Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡыллы һүҙ – ялҡынлы
Ваҡтар менән әшнә булһаң —
Кесерәйерһең.
Ҙурҙар менән әшнә булһаң —
Көсәйерһең.

1982 йылдың көҙө. Мин Өфө дәүләт авиация институтында педагогия практикаһы үтеп йөрөйөм. Бер дуҫым Мостай Кәримдең уҡыусылар менән осрашыуына саҡырҙы. Совет әҙәбиәтенең тере классигы менән булған һөйләшеү мине таң ҡалдырҙы. Тетрәндерҙе тиһәң дә, артыҡ булмаҫ. Мин үҙ ғүмеремдә бындай тәрән аҡыллы, йор һүҙле кешене осратҡаным юҡ ине. Мостай ағай залдан бирелгән һорауҙарға бик төплө, аныҡ яуап биреүе менән тамашасыларҙы арбаны. Был осрашыуҙан һуң мин фәйләсуф фекерле яҡташыбыҙҙың ижады менән яҡындан танышырға, сыҡҡан әҫәрҙәрен көтөп алырға тырыштым. Мөмкинлек булһа ла, үҙе менән аралашырға ҡыйманым: бигерәк бөйөк ине ағайыбыҙ…

Ошо аҡыллы, тәрән һәм матур фекергә булған һөйөүемде Мостай менән осрашыу дөрләтеп яндырып ебәрҙе. Мин ошо мөхиттә донъя әҙәбиәтендә баҫылған әҫәрҙәр менән танышыуҙы үҙемә маҡсат итеп ҡуйҙым.
Бына быйыл, яҡташым Әсхәл ағай Әхмәт-Хужаның юбилейына кроссвордтар әҙерләгәндә, яңы хазинаға юлыҡтым: авторҙың “Аҡ теләктәр әйтәм” тигән китабы ҡулыма килеп эләкте. Кисергән хистәр Мостай Кәрим менән булған осрашыуға бәрәбәр. Быға тиклем башҡорт афористикаһында Ғәбит Садиҡовтың “гәүһәр”ҙәренә һоҡлана торғайным. Ысынлап та, Ғәбит ағайҙың афоризмдары донъя кимәлендә танылған Ларошфуко, Лабрюйер, Марк Твен, Бернард Шоу кеүек авторҙарҙан һис тә ҡалышмай ине. Һис һүҙһеҙ, Ғәбит Садиҡов ижады менән беҙҙең ғорурланырға урыныбыҙ бар.
Әммә Ғәбит ағайҙың ҡайһы бер ижад емештәре йә өлгөрөп етмәгән, йә “серегерәк” булды. Халыҡ әйтемдәрен һәм мәҡәлдәрен “үҙләштереүҙе” күҙ уңында тотам был йәһәттән. Был хәл, әлбиттә, һирәк булһа ла, осрай торғайны. “Бешеп” етмәгән тип әйтеүемдең әтнәкәһен аңлатып үтәйем. Ғәбит ағай, ҡайһы бер афоризмдары матурыраҡ яңғыраһын тип, уның формаһын эстәлегенән алға ҡуйҙы. Мәҫәлән, “Һамай (висок) ағарғас, һамаҡларға ҡала”, “Йәнең үксәгә күсә торған булһа, йәнеңә оҡшаған аяҡ кейеме кей”, “Шараҡ (прямой) утын шартлап яна”, “Яр ҡыҙырымында (яр буйында) ҡыҙыныу, әлбиттә, ҡыҙыҡ”. Был миҫалдар, минеңсә, афоризмдарға тартып етмәй. Быны автор үҙе лә аңлай кеүек. Йәйә эсендә аңлатма биреү ошоға ишара булып тора. Был етешһеҙлектәр, юҡ, Ғәбит ағайҙың афоризмдарының бәҫен төшөрмәй. “Афоризм — ныҡ киптерелгән роман” тигән һығымтаға килгән Ғ. Садиҡов башҡорт мәҙәниәтендә үҙенең лайыҡлы урынын яуланы. Быны мин үҙем афоризмдар төҙөп ҡараған автор булараҡ әйтәм. Яҙыусылар, шағирҙар күп, ә Ғәбит Садиҡов берәү генә.
Берәү генә, тинем дә туҡтап ҡалдым… Ә Әсхәл Әхмәт-Хужа? Бына ул, заманында әҙәбиәтебеҙгә “һыбай килеп ингән” күренекле шағирыбыҙ, был юҫыҡта Асҡарҙа бер ҙә тик ятмаған. 2007 йылдың майынан алып ижад иткән шиғри афоризмдарын нәшерләгән. Уларҙы автор парсалар тип атаған.
Әсхәл ағай мине аптыратты: нисек итеп бер көн эсендә биш-ун тәрән фекерле, һәр береһе йәшмәгә түгел, гәүһәргә торошло шиғырҙар яҙып була икән!? Уларҙы уҡып, асылына төшөнөү өсөн генә байтаҡ ваҡыт талап ителә. (Быға минең бөтә отпускым китте, ә беҙҙең ял — оҙон, ике ай тирәһе).
