор, ошо алымды ҡулланып, бөгөн дә беҙҙең холоҡ-фиғелебеҙҙә “Ревизор” геройҙары йәшәүенә ишаралай кеүек.
Өсөнсөнән, автор үҙе тормошобоҙға көтмәгәндә килеп төшкән ревизор һымағыраҡ түгелме һуң? Шулайыраҡ килеп сыға: тормош йылғаһын һаҙлыҡҡа әйләндереп, быуып ятҡан “таш”тарға төртөп күрһәтә, зиһен күҙебеҙҙе аса төшә, йәғни “ревизия” үткәрә. Әҫәрҙең башында уҡ ниндәйҙер кимәлдә заманыбыҙ Дмухановскийҙарын, Добчинский, Бобчинскийҙарын төҫмөрләнем. Бына “Ревизор”ҙағы городничийҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. “Смотрите, по своей части я кое-какие распоряженья сделал, советую и вам. Без сомнения, проезжающий чиновник захочет прежде всего осмотреть подведомственные вам богоугодные заведения — и потому вы сделайте так, чтобы все было прилично”. “Ҡытай-город”та иһә колхоз рәйесе былай тип иҫкәртә: “Ҡабатлап әйтәм: эшегеҙ буйынса ҡулығыҙҙа бар мәғлүмәт булһын. Әллә нимәләр менән ҡыҙыҡһынырҙар әле. Тегене-быны һорап торһалар, яуап бирерлек булһын”.
Район хакимиәте башлығы Нурислам Нурлығаяновичтың ауыҙынан да сыға “городничий”ҙың һүҙҙәре: “Ауыл урамдарын тәртипкә килтерегеҙ, сүп-сар, бүрәнә, утын-фәлән ятмаһын. Ҡоймаларҙы буяғыҙ, иҫкеләрен алмаштырығыҙ, ҡыҙыл туҡымаға аҡ буяуҙар менән “Хуш килдегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!” тип яҙып элегеҙ ҡапҡа башына”.
Һәр кемебеҙ бындай күренештең шаһиты булғаны бар: юғарынан берәй түрә килеп төшөр булһа, тегенеһен рәтләйбеҙ, быныһын һылап-һыйпайбыҙ... Яҙыусы әлеге күренеште әҫәрендә бик тапҡыр эләктереп ала: “Һыбай ауылы кешеләре эшкә лә тотондо: буянылар, алмаштырҙылар, яңырттылар”. Ләкин бында һүҙ төҙәтеп-йүнәтеүҙә, буяп-һылауҙа ғына түгел, ә күңел йөҙөбөҙгә кейелгән битлек тураһында бара бит! Шул битлек менән йәшәйбеҙ, эстән сереп, ишелеп төшөп барһаҡ та, тыштан ялтырарға тырышабыҙ. Әҫәр геройҙарының телмәрендә лә күренеп тора был битлек: “Өфөнән бер етәксе иптәш килә. Ул дәүләт әһәмиәтендәге эш менән йөрөй, шуға һәммәгеҙ ҙә әҙер булырға, колхозығыҙҙа идеаль тәртип урынлаштырырға тейешһегеҙ”.
Яҙыусы уларҙың төҫ-ҡиәфәтен, ҡылыҡ-фиғелен һүрәтләгәндә лә, бер-ике ауыҙ һүҙ менән хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп, һеңдерә әйтә: “Коммунистар партияһы заманында уҡ оҙаҡ йылдар беренсе секретарь вазифаһында эшләгән һәм һаман район башлығы булып ҡала алған эре һөйәкле, ҡайһы ҡабырғаһына һалһаң да, юла кеүек тороп китер, йығылһа, бесәй ише тәпәйҙәренә төшөр был кеше уларға ғүмер буйы етәкселек итә һымаҡ”. Ошо юлдарҙы уҡыу менән утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, юла кеүек йылп итеп тороп ултырған, бесәй шикелле тып итеп тәпәйенә баҫҡан “тегендә”ге “абзый”ҙарыбыҙҙың тере образы күҙ алдында пәйҙә була.
