Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙаҡтар таң ҡалдырҙы
Өфөлә башҡарыусы музыканттарҙың Заһир Исмәғилев исемендәге II халыҡ-ара конкурсы булды. Унда фортепиано, вокал, скрипка, виолончель һәм контрабаста уйнау буйынса көс һынаштылар.
Төп академик инструмент — фортепиано буйынса лауреаттар түбәндәгесә билдәләнде: Карина Шәйҙуллина, Дина Ваһапова (Өфө ҡалаһы) һәм Мария Краснова (Новосибирск ҡалаһы) — өсөнсө урын; Шәүрә Сәғитова (Өфө) — икенсе урын. Гран-при Өфө махсус музыка колледжы уҡыусыһы Олег Тузовҡа тапшырылды, ошо уҡ уҡыу йортонан Гөлназ Сәхипгәрәева диплом яуланы.
Скрипкасылар араһында кесе төркөмдә I урынды Өфө махсус музыка колледжы уҡыусыһы Ангелина Самойлова менән Кореянан килгән Ю. Мири бүлеште, II урын Өфө сәнғәт училищеһы студенты Нарек Симонянцҡа эләкте. Тампере ҡалаһынан килгән скрипкасы А. Пнеанен III урынды яуланы. Инглизсә һөйләшкән Арнины аңлауы ҡыйын булманы: “Өфө ныҡ оҡшаны, — тине ул. — Музыка усаҡтары гүзәл, архитектурағыҙ матур, конкурс кимәле бик юғары. Хатта йомшаҡ ҡарҙың да көн һайын яуыуы Финляндияны хәтерләтте”.
Өлкәндәр төркөмөндәге скрипкасыларҙан Өфө ҡыҙы, әле Мәскәү консерваторияһы студенты Валерия Сидоренко, оҫталыҡтың иң юғары кимәлен күрһәтеп, хаҡлы рәүештә гран-при яуланы. II урынды жюри үҙебеҙҙең сәнғәт академияһы студенты Сулпан Йәнгироваға, III урынды Магнитогорск консерваторияһы студенты Александра Кудряковаға тапшырһа, I урынды бер кемгә лә бирмәҫкә ҡарар итте. Был ике музыкант Сидоренко кимәленә етә алмаһа ла, А. Хачатурян менән И. Брамс концерттарын уйнап, конкурстың сағыу бер биҙәге булды.
Виолончелистарҙың кесе төркөмөндә берҙән-бер ҡатнашыусы үҙебеҙҙең махсус музыка колледжы уҡыусыһы Жәлил Ғәлимуллин беренселекте яуланы, ә өлкәндәр араһында бер генә премия Мәскәү консерваторияһы студенты Ли Ки Чжуға бирелде.
Контрабас номинацияһында еңеүселәр түбәндәгесә булды: Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты Артур Панагов (I урын), Башҡортостандың милли симфоник оркестры музыканты Булат Ҡотләхмәтов менән Астананан Дәүерйән Зәйнулла (II урын), Октябрьский музыка училищеһы уҡыусыһы Григорий Крылов (III урын).
Күп һанлы вокалистарҙың ярышыуы, ғәҙәттәгесә, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 23 йәшкә тиклемгеләр араһында I урынды Глеб Ким (Бешкәк) менән Балуан Беркенов (Алматы) бүлешһә, II һәм III урындарҙы үҙебеҙҙең студенттар Аида Мәжитова менән Иҙел Аралбаев алды. Өлкәндәр төркөмөндә финалға һигеҙ кеше сыҡһа, лауреат исеменә бишәүһе генә лайыҡ булды. Улар — Динә Хөсәйенова, Катерина Ғилметдинова (Өфө) һәм Эмиль Сакавов (Алматы) (I урын), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Артур Ҡәйепҡолов (II урын) һәм ошо уҡ театрҙың стажеры Ян Лейше (III урын). Ә гран-при республикабыҙҙа инде билдәле йырсы, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүсе Дилара Иҙрисоваға тапшырылды. Конкурс бай финансланғанға күрә, был юлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр айырым баһаланды. Йырсылар араһында дипломдар Надия Наденова менән Дамир Садуахасовҡа бирелде (икеһе лә Алматынан). Ҡаҙаҡтар был юлы үтә лә дәррәү килгән һәм беҙҙе үҙҙәренең матур йырҙары, милли ариялары менән әсир итте. Шуға бәйле бер фекер менән уртаҡлашҡым килә.
З. Исмәғилев исемендәге конкурстың үҙенсәлеге шунда: унда классик репертуарҙы ла, милли репертуарҙы ла бер тигеҙ оҫталыҡ менән башҡарырға кәрәк. Мин милли республика шарттарында иң элек шундай башҡарыусылар юғары баһалана, тип әйтергә баҙнат итер инем. Шул уҡ ваҡытта был талапҡа яуап бирерлек музыканттар беҙҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ: классиканы күптән үҙ иткәндәр милли моңдо тоймай, ә халыҡ йырҙарын һәйбәт башҡарғандар Европа ҡанундарын ҡыйын үҙләштерә. Был аңлашыла, сөнки академик сәнғәт менән фольклор — икеһе ике төрлө художестволы система. Шул уҡ ваҡытта практика шуны күрһәтә: әйтәйек, башҡорт опера сәхнәһенең иң данлы йырсылары бер үк ваҡытта оҙон көйҙәрҙе лә оҫта башҡара (Ә. Шайморатова, М. Хисмәтуллин, Н. Аллаярова, Р. Кучуков, Ф. Килдейәрова). Был талапҡа Д. Иҙрисова менән А. Ҡәйепҡолов ҡына яуап бирҙе.
Ысынлап та, конкурс ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, республикабыҙ музыканттарына ситтән килгән коллегаларын тыңларға һәм улар менән танышырға, аралашырға мөмкинлек булды. Зал да шығырым тулы ине. Тик шуныһы үкенесле: иң һәйбәт музыканттар Өфөнән, әлбиттә, китәсәк. Үҙебеҙ үҫтергән таланттарҙы Башҡортостанда нисек ҡалдырырға һуң?!
Гөлназ ҒӘЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779