Быны аңлау өсөн Әсхәл Әхмәт-Хужаның бөтә ижад юлын байҡап сығырға кәрәк. Ул йәш сағында уҡ үҙенең индивидуаль стилен тапты, ғүмер буйы унан яҙлыҡманы. Ким Әхмәтйәновтың 1968 йылдағы “тәбиғәт күренештәре, кеше рухы араһында уртаҡ тел, мәғәнәле мөнәсәбәт табырға өйрәнеү юлында ул… Әсхәл Әхмәтҡужин ваҡ темаларҙан ҡасырға һәм дөйөм әһәмиәте булған мәсьәләләрҙе күтәрергә тырыша” тигән һүҙҙәре әҙип өсөн тормош компасы булып хеҙмәт иткән. Был юлдан шағир тайпылмай, ышаныслы аҙымдар менән үтте.
Тәржемә эшендә лә ул ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. “Ебәккә ынйы теҙелде” тигән йыйынтығын әҙерләгәндә, бөтә донъя шиғриәтенең күркәм өлгөләрен йөрәге, күңеле, аңы аша үткәрҙе. Алишер Навои, Гете, Пушкин, Лермонтов, Межелайтис, Руставели кеүек фекер һәм рух титандары уның күңеленә тейешле орлоҡ һалды. Был орлоҡ буш булып сыҡманы. Ул уңдырышлы, илһам менән һуғарылған тупраҡҡа ятты һәм мөһабәт ағас булып үҫте. Юҡҡа ғына ул: “Бөрө сатнап шытып сығыр төҫлө/ Мин шиғыр яҙған имән өҫтәлдән!” — тип әйтмәгән.
Китапҡа ингән парсаларҙы Әсхәл ағайҙың бөтә ғүмере буйы уйланыуҙарының күркәм һөҙөмтәһе тип ҡабул итергә кәрәктер, сөнки был ынйыларҙы тик Әсхәл Әхмәт-Хужа һыбай үткән юлда ғына табып булалыр. Был йәһәттән Рәми Ғариповтың көндәлектәрендәге бер уйланыуҙары хәтергә төшә. Колхоз рәйестәре аттан машинаға күсеп ултыра башлағас, шағир машина тиҙлегенең тирә-йүнде күрергә, уйланырға ҙур ҡамасау икәнен билдәләп үтә. Шуның кеүек Әсхәл ағайҙың бынан бер нисә йыл Өфөнән ауылға ҡайтып китеп, тыныс тормошта үткән юлдары, дуҫлыҡ, хыянат, мөхәббәт тураһында ашыҡмай, сәбәләнмәй генә уйланыуҙары ошо парсаларҙы тыуҙырҙы ла инде. Уның йортонда булған кешегә бындай тәрән фекерҙәр килеүе ғәжәп түгел — уның өйөнөң тәҙрәһенән кешенең мәңгелек йорто — ҡәберстан күренеп тора, ҡапҡаһы алдынан мәңгелектең икенсе символы — ағыр һыу — шишмә үҙ йырын йырлай. Тик ошондай мөхиттә генә тыуа ала ундай ынйылар. Шағир бер кемде лә ҡабатламай, унан үҙенең уйланғандары урғыла. Ул бер кемгә лә ярарға тырышмай. Был уға кәрәк тә түгел, сөнки автор мәңгелек тураһында яҙа.
Ғәбит Садиҡовтан айырмалы, Әсхәл Әхмәт-Хужа ҡафиәләр (рифмалар) менән оҫта файҙалана. Уның Әсхәл ағайға ғына хас яңғырашы бар. Ундағы шиғри моң, аһәң тәрән фекерҙе тағы ла бер баҫҡысҡа күтәреп ебәрә. Үҙенең парсаларында автор ҡатмарлы кеше мөнәсәбәттәренә тейешле баһа бирә. Һәр парсала тәрән мәғәнә, фәһемле фекер, “аҡ теләктәр” ята. Интернет, юғары тиҙлектәр, информацияның кеше аңын томалаған заманда Әсхәл ағайҙың фекерҙәрен уҡыу һәр кешегә мөһимдер.
Илдар ҒӘБИТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдан
    Илдан от 21.11.2012, 03:18
    Һеҙ Әсхәл Әхмәтҡужин ижады менән һоҡланаһығыҙ , ә мин һеҙҙең эшмәкәрлеккә хайран ҡалам. Төҙөгән башватҡыстарығыҙға ҡарағанда, экономиканы ла, халыҡ ижадын да, әҙәбиәтте лә, тарихты ла яҡшы беләһегеҙ. Иҫ киткес шәхес! Кроссвордтарығыҙ йышыраҡ сыҡһа, бигерәк шат булыр инек. Рәхмәт яуһын, һеҙгә!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779