Әмир Әминевтең әҫәр геройҙарының, теле, ҡылыҡ-фиғеле, төҫ-ҡиәфәте шунда уҡ хәтерҙә ҡалыусан. Был иһә, буяуҙар менән рәссам портрет яҙған кеүек, һүҙҙәр ярҙамында тере образ тыуҙырыу. Уның әҫәрҙәрендә, бәғзеләр ише, образ тыуҙырыу өсөн оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытып тороу юҡ, улар әҫәр ағышында үҙенән-үҙе асыла, тулылана бара. Әйтәйек, колхоз рәйесенең “Сөгөлдөр китеп бөттөмө?” тигән һорауына баш агроном былай яуап бирә: “Өс йөк булыр тип уйлағайным да, ике машинаға һыйҙы. Оҙаттыҡ”. Тәү ҡарашҡа ябай ғына ошо һөйләшеүҙә лә беҙ вазифа биләгән “ҡәүем”дең характерын эләктереп алабыҙ: ике йөк оҙаттыҡ, тип туранан-тура әйтмәй ул, “өс” һүҙен дә килтереп ҡыҫтыра. Ана шул “булыр тип уйлағайным”ға тора-бара ышана башлай улар һәм ике йөк — өс, өс йөк дүрт... булып юғарыға ҡағыҙҙа барып етә.
Йәки бына икенсе һөйләшеү:
— Һауым нисек?
— Артым юҡ.
— Кәмемәгәс, яраған.
Әҫәрҙә ошондай ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына диалогтар аша ғына ла вайымһыҙ етәкселәрҙең характеры тыуҙырыла. “Ҡытай-город” повесының нигеҙендә ята был битарафлыҡ: ергә, халыҡҡа ҡул һелтәп ҡарау, үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын, тип көн итеү.
Һүҙ башында “Ревизор” әҫәрен телгә алғайным. Көтмәгәндә автор “Ревизор”ға ҡапма-ҡаршы алым ҡуллана. Хужалыҡҡа килеп төшкән министр урынбаҫары: “Мин яҡшы хәбәр алып килдем, иптәштәр”, — тип хәбәр һала. “Иптәштәр, мин һеҙгә шәп (!) хәбәр алып килдем”, — тип тә өҫтәй ул. Тел төбөндә нимә ята һуң? Баҡһаң, Ҡытай бизнесмены һыбайҙарҙың ерен һатып алырға килә икән. “Алға”ның элекке рәйесе, халыҡ тип йән атыусы Фәйзулла ҡарттың һүҙҙәре менән әйтһәк: “Бына бит, где собака зарыта!” Кем өсөн “шәп” һуң был хәбәр? Әлбиттә, артта һөйрәлеүсе хужалыҡтан еңел генә ҡотоласаҡ Нурисламдарға: хәҙер колхозды нисек аяҡҡа баҫтырырға тип баш ватаһы түгел, һаттың — бөттө. Өҫтәүенә ҡулдарына мул ғына мал керергә тора ла баһа!
Ер һатыуға ҡаршы булған Фәйзулла ҡарт кеүектәргә былай тип һоғондора министр урынбаҫары: “Был мәсьәлә хөкүмәт кимәлендә хәл ителгән, шулай булғас, һеҙҙән һорап тороу кәрәкмәй”.
Әмир Әминевтең геройҙары тик торғанда “берәй һүҙ әйтәйем әле” тип һөйләнмәй, уларҙың һәр һүҙенә тәрән мәғәнә, аҫтыртын уй-ниәт һалынған. Әлеге министр урынбаҫарының ауыҙынан да үрҙәге һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына әйттермәй автор. Был асылда — бәғзе түрәләрҙең халыҡтан хөкүмәтте айырып ҡарауы касафаты: “Хөкүмәт кимәлендә хәл ителгән, һеҙҙән һорап тороу кәрәкмәй”. Бәй, йәшерен-батырын түгел, юғары вазифа биләгән күп ағай-эненең эш алымы шул да баһа!
Бер ыңғай әйтәйем: Әмир Әминевтең әҫәрҙәрен — повесмы, хикәйәме ул — “йүгерек” уҡыу мөмкин түгел. Уның фекер аҙымдары һәлмәк һәм берәгәйле. Һәр һөйләмдә тиерлек ниндәйҙер “ғиллә” бар, урыҫ уны “между строк” тип атай. Шуға күрә уның “яҙылмаған” һөйләмдәре әҫәрҙең әһәмиәтен, бәҫен күтәрә: бер әҫәрҙә ике әҫәр тип атар инем быны. Нәҡ ана шул аҫта ятҡан “икенсеһе” уйланырға мәжбүр итә лә инде уҡыусыны. Сағыштырыу өсөн әйтәм: Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәренә хас был күренеш.
