Әкиәт
Элгәре Әлтәшле ауылында Бөрөк исемле ярлы ғына бер ҡарт йәшәгән, ти. Уның бик шәп йүгерек аты булған. Шул ат йыйындарҙа, бәйгеләрҙә бер генә йүгеректе лә алдына сығармаған. Уның төҫө ала булғанға, ҡарт уға Аласабыр тип исем биргән. Аласабыр хаҡында бөтә ерҙә белгәндәр, маҡтап һөйләр булғандар. Хатта уның хаҡында Яйыҡ буйы ҡаҙаҡтары ла белгән.
Бер ваҡыт Ырымбурҙа бик ҙур бер йыйын ҡорола. Был йыйынға һәр ырыу үҙенең батырын ебәрә. Сабыштырғыға йүгерек алып баралар. Бөрөк ҡарт та, Зөлҡәрнәй исемле улын мендереп, үҙенең Аласабырын ана шул йыйынға ебәрә.
Ат сабыштырыу алдынан һынсылар йүгерәсәк аттарҙы ҡарап сыҡҡан. Ҡарап бөткәс:
— Иҙел буйынан килгән бер ат бар был юлы. Уның алдына бер йүгерек тә сыға алмаҫ. Иллә-мәгәр уның йүгерек икәнен бер кем дә белмәй бында, – тигәндәр.
Аттарҙы сабыштырыу башлана ғына тигәндә, бәйгегә йүгерек аттарын килтергән байҙар: «Бөгөн аттарҙы сабыштырмайбыҙ, кис булған инде», – тигән хәбәр тарата.
Зөлҡәрнәй, уны-быны уйламай, ярһыған Аласабырға һоло бирә. Шул арала байҙар аттарын йүгертергә ебәрә. Баҡтиһәң, ат сабыштырыу булмай, тигән хәбәр хәйлә генә икән. Яҡташтары Зөлҡәрнәйҙе халыҡ араһынан эҙләргә тотона. Ә ул юҡ та юҡ. Барһалар, фатирында тыныс ҡына ҡымыҙ эсеп ултыра, ти, был.
— Аласабырҙы ебәр! Ебәр! – тиҙәр икән тегеңә.
— Юҡ, булмаҫ, һыу эсереп, һоло бирҙем, йүгерә алмаҫ, сәсәр, – ти икән Зөлҡәрнәй.
Шулай ҙа Зөлҡәрнәйҙе күндергәндәр.
Билдәләнгән урынға тиңләшеп, сабыша башлағас, Зөлҡәрнәй, Аласабырҙың башын тартып, ауыҙлыҡ менән ауыҙын бысып тик килә икән. Шулай ҙа хайуан, Зөлҡәрнәйгә баш бирмәй, булған йүгеректәрҙе уҙып бөткән. Ярты юлға еткәс, хайуан, бахыр, һөрөнөп йығылған, сәсәгән. Зөлҡәрнәй әллә ҡайҙа тәкмәс атып барып төшкән.
Аласабыр, әҙерәк ятҡас, тороп, бер һелкенгән дә, туҙанҡайын туҙҙырып, сәсрәтеп, сабып сығып киткән, артынан саңдар ғына уйнап ҡалған. Юлда йүгеректәрҙең барыһын да уҙып бөтөп, ике-өс ер буйы ташлап, малайһыҙ-ниһеҙ майҙанға килеп кергән. Халыҡ хайран ҡалған. Киткән шау-шыу: «Кем йүгереге? Кем аты? Ҡайҙан килгән был? Ҡайһы ырыуҙыҡы?»
