Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәржемә — үҙе тәжрибә
Өфө ҡалаһында төрки теленән шиғырҙарҙы урыҫ теленә тәржемәләү буйынса “Аҡ торна” халыҡ-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡорт ерлегендә барлыҡҡа килеп, башҡорт халҡының изге ҡошо булған торна исемен алған конкурс төрлө халыҡтарҙы һүҙ сәнғәте ярҙамында бәйләү маҡсатын уңышлы тормошҡа ашыра башланы шикелле. Тәүге йомғаҡтар шундай һығымта яһарға мөмкинлек бирә.
Рәсәй республикаларынан, шулай уҡ Үзбәкстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Украинанан, Австриянан, Германиянан, Даниянан йәмғеһе 370 кеше тәржемәләрен ебәргән бәйгенең кимәле ярайһы уҡ юғары булды. Шуға ла төрлө илдәрҙән йыйылған абруйлы жюриға (Башҡортостандан жюри составында тәржемәсе Марсель Ғафуров бар ине, шулай уҡ әле Мәскәүҙә йәшәүсе Лариса Керчина ла Өфөнөкө) еңеүселәрҙе билдәләр өсөн өс турҙа һайлап алыу үткәрергә тура килде. Был конкурстың, халыҡ-ара кимәлдә булһа ла, бик оператив һәм заманса итеп үткәрелеүен дә билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, шарттар буйынса, унда әҫәрҙәреңдең ҡағыҙ вариантын ебәреп тороуҙың да кәрәге юҡ ине, ул Интернет аша ғына китте.
Беренсе урынға сығыусылар араһында беҙҙекеләрҙең булмауы ғына хафаға һала. Еңеүселәрҙән Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов исемен йөрөткән “Башҡорт теленән тәржемә” тигән махсус номинацияла “Бельские просторы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Светлана Чураева ғына булды. Башҡорт әҙәбиәтендә тәржемә мәктәбе юҡҡа сығып барыуын аңлатмаймы был күренеш? Ә бит шиғриәтте тәржемә итеү башҡа халыҡтарҙы үҙ әҙәбиәтең менән генә таныштырыу түгел. Был хаҡта Мәскәүҙән килгән шағир һәм яҙыусы Глеб Шульпаков үткәргән оҫталыҡ дәресендә лә һүҙ барҙы. Ул темаһын да үҙенсәлекле билдәләгәйне: “сәнғәтте тәржемәләү” — “перевод искусства” (ойоштороусылар ғына, уны яңылыш аңлап, “тәржемә сәнғәте” — “искусство перевода” тип яҙып ҡуйған), сөнки шиғри һүҙ аша башҡа халыҡтарға икенсе халыҡтың рухы, күңел торошо, ғөмүмән, мәҙәниәте күсерелергә тейеш. Ә быны уңышлы башҡарыр өсөн оригинал телен яҡшы белеү кәрәктер.
Бер номинацияла урын алыусы булараҡ, шуны әйтә алам: һәр тәржемә — һүҙ сәнғәте өлкәһендә ҡатмарлы бер мәктәп. Ул тәжрибәне, хәтеремдә, мин тәүге тапҡыр студент йылдарында яһап ҡараным: Рәми Ғариповтың китабында Гете шиғырҙарын күреп, һүҙлек ярҙамында Гетены башҡортсаға тәржемәләп маташтым. Ул саҡта мин Рәми ағайҙың да немец телен белмәгәнен, ярҙамсы ауҙарыу — “подстрочник” тигән нәмә барлығын белмәй инем әле (әйткәндәй, был конкурсҡа ебәргән эштәрҙә лә ниңәлер, мин туранан-тура тәржемә яһаһам да, ойоштороу комитеты минән “подстрочник” талап итте). Артабан тәжрибәне еңеләйтергә тура килде: урыҫ классиктарын башҡорт теленә ауҙара башланым, ни тиһәң дә, уларын яҡшы белә инем. Былары ахырҙа барыһы ла оригиналда уҡый алған урыҫ шағирҙарын башҡортсаға ауҙарып ултырыуҙың ахмаҡлыҡ икәнен аңлауға килтерҙе. Әммә был форма, йөкмәтке, стиль үҙенсәлектәрен сағыштырып ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Шуға ла ул тәжрибәләрҙе мин эҙһеҙ үткәндер тип уйламайым.
“Аҡ торна” конкурсында шуныһы ҡыуандырҙы: унда ҡатнашыусыларҙың береһе лә был ҡаҙаныштарын иң юғарыһы тип һанаманы, артабан да шул юлды ҡыуырға сәмләндереүҙәре хаҡында белдерҙе. Быныһы инде киләсәккә өмөт барлығын күрһәтә. Беҙ әле бер башҡорт та уйнамаған “Салауат Юлаев” командаһының уңыштарына ҡыуанып, исеме менән генә лә башҡорттарҙың данын күтәрә, тип ҡыуанабыҙ, ә һүҙ бит башҡорт рухын һүҙ сәнғәте ярҙамында күрһәтеү һәм таратыу хаҡында барырға тейеш.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779