Тағы ла образдарға туҡталып үтке килә. “Ҡытай-город” әҫәренең башында уҡ беҙ сөгөлдөр баҫыуында батып ултырған машинаға юлығабыҙ. Уны сығара алмағас, кеше күҙенә салынмаһын өсөн өҫтөнә һалам өйөп ҡуялар. Сөгөлдөр баҫыуы. Уңдырышлы икһеҙ-сикһеҙ ер. Ватылып батҡан машина. Нимәгә ишаралай былар? Баяғы “юл араһында” ятҡан һөйләмдәрҙе уҡыһаҡ, сөгөлдөр баҫыуы тигәндә, тыуған илебеҙ күҙ алдына баҫа. Батҡан машина — боҙоҡ иҡтисад ул. Бәғзеләр уны сығарырға маташып күршеләрҙең тракторы менән дә тарттырып ҡарай. Күршеләр тигәндә лә хикмәт бар: батҡан иҡтисадыбыҙҙы һөйрәп сығарырға ниндәй генә илдәрҙең көсөн — “тракторын” — йәлеп итеп ҡарамайбыҙ, ләкин иҡтисадыбыҙ — “машинабыҙ” — урынынан ҡымшанмай. Уның боҙоҡлоғон башҡаларға күрһәтмәҫ өсөн өҫтөнә “һалам” өйөп ҡуйғанбыҙ. Һаламыбыҙ ҙа ниндәй бит — сит илдәрҙән килтерелгән ялтырауыҡ сүп-сар...
Әлбиттә, гәзит мәҡәләһендә генә әҫәрҙең һутын татыу, утының ялҡынын тойҙороу мөмкин түгел. Уны фәҡәт үҙеңә уҡып сығырға, һәр юлда һәм юлдар араһында ятҡан фекерҙәр гәрәбәһен күреп һоҡланырға кәрәк.
Һүҙемде ослап, шуны әйтмәксемен: Әмир Әминевтең әҫәрҙәре Рәсәй кимәлендә танылыу таба барыуы юҡҡа түгел. Автор дөйөм кешелекте борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, кешелек мәнфәғәте, халыҡ хәстәре менән яна.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ


Әҙиптәрҙе бүләкләне Мәскәү

Әмир Әминевтең “Ҡытай-город” исемле китабы Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булыуы хаҡында гәзитебеҙ мәғлүмәт биргәйне инде. Ноябрь аҙағында Мәскәүҙә ошо премияны тапшырыу тантанаһы булды. Яҙыусы, әлеге саранан диплом алып ҡайтҡас, хәбәрсебеҙгә бына нимәләр һөйләне:

— Тантана “Гостиный двор” тип аталған мөһабәт һарайҙа булды. Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичев тәүҙә быйылғы һигеҙ лауреаттың конкурста еңеп сыҡҡан әҫәрҙәре хаҡында һөйләне, унан махсус номинацияла (“На благо России”) билдәләнгән өс кешегә — бөгөнгө урыҫ прозаһының күренекле вәкиле, Социалистик Хеҙмәт Геройы Юрий Бондаревҡа, бик күп популяр йыр авторы, композитор Александра Пахмутова менән шағир Николай Добронравовҡа — дипломдар тапшырҙы.
Ә быйылғы лауреаттар исемлеге түбәндәгесә: өс томлыҡ һайланма әҫәрҙәре өсөн Александр Доронин (Саранск), “Рәсәйҙең поэтик тауыштары” серияһында нәшер ителгән китаптар әҙерләп сығарғандары өсөн Иван Иннокентьев (Саха (Яҡут) Республикаһы) менән Борис Лукин (Мәскәү), һайланма проза әҫәрҙәре өсөн Анатолий Кирилин (Барнаул), “Под небом любви” исемле шиғырҙар йыйынтығы өсөн Лев Котюков (Мәскәү), биш томлыҡ һайланма әҫәрҙәре өсөн Петр Краснов (Ырымбур), “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” серияһында донъя күргән “Шолохов” китабы өсөн Валентин Осипов (Мәскәү). Барыбыҙҙы ла берәм-берәм сәхнәгә саҡырып, һәр ҡайһыбыҙҙы ҡотланылар, дипломдар тапшырҙылар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780