Бер заман аттан йығылып төшөп ҡалған Зөлҡәрнәйҙе килтергәндәр. Күрәләр: өҫтө-башы алама ғына йәш бер егет теге. Оялышынан атының алдында башын баҫып тик тора икән был. Һәбәнән тыш, Бохара яғынан килгән сауҙагәрҙәр Аласабырҙың муйынына аҫыл-аҫыл ебәк тауарҙар элә икән. Мәкәрйә яғынан килгән сауҙагәрҙәр ҡыйбатлы аршин тауарҙар килтереп һала икән хайуандың өҫтөнә. Зөлҡәрнәйҙең алдына аҡса ташлаһындармы, башҡаһымы – ғәжәп булған. Аласабырҙы ебәккә генә урап ҡуйғандар.
Байҙар шунда уҡ һиҙеп алған. «Туҡта, был ярлы малайға ниңә кәрәк йүгерек?» – тип уйлағандар. Береһе: «Мин һиңә биш баш йылҡы бирәм, һайлап алырһың, һат әйҙә йүгерегеңде», – ти икән. Икенсеһе: «Мин ун баш йылҡы бирәм», – ти икән. Өсөнсөһө, бер ҡаҙаҡ байы: «Мин бер өйөр йылҡы бирәм, өҫтәүенә бер көтөү ҡуй бирәм», – ти икән.
Иҫауал Зөлҡәрнәй ни, уйламай-нитмәй, Аласабырҙы һатҡан да ебәргән. Бер өйөр йылҡы менән бер көтөү ҡуйҙы ҡыуалап алған да ҡайтҡан. Аласабырҙы һатҡанға Бөрөк ҡарт асыуланмаған. Шул арҡала йүнәйеп киткән.
Зөлҡәрнәй Аласабырҙы бер өйөр йылҡы менән бер көтөү ҡуйға алмашып ҡайтҡас, һынсылдарҙың берәүһе:
— Аласабыр йылҡының ҡото ине. Иҙел буйы ул ҡотто ҡәҙерләп тота белмәне. Аласабыр менән бергә йылҡы ҡото әллә ҡайҙағы далаға күсте хәҙер. Ләкин Иҙел буйынан йәнә Аласабырҙан да шәберәк бер йүгерек сыҡмай булмаҫ. Иҙел буйы шул йүгеректе ҡәҙерләп тота белһә, ҡот кире ҡайтыр. Шуға тиклем Иҙел буйы йылҡыға мантый алмаҫ, – тигән.
Һынсылдар белгән: Аласабырҙың нәҫеле бик боронғо замандарҙан килгән икән.
Элгәре, бик борон заманда, Ҡаф тауы аръяғында ғәйрәтле бер батша булған, ти. Ул батшаға кешеләр генә түгел, хатта хайуандар ҙа баш эйер булған. Берҙән-бер көндө шул батша, далаларға, урмандарға йөрөгән сағында, бер күлгә барып юлыға. Шул күлдә бер өйөр йылҡы һыу эсеп тора, ти. Ул быға тиклем ундай хайуандарҙы бер ваҡытта ла күрмәгәс, аптырап ҡала, йылҡылар янына бара. Улар, батшаны күреү менән, далаға сабышып сыға ла китә.
Икенсе көндө батша йәнә теге күл янына бара, теге йылҡы өйөрөн йәнә күрә. Уларҙы баш эйҙерергә итә. Йылҡылар күлдән һыу эсә лә тағы сабышып сығып китә. Өсөнсө көн батша күл янына йәнә бара – шул уҡ хәл.
Йылҡылар бик матур икән: барыһының да төҫө ала. Яра ҡашҡа, аҡ бәкәл, бер тигеҙ, ваҡ нәҫел. Батша быларҙың матурлығына хайран ҡала, һоҡлана. Ләкин тегеләр батша һынлы батшаға баш эймәгәс, уның бик асыуы килә. Ҡайтҡас, үҙенең вәзирҙәрен йыйып, теге хайуандар хаҡында һөйләй, уларҙы нисек булһа ла тотоп килтерергә әмер бирә.
Аранан баш вәзир тороп, батшаға әйтә:
— Эй, батшаларҙың батшаһы, ул йылҡыны беҙҙең дә күргәнебеҙ, тотоп, ҡулға өйрәтергә иткәнебеҙ бар. Ләкин ҡанатлы толпарҙарҙы тота алмайҙар. Уларға илебеҙҙәге иң беренсе йүгерек аттар ҙа етә алманы. Толпарҙарҙы ҡулға төшөрә алырлыҡ бер генә атаҡлы хәйләкәр кеше бар. Шул ғына тота алһа-алыр.
Батша шунда уҡ хәйләкәрҙе табып килтерергә ҡуша. Теге килә. Батша уға шул хайуандарҙы алып килергә бойора. «Йә шуларҙы тотаһың, йә башыңды өҙҙөрәм!» – ти. Теге хәйләкәр кеше толпарҙарҙы килтерергә вәғәҙә итә.
Был хәйлә эйәһе төндә күлгә бик күп әсе бал килтереп һала. Иртәгәһенә, төш ваҡыты еткәс, йылҡы өйөрө күлгә һыу эсергә килә. Эсеп туйып, инде китәйек кенә тиһәләр, баштары әйләнеп, бер урында өйөрөлөп тик торалар икән. Атаҡлы хәйләкәр йылҡыларҙың барыһын да тотоп батша һарайы алдына килтерә. Килеп етеүгә былар айный ҙа ҡуя. Батша сыға, ләкин йылҡылар һаман баш эймәй. Бының бик асыуы килә, хайуандарҙы салып, емтеген далалағы йыртҡыстарға, сүл бүреләренә, юлбаҫарҙарға илтеп ташларға бойора. Йылҡыларҙы йығып, салырға тотоналар. Тик ике генә ат – бер айғыр менән бер бейә – таш ҡойманан һикереп сығып ҡаса, уларҙы тота алмайҙар. Ана шул ике ат, бик күп далаларҙы, ҡом сәхрәләрен, урмандарҙы, тауҙарҙы, һыуҙарҙы үтеп, Урал, Оло Иҙел, Ағиҙел, Ҡариҙел, Күгиҙел, Яйыҡ буйҙарына килеп төйәк тибә башлай. Шунда үрсеп китәләр. Йәй булһа, Оло Иҙел, Ағиҙел буйындағы туғайҙарҙа, Урал тауының үңерҙәрендә утлайҙар; ҡыш булһа, Яйыҡ аша сығып, киң далала тибенләп ҡыш сығалар. Был йылҡылар миҙгел-миҙгел йә ҡаҙаҡ, йә башҡорт халҡы өйөрҙәренә ҡушылып китер булған. Шулай итеп, йылҡы малының ҡотон бер ҡаҙаҡҡа, бер башҡортҡа күсереп йөрөткәндәр. Тора-бара уларҙы, ҡороҡ менән тотоп, ҡулға өйрәткәндәр.
Тәүге ике йылҡы Ҡаф тауының аръяғынан киткәс, ҡалғандарын батшаның әмере буйынса салғастар, унда йылҡы ҡото бөтөнләй бөткән, йылҡы нәҫеле ҡороған. Унда йәшәүсе халыҡтар дөйә менән ишәккә генә күҙ терәп тороп ҡалған, ти…
Ырымбурҙағы бәйгелә беренсе булып килгән баяғы Аласабыр ана шул ике толпар нәҫеленән булған да инде.
Был бейәнән һуң Кәлсер-Табындағы Әлтәшле ауылында аттарҙан ала ла тыуған, ҡола ла тыуған, Аласабыр кеүек йүгеректәр генә тыумаған. Ни өсөн тиһәң, Аласабырҙы бер өйөр йылҡы менән бер көтөү ҡуйға ла алмаштырырға ярамаған икән. Малға ҡыҙығып, ҡулыңдағы толпарыңды ебәрһәң, уның ҡото икенсегә әйләнеп ҡайтмай